Задагүл
Задагүл | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Урын | Арғаяш районы |
Задагүл - рус. Зибикуль, Сибикуль - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынындағы күл.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт теленә "зада" һүҙе фарсы теленән килеп ингән һәм бик күп ҡушма яңғыҙлыҡ исемдәрҙең ҡушымтаһы булып торған. Зада тип кенә ҡушылған исемдәр ҙә булған. "Башҡорт исемдәре" китабында Зада исеменә ошондай аңлатма бирелә: Зада (фарсы) - ир бала;батша улы; аҡһөйәк;иң шәп, иң һәйбәт. Әйткәндәй, - зада ҡушымтаһы ҡатын-ҡыҙ исемдәрендә лә ҡулланылған - Гөлзада, Миңзада һ.б. [1]
Силәбе өлкәһенең төбәкте өйрәнеүсеһе Владимир Васильевич Поздеев был гидроним буйынса ошондай фараздар яҙған:
Варианты названия Зибикулъ, Зиди-Кулъ. Речь идёт о билингве: Зибикуль – Задакулъ Заде — «сын» в иранских (арийских) языках, составная часть многих имён в мусульманском мире; трактуется «прекрасный, лучший; царевич, потомок». Название произошло от персидского слова зиба — «красивый, прекрасный»; «приятный, милый, славный»; «украшенный, нарядный» + индоевропейский термин куль — «мокрый луг, сырое пастбище, водоём, пруд, озеро» = «Красивое Озеро» [2]
Күп йылдар өлкәнең топонимикаһы буйынса мәғлүмәттәр йыйған Силәбе тарихсыһы, төбәк белгесе Владимир Васильевич Пятков [3] Ул үҙенең «Топонимика Южного Урала» тигән китабында топонимик теҙмә килтерә: Задакулъ, Зада-Кулъ, Зибикуль, Зиби-Куль, Зидикулъ,Зиди-Кулъ [4]
Ҡәҙимге сығанаҡтарҙа ( XVIII быуаттан башлап) күлдең атамаһы Задакуль, Зидикуль тип телгә алынған [5]
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Задагүл Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынындағы Кузнецк ауылынан 6 км, төньяҡ-көнсығышында "Өйәлге" шифаханаһынан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Географик координаттары: киңлеге - 55°33′37″N (55.560184), оҙонлоғо - 60°37′6″E (60.618244)
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Уртаса тәрәнлеге: 1м
- Һыуының үтә күренеүсәнлеге, сафлығы: үтәҙеклеге уртаса.
- Төбө ләмле, шифалы батҡаҡлы.
- Максималь оҙонлоғо һәм киңлеге (км): 1*0,7 км
- Ағып сыға: сығанаҡтар юҡ, яуым-төшөмдән туйына [6]
Һыу ятҡылығы тектоник ҡуҙғалыуҙар һөҙөмтәһендә хасил булған соҡорҙа барлыҡҡа килгән.Яр һыҙатланышы түңәрәк.
Төньяҡ яры ташлы, текә; көньяғы тәбәшәк һәм һаҙмырт [7]
Төбөндәге шифалы батҡаҡты "Өйәлге" шифаханаһы дауалау процесында ҡуллана[8]
Флораһы һәм фаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һаҙлыҡлы урындарындағы түңгәктәрендә ҡыҙыл көртмәле үҫә. Бар яғынан да ҡатнаш урмандар менән уратып алынған. Ҡарағай һәм ҡайын урмандары ҡатнашып үҫә Унда бәшмәк күп була[9] .
Яр буйҙарын ҡамыш менән екән уратып алған, һыу өҫтөн тәлмәрйен тәңкәһе ҡаплай.
Күлдә табан балыҡ тереклек итә[10].
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 45-се бит
- ↑ Поздеев, В. В. Топонимика Южного Урала: историко-топонимический словарь / В. В. Поздеев. – Челябинск: Край Ра, 2013. – 399 с.; 21 см. - Библиогр.: с. 388-394.
- ↑ Владимир Васильевич Пятков
- ↑ Поздеев, Владимир Васильевич (1936-2011). Топонимика Южного Урала : историко-топонимический словарь / В. В. Поздеев. - Челябинск : Край Ра, 2013. - 399 с.; 21 см.; ISBN 978-5-905251-38-2
- ↑ Зибикуль, Сибикуль
- ↑ Зибикуль (Сибикуль)
- ↑ Зибикуль, Сибикуль
- ↑ Зибикуль (Сибикуль)
- ↑ Зибикуль, Сибикуль
- ↑ Озеро Зибикуль
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 45-се бит
- Озеро Зибикуль
- [Зибикуль, Сибикуль
- http://reki-ozera.ru/rybalka_v_chelyabinskoy_obl/ozera/110110-zibikul-(sibikul).html ЗИБИКУЛЬ (СИБИКУЛЬ)]
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Озеро Зибикуль 2017 йыл 16 сентябрь архивланған.