Кинйәабыҙ
Кинйәабыҙ | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Свобода ауыл Советы һәм Башҡортостан Республикаhы |
Халыҡ һаны |
157 кеше (2002)[1], 182 кеше (2009)[1], 147 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 453352 |
Кинйәабыҙ (Кинйәбыҙ, Кинйә-Абыҙ) — Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районындағы ауыл, Свобода ауыл Советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны — 157 кеше[3]. Почта индексы — 453352, ОКАТО коды — 80239805004.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көйөргәҙе районының көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан.
- Район үҙәгенә тиклем (Ермолаево): 28 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Свобода): 12 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ермолаево): 28 км
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ул Емельян Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Пугачевтың иң яҡын дуҫы, кәңәшсеһе булған Кинйә Арыҫланов тарафынан 1760-сы йылдарҙа нигеҙләнгән. Ауылды төҙөү тураһында риүәйәттәр һаҡланып ҡалған. Оло Көйөргәҙе йылғаһын һыулай. Ауылдан алыҫ түгел туғайлыҡ, Көйөргәҙе йылғаһының ике яғынан — тауҙар. Былар ауылды ҡышын ыжғыр бурандарҙан ышыҡлаһа, яҙ көндәрендә мал өсөн «ҡотҡарыусы» булған. Йылҡы малы һәр саҡ тибендә йөрөй алған.
Ауыл 1832—1835 йылдарҙа ике өлөшкә бүленә. Халыҡ телендә Туғай Кинйәһе һәм Күзмин Кинйәһе тип йөрөтөлһә, рәсми документтарҙа 1-се һәм 2-се Кинйәбыҙ тип йөрөтөлә.
Беренсе Кинйәабыҙ 1987 йылда ғәмһеҙлек арҡаһында юҡҡа сыҡҡан[5].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Арыҫланов Ғәфиәтулла Шаһимәрҙән улы — башҡорттарҙан беренсе Советтар Союзы Геройы.
- Биктимеров Сәлмән Ғәлиәхмәт улы — Советтар Союзы Геройы.
- Кинйә Арыҫланов — Пугачев яуы полковнигы, башҡорт дворяны, старшина. Халыҡ уны ҙурлап «абыҙ» тип йөрөткән. Крәҫтиәндәр һуғышы ҡыйратыла башлағас, ҡаҙаҡтар менән уртаҡ тел табыр өсөн ҡаҙаҡ далаларына йүнәлә. Шунда ҡартая. Халыҡ (боронғо риүәттәр буйынса) уны үлер алдынан ауылға ҡайтарғандар, ауылда ерләнгән тип иҫкә ала ине.
- Һеләүһен Кинйин — Кинйә Арыҫлановтың улы. Пугачев яуында ҡатнашыусы. Хәҙерге Хәлиловтарҙың, Һабансиндарҙың ҡарт олаталары.
- Хәлил Һабансин — 1812 йылғы Ватан һуғышында полк муллаһы булып ҡатнаша.
- Үзбәк Аҡмырҙин — хәрби эшмәкәр. 1-се Башҡорт атлы полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының 1813—1814 йылдарҙағы сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
- Арыҫланов Ибәтулла Йәғәфәр улы (1891—1938) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре, юрист. Башҡорт АССР-ының Баш суды рәйесе (1932—1935).
- Арыҫланов Нурамбәк Ғиниәт улы (15.07.1928—30.06.2012), иҡтисадсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2002). Иҡтисад фәндәре докторы (1985), профессор (1987). Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР‑ының (1981) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009).
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сайтта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бер ауылдан ике Советтар Союзы Геройы[8]
Фильм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кинйә абыҙ[9]
Видеофильм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кинйә абыҙ музейы[[10]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с., страница 76 2022 йыл 3 апрель архивланған.
- ↑ [1]
- ↑ Юшатыр
- ↑ Бер ауылдан ике Советтар Союзы Геройы
- ↑ Кинзя-абыз. Кинзя Арсланов — батыр и предводитель. Фильм. 2007г.
- ↑ https://yandex.ru/video/preview/?filmId=11566344603734286986&from=tabbar&reqid=1648967234906115-944785750427524732-vla1-3402-vla-l7-balancer-8080-BAL-8743&suggest_reqid=213327812164800286672366980114776&text=Кинья-Абыз+ Музей нашего прадеда Кинйи Арыслана в родовом ауле Кинья Абыз.18 ноября 2010 года.]
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кинйәабыҙ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Ауыл тураһында «Уфаген» сайтында
Ауыл ваҡытлы матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Исмәғилев А. Батыр рухы ҡайтты ауылына. Көйөргәҙе районының Кинйәбыҙ ауылында. Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 285 йыл тулыуға арналған байрам үтте / Азамат Исмәғилев // Йәшлек. — 2008. — 24 июль.