Эстәлеккә күсергә

Кинйәбай (Көйөргәҙе районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Кинйәбай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Көйөргәҙе районы

Координаталар

52°40′01″ с. ш. 56°10′38″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 239 820 004

ОКТМО коды

80 639 420 111

Кинйәбай (Рәсәй)
Кинйәбай
Кинйәбай
Кинйәбай (Көйөргәҙе районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Кинйәбай

Кинйәбай (рус. Кинзябаево) — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 239 кеше[1]. Почта индексы — 453354, ОКАТО коды — 80239820004.


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Урман урамы (рус. Лесная (улица))
  • Шишмә урамы (рус. Родниковая (улица))
  • Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))[2]

Ауылдың рәсми булмаған исеме -Ҡаҙарма. Рәсми исеме, йәғни Кинйәбай, ойконим, Сәңкем-Ҡыпсаҡ ырыуы аҫабаһы Кинйәбай Бүләков исеменә (антропонимына) барып тоташа. [(Тәлғәт Шаһманов. Кинйәбай. 2011 йыл).] Юшатыр.

Кинйәбай — Ҡыпсаҡ улусының Мушулин түбәһенең XIX быуат башында барлыҡҡа килгән ауылы. Унда VII ревизияла 68 кеше йәшәгән 10 ихата була. 43 йылдан һуң 20 йортта 180 кеше йәшәй. Стәрлетамаҡ кантоны Көйөргәҙе улусына ҡараған ауылдың 1920 йылда 59 ихатаһы була, унда 282 кеше йәшәй. XIX быуаттың беренсе яртыһында 9-сы кантондың 27-се йортона инә.

Ауылға 1758 йылғы яҫауыл Кинйәбай Бүләков нигеҙ һалған. Ул йорт старшинаһы ярҙамсыһы булып хеҙмәт иткән. Уның алты улы — Абдуллатиф, Әбдрәхим, Абдрахман, Абдулвәли, Әбйәлил, Әбделвәхит билдәле.

1842 йылда 164 кешегә 35 сирек (280 бот) яҙғы иген сәселә[3].

Ауыл мәктәбе тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ХХ быуат башында Кинйәбай (Ҡаҙарма) ауылында мәсет барлыҡҡа килә, аҙаҡтан уның йортон мәктәп итәләр, һуңынан интернат яһап, Павловкаға күсерәләр. Мәктәптең нисәнсе йыл асылғанын аныҡ ҡына билдәләп булманы, ул 30-сы «ликбез» йылдарына тура килә. Ауыл бәләкәй, балалар һаны күп булмағанға күрә,бында мәктәп башланғыстан уҙманы. Уның яңы бинаһы 1970-се йылдар аҙағында төҙөлгәнсе, берҙән-бер мәҙәниәт усағы булып элекке мәсет йорто ҡалды. Ауылдың йөҙөн мәктәп билдәләй, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Кинйәбайҙа бер ваҡытта ла ауыл кешеләренең ихтыяжына яуап бирерлек мәктәп булманы., шуға бик һирәктәргә генә белем алыу тейҙе, уныһы ла ситтә. Ауылда мәсет төҙөлгәс, белемгә ынтылыш көсәйә, мәсеттә малайҙар өсөн мәҙрәсә, абыстайҙың өйөндә ҡыҙҙар өсөн мәҙрәсә эшләй.(Ғәлим Хисамов. Кинйәбай (Ҡаҙарма) ауылы. «Юшатыр» гәзите, 21-23 июнь, 2011 йыл).

Кинйәбайҙар килен төшөрҙө[5]

  1. YouTube сайтында Видео Тамара Ғәниева менән Көйөргәҙе районы Кинйәбай ауылына ҡайта