Хәтирәләр (Әхмәтзәки Вәлиди) — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
 
1918 йылдың февралендә большевиктар тарафынан Башҡортостан хөкүмәтенең һигеҙ ағзаһы ҡулға алыныуы, апрелдә [[Дутов Александр Ильич|Дутов]] казактары тарафынан азат ителеүе, шул сәбәпле нейтраллектән баш тартырға тура килеүен аңлата. Тиҙ арала төҙөлгән [[Башҡорт ғәскәре (1917—1919)|Башҡорт ғәскәре]] аҡтар яғында һуғыша, ноябрь айында [[Омск]]иҙа [[Колчак Александр Васильевич|Колчак]] власҡа килгәндән һуң, Башҡорт ғәскәре тарҡатылырға тейеш тигән бойороҡҡа буйһонорға теләмәй, ҡыҙылдар яғына сығырға ҡарар ителә. Вәлиди был аҙым да сараһыҙлыҡтан булды тип аңлата, сөнки Колчак хөкүмәте бер ниндәй ҙә милли автономияны танырға теләмәне, большевиктар граждандар һуғышы барышында «тештәрен ҡыҫып булһа ла» халыҡтарҙың милли үҙбилдәләнешен танырға мәжбүр булды, ти.
 
1919 йылдың мартында Совет хөкүмәте ([[Ленин Владимир Ильич|Ленин]], [[Сталин Иосиф Виссарионович|Сталин]], Владимирский) менән Башҡорт Республикаһы ([[Бикбауов Әбдрәшит Ильяс улы|А.Бикбауов]], [[Халиҡов Муллайән Дәүләтша улы|М.Халиков]], [[Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы|М.Кулаев]]) араһында килешеү төҙөлә<ref name="К 125-летию Заки Валиди">[https://www.kulturarb.ru/en/news/k-125-letiyu-zaki-validi К 125-летию Заки Валиди]</ref>. 1920 йыл башында [[Мәскәү]]ҙә сағында Вәлиди Татар-башҡорт республикаһын булдырыуға ҡаршы сыға. 1920 йылдың февралендә Вәлиди [[Башҡортостан хәрби-революцион комитеты|республиканың хәрби-революцион комитеты]] рәйесе итеп һайлана («Советтар менән ун биш ай хеҙмәттәшлек итеү. 1919—1920»)<ref name="Башкирский военно-революционный комитет">[http://bashenc.online/ru/articles/80938/ Башкирский военно-революционный комитет]</ref>. Шул уҡ йылдың июнь аҙағында Башревком контрреволюцион ойошма тип иғлан ителә. Вәлиди отставкаға китә һәм [[Әзербайжан]] аша Урта Азияға йүнәлә. [[Баҡы]]ҙа, Урта Азияла хәүефле эш булһа ла ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған көрәштәштәренең исемдәрен хөрмәтләп иҫкә ала.
 
Вәлиди үҙ "Хәтирәләре"нә милли хәрәкәт етәкселәре араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәттәр, аңлашылмаусанлыҡтар булыуы тураһында ла әйтеп китә. [[Башҡорт милли хәрәкәте]]нең «беҙ бер кем яҡлы ла түгел, тик үҙебеҙ яҡлы», тигән сәйәсәтенең граждандар һуғышы ваҡытында бер нисек тә тормошҡа ашырылып булмауын үкенеп иҫкә ала. 1918 йылдың йәйендә яҡшы ҡоралланған чех ғәскәре батша ғаиләһен азат итер өсөн [[Екатеринбург]]ҡа йүнәлә. З.Вәлиди башҡорт ғәскәре ул ваҡытта ҡаланан 90 км алыҫлыҡта ине, тик большевиктар аҡтарҙың ҙур ғәскәре килә икән тип, уйлап, батша ғаиләһен юҡ итә, тип яҙа.
13 062

үҙгәртеү

Навигация