Эстәлеккә күсергә

Әйле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Шежереләр
Дөйөм мәғлүмәт
Һаны һәм йәшәгән урыны

Әйле — ете ырыуҙан — Әй, Көҙәй, Мырҙалар, Һыҙғы, Дыуан, Ҡошсо һәм Өпәй — торған башҡорт ырыу-ҡәбиләләр берләшмәһе[1].

Әй ырыуы әй, тырнаҡлы, ҡаратаулы, төрөкмән һәм һарт-әйле нәҫелдәренә бүленә.

Көҙәй ырыуы шайтан-көҙәй, ҡыр-көҙәй, урман-көҙәй, төрөкмән-көҙәй һәм бүләкәй-көҙәй нәҫелдәренә бүленә. Башҡа ырыуҙар араһында эске бүленеш юҡ.

Әй берекмәләренең тарихы ХIV-ХV быуаттарға барып тоташа. Был мәлдә Әй буйында йәшәгән ырыуҙар һәм нәҫелдәр төрлө ырыу ҡатнашмаларынан торған. Һуңыраҡ улар берләшкән[2].

  • Ай (төркисә: «луна») ырыу тамғаһы — ярымай (☽). Ырыу аралары: әй, айҙар, алтмышҡолаҡ, асҡар, аскилде, башҡорт, биҙергән, ишәле, боҫҡорр, бохар, буранғол, исмәғил, ҡҙаҡ, ҡаҙанғол, ҡалмаҡ, ҡолой, ҡумый, көсөк, күҙәй, көҙәй, күмер, ҡыуалды башҡорто, ҡуян, ҡыҙылбаш, ҡыйҡа, ҡырғыҙ, мышар, мостафа, мужырым, мәликәй, мәнже, һалйот, сүтек, сыуаш, һәпрә, сәрмә, табын, таҙ, татар, типтәр, торна, туғыҙ, туғыҙаҡ, туҡыл, урал туҡылы, үзбәк, һарт, сәргелдәк, этимгән, этимгән әйле, эткөсөк, әжәк, яманай.
  • Ҡаратаулы (Табынмаҙар). Ырыу аралары: боҫҡаҡ, бүрес, ҡара, ҡараикмәк, кесерткән, сирмеш, табынмаҙар, таҙ, әпте.
  • Һарт. Ырыу аралары: әбделхәйер, әкимбәт, аҡҡош, аҡтыяҡ, алыҫтар, арый, байыш, бикмәш, биктимер, бохар, бүкәй, баубәк, бәшмәк, зәнгир, ҡаҙаҡ, ҡалмаҡ, ҡараҡалпаҡ, ҡарағул, ҡаракөсөк, ҡашҡалаҡ, кисебай, күмер, ҡыуаҡан, ҡыҙылбаш, кәнтәй, махтар, миндебай, мужырым, мырҙа, мәлек, себен, сүмес, сыуаш, таҙ, таулы, тәкеш, тәнкәй, урта аймаҡ, сырғылтыҡ, һуйыр, рыҫҡол, абдәл, алекән, этимгән, эткөсөк.
  • Тырнаҡлы. Ырыу аралары: бүрес, ҡумый, күкйүргәк, оҙон бармаҡ, рахманҡул, һулым, тикәнәй, юламан.
  • Төркмән. Ырыу аралары: ҡырғыҙ, сутыш, торнаморон, әнжәк.
  • Иштәк.

IV—V быуаттарҙа теле (уғыҙҙар) Арал буйы һәм Көньяҡ Уралдан алып Көнбайыш Монголия далалары территорияларына тиклем таралып ултырған. «Бәй-ши» һәм «Суй-шу» (VII быуат) хроникалары тиҫтәләрсә уғыҙ ҡәбиләләре араһында башҡорт халҡына нигеҙ һалыусы ата-бабаларыбыҙҙы (ба-шу-ки-ли), дөрөҫөрәге, башҡорт (baş + kurt, «баш бүре») этнонимын йөрөтөүселәрҙе теркәгән. Ләкин әйлеләр был ваҡытта башҡа уғыҙ берләшмәләренең бер өлөшө булып тормай әле.

Р. Ғ.Кузеев әйлеләрҙең этник тамырҙарын асыҡлау мәсьәләһендә башлыса башҡа төрки халыҡтарының этноним һәм атрибутив (тамғалар, орандар, онгондар) параллелдәренә, шулай уҡ шәжәрәләренә һәм тарихи риүәйәттәренә таяна. Ул, әй (әйле) этнонимы Төркмәнстан үзбәктәренең айнлдар, нуратлы төркмәндәренең алты-ата-айтамғалы, төркмән-нохурлиҙарҙың айы формаларында теркәлгән, тип билдәләне. Уларҙың барыһының да ырыу тамғаһы ярты ай булған. Бынан тыш, әйлеләрҙең шәжәрәһендә ата-бабаларҙың береһе тип Төркмән күрһәтелгән. Былар бөтәһе лә Р. Ғ.Кузеевҡа, уларҙың килеп сығышы уғыҙҙар менән бәйле, тигән һығымта яһарға мөмкинлек бирә. Уның күрһәткән хеҙмәте — уғыҙ ҡәбиләләр союзының генеалогик структураһына иғтибар биргән һәм унда әйлеләрҙең урынын тапҡан.

VII—IX быуаттарҙа Әйле ырыуҙарының ата-бабалары Һырдаръя һәм Арал буйы далаларының печенеж-уғыҙ-Ҡыпсаҡ ҡәбиләләре составына ингән. Әйлеләрҙең Уралға күпләп күсенеүе IX-XII быуатҡа ҡарай.

XI быуатта йәшәгән төрки (ҡарахани) филологы Мәхмүт Ҡашғари, артабан XIV быуат фарсы тарихсыһы Рәшит әд-Дин үҙҙәренең хеҙмәттәрендә тәүгегә оҡшап етмәгән уғыҙ ҡәбилә исемлеген: ҡыныҡ, ҡайы, байундур, йиүә, салғур, бәкдили, бйүкдуз, бйәт, язғыр, әймүр, ҡараболак, алҡаболаҡ, иғдыр, юракир, тутырға, улайүндлүг, туҡар, бәшнәк, жувалдар, жебни, жаруклуг (Мәхмүт Ҡашғари исемлегендә (22 ырыу)); ҡайы, баят, алҡараулы, ҡарауйлы, языр, дүкәр, дордирға, япарлы, әүшәр, ҡыҙыҡ, бәкдәли, ҡарҡын, баяндур, бичинә, жаулдур, чибни, һалыр, имүр, алайүнтли, үркиз, бәктәр, бүкдуз, йиүә, ҡыныҡ (Рәшит әд-Дин исемлеге буйынса (24 ырыу)) килтергән. Күреүебеҙсә, атап үтелгән уғыҙ ырыуҙары араһында Әйле телгә алынмай.

Әммә Рәшит әд-Дин, уғыҙҙарҙы 24 ырыуға бүлеүҙән тыш, боронғо йыһан һәм этногенетик легенда ла килтерә, уға ярашлы, аталған 24 ырыу атаҡлы Уғыҙ хан улдарының исемдәрен йөрөткән 6 аймаҡҡа бүленеп сыҡҡан. Уларҙың исемдәре: Көн (‘Кюн’), Ай (‘Ай’), Йондоҙ (‘Юлдуз’), Күк (‘Кӧк’), Тау (‘Таг’), Диңгеҙ (‘Денгиз’). Легендаға ярашлы, Айхандың дүрт: Языр, Дүкәр, Дордирға, Япарлы исемле улдары булған. Уларҙың исемдәренән уғыҙ ҡәбиләләренең атамалары сыҡҡан.

1981 йылда Н. Д. Шоңҡаров тарафынан БАССР-ҙың Мәсетле районы Йонос ауылы уҡытыусыһы Рәшит Әхтәровтан Әйле ырыуы башҡорттарының «Уҙаҡ-Туҙаҡ» эпик хикәйәте (эпосы) яҙып алына. «Уҙаҡ-Туҙаҡ» Калка йылғаһы һәм Азов буйында йәшәгән боронғо күсмә халыҡтарҙың (печенег-бәшнәктәрҙең) фажиғәле яҙмышын сағылдыра. XI быуат уртаһында көнсығыштан уғыҙ-төрки һәм бала-өсәндәр (половцы-ҡыпсаҡтар) ҡыҫымы аҫтында бәшнәктәр Карпат менән Дунайға сигенәләр, ҙур булмаған өлөшө (бала бәшнәктәр) Төньяҡ-көнсығышҡа йүнәлә. Хикәйәттә бала бәшнәктәрҙең Уралға барған юлы тасуирланған. «Узак-Тузак» хикәйәтенең төп геройы — бала бәшнәктәр ырыуы вәкиле. Уның ата-әсәһе игеҙәк балалар тураһында хыялланған, тик бер генә бала тыуған. Һәр кем уны үҙенсә атай: атаһы Уҙаҡ, йәғни иш, уҙаҡташтип, әсәһе Туҙаҡ исемен («туҙҙырыу» ҡылымынан — исемен ишетеү менән хатта үлем дә ҡурҡып сигенерлек булһын, тип «пыран-заран килтереү») ҡуша. "Узак-Тузаҡ"тың баһадир портреты сағыу итеп төшөрөлгән, ул ике кеше булып нығына һәм ысын ир-егет булып буй еткерә. Үлер алдынан атаһы уға Ер-һыуҙы һәм ғүмер юлдашын табырға васыят итә. Атаһының ихтыярын үтәп, Уҙаҡ-Туҙаҡ кешеләрҙең тәбиғәт менән гармониялы һыйышып йәшәүе кәрәклеген аңлауға килә. Әҫәрҙә ырыу-ара ыҙғыш һәм баҫып алыу һуғыштары хөкөм ителә[3].

Хисаметдин ибн Шәрәфетдиндең «Рисалә-и-тәүарих-Болғарийа»һында сағылдырылған легендар традицияларға ярашлы, Башҡорттарҙан Мөхәммәт пәйғәмбәр ҡушыуы буйынса Урал-Волга буйына килгән сәхәбтәрҙең тәүге уҡыусылары Әйлеләр булған: «Уралдың көнбайышынан сәхәбтәрҙә һабаҡ алырға килгәндәрҙән Әй үҙәнендәге башҡорт ҡәбиләһенән Зәйет улы Айытҡол була Шунан — Дәүләтбай улы Ҡотлобай; Муйнаҡ улы Этҡусты; Ҡолсом улы Этимгән; Бөрйән улы Уразбаҡый; Тайсын улы Таймаҫ — улар барыһы ла, Әй йылғаһы буйынан килеп, сәхәбтәрҙән һабаҡ алғас, үҙҙәренең йорттарына мосолман булып ҡайттылар»[4].

XVI-XVIII быуаттарҙа Әйлеләрҙең байтаҡ өлөшө Урал аръяғына һәм Көнбайыш Башҡортостанға таралып ултырған.

Р. Ғ. Кузеев фекеренсә, Әйлеләр этник яҡтан Арал буйы һәм Урта Азияның бәшнәк-уғыҙ ҡәбиләләренә, башҡа ғалимдар фекеренсә, — фин-уғыр ҡәбиләләренә (В. Ф. Генинг) йәки себер татарҙарына (Ғ.Х. Әхәтов) барып тоташа. VII-IX быуаттарҙа Әйлеләрҙең ата-бабалары Һырдаръя һәм Арал буйы далаларында йәшәгән. IX-XII бб. Көньяҡ Уралға киләләр, Әй, Ағиҙел, Мейәс, Уй, Урал йылғаларының үрге ағымында төпләнә. XIII-XIV быуаттарҙа табын ҡәбиләһенең баҫымы аҫтында Әй, Ағиҙел, Мейәс, Уй һәм Йүрүҙән йылғаларының үҙәндәренә күсенәләр. XVI-XVIII быуаттарҙа Әйлеләрҙең күпселек өлөшө Урал аръяғына һәм Башҡортостандың Көнбайышына күсенә. Урал аръяғында әйлеләр Мейәстең үрге ағымын, Мейәс һәм Тинес йылғалары (Исәт йылғаһы ҡушылдығы) араһын биләп, көньяҡ һәм төньяҡ төркөмдәр барлыҡҡа килтерә: көньяҡ уйһыулыҡ ерҙәрендә ултыра, уларға аҫабалыҡ хоҡуғын нығытып, көньяҡтары элекке Әйле ерҙәренә, төньяҡта - керҙәшлек нигеҙендә табын ерҙәрендә урынлаша. XVI—XVIII быуаттарҙа әйлеләрҙең күпселеге Урал аръяғында, Башҡортостандың көнбайышында — Дим һәм Өҫән, Эйек тамағында һәм Ағиҙел йылғаһының урта ағымы һул ярҙары бассейнындағы ерҙе биләй. XVIII быуат уртаһында ҡәбиләнең бер өлөшө көнсығышҡа, Уй һәм Тубыл далаларына күсенә[5].

Р. Г. Кузеев Әйле ырыуы атамаһын башҡорт-коңрат этнонимик һәм топонимик параллелдәре рәтенәә ҡаратҡан[6]. Ҡырғыҙ ғалимы Т. А. Акеров версияһы буйынса, әйле (аялы) ҡәбиләһе ҡоңрат һәм һалйот ҡәбиләләре менән тығыҙ этногенетик бәйләнешкә эйә[7].

Таралып ултырыу территорияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVII-XIX быуаттарҙа төп таралып ултырыу территорияһы — Әй, Ләмәҙ, Эҫем, Өфө, Йңрңҙән йылғалары үҙәне. XVIII быуатҡа ҡәбиләләр фәҡәт традиция буйынса берләшкән; айырым аҫаба ерҙәре булған, властар алдында үҙ аллы сығыш яһаған. XVIII быуаттың 1-се яртыһында һаны 15 мең кешегә еткән.

XVIII быуатҡа әйлеләр дыуан, ҡалмаҡ, ҡатай, ҡыуаҡан, мырҙалар һәм табын ҡәбиләләре менән күрше була. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре Себер даруғаһы Әйле улусын тәшкил итә. Бында, П. И. Рычков мәғлүмәттәре буйынса, XVIII быуат уртаһында 113 йорт иҫәпләнгән. XVIII-XIX быуаттарҙа Әйлеләр йәшәгән ерҙәр Екатеринбург, Красноуфимск, Троицк һәм Силәбе өйәҙҙәренә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда (1798 - 1854 йй.) 2-се, 4-се Загорный, 4-се Көнбайыш һәм 5-се башҡорт кантондарына ҡарай.

Әлеге ваҡытта Әйлелеләр йәшәгән территорияла Башҡортостандың Салауат, Ҡыйғы, Дыуан, Мәсетле, Балаҡатай, Нуриман һәм Иглин райондары, Силәбе өлкәһенең Сосновка, Красноармейск, Кәҫле, Ҡоншаҡ, Ҡуҫа, Сосновка, Сыбаркүл һәм Арғаяш райондары, Ҡурған өлкәһенең Сафакүл һәм Әлмән, Щучанский райондары, Свердловск өлкәһенең көньяҡ-көнбайыш райондары урынлашҡан.

Тест үткәрелгән әйлеләрҙең бер өлөшө - R1a гаплотөркөмөнөң R1a-Z2123 субкладына ҡарай[8][9]. Әйлеләр башҡорт бишул, Һыуын, табын, ирәкте, кәлсер, дыуан, көҙәй, балыҡсы, ҡатай, тамъяндарҙың бер өлөшө һәм улар менән оҡшаш гаплотиптары һәм дөйөм Z2123+ субклады булған башҡа ырыуҙарға барып тоташа[10].

«Әйле ырыуы шәжәрәһе» - башҡорт ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы. Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди төҙөгән, ул уны үҙенең «Тарихнамә-и-болғар» хеҙмәтенә индергән. Урал-Волга буйы төрки телендә яҙылған, әҫәр тексына мифтар, легендалар һәм риүәйәттәр индерелгән.

Был шәжәрәлә Ҡол Ғәлиҙең тормошонан ҡайһы бер мәғлүмәттәр килтерелә, көҙәй һәм ҡошсо башҡорт ырыуҙары атамаларының этимологияһы аңлатыла. Әҫәрҙең бер өлөшөн М. И. Өмөтбаев «Йәдкәр» (1897) китабында баҫтырған[11].

Шәжәрә күп тапҡырҙар күсереп яҙылған. 1912 йылда Мерҙәш ауылы кешеһе Миңлеҡул Ғәбделнасиров тарафынан яҙып алынған варианттарҙың береһе 1957 йылда Яҡшембәт ауылында табыла һәм Р.Ғ. Кузеев тарафынан «Башҡорт шәжәрәләре» йыйынтығына индерелә (1960). Был ҡулъяҙма Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Ғилми архивында һаҡлана.

Әй - Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышындағы йылға, Ҡариҙел йылғаһының һул ҡушылдығы. Әй йылғаһы атамаһы Әйле ырыу-ҡәбилә берләшмәһе исеменән алынғандыр, моғайын.

  • Янгужин Р. З. Башҡорт ҡәбиләләре тарихынан. Өфө, 1995;

Янғужин Р. З. Башҡорт ырыуҙары: ҡыҫкаса тарихи-этнографик очерктар. Өфө, 1998;

  • Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. Этнический состав, история расселения. М., 1974;
  • Западные башкиры по переписям 1795—1917 гг. Уфа, 2001;
  • Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. Уфа, 2001.
  • История башкирских родов. Айле, Тырнаклы, Тубаляс. Том 25. Часть 1 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН; Китап, 2017. — 752 с.: илл https://www.bashkirica.com/upload/iblock/856/856d4b9108791da2bdd13497bbc0eebf.pdf 2022 йыл 20 май архивланған.
  • Башкирские шежере (сост., пер. текстов, введ. и комм. Р. Г. Кузеева). — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1960. — С. 155—165. — 305 с. — 2000 экз. (рус.)
  • Йәнғужин Р. З. Башҡорт ҡәбиләләре тарихынан. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. — 96 с. — ISBN 5-295-02551-3.
  • Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — 572 с. (рус.)
  • Өмөтбаев М. И. Әй башҡорттарының нәсәбнамәһе // Йәдкәр. Шиғырҙар, публицистик яҙмалар, тәржемәләр, халыҡ ижады өлгөләре, тарихи-этнографик яҙмалар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1984. — С. 229—231. — 288 с.

Викидәреслектә

Әйле бар
  1. Әйле // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. Янгузин, Рим Зайнигабитович
  2. Әйле // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. Янгузин, Рим Зайнигабитович
  3. ЭНЦИКЛОПЕДИЯ БАШКИРИИ → УЗАК-ТУЗАК (билдәһеҙ). https://ufa-gid.com. Дата обращения: 1 август 2020. Архивировано 22 июнь 2020 года.
  4. Рисала-и Таварих-и Булгария (билдәһеҙ). http://www.bulgartimes.hu (2011). Дата обращения: 1 август 2020. Архивировано 20 май 2022 года.
  5. Әйле // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. Янгузин, Рим Зайнигабитович
  6. Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. Этнический состав, история расселения. — Москва: Наука. — С. 163. — 570 с. Архивировано 23 июль 2020 года.
  7. Акеров Т. А. О происхождении клана Тайбуга. http://kghistory.akipress.org.+Дата обращения: 13 апрель 2020. Архивировано 18 февраль 2020 года.
  8. National clans project of FTDNA
  9. Муратов Б. А., Суюнов Р. Р. Снипы туранских подветвей группы R1a-Z2123 по результатам Big-Y. Часть 1//Proceedings of the Academy of DNA Genealogy Boston-Moscow-Tsukuba Volume 7, № 8 August 2014, С.1227-1235. ISSN 1942-7484
  10. Муратов Б. А. Этногенез башкир: историография и современные исследования (4-е издание), ЭИП «Суюн», Серия «Эид», Том 1. Vila do Conde, Lidergraf, 2013, 284 c., ISBN от 1-го издания: 978-5-9904583-1-4, Portugal, Vila do Conde, Lidergraf, 2013, С.61-65.
  11. Надергулов М. Х. Шежере рода айле.// Статья в Башкирской энциклопедии. Дата обращения: 14 август 2020. Архивировано из оригинала 2 октябрь 2020 года.
Төп мәҡәлә: Монгол халыҡтары
Төп мәҡәлә: Төркиҙәр