Белексекүл (Арғаяш районы)
Белексекүл - рус. Белексикуль - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынындағы күл [1]
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гидроним башҡорт телендәге белек (белеү) һүҙенән барлыҡҡа килгән тип һанай Силәбе өлкәһе географы, топонимист Шувалов Николай Иванович.Ул үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә, "От распространенного в прошлом у башкир тюркского мужского имени Белексикул и Белекул, с основой белек — «знающий», «понимающий». Кул — типовая именная частица", тип яҙа[2][3]. Н.И. Шувалов йыш ҡына күл атамаларын "-ҡол" һүҙенә бөткән тип күрһәтә, йәғни, был осраҡта ла Белексеҡол һәм Белекҡол тигән ир-ат исемдәре менән бәйләй. Шуныһы бәхәсһеҙ - гидронимдың тәүге өлөшө "белеү, белеүсе" төшөнсәһенән килеп сыҡҡан. Белекҡол тигән исем менән бәйләүе өлкәләге йәнә Белеккүл тигән һыу ятҡылығы атамаһына ҡайтып ҡала. Уныһы Ҡыҙыл Армия районындағы (рус. Красноармейский район) күл.
"Башҡорт теленең һүҙлеге"ндә "Белек" һүҙенә ошондай 2 аңлатма бирелә:
- Белек - иҫк. ҡар. - Белем.
- Үҙ аңың менән белеп, аңлап эш итеү һәләте[4]
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Белексикуль
- ↑ Шувалов // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [1]
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 131-се бит/ Белек
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 131-се бит/ Белек