Эстәлеккә күсергә

Илмәш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Илмәш тоҡомдары битенән йүнәлтелде)
Илмәш
Тыуған көнө

1740({{padleft:1740|4|0}})

Тыуған урыны

Нуғай даруғаһы, Ҡатай улусы Минйәк?

Вафат булған көнө

билдәһеҙ

Вафат булған урыны

Илмәш ауылы


Файл:Шэжэрэ рода Ильмяш, Белорецкий район.jpg
Илмәш тоҡомдарынан Ғилман Ситдиҡов шәжәрәһе

Илмәш (1740 — ?) — башҡорт старшинаһы.

Башҡортостан Республикаһы Белорет районының Татлы ауылына нигеҙ һалған кеше, ырыуы — ҡатай. Ауыл башта уның исеме менән аталып йөрөгән, шунан рәсми документтарға Татлы тип ингән. Хәҙер Межгорье ҡалаһының биҫтәһе.

Ямантау — Илмәш тоҡомдары төйәкләнгән ер

Старшина һәм староста

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Илмәш үҙе, уның тыуаһы Һарун ауылдарында шул саҡтағы урындағы хакимиәт етәкселәре: тәүгеһе — старшина, икенсеһе староста булған. Старшина, старосталар быуын-быуын уның тоҡомдары булғандыр, әммә исеме асыҡ ҡына итеп хәтерҙә ҡалғаны - тап шул Һарун.

Рәсәй империяһында 1861 йылда ҡабул ителгән закондар буйынса ауылда йәшәүселәр ауыл йәмәғәте тип атала башлай. Уларҙың һайланма үҙидара органдары булған: волость старшинаһы, староста һәм ауыл старшинаһы.

Ауыл старшинаһы рәсми вәкил булмаған, ул йәмәғәттең дөйөм хужалыҡ һәм рухи тормошона бәйле мәсьәләләрҙе хәл иткән

Ауыл ста́ростаһы — Рәсәй империяһында ауыл хакимиәтендәге иң түбән иерархия, ауыл йәмәғәте һайлап ҡуя торған берәмек. Староста — рәсми вәкил, ауыл йәмәғәтенең дөйөм йыйылышында (сходта) һайланған, ошонда уҡ уға йыллыҡ эш хаҡы ла билдәләнгән. Ул волость старшинаһының барлыҡ ҡушҡанын үтәгән, үҙ биләмәһендәге эштәре, бурыстары бихисап булған. Ул межаларҙың боҙолмауын, юлдарҙың, күперҙәрҙең төҙөклөгөн күҙәткән. Иғәнә йыйыу, килешеүҙәрҙең үтәлешен тикшереү, ғәскәри хеҙмәткә ебәреү, йәмәғәт урындарында тәртип булдырыу ҙа уның елкәһендә булған. Шулай уҡ ҡасҡындарҙы, документһыҙ кешеләрҙе тотоу ҙа уның бурысына ингән. Төрлө ғәрәсәттәр, тәбиғәт бәләләре, эпидемиялар килеп сыҡҡанда ла эште ойошторорға тейеш булған[1].

Ауылдарҙың тар-мар ителеүе, күсенеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Риүәйәттәрҙә бәйән ителеүенсә,Нуғай даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттарынан Илмәш заты борон Оло Инйәргә яҡын Минйәк тигән ерҙә көн иткән. Төрлө эштәр башҡарғанда һаман әле табылып торған йорт-ҡаралты,һауыт-һаба ҡалдыҡтары быны раҫлай. Иҫке ҡәберлек тә һаҡланған.

Төбәктә тау сәнәғәте үҫә барған шарттарҙа башҡорттар үҙ ерҙәренән ҡыуыла, ауылдары юҡҡа сыға. Инйәр буйында урынлашҡан, ҡаршылыҡ күрһәткән 13 ауыл яндырыла.

Минйәктәр ҙә ошондай уҡ яҙмышҡа дусар була. Улар, бүленеп, яңы урындарға китергә мәжбүр булған — бер өлөшө хәҙерге Беҙәк-Әхмәр [2] яғына, Ҡаҙмаш буйындағы Айыс ауылына киткән. Бер өлөшө Тоҡанбаш, Хәбир, Балаянған йылғалары Бағыраштыға ҡойған урынға килеп урынлашҡан, ошонда ауыл һалған. Шулай итеп Илмәш (Татлы) ауылы барлыҡҡа килгән.

Һөйләүҙәренсә, ҡор башы Илмәш ҡарт эҙәрлекләүҙәрҙән ҡасып, бөтөнләй хәлдән тайған кешеләрҙе тау башында туҡтатып, артабан нисек йәшәргә, тип кәңәш ҡора. Бер елле дүнәнде һуйып, зимләмирҙәрҙе саҡырып һыйлайҙар һәм шул урында тороп ҡалырға рөхсәт алалар. Шул тауҙы Дүнәнһуйған тип атайҙар, урыҫтар иһә уны Юша тип йөрөтә[3].

Ауыл өҫтөнән тарих ғәрәсәттәре үтә тора, сөнки төбәкте үҙләштереү, буйһондороу ҡырағай алымдар менән бара.

1740 йылда был яҡтарҙа Салауат Юлаевтың өсөнсө быуын олатаһы Аҡай Ҡамаҡаев кешеләре ҡаршылыҡ күрһәтә. Завод хужалары кешеләре урманды, тауҙарҙы тикшерәләр. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы мәсхәрәләйҙәр, бала-саға, ололарҙы үлтерәләр, осраған ауылдарҙы яндыралар, малдарын тартып алалар, хужаларын ҡулға алалар. Кублицкий, Тарбеев командаһы Аҡай отрядын 1740 йылдың 22 июнендә ҡыра (Ғ. Хөсәйенов. «Пугачев фельдмаршалы», 268-се бит).

Ә. Әсфәндиәровтың «Башҡортостан ауылдары тарихы» китабында яҙылғанса, 1795 йылда Татлыла 19 өйҙә 66 ир, 61 ҡатын-ҡыҙ; 1859 йылда 30 йортта 219 кеше; 1920 йылда 47 йортта 233 кеше йәшәй. 30 йортта 150 ат, 100 һыйыр, 79 һарыҡ, 30 кәзә тоталар. 1900 йылда — 220 кеше; 1920 — 233; 1939 — 287; 1959 — 316; 1989 — 662 кеше[4].

Илмәш ауылы эргәһендә Бирҙеғол, Ғәҙелша, Әрипҡол ауылдары барлыҡҡа килә, улар Илмәш ҡарт тоҡомдары тип һанала[5]

Әүжән -Үҙән яҡтарынан күсеп килгән урыҫтар Татлы тирәһендәге биләмәләргә ултыра башлай: Лапышты ауылы барлыҡҡа килә, завод төҙөлә. Горбатов, Дубинин утарҙары (һуңғыһы — хәҙер ауыл), Үрге Мәнәү, Түбәнге Мәнәү, Бағырашты утарҙары барлыҡҡа килә. Тар колеялы тимер юлы һалына, Юша, Бағырашты станциялары (1926 йыл), һыуалғыстар, казармалар төҙөлә. Ауыл халҡына ҡараған урмандар, көтөүлектәр, бигерәк тә сабынлыҡтар яйлап ҡына улар ҡулына күсә бара. Бигерәк тә Бағырашты, Ҡорғоҙо буйҙарына үтеп ингәндәр[6]

1933 йылға тиклем ауыл кешеләре мал, солоҡ тотоу, ағас ҡырҡыу, ҡыуғын, һалабаш етештереү, арҡан ишеү, завод өсөн ағас күмере яндырыу, тимер рудаһы ташыу менән көн күргәндәр. Йәйҙәрен йәйләүгә сыҡҡандар.

Ауыл ир-егеттәре 1812 йылғы Ватан һуғышында, рус-япон, Беренсе донъя, граждандар һуғышында, 1941—1945 йылғы Бөйөк Ватан яуында ҡатнашҡан.

Илмәш ҡарттың тоҡомдарынан Юлмөхәмәттең улы — Әбделмәжит, уның уландары Бирҙеғол, Ғәҙелша һәм Әрипҡол ауыл нигеҙләп башҡа сыҡҡандар ҙа инде.

Әбделмәжит Юлмөхәмәт улы баһадир кәүҙәле, хатта бер үҙе айыу алған кеше тигән хәтирәләр ҡалған. Ул 1812 йылда һуғышҡа киткән, «һуғышта һигеҙ ат алмаштырып, тере ҡайтҡан», — тип хәтерләгән уны ауылдаштары[7]

Әбделмәжиттең кинйә улы Әхмәт — мулла, тирә-яҡта атаҡлы Татлы мәсетенең аҙансыһы булған. Ауыр аҡыллы, зирәклеге менән абруй яулаған. Уның хаҡында хатта йыр сығарылған булған:

Илмәш тә генә кеүек ил ҡайҙа,

Әхмәт мулла кеүек тә ир ҡайҙа,

Әхмәт мулла кеүек һүҙ һөйләргә

Әхмәт мулла кеүек тә тел ҡайҙа

[8]

Әхмәт мулланың дүртме, бишме ҡатыны булған. Береһе үлеп ҡалған.

Әхмәт мулланың Шөғәйеп, Таҡый, Афтәх, Һарун, Әхтәм, Абдрахман тигән улдары булған.

Егерменсе быуатта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әхмәт мулланың Абдрахман тигән улы, олатаһы Ғәбделмәжит кеүек үк, баһадир кәүҙәле, бик эшсән кеше булған. Ул ваҡытта ғәскәр хеҙмәтенә егерме дүрт йәштән алһалар ҙа, Абдрахман ун һигеҙ йәшенән үк һалдат хеҙмәтенә киткән. Ул рус-япон һуғышында, Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан, граждандар һуғышында һәләк булған. Уның орден-миҙалдары күп ине тип хәтерләйҙәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фотоһы һаҡланмаған.

Һуғыштарҙа ҡатнашҡан арала ғаилә ҡороп, ете балаға ғүмер биргән. Уларҙан милләткә билдәле шәхестәр булғаны, тәрбиәләп үҫтергәне икәү: Әбделғәфәр тигән улы 1912 йылда тыуған, уның улы Фәрит Әхмәтов — профессиональ ғәскәри, ике китап һәм бер нисә күләмле иҫтәлек авторы.

Йәнә береһе — Абдрахманов Барый Абдрахман улы (28 декабрь 1916 — 1 апрель 1996) — совет дәүләт һәм партия эшмәкәре. 1967—1978 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы секретары. СССР Юғары Советының алтынсы саҡырылыш депутаты, КПСС-тың ХХII съезы делегаты. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.

Барый Абдрахмановтың улы ла танылған шәхес. Абдрахманов Илдус Барый улы — ғалим, химик. Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһы академигы, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Барый Абдрахмановтың улы Зөфәр йәшләй вафат булып ҡала. Уның улы Азамат Моратов (Абдрахманов) иһә — билдәле тележурналист һәм спорт телекомментаторы.

Әхмәт мулланың Һарун тигән улы тармағы ла ишле. Ул да бик тәрән аҡыллы, абруйлы, эшмәкәр кеше булған. Белореттан йыраҡ түгел Шушпа тигән ауылда йәшәгәндә, Татлы ауылы кешеләре уны үҙҙәренә староста[9] итеп һайлап, саҡырып алғандар.

Һарундың ҡыҙы Сәфәрбикә Ситдиҡованың улдары Ғәзиз, Ғилман һәм Сәлимйән [11] 2016 йыл 28 ноябрь архивланған., ҡыҙы Сәлиха — хеҙмәттәрендә уңыштар ҡаҙанып, юғары исемдәр, маҡтаулы бүләктәр алған шәхестәр.

Илмәш ҡарттың ишле тоҡомдарының береһе шулай уҡ — Ғәйзуллин Рәмил Мәүлит улы (25 сентябрь 1961 йыл) — музыкант, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003).

Музыкант, «Елмерҙәк» этно-рок төркөмөнән Әүбәкиров Вилмир Искәнйәр улы[10]

Илмәш тоҡомон дауам иттереүсе килендәрҙән — яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова.

Илмәштең Бирҙеғолға киткән тоҡомонан — Хажин Вәкил Исмәғил улы, педагогия фәндәре кандидаты, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы[11]

Шул уҡ тармаҡтан: Алтынбаев Рәнис Рәйес улыБашҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары, композитор, музыкант[12]

Бирҙеғол тармағынан: Ситдиҡова Зәлифә Төлкөбай ҡыҙы — Башҡортостан Рсепубликаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы[13]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Межгорьеның Татлы биҫтәһендәге мәсеткә "Илмәш" исеме бирелгән
  • Межгорьела 2004 йылдан "Илмәш" тигән үҙешмәкәр ансамбль эшләп килә [16]
  • Ф. Ахметов. Наши погоны. — Уфа, «Китап», 2009. — 10 с.
  • З. Моталлапов «Ауылым — тыуған төйәгем Татлы» -«Урал» , 1997 йыл, ғинуар- февраль
  • Зәкиә Фәтҡелисламова.Ҡарурманлы төбәктә — «Ағиҙел»[12]
  • Д. Тәлғәтова. Тауҙарҙағы тынлыҡты тыңлап - "Башҡортостан", 2016, 5 ғинуар[13] 2017 йыл 1 март архивланған..
  • Татлы. - Башкирская энциклопедия [14](недоступная ссылка)
  1. Община в XVIII — начале XIX вв [1]
  2. Бзяк-Ахмерово[2]
  3. Зәкиә Фәтҡелисламова.Ҡарурманлы төбәктә — «Ағиҙел»[3]
  4. Татлы. - Башкирская энциклопедия [4](недоступная ссылка)
  5. Ф. Ахметов. Наши погоны. — Уфа, «Китап», 2009. — 10 с.
  6. З. Моталлапов «Ауылым — тыуған төйәгем Татлы» -«Урал» , 1997 йыл, ғинуар- февраль.
  7. Ф. Ахметов. Наши погоны. — Уфа, «Китап», 2009. — 10 с.
  8. Ф. Ахметов. Наши погоны. — Уфа, «Китап», 2009. — 10 с.
  9. Сельский староста[5]
  10. Аубакиров Вильмир Исканьярович [6](недоступная ссылка)
  11. Башкирская энциклопедия [7] 2019 йыл 24 декабрь архивланған..
  12. Башкортостан [8](недоступная ссылка).
  13. Доска Почета тружеников России[9] 2018 йыл 26 июль архивланған.
  14. ООО «Уфаэнергоучет» [ https://synapsenet.ru/searchorganization/organization/1050204260160-ooo-ufaenergouchet]
  15. МВФ-тың Хәрби Диңгеҙ Флоты Баш Командованиеһы ҡарары, № 50 , 26 февраль,1966
  16. «Илмәш» ансамбленә – 10 йыл [10] 2018 йыл 22 июль архивланған.