Эстәлеккә күсергә

Мөритселек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мөритлек битенән йүнәлтелде)
Мөритселек
ғәр. مريد
Нигеҙләү датаһы 1823
Етәксе Мухаммад Яраги[d]
Мөриттәрҙең Һунибтан төшөүе. Рәссам Т. Горшельт 1859—1861 йылдар.

Мөритселек (ғәр. مريد‎, рус. Мюридизм; мөрит — эйәрсен) — суфыйлыҡтың бер тармағы. Рәсәй тарихи әҙәбиәтендә термин традицион рәүештә XIX быуаттың 20-50-се йылдарында Кавказдың байтаҡ өлөшөн үҙ эсенә алған һәм Кавказ һуғышын киҫкенләштергән мөриттәр хәрәкәте менән ассоциациялана Мөритселәр хәҙерге көнгә тиклем күп илдәрҙә йәшәп килә.

Мөритселек — шартлы термин, XIX быуаттың 2-се яртыһындағы рус әҙәбиәтендә 20-60-сы йылдарҙа Төньяҡ Кавказ таулыларының милли-азатлыҡ хәрәкәте атамаһында ҡулланыла.

Ғәмәлдә иһә мөритселек ғәҙәти суфыйлыҡ тәриҡәте.

«Аллаһ менән берҙәмлек һаҡларға» ынтылған кеше тураһында суфыйҙар "тәриҡәт "(һүҙмә-һүҙ «юл», йәғни мистика юлы, хәҡиҡәт юлы) һайлай, тиҙәр.

Бының өсөн ул ниндәйҙер изге суфыйға (шәйех, бәйер, имам) мөритлеккә инеп, уны үҙенең «етәксеһе» («мөршид») итеп һайлай, уның бөтә әмерҙәренә һуҡырҙарса, бер һүҙһеҙ, буйһона, мөршид яҡшылыҡ йә яуызлыҡ ҡылырға ҡушамы икәнен хатта уйланырға ла баҙнат итмәй; шул уҡ ваҡытта Ҡөрьәндең ваҡ күрһәтмәләре яйлап икенсе планға күсә.

Үҙенең мөриттәренең һүҙһеҙ буйһоноуынан файҙаланып, суфый шәйехтәре йыш ҡына мосолман халыҡтары тарихында бик ҡеүәтле көс булған һәм хатта батшалыҡтарға нигеҙ һалған[1].

Шамилдың һуғыш алдынан намаҙ ҡылыуы. Атлы сафта мөридтәр. Рубо Ф. 1896 йыл

Хәҙерге мөритселек

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сенегалдағы Туба ҡалаһы хәҙерге заман мөритселәрҙең дини үҙәге булып тора, унда суфыйҙарҙың бик ҙур «изгеһе» Амаду Бамба (1853—1927) ерләнгән һәм уның иҫтәлегенә мәсет төҙөлгән.

Мөритлек йоғонтоһо артыу сәбәпле, француз колониаль хакимиәте Бамбаны 1895—1907 йылдарҙа һөргөнгә ебәргән була. Хәҙер мөритлеккә эйәреүселәр һаны Гамбияла һәм Сенегалда бер нисә миллион кеше тип баһалана (һуңғыһында улар халыҡтың 40 процентын тәшкил итә). Мөритселәргә, мәҫәлән, элекке сенегал президенты Абдулай Вад инә.

  1. Крымский А. Е. Мюридизм // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Дадаев Ю. У. Муртазеки — воинское формирование Шамиля // Вестник Института истории, археологии и этнографии. — Махачкала: ДНЦ РАН, 2014. — № 3 (39). — С. 48—60. — ISSN 2078-1423.