Эстәлеккә күсергә

Аҙбай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҙбай
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Эткүл районы
Карта

Аҙбай рус. АзбайРәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Эткүл районындағы күл.

Аҙбай күле Силәбе өлкәһе Эткүл районының Уй һәм Мейәс йылғалары араһында, Лебедевка ҡасабаһынан төньяҡ-көнбайышҡа 1,5 километрҙа урынлашҡан.

Екатеринбургтан төньяҡҡа Силәбегә китеп барышлай Эткүлде һәм Лебедевка тораҡ пунктын үтеп киткәндән һуң, Аҙбай күле. Екатеринбургҡа тиклем 320 км. Силәбенән 75 саҡрымда.

Географик координаттары: киңлеге — 54°41′36.72″N (54.693533), оҙонлоғо - 61°56′37.35″E (61.943709).

Яр буйындағы кеше йәшәгән урындар: Лебедевка, Лесной, Погудино ҡасабалары

Килгән халыҡ, палаткалар ҡороп, ҡырағай ял ойошторалар, ял итеү базалары юҡ [2]. Кәмәлә йәки ярҙан балыҡ тотоп ял итергә мөмкин.

Аҙбай күлендә алтын һәм көмөш карась, алабуға ҡарпый.

Ярҙары бик һөҙәк, һайлыҡлы, ташылдыҡ ҡомло.

  • Күлдең өҫкө йөҙө майҙаны 1,5/1,2 км
  • Максималь тәрәнлеге: 2,5м
  • Уртаса тәрәнлеге: 1,5-2 метр
  • Максималь оҙонлоғо һәм киңлеге (км): 1,7*1,5км
  • Һыуының үтә күренеүсәнлеге, сафлығы: төньяҡ һәм көнсығыш ярҙары һаҙлыҡлы.
  • Һыу сығанағы: атмосфера яуым-төшөмө иҫәбенә туҡлана.
  • Мейәс йылғаһына ағып төшә
  • Майҙаны: 1,8км [3]

Кәмә менән төшөр урындары бар. [4].

Ағаскүл һыуы тоҙ тәме итә, гидрокарбонатлы-хлоридлы-натрийлы типҡа инә.

Флораһы һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күл һаҙмырт, урыны менән ҡамышлыҡтар үҫә. Күлде ылымыҡтар, һаҙ үләндәре баҫып бара. Күл буйҙары урман-дала үҫемлектәренә бай, ҡайынлыҡтар уратып алған. Ярҙарында ҡыуаҡлыҡтар үҫә, ағаслыҡтар ярҙан кәмендә 100 метр алыҫлыҡта.

Күлдә табан балыҡ, алабуға, пелядь тереклек итә.

Күлдең атамаһы башҡорт телендәге «Аҡбай» йә «Аҙбай» антропонимдарынан килеп сыҡҡандыр. Аҡ — аҡ, саф, хаҡ, бай — әфәнде, бай, күренекле тигәнде аңлата. Аҙ — күп булмаһа ла, етерлек, артығы кәрәкмәй тигәнде аңлатҡан исемде лә ҡушыуы мөмкин башҡорт кешеһе. Беҙ бит барына шөкөр итеп йәшәгән халыҡ.

Гидронимдың урыҫса әйтелештә килеп сығышы тураһында Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә былай тип яҙа:

«Аз-Бай (Ак-Бай), озеро, деревня, Еткульский район. Искаженный вариант башкирского топонима Ак-бай, в основе которого тюркское мужское имя Акбай, где ак — „белый“, „чистый“, „праведный“, „душевный“, „счастливый“, бай — „господин“, „знатный“, „богатый“»[5][6].

Урыҫ телендә Аҙбайҙы Азбай тип яҙып йөрөтәләр.

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Реки-Озера/Рыбалка в Челябинской области/Озера Челябинской области/Азбай
  3. Реки-Озера/Рыбалка в Челябинской области/Озера Челябинской области/Азбай
  4. Озеро Агашкуль
  5. Шувалов Н. И. Шаблиш// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  6. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [1]
  • Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  • [ ]