Абзай (Ҡыйғы районы)
Ауыл | |
Абзаево башҡ. Абзай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452505 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Абзай (Уртауыл, рус. Абзаево) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл. Абзай ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 558 кеше[2]. Почта индексы — ?, ОКАТО коды — 80236805001.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юл оҙонлоғо:[3]
- Район үҙәгенә тиклем (Үрге Ҡыйғы): 34 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 77 км
Абзай ауылы Ҡыйғы йылғаһы бассейнына ҡараған Кесейек йылғаһы буйында, район үҙәге Үрге Ҡыйғынан төньяҡҡа 34 километрҙа һәм Һилейә тимер юл станцияһынан (Силәбе өлкәһе) 77 километрҙа урынлашҡан[4].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абзай ауылына Троицк өйәҙе Дыуан улусы (ҡатай ырыуы) башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған, XVIII быуат аҙағынан билдәле. Йөҙ башы Абзай уҙаман исеме менән аталған. Боронораҡ шулай уҡ Мәсетле булараҡ та билдәле булған.
1842 йылда 222 кешегә 115 сирек ужым, 248 сирек яҙғы ашлыҡ сәскәндәр. Өс баҫыулыҡ өҫтөнлөк алған. Һабан — игенселектең төп ҡоралы. Ауылда 3 елгәргес һәм һуҡҡыс булған. Йәшелсә баҡсалары эшкәртелә. Абзайҙа 300 ат, 200 һыйыр, 60 һарыҡ, 40 кәзә аҫырала. Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа 10 умарта һәм 25 солоҡ була[5].
Биләмә берәмектәренә инеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1816 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1834 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1847 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1859 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1895 | Дыуан улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1920 | Дыуан-Ҡошсо улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | Үрге Ҡыйғы улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Абзай ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Абзай ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Абзай ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылда Абзай исемле тағы бер ир-егет — 1752 йылда Дүшәмбикә ауылына нигеҙ һалған мишәрҙәр менән керҙәшлек төҙөгән Баймөхәмәтов Абзай ҙа булған. 1865 йылда 57 хужалыҡта 377 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.
Мәсет, мәҙрәсә, һыу тирмәне була. XIX быуат аҙағында 2 сауҙа кибете иҫәпкә алына[6].
Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1906 йылда мәсет, мануфактура һәм 2 бакалея кибете, запас иген һаҡлау мөгәзәйе теркәлгән[7].
Әлеге ваҡытта Абзайҙа урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана эшләй[8].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1906 йыл | 754 | ||||
1920 йыл 26 август | 1037 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 858 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 637 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 578 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 568 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 558 | 269 | 289 | 48,2 | 51,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
- Милли составы
2002 йылғы Бөтә Рәсәй йәниҫәбенә ярашлы, башҡорттар һаны 96 %тәшкил итә[9].
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Игеҙйәнова Нажиә Заһир ҡыҙы (01.09.1946), яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998), Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы (1983). 1988 йылда БДУ тамамлаған. 1974 й. «Һәнәк», 1982 й. — «Башҡортостан ҡыҙы», 1986—2002 йй. — «Ағиҙел» (1991 й. бүлек мөдире) журналдарында эшләй.
- Ғәлиев Радик Хөрмәт улы (1.07.1952) — Кушнаренко район Советы рәйесе, Кушнаренко һөнәрселек училищеһының 1994—2014 йылдарҙағы директоры, Рәсәй Федерацияһының почётлы башланғыс һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре[10][11].
- Миңлеғаян Сафина (2.07.1951), Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының ҡурсаҡсы-артисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1999).
- Әҙеһәмов Илдус Әнәс улы (18.06.1951) — башҡорт дәүләт эшмәкәре, ғалим һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы.
- Ғибәҙуллин Миңлетаһир Ғибәҙулла улы (икенсе мәғлүмәттәр буйынса Ғибәҙәтов Таһир Ғибәт улы; 29.12.1898—19.04.1982), әкиәтсе. Беренсе донъя, Граждандар һуғыштарында, Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны[12].
- Сафина Миңлеғаян Миңлеәхмәт ҡыҙы (02.07.1951) — Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры ҡурсаҡсы-актёры, Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1980), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1999)[13][14].
- Сәғитова Гүзәл Борхан ҡыҙы (8.03.1936 - 4.07.2008) — Ҡыйғы районы Абзай ауылында тыуған. 1959 йылда Мәскәүҙә А. В. Луначарский исемендәге Театр сәнғәте дәүләт институтының махсус курстарында уҡый. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләп, 50 иҫтәлекле роль башҡара. Н. Асанбаев, Ә. Мирзаһитов, Х. Ибраһимов пьесаларын сәхнәләштереүҙә ҡатнаша[15].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ер-һыу атамалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауҙар:
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Абзай (Ҡыйғы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Д. 1506. Л. 107; Д. 13910. Л. 27. Ф. 138. Оп. 2. Д. 345,485. Ф. 172. Оп. 1. Д. 34. Л. 42.
- ↑ Абзай (Ҡыйғы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;2002F
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Галиев Радик Хурматович 2021 йыл 16 сентябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2017)
- ↑ Кто есть кто в РБ → Карточка персоны. Галиев Радик Хурматович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2017)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ғибәҙуллин Миңлетаһир Ғибәҙулла улы 2016 йыл 21 апрель архивланған.
- ↑ Универсальная энциклопедия «Башкортостан»: САФИНА Миндигаян Миндиахметовна 2013 йыл 14 декабрь архивланған.
- ↑ Государственное бюджетное учреждение культуры Смоленский областной театр кукол имени Д. Н. Светильникова 2013 йыл 13 декабрь архивланған.
- ↑ Сәғитова Г. Б. Ҡыйғы районы мәҙәниәт бүлеге
- ↑ Карта д. Абзаево. Улицы
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абзай (Ҡыйғы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Карта д. Абзаево. Улицы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
- Совет муниципальных образований Республики Башкортостан 2020 йыл 25 ноябрь архивланған..
- Абзаево (Уртаул) на портале «Генеалогия и Архивы» 2010 йыл 2 декабрь архивланған.
Был Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |