Һайланған мәҡәлә
Рёкалағы рун яҙмалы таш, көнбайыш яғы
Рун — боронғо германдарҙың яҙмаһы. I—II быуаттарҙан алып XII быуаттар араһында — хәҙерге Дания , Швеция һәм Норвегияла , X —XIII быуаттарҙа — Исландия һәм Гренландияла , ә швед провинцияһы Даларнала XIX быуат башынаса ҡулланылған. Рундар (символдар) ташта, металда, ағаста, һөйәктә ырып, уйып яҙылған, уның үҙенсәлекле ҡырлы формаһы ырып яҙыуға көйләнгән.
Европа илдәрендә христиан дине ҡабул ителгәс, латин яҙмаһы рун яҙмаһын ҡыҫырыҡлап сығарған. «Рун» термины боронғо герман телендәге run («сер») тамырына бәйләп аңлатыла. Донъяла рун хәрефтәренән торған бөтәһе 5 000-ләп яҙыу табылған, шуларҙың иң ҙур өлөшө — Швецияла. Бынан тыш, Урта быуаттарҙағы Европала рун календарҙары булған.
Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, мөйөшләп яҙылған алфавитын да рун тип йөрөтәләр.
↪ дауамы… :
Исемлек (120) | Үҙгәртеү
Яҡшы мәҡәлә
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль 1873 йыл — 1959 йыл ) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919). Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР -ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).
Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы ) Ейәнсура ауылында тыуған. Әсәһе Йәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһы Сәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар. Ҡартатаһы — Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менән үҫәргән ырыуы башҡорттарынан .
Башта ауылдарындағы мәсет янындағы мәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙа Ҡазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенә , Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас динен алмаштырырға мәжбүр була, һәм христиан динен алып Мстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра, уларҙың өс ҡыҙы тыуа.
1902 йылда Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй.
1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылда Варшава ҡалаһына эшкә күсерелә. 1914—1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй.
Юныс Бикбов саҡырыуы буйынса Ырымбурға килә. 1918 йылдың авгусынан алып Башҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәм башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәм Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
3 ғинуар юбилярҙары
Горчаковский Павел Леонидович (1920—4.06.2008), ғалим-геоботаник. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1994), СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1990), биология фәндәре докторы (1953), профессор (1954). РСФСР -ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981). Урал һәм уға яҡын биләмәләр флораһы һәм үҫемлектәр донъяһының формалашыу этаптарын өйрәнеүсе, Башҡортостан территорияһында ботаник-географик районлаштырыу үткәреүсе. В. Н. Сукачёв исемендәге премия лауреаты (2001). Почёт ордены кавалеры (1999). Сығышы менән Красноярск ҡалаһынан.
Скрипиль Валентин Иванович (1920—3.07.1998), тау инженеры. 1949—1986 йылдарҙа «Башкиргеология» беремәһенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1965 йылдан — геология бүлеге начальнигы, 1977—1986 йылдарҙа —геологик фонд бүлеге начальнигы. Ленин премияһы лауреаты (1961). Сығышы менән Краснодар ҡалаһынан.
Миңлеғәзимов Мәғсүм Ғәббәс улы (1925—25.10.1982), ғалим-инженер механик. 1972—1982 йылдарҙа Өфө нефть институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1979 йылдан — нефть промыслаһы механикаһы кафедраһы мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Техник фәндәр докторы (1977), профессор. (1980). Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Мәтәүтамак ауылынан.
Рәмиев Мәзит Кәлимулла улы (1930—11.06.1999), ғалим-инженер технолог. 1961 йылдан хәҙерге Энергоресурстарҙы транспортлау проблемалары институтының (ИПТЭР – Институт проблем транспорта энергоресурсов) яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1972 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1978 йылдан — лаборатория мөдире, 1987 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. Техник фәндәр кандидаты (1980). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1985), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1980), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1982). СССР Министрҙар Советы (1983) һәм И. М. Губкин исемендәге (1983) премиялар лауреаты.
Заруцкий Дмитрий Степанович (1945), хужалыҡ эшмәкәре. 1988—2005 йылдарҙа «Башкирэнерго» йәмғиәте филиалы — Яңы Салауат ТЭЦ-ы директоры. Рәсәй Федерацияһының почётлы энергетигы (1993), Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ энергетикаһы министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Түбәнге Аҡбирҙе ауылынан.
тулы исемлек
Хәбибуллин Исмәғил Тәлғәт улы (1955), ғалим-математик. 1977 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2002—2006 йылдарҙа дифференциаль тигеҙләмәләр кафедаһы мөдире, бер үк ваҡытта 1992 йылдан — Математика институтында өлкән, 1996 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. Физика-математика фәндәре докторы (1996), профессор (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Сатый ауылынан.
Кәримов Салауат Ғайса улы (1960), яҙыусы, журналист, тәржемәсе һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2007 йылдан «Башҡортостан уҡытыусыhы» журналының баш мөхәррире, бер үк ваҡытта 2008—2016 йылдарҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2003), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2014).
Фирҙәт Ғәлиев (1965), театр актёры, радио һәм телетапшырыуҙар алып барыусы. 2004 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокампанияһының «Даирә» ижади берекмәһе комментаторы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2006) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты (1996).
Кәбирова Миләүшә Фәүзи ҡыҙы (1970), ғалим-стоматолог, Башҡорт дәүләт медицина университетының стоматология факультеты деканы. Медицина фәндәре докторы (2011), профессор (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Торналы ауылынан.
Кокорин Виталий Васильевич (1975), спортсы. Велосипед спорты буйынса Рәсәйҙең халыҡ ара класлы спорт мастеры (1993). «Ағиҙел» олимпия әҙерлеге үҙәге тәрбиәләнеүсеһе. Шәхси ярышта Рәсәй чемпионы (1994—1995), команда ярышында Рәсәй кубогын яулаусы (1995). Үҫмерҙәр араһында СССР чемпионы (1991). Сығышы менән Силәбе ҡалаһынан.