Йөйәк
Ауыл | |
Йөйәк Йөйәк | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Йөйәк (рус. Зуяково) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 849 кеше[1]. Почта индексы — 453564, ОКАТО коды — 80211817001.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Риүәйәт буйынса ауылға Ҡолман тархандың улдарының береһе нигеҙ һала. Ҡолман тархан 1718 йылда батша Пётр I Указы буйынса Ҡатай улусы ерҙәренең сиктәрен аныҡлаған грамота ала («владенная выпись»). Әммә ауыл был ваҡиғанан күпкә алда булыуы мөмкинлеген ҡатайҙар менән ҡумрыҡтар араһындағы бәхәс делолары асыҡлай. Ҡатай яғынан Ҡолман был ерҙәрҙә улар бик борондан йәшәүҙәрен, ә ҡумырыҡтар яғынан Һәүәләй Аҡҡужин бәхәсле ерҙе ике йөҙ йылдан артыҡ биләүҙәрен әйтә. Йөйәк күршеһе Ғәбдөк ауылы боронғо бер картала Кулманово тип теркәлгән. Ошоларҙан сығып ауылдар күпкә алдараҡ барлыҡҡа килгән, тип фаразларға була. Рәсми сығанаҡтарҙа беренсе тапҡыр 1759 йылда иҫкә алына. Был йылда ауылдың ике кешеһе — Аяз Тоғумаев һәм Сәфәр Ҡасҡаев башҡа ҡатай ауылдары халҡының 159 кешеһе иҫәбендә сауҙагәр Матвееевҡа Инйәр буйындағы аҫаба ерҙәрен 8 йылға ҡуртымға (аренда) биреү купчийына ҡул ҡуя.
Аралар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Инйәр ҡатайҙарының иң ҙур араларынан Туғанаш араһы XIX быуаттың беренсе яртыһына тиклем ауылда берҙән-бер ара була. Туғанаш атамаһы районда ныҡ таралған — Туғанаш ятыуы, тауы, Сәфәрғол ауылының икенсе исеме, Арышпар ауылы янындағы бер утар исеме, Собханғол ауылы янында бер йылға исеме, Үрге, Урта, Түбәнге Туғанаш утарҙары[2].
XIX быуаттың беренсе яртыһында Туғанаш араһынан Һибәтис, Һәйетбай, Мәнтәй, Күскенсе аралары айырылып сыға, ҡайһы берҙәре ҡушамат булараҡ та йәбешкән. Мәҫәлән, Исмәғилов Ибраһим раҫлауынса, буғашай тигән атама был нәҫелдең үҙ-һүҙле, ныҡыш булыуҙарына ҡарата бирелгән(«б…ғын ашаһа ашар, әммә үҙ һүҙен бирмәй улар», тиҙәр уларға ҡарата). Ә уға тиклемге араны Ибраһим бабай «Ниңә, шул элекке атама -Туғанаш булған, әлбиттә!»-тип яуаплай. Атауллин Хөснөтдин, Солтанов Әхмәҙғәле, Йәһүҙин Бәйтулла, Фәтиха Ғәрифуллиналар ауылда борон Туғанаш араһы булыуын яҙҙырҙылар.
Атамалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Йөйәк йылғаһы буйында дүрт урында булып, әлеге урында Һибәтулла Ҡолбаев 1833 йылда күсеп ултырғас барлыҡка килгән. Элекке урындарҙа Үрғышлау (Үрге ҡышлау), Арғышлау (Араҡышлау), Иҫке ауыл, Түбәнге ауыл атамалары тороп ҡалған. Һибәтулла Ҡолбаев турһында сығарылған йыр ҙа бар ине. Олоялан тигән урында Изгеләр зыяраты (Яҡшылар зыяраты тип тә йөрөтәләр) бар. Унда бөтә Ҡатай еренән күренекле кешеләрҙе килтереп ҡуйғандар. Тик унда ҡәбер таштары ла, башҡа билдәләр ҙә беленеп бармай, серлелеге менән айырыла был урын. Риүәйәт буйынса, бында ҡасандыр бик күренекле кешене ҡуйғандар, аҙаҡтан уның янына Ҡатай иленән кемде «яҡшылар» иҫәбенә индергәндәр — шуларҙы килтереп ҡуйғандар[3].
Рәүиз мәғлүмәттәренән
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ауылда 179 кеше 42 хужалыҡта йәшәй, 1834 йылғы рәүиз 162 ир кеше, 118 ҡатын кешене теркәй.1859 йылғы рәүиз 135 ир кешене, 134 ҡатын кешене теркәй. 1924 йылғы Уҫманғәле улусы буйынса төҙөлгән ведомостә ауылда 205 ир кеше, 219 ҡатын ҡыҙ теркәлә, 1961 йылда ауылда 839 кеше йәшәй, ә 2006 йылдың 1 ғинуарында — 914 кеше (257 хужалыҡ). Ауылдың халҡы башҡорттар, егерменсе быуат башында ауылға бер нисә татар һәм урыҫ ғаиләһе килеп нигеҙләнә. Әлеге көндә лә уларҙың нәҫелдәре, Белорет — Шишмә тимер юлы төҙөлөшө осоронда килгән ғаиләләрҙең бер нисәһе ауылда йәшәйҙәр. Балалары башҡорт мәктәбендә уҡый, башҡорт телендә иркен аралаша[4].(И.138, оп.2, д.556, д.695,763а).
Ауылда этнографик тикшеренеүҙәр менән С.Руденко, Л.Берхгольц, Д.Никольский, егерменсе быуаттың егерменсе йылдарында Дмитриев етәкселегендәге этнографик экспедиция подотряды була. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Н. В. Бикбулатов, М. Муллағолов,Р.Б. Әхмәҙиев, Ә. Сөләймәнов, Р. Солтангәрәева һ.б. ауылда тикшеренеү эштәре менән булып китәләр.
Музей
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылдың тарихы краевед Р. Шәйбәков материалдарында киң яҡтыртыла. Ауыл мәктәбендә уның тарафынан бик бай музей булдырылған. Музей Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы музейҙары иҫәбенә кергән[5]..
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл исеме шул исемдәге йылғанан алынған. Ауыл ун туғыҙынсы быуаттың утыҙынсы йылдарына тиклем Йөйәк йылғаһы буйлап дүрт урында теркәлә, әлеге урында ауыл Генерал-губернатор Перовскийҙың утарҙарҙа йәшәүҙе тыйған указынан һуң ойошҡан.[6]
Йылға исеме «Йөй» һүҙенән барлыҡҡа килгән, тигән вариантты Атауллин Хөснөтдин бабай яҙҙырҙы. Башҡорт халҡы йылғаларға исемде йыш ҡына уның сифаты буйынса ҡушҡан. Бабай раҫлауынса Йөйәк йылғаһы яҙ көнө ярҙарынан сығып ярҙы ашап икенсе ерҙән аға, ә элекке йырҙа үлән баҫып бөтөп ерҙә «йөй»ҙәр ҡалдыра. Ауыл янындағы Аҡтау башынан йылға тамағына табан ҡараһаң яландар шундай «йөйҙәр» менән сыбарланған.
Йөйәк һөйәктән барлыҡҡа килгән, йылғаға ҡорбан итеп салған малдың һөйәген ташлағандар тигән вариант бар(Исмәғилов Сафа).
Тағы бер фаразды Гүзәл Ситдиҡова бирә. Монгол телендә «зөөг» һүҙе — «һыуыҡ» тигәнде аңлата, ә «з» менән «й» телдә бер-береһен алмаштырып килеүсән, шуға күрә был вариант та урынлы булыуы ихтимал, ти ул.
Ауыл халҡы башлыса тәүге вариантты иң дөрөҫө тип иҫәпләй. Тик атамалар тамыры төптәрәк яталыр. Йөйәк-Йайыҡ-Эйек исемдәре оҡшашлығынан сығып уның исеме төрки телдәрҙә ҡулланылған «йәйек» йылға тигән мәғәнәлә ҡарарға ла булыр ине, тик Йөйәк йылғаһы бик киң түгел. Боронғо төрки телдәрҙә ыдук//ыйык «изге» йылға тигәнде аңлатыуын иҫәпкә алып ошо вариант та иғтибарға лайыҡ, тиергә була лыр. Эҙләнеүҙәрҙе ошо йүнәлештә лә алып барырға кәрәктер[7].
Ә нисек «Йөйәк» "Зөйәк"кә әүерелгән һуң? Был урыҫсаға тәржемәнең кире башҡортсаға калькаланыуынан килеп сыҡҡандыр. Ун һигеҙенсе- ун туғыҙынсы быуат урыҫ документтарында ауыл Зюяково тип яҙыла, төркисәнән урыҫсаға бер тәржемәлә Юяково варианты бар. Тимәк, ауыл исеме урыҫсаға Юяково-Зюяково тип ауҙарылған, һуңғараҡ урыҫ теленә тағы ла яраҡлаштырылып Зуяковоға әйләнгән. Йылға исеменән алынғас ауыл исеме уға «-ово» ҡойроғо тағылырға тейеш түгел, ул Зуяк ҡына булырға тейеш. Билдәле крайҙы өйрәнеүсе М. Ф. Чурко (утыҙынсы йылдарҙа репрессиялана) яҙмаларында ауыл тик Зуяк формаһында яҙыла. Ауылдың ике төрлө атап йөрөтөлөүе совет власы урынлашҡас барлыҡҡа килгән (өлкән быуын тик Йөйәк формаһын ҡулланды)[8].[9]
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[10] | 2009[10] | 2010[11] |
858 | ↗989 | ↘849 |
- Милли состав
95 % халҡы — башҡорттар
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 150 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Зуяково): 1 км
Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Инйәр йылғаһының ике яҡ ярына урынлашҡан. Ауылдан өҫтә Инйәргә Бирйән йылғаһы (алты саҡрымда), Манажы (өс саҡрымда) Инйәрҙең уң яғына, Һилеғорғо йылғаһы (бер саҡрымда) йылғаһы һул яғына ҡоя.
Инйәрҙең һул яҡ ярындағы Асыу һырты, Берештамаҡ яғына Асыу йылғаһы аға. Асыу һырты Береш башына тоташа. Асыу һыртына тоташмай ғына пирамидаға оҡшаған Ҡаратау айырылып тора. Атамаһы ҡарайып күренгән ылыҫлы ағастар арҡаһында бирелгән. Көртмәле күп була, халыҡ мүген ала. Ҡаратау төбөндә Инйәргә Һилеғорғо йылғаһы ҡоя. Атама "һил-тыныс, һиле(урын) һәм ғорғо(ҡурғы, йә үҙән) һүҙҙәренән барлыҡҡа килгәндер. Йылға үҙәне, ысынлап та, тыныс, керер урыны тар, ҡыҫыҡ булһа ла, эстәрәк тотош бер ғәскәр кереп йәшенерлек ерҙәре бар. Йылға башынан тиҙ генә төрлө яҡтарға барып етерлек юлдар саты - Береш башы, Елмерҙәк һырты,һәм башҡалар. Бынан элгәре Инйәргә туранан йоморо юл булған.Йылға тамағында бәләкәй генә шарлауыҡ бар,халыҡ уны яратып Гөрләүек тип йөрөтә. Был урын һәм бейек, ҡыҙыл мәтеле, ҡыҙғылт ташлы Ҡыҙылъяр туристарҙы иң йәлеп иткән урын.
Сутый тигән тау бар. Лесничествоға ҡараған йөҙөнсө кварталда ятҡан өсөн ҡушылған. Бынан Елмерҙәк һырты башлана. Яңауылда( алтмышынсы йылдарҙа барлыҡҡа килгән ауыл урамы, хәҙер Бабич урамы) Ташлыйылға шишмәһе ҡоя. Ташлыйылға Мәсе төбөнән (Сутыйҙың ҡараңғы ҡояш төшмәгән урыны) ағып сыға. Ҡыҫҡа үҙәк Ҡаршы тауҙы икегә бүлә (үҙәк тип тә әйтерлеге юҡ, тауҙың уйпатыраҡ урыны). Арыраҡ Оҙонуй (уй-үҙәк тигәнде аңлата) үҙәге, тауы. Арыраҡ Ҡолоҡай үҙәге, унан Аҡтау (Аҡтау иртәнге сәғәттә ап-аҡ булып күренеп ята, ә Ҡаратау киске эңерҙә бигерәк ҡарайып күренә). Аҡтау, Оҙонуй, Ташлыйылға тауҙары Оҙонуй йылғаһы башында Мәсе(мәс-ҡороған һыу) төбөндә тоташып Елмерҙәк Һыртының биләнен башлайҙар. Ары Йөйәк йылғаһына ҡойған йылғалар китә (Ағуй, Ҡаршылма(ҡар шылмалы тау), Ҡайынтүш, Һыуыҡйылға, Машай, Тирҫүңер(тауҙың төньяҡ битендәге -тирҫтәге үңере), Көҙгөйорт һ.б. былары ошондай йылғалар ағып төшкән үҙәндәр, шул исемдәге тауҙар.
Бирйән йылғаһы Бирйән һыртынан ағып сыға. Манажы йылғаһы Инйәргә уң яҡтан ҡоя, ауылға өс саҡрым.
Ырыҫҡол тауы(Ырыҫҡол бейеге). Салауат Юлаев көрәштәше Ырыҫҡолдо дошмандар ҡамап тотам тигәндә ҡаянан аты менән Туғанаш ятыуына һикереп(ул ҡая Ғәбдөк ауылынан аҫтараҡ, уны тимер юл тоннеле тишеп үтә) ҡаса, Инйәр буйлап килеп Манажы(тау йылғаһы мәғәнәһендә) тамағынан әле Ырыҫҡол бейеге тип йөрөтөлгән тауға менеп Бирйән һыртынан юл яҙҙырған. Манажы тамағынан аҫтараҡ Салауат тобаһында(тоба -ятыуҙың ярға инеп торған ере, ҡултығы) Салауат атын йөҙҙөргән, ти риүәйәт.
Ауылға тиклем шаршылар, ятыуҙар. Бирйән шаршыһы иң ҡаты, иң ҡурҡынысы(йәнеңде ус төбөндә тотоп ҡычна килерлек ҡурҡыныс). Яҙ көндәре туристар батҡылай. Аҫтараҡ Ҡара шаршы, оҙон ғына. Шунан Манажы тобаһы. Манажы шаршыһы,уға тоташып тиерлек Ҡотһоҙ шаршы(бик хәүефле, һалсылар өсөн ҡурҡыныс таштары күп).Аҫтараҡ Салауат тобаһы. Ҡобәғәт ятыуы, Ҡөбәғәт аралы, Ҡөбәғәт шаршыһы, шунан иң тәрән ятыуҙарҙың береһе- Һилеғорғо ятыуы. Ятыуҙан аҫта Көҫәш шаршыһы, ул шаршы башланған ерҙә Татар тобаһы(бер татар бабайы мурҙа һалған).Көҫәш шаршыһынан ағын һыу ауыл шаршыһына тоташа. Шунан Таш төбө тигән ҡая. Башҡортостандың ҡыҫҡаса энциклопедияһында был ҡаяларҙы кембрий ултырмалары тиелгән.Уң яҡта ауыл тапҡырындағы тау Ҡымыҙлыҡ һырты, ул Инйәр буйлап өҫтә Манажы һыртына тоташа.Ҡымыҙлыҡ һырты ауыл осондағы Өкө тауына көнбайышта тоташа. Был тауҙа оҙаҡ бер ҡарт өкө йәшәгән тигән аңлатма ышандырып етмәй, Тау үҙе өкө башына оҡшап торғаны өсөн шулай ҡушылғандыр. Йөйәк йылғаһы буйынан тауға ҡараһаң өкө башы төҫмөрләнә. Был бигерәк көҙ, ҡыш айҙарында ҡар яуғас асыҡ күренә. Ауыл ятыуы оҙон ғына, Ауыл аралы бик матур, шыршылар үҫә, матур ғына яланы бар, элегерәк уға тоташа биреп Ҡарағат аралы була торған ине, тимер юл һалған саҡта ташын алдылар, хәҙер юҡ. Өс арал -ауыл аралы, Ҡарағат аралы, Зыярат аралы була торған ине, хәҙер тәбиғәт яңынан үҙенекен итә - аралдар барлыҡҡа килә башланы.
Артабан Инйәргә ҡойған Ҡун йылғаһы буйы атамалары китә. Өкө тауы Боланатҡан һырты менән тоташа, ары Боҫтапал(томан-боҫ ятҡан), Сатлыҡ башы -унан Һынташҡа Бирйәндең көнбайыш битенән барып етергә күп ҡалмай(Ҡойоло яланды үткәс һыртҡа етәһең, унда боронғо топографик маяҡ,унан күп тә бармайһың Һынташ күренә.
Ҡун йылғаһы буйлап өҫкә барһаң Аллаһыяр(тауы ла бар), Шәкрембәт(был яландан Ғәбдөктәрҙең йәйләүе Ташлуйға юл китә-шул исемдәге кешенән исеме),Әсәт, Ишәт, Бейембәт(өсөһө лә антропоним, каеше эшмәкәрлегенә бәйле был микротопонимик атамалар), Оло ялан, Сатлыҡ һәм башҡа яландар (Күрән ялан, Ҡужалы). Ҡун башына тиклем халыҡтың сабынлыҡтары. Күбеһенә кем сапҡан борон — шуның исеме ҡушылғаны аңлашылып тора. Рәүиз материалдарында был исемле кешеләр осрай(уларҙың нәҫелдәре һаман да саба ҡайһы бер сабынды, мәҫәлән, Әсәт сабыны).
Ҡун тамағына әйләнеп ҡайтайыҡ. Унан аҫҡа уң яҡлап Оҙонташ тауы(яҫы таштар нигеҙгә шул тауҙан алына),Яҙлау,Кәзәташ(уныһы инде Ғәбдөк ауылы осонда).
Инде Инйәрҙең һул яғынан ауылға урап ҡайтайыҡ.Сәтәй аралы, ятыуы аша сығып Һуҡаяш тамағына бараһың. Һуҡаяш тамағынан был йылға буйлап Аҡбеләк һыртына(унан Ырау башына юл китә) етәһең, Аҡбеләктән йөйәктәрҙең йәйләүе Арҡайортҡа барып етеп була.Унан Байларҡунған һырты. Һуҡаяш тамағынан һуң Атүлгән кисеүен үтеп Инйәр буйлап Энекәй яланына(шаршы ла бар,элек Энекәй аралы ла була торғайны, хәҙер аралдың уң яғы күл булып ҡалды, сөнки тимер юлы аралдан үтте)етәбеҙ, унан Ҡарағай яры(Түбәнкаул һырты Инйәргә терәлгән ере)аҫты, ары Ҡолбай ҡылыһы(старица), тағы уң яҡ ярҙағы Пристань тапҡыры, был ерҙе лә Пристань тиҙәр(был урында Француз заводы, рәсми исеме Ләмәз заводы өсөн суйын ағыҙыуға тәғәйенләнгән баркалар яһағандар). Ауылға яҡын ауыл зыяраты. Йөйәк йылғаһын аша сыҡһаң Зарник тигән ер(Француз заводы контораһы туғын бөгә торған мастерской төҙөткән - халыҡ парникты-туғынды ҡаҙанда парлап бешерә торған урынды зарник тип үҙгәрткән. Ауыл уртаһында ла борон Колотов исемле урман промышленнигының туғын бөгөү мастерскойы булған, туғын бешерә торған ҡаҙаны яр буйында ятты, тик кемдер бер-нисә йыл элек төндә металға оҙатты ул ҡомартҡыны).
Йөйәктең һул ярынан Соңҡоруй яланы, үҙәге, Мерәҫ үҙәге, Ҡоҙашман яланы, Ары — Түбәнкаул яланы(бында Иҫкауылдан Һибәтулла Ҡолбаев туған-тумасаһы менән күсеп ултырған. Аҙаҡ тағы ла икенсе ергә, Инйәр буйына Таш төбөнә күсенгән. Ауылға яңы урында нигеҙҙе ул һалған). Йөйәк йылғаһына яҡын Балыҡҡаҡлаған яланы, ары Тиҙәктүккән яланы, йылғаһы, ары Бәҙоҡ йылғаһы(йылға буйында Бәҙеғөтдинде граждандар һуғышынан һуң кәзә урлаған, тип атып киткәндәр, шунда күмелгән). Ары Иҫкауыл. Борон төп, мәсетле ауыл ошонда булған. Унан тауға Арҡайорт йәйләүенә барып булған Күс юлы китә (ул юл башланған үрҙе Түш, тип йөрөтәләр). Ары Йөйәк буйлап Суҡҡарағай, Күперле, Ҡаршылма(ҡар шылмалы текә генә битле үҙән) тигән йылға, шишмәләр, яландар. Ары Әлибай, Ҡыҙылбай яландары,Ҡаршылма яҡлап Ҡайынтүш, Һыуыҡйылға яландары, йылғалары, шунан Изгеләр(Яҡшылар)зыяратын үтеп Оло яланға етәһең(уның уртаһында Йөйәктең уң яҡ ярында тағы элекке ауыл урыны - Араҡышлау-халыҡ Арғышлау, ти ҙә ҡуя. Оло яландан һуң Көҙгөйорт, Моронсаҡ, Үргеҡышлау,Икеара,Килдеғол, Бисәләр өмә иткән, Бикбау,Ҡоҙғоноя, Ҡаранйылға, Аҙнабай утары, Шәмей(Шәмиғол утары булған), Әҙелтүбә, Олоюл (борон был юл әбей батша заманында уҡ һалынған, тиҙәр, Өфө-Белорет юлы башлыса шул юлды ҡабатлай, тик Байларҡунған тауын һәм Елмерҙәкте артылғанда ғына бераҙ үҙгәрә — «Ҡәйнә теле» тигән «экзотика» урынына Әбей батша юлында «объезд» тип аталған урын бар), Мәтрәй кордоны (Оло юлда ылау сапҡанда аттарҙы алмаштырыу урыны), Иҫәргиҙә, Бейәуралған, Сәкәшле,Башэлгән(граждандар һуғышы тамамланғас ошо урында булған алыштан һуң һәләк булғандарҙы ерләйҙәр, әммә күпмелер ваҡыттан берәү ул урында бер баш һөйәге табып алып ағасҡа элеп китә), Ҡарағас тауы(унда үҙ атамалары байтаҡ — Лаптев яландары — урман промышленнигы Лаптевты билдәле яҙыусы Ремезов «Урман ҡырыусы» тип атаған һәм шул исемдәге мәҡәләһен уға бағышлаған — яландар урман ҡырыуҙан барлыҡҡа килгән, ары Милицейский, Конторский — былары Инйәр леспромхозы бесән сапҡанда бүленгән яландар; Селекле, Ҡунаҡбай — быныһы Йөйәк кешеһе исеме), Сәлим(Йөйәк кешеһенән) утары, Маяҡ, Соҡорло ялан(Маяҡ артеле силос соҡоронан ҡалған), Таллы ялан, Туҙҡыуыш, Ҡолоносҡан, Ғүмәр шишмәһе, Татыр йылға, Йөйәк башы былары-Йөйәк йылғаһы бассейнындағы шишмәләр,йылғалар, яландар. Күбеһе кеше эшмәкәрлегенә бәйле атамалар, йәғни микротопонимик атамалар(Мерәҫ, Ҡоҙашман, Әлибай, Килдеғол, Бикбау, Аҙнабай, Шәмей-Шәмиғолдан үҙгәртелгән, Сәлим утары шул кешеләрҙең бесән сапҡан, яҙлаған, көҙләгән, ағас киҫкән, эшкәрткән урындары). Шәйбәков Р.Г.
Тергеҙелгән шишмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылдың уртаһынан аҡҡан Инйәр йылғаһына ярайһы ҙур ғына тау йылғалары — ауыл башында Һилеғорғо, түбән яғында Йөйәк йылғалары ағып төшә. Ә уң яҡ ярының уртаһындағы үҙәктән кескәйерәк Оҙонуй килеп ҡушыла. Был йылғаның үҙ шишмәһе лә бар. Уны уралтаҡан еректәр мал йөрөү арҡаһында юҡҡа сыҡҡас, шишмә лә юғалыу сигенә етә. Мәгәр шағирә Гүзәл Ситдиҡова һәм уның тормош иптәше Ғилман Ситдиҡов үҙ ғаилә ағзалары, ауылдың бер нисә кешеһе ярҙамы менән уны тергеҙеп, тирә-яғын төҙөкләндереп ҡуйҙы. Был эшкә өлөш индереүселәр араһында уҡытыусы-ветеран Ринат Шәйбәков та була[12][13]
-
Шишмәне тергеҙеүгә әҙерлек уның тирә-яғын сүп-сарҙан таҙартыу менән башлана
-
Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы Шәйбәков Ринат Гәрәй улы үҙ тракторы менән таш килтерә
-
Һәр эште теүәл башҡарыу зарур. Нигеҙ һалыуға шишмә эргәһендәге тәбиғи таштар ҡулланыла
-
Нигеҙе һалынғас, шишмә янына төшөү өсөн баҫҡыс һалырға тура килә
-
Шишмәнең ҡоймаһы ла, металл иретеүсе оҫтаһын ла Өфөнән килтерелә
-
Төҙөкөләндерелгән шишмәнең күренеше
-
Оҙонуй үҙәге. Атама ике һүҙҙән - оҙон һәм уй (уйһыу, уяҙ)- тора
-
Оҙонуй йылғаһы тау йылғаларына хас ташлы, ярҙарында ла таш күп.
-
Шишмәне төҙөкләндереү тамам. Ә һыуы ниндәй тәмле һәм йомшаҡ!
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аҙнабаева Зилә Рамаҙан ҡыҙы (Ғәйнетдинова)— Нефтекама дәүләт филармонияһы режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,
- Әлибаев Зәки Арыҫлан улы — әҙәбиәт ғалимы, тәнҡитсе, БДПУ доценты
- Ғәзизов Искәндәр — йырсы
- Исмәғилев Рәйес Абдрахман улы — мәҙәниәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы кинематографисы һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры.
- Исмәғилев Фәйзрахман Абдрахман улы — рәссам, Салауат Юлаев премияһы лауреаты.
- Миһранов Марс Шәрифулла улы — техник фәндәр докторы, ӨДАТУ доценты
- Мөлөков Харис Яҡуп улы — физик, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, техник фәндәр докторы, БДУ доценты булып эшләне.
- Мөхәмәтдинова Сәғиҙә Хашим ҡыҙы (1931—2018), металлург, канатсы, Социалистик Хеҙмәт Геройы
- Ситдиҡова (Ғәйнетдинова) Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы — шағир, прозаик, публицист, тәржемәсе, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар берлеге ағзаһы, йәмәғәт эшмәкәре
- Шәйбәков Ринат Гәрәй улы — тарихсы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһы, «Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл» юбилей миҙалы(2018) менән бүләкләнгән. Белорет ҡалаһының Григорий Белорецкий премияһы лауреаты (2004), Белорет районының Яңыбай Хамматов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты(1922), Йөйәк ауылы старостаһы (2011 йылдан). I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (1995) , Башҡортостан Республикаһы уҡытыусыларының Х съезы делегаты (2010).Йөйәк ауылы мәктәбе янында тыуған яҡты өйрәнеү музейы булдырып, уны республика кимәлендә танытҡан шәхес.
Рәсемдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәйбәков Р. Г. Тыуған төйәк тарихы. История родного края. (на башкирском и русском языках). Белорецк, 2012.
- Таулы төйәк Белорет, 2012
Ауыл — видеола
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зуяково YouTube сайтында Видео
- Искәндәр Ғәзизов. Йөйәгем. YouTube сайтында Видео
- История села Зуяково YouTube сайтында Видео
- История села Зуяково — продолжение YouTube сайтында Видео
- Мастера деревни Зуяково YouTube сайтында Видео
- Гүзәлиә Шаһисолтанова. Ел ҡапҡа. YouTube сайтында Видео
- Салауат Әйүпов. Инйәрҙең яҙғы тауыштары.[14]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Шәйбәков Р. Г. Тыуған төйәк тарихы. История родного края. (на башкирском и русском языках).(По материалам УНЦ РАН, ф.3, д.298, л.13-14; РГАДА, ф.1324, оп.1д.3765, л.112;МИБ, т.3, с.353-254) Белорецк, 2012.
- ↑ Шәйбәков Р. Г. Тыуған төйәк тарихы. История родного края. (на башкирском и русском языках). Белорецк, 2012.
- ↑ Шәйбәков Р. Г. Тыуған төйәк тарихы. История родного края. (на башкирском и русском языках). Белорецк, 2012.
- ↑ Сертификат «Лучший школьный музей Республики Башкортостан»
- ↑ Словарь топонимов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап,2002. — 256 с. — 72-я с. ISBN 5-295-03192-б
- ↑ Шәйбәков Р. Г. Тыуған төйәк тарихы. История родного края. (на башкирском и русском языках). Белорецк, 2012.
- ↑ 1.Шәйбәков Р. Г. Тыуған төйәк тарихы. История родного края. (на башкирском и русском языках). Белорецк, 2012.
- ↑ ЦГА РБ, ф.2, оп.65, д.4655; И.138, оп.2, д.556, д.695,763а
- ↑ 10,0 10,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Тау йылғаһы ярһыу аға…
- ↑ Үҙ Ҡояшым, үҙ Айым: шиғри әкиәт, мәҡәлдәр донъяһы, яҙмышнамә. — Өфө: Китап, 2002. — 240 б.
- ↑ https://vk.com/im?sel=6024990&z=video228746439_166725321%2Ff4000cbe38664b7d28%2Fpl_post_228746439_1807
Был мәҡәләне викилаштырырға кәрәк. Мәҡәләнең бер нисә етешһеҙлеге булһа, {{Rq}} ҡалыбын ҡуллана алаһығыҙ. Бынан тыш, мәҡәләгә автоматик рәүештә Төркөм:Википедия:Викилаштырыу кәрәк булған мәҡәләләр тигән категория өҫтелә. |