Эстәлеккә күсергә

Рәсүлев Зәйнулла Хәбибулла улы

Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рәсүлев, Зәйнулла битенән йүнәлтелде)
Зәйнулла Рәсүлев
Тыуған көнө

20 март 1833({{padleft:1833|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Троицк өйәҙе, Туңғатар улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы), Шәрип ауылы

Вафат булған көнө

2 февраль 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (83 йәш)

Вафат булған урыны

Ырымбур губернаһы, Троицк өйәҙе, Троицк ҡалаһы

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлеге

дин әһеле

 Рәсүлев Зәйнулла Хәбибулла улы Викимилектә

Зәйнулла Рәсулев (Зәйнулла бин Хәбибулла бин Рәсүл, Зәйнулла-ишан; 20 март 1833 йыл — 2 февраль 1917 йыл) — башҡорт дин әһеле, ишан, йәмәғәт эшмәкәре һәм мәғрифәтсе. Нәҡшбәндиә тәриҡәте шәйехе, йәдитселек етәкселәренең береһе[1].

Халыҡта әүлиә һәм табип һымаҡ та билдәле булған. Шәрҡиәтсе В. В. Бартольд уны башҡорттарҙың «рухи короле» тип атай[2].

Сығышы һәм ғаиләһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зәйнулла Рәсулев 1833 йылдың 20 мартында (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 25 мартында) Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе Туңғатар улусының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районының) Шәрип ауылында башҡорт муллаһы ғәиләһендә тыуған.

Рәсүлевтар сығышы менән башҡорт ҡәбиләһе ҡыуаҡандан[3] булғандар[4]. Зәйнулланың шәжәрәһе артабанғыса булған: Туҡһаба-бей→ Ҡаңлы→ Миңтәй→ Шахмай→ Һеркә→ Манғут → Ятабей→ Яңыш→ Ураҙғәли→ Моратҡол→ Тупый→ Солтанай→ Ғашиҡ→ Байрамғол→ Муса→ Рәсүл→ Хәбибулла→ Зәйнулла[5].

Зәйнулла Рәсүлев тыуған йорт нигеҙендәге һәйкәл. Шәрип ауылы.

Зәйнулланың фамилияһы ҡартатаһы Рәсүл-хәҙрәт бин Муса әш-Шәриф алынған, ул Шәрип ауылы мәсетенең имамы һәм уның янындағы мәҙрәсәнең мөҙәрисе була. Зәйнулланың атаһы Хәбибулла тыуған ауылының мәҙрәсәһен тамамлап унда мөҙәрис булып эшләй[4]. ХIX—XX быуаттарҙағы ҡайһы бер рәсми документтарҙа Зәйнуланың фамилияһы Хәбибуллин[6] тип яҙылған. Зәйнулланың әсәһе — күренекле Аҙнасура-ишандың яҡын туғаны булған[7].

Зәйнулланың дүрт ҡатыны, биш улы һәм дүрт ҡыҙы булыуы билдәле[5]. Улы Ғабдрахман (1881—1950) СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер Диниә назаратының мөфтөйө итеп һайланған.

Тәүге осорҙа Зәйнулла ҡартатаһы Рәсүл-хәҙрәт бин Муса әш-Шәрифтең мәҙрәсәһендә уҡый[4]. 1843—1845 йылдарҙа башҡорт кантоны үҙәге булған Малай-Муйнаҡ ауылындағы Мөхәмәт Бохариҙың мәҙрәсәһендә белем ала. Ул мәрхүм булғандан һуң Яҡуп бин Әхмәт әл-Ахундила уҡый һәм уның менән бергә 1848 йылда Ахун ауылына күсә[8].

1851 йылда Троицк ҡалаһының йәмиғ мәсете янындағы Әхмәт бин Хәлит Рахманғол әл-Манғари (әл-Минкари; 1821—1921) мәҙрәсәһенә — «Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһенә уҡырға бара. Әхмәт хажи Бохараның Коклеташ мәҙрәсәһен тамамлай һәм Нәҡшбәндиә дини йәмғиәте ағзаһы булып китә, артабан Истанбулда уҡыуын дауам итеп шәйех тигән исем алып йөрөргә хоҡуҡ ала һәм тыуған яғына ҡайтып Троицк ҡалаһында тәүге мәҙрәсә аса. Уның уҡыу йортонда ғәрәп һәм фарсы телдәрен, Ҡөрьән тәфсирен һәм башҡаларҙы өйрәнгәндәр[4]. Зәйнулла Рәсулев шәкерт булған осоронда суфыйсылыҡ менән ҡыҙыҡһына башлай.

Зәйнулла Рәсулев «Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһен 1858 йылда тамамлай[9] һәм Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Учалы улусы Аҡҡужа (Юлдаш) ауылы мәсете янындағы мәҙрәсәлә мөҙәрис булып эшләй. Ырымбур губернаһы идаралығының 1859 йылдың 23 майҙағы фарманға ярашлы ошо уҡ ауылдың мәсетенең указлы муллаһы — имам-хатибы һәм мәҙрәсәнең мөҙәрисе булып рәсми рәүештә раҫлана[8].

1859 йылда Шәрәфетдин бин Зәйнетдин Эстәрлетамаҡиның шәкерте булған шәйех Ғабдулхәким Ҡорбанғәли (1809—1872) ярҙамы менән Мөдйәҙиә йүнәлешендәге Нәҡшбәндиә тәриҡәте ағзаһы булып китә[4].

1869 йылда Мәккә һәм Мәҙинәгә барып тәүге тапҡыр хаж ҡыла. 1869—1870 йылдарҙа Истанбулда хәҡиҡәтте мистик рәүештә танып белеү (тәриҡ) ысулын өйрәнеп камиллаштыра. Истанбулда уҡ Хәлиҙиә йүнәлешендәге Нәҡшбәндиә суфыйы Әхмәт Зыяитдин Гөмөшхәнәүиҙең (1813—1893) тәғлимәтен уҡытырға рөхсәт — иджазнамә ала. Әхмәт-суфый ислам ғилемен һаҡлап ҡалырға, ғалимдарҙың тормош юлын һәм хеҙмәттәрен өйрәнергә саҡырған; Төркиә ҡалаларында нәшриәт һәм күп кенә китапханалар аса[4].

Тыуған төйәгенә ҡайтҡас, суфыйлы башҡорттар араһында яңы тәртип, шул иҫәптән тәсбих тағып йөрөтөү, Аллаһы Тәғәлә исемен күп тапҡыр ҡысҡырып әйтеү (зекер), Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуған көнөн (Мәүлитте) байрам итеү һәм башҡаларҙы индерә[10]. Дини тәғлимәтте һәм шәриәтте тәрән белеү, табипсылыҡ итеү, алдан күрә белеүсәнлек һәләттәре Зәйнулла Рәсулевҡа дини остаз — ишан исеме биреүгә булышлыҡ итә. Рәсүлевтың имамдар рәтенән үҙенең мөридтәре барлыҡҡа киләләр, ә Верхнеурал, Троицк һәм Златоуст өйәҙҙәрендәге эйәреүселәрҙең дөйөм һаны 7 меңгә барып етә[8].

Рәсүлевтың халыҡ араһында тиҙ данға ҡаҙаныуы һәм уның төбәк чиновниктарына йоғонтоһо тиҙ артыуы, Ҡорбанғәлиевтарға һәм башҡа консерватив ҡарашлы дин әһелдәренә оҡшап етмәй, улар уны Ғосман дәүләте файҙаһына пропагандалау һәм ялған дини тәғлимәт таратыуҙа ғәйепләйҙәр. Һөҙөмтәлә, 1872 йылда Ырымбур мосолман диниә назараты мөфтөйө Зәйнулла Рәсулевты Өфөгә саҡырта, унда ишан яҙма рәүештә үҙенең ҡараштарын яҙып бирә һәм унан бөтә ғәйепләүҙәр сиселә. Әммә батша хакимиәте Рәсүлевты күп кенә сәйәси сыуалыштарға килтертеүсе һәм «башҡорт Шамилы» тип ҡулға ала[4]. Өфө һәм Ырымбур төбәк хакимиәттәренә бигерәк тә Рәсүлевтың башҡорттарға үҙ ерҙәрен һатмаҫҡа, рустар менән бер ниндәй ҙә мөнәсәбәттәргә инмәҫкә тигән саҡырыуҙары оҡшап етмәгән[11]. Һигеҙ ай дауамында Златоуст төрмәһендә ултырып сыҡҡандан һуң, 1873 йылдың ғинуарында Ғатаулла Әбделмаликов менән бергә Вологда губернаһының Никольск ҡалаһына һөргөнгә ебәрелә. 1876 йылда Рәсүлевты төрмәлә тотоу режимы еңеләйә һәм ул Кострома ҡалаһына күсерелә. 1881 йылда мөфтөй Сәлимгәрәй Тәвкилев булышлығы менән, Рәсүлевҡа тыуған яғына ҡайтырға мөмкинлек бирелә[8]. 1881 йылда Зәйнулла Рәсүлев Аҡҡужа (Юлдаш) ауылына ҡайтып төшә.

1882 йылда икенсегә хажға бара, Истанбулда йәнә Гөмөшхәнәүи менән осраша, яңы китаптар ала. 1883 йылдың аҙағында Зәйнулла Рәсүлевтың элекке остазы — Әхмәт бин Хәлит Рахманғол, Ырымбур губернаһы ахуны булараҡ, уға Троицк ҡалаһының 5-се йәмиғ мәсетенең имам-хатибы вазифаһын тәҡдим итә.

Троицк ҡалаһындағы Зәйнулла ишан мәсете

1884 йылда Зәйнулла Рәсүлев ғаиләһе менән Троицк өйәҙ ҡалаһына күсә, мәсет янында һуңыраҡ «Рәсүлиә» исемен алған мәҙрәсә аса. Шәфҡәтлелек менән шөғөлләнеүен дауам итә. Мәсет һәм мәҙрәсә эргәһендә Зәйнулла-ишан менән осрашырға килеүсе мосолмандар өсөн ҡунаҡхана һәм ашхана төҙөлә, китапхана асыла. Ишандың 10 меңләп мөридтәре була. АҠШ ғалимы Х. Алгар буйынса, ХХ быуат башында Волга, Урал һәм Себер яҡтарының ҡала һәм ауылдарының йөҙәрләнгән имамдар ишан йоғонтоһо аҫтында булалар[12].

1892 йылда Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевҡа яҙған хатының күсермәһе

Зәйнулла Рәсүлевтың булышлыҡ итеүе арҡаһында Троицк ҡалаһы Рәсәй империяһы мосолмандарҙың мөһим мәғариф үҙәгенә, һәм Наҡшбндийә-хәлиҙиә дини йәмғиәтенең тәғлимәтен таратыр өсөн терәк пунктына әйләнә. Рәсүлев йәдитселек реформаларын яҡлап сыға, уның мәҙрәсәһендә яңы уҡыу-уҡытыу алымдары, программалары һәм ижтимағи фән төрҙәре индерелә. 1898 йылда, мәҙрәсәлә уҡырға теләүселәр тағы ла артҡас, үҙ аҡсаларына уның бинаһын киңәйтә. 1903 йылда мәҙрәсәләге мөҙәрислекте улы Ғабдрахманға тапшыра, әммә аҙнаһына бер Ҡөрьән тәфсирен уҡыта. 1905 йылда үҙенең килеменә яңы 2 ҡатлы мәҙрәсә бинаһы корпусын һәм сит яҡтан килгән шәкерттәр өсөн 2 ҡатлы ятаҡ төҙөй[8].

Зәйнулла Рәсүлевтың шәкерттәре араһында мөфтөйҙәр: Ғәлимйән Баруди (1857—1921), Ғабдрахман Рәсүлев (1881—1950) һәм Шәкир Хыялетдинов (1890—1965), Дағстан ҡазыйы Сәйфулла Башларов (1853—1919), һәм башҡа бихисап билдәле мосолман дин әһелдәре була. 1901 йылда Ҡазандағы «Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһенә тәүге нигеҙ ташын һала. Морат Рәмзинең ике томлы тарихи китабын 1907—1908 йылдарҙа нәшер итеүҙең сығымдарын Зәйнулла Рәсүлев ҡаплай. Был китапта колонизация осоронда башҡорттарҙың 2 млн дисәтинә ере тартып алыныуы хаҡында һ. б. тураһында яҙыла һәм Морат Рәмзинең был хеҙмәте батша властары менән тыйыла һәм һатыуҙан алына[4].

Зәйнулла ишандың Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Ризаитдин Фәхретдинов менән дуҫ булғанлығы билдәле[13].

1917 йылдың 2 февралендә вафат була. Троицк ҡалаһының мосолман зыяратында ерләнгән.

  • Мәнәкиби Зийаетдин әл-Көмешьанави (Похвальные качества [шейха] Зийаэтдина ал-Кюмюшханави). Ҡазан, 1900. 160 б.  (ғәр.)
  • Әл фауаиду әл мөһиммат лә мөридинә ән Нәҡшбәндиә вә аллаһы вәрад әс саниат вә әс салауат әл мәҫүрәт [Божественные истины, постижение которых необходимо для мюридов суфийского братсва Накшбандийа, славословия Аллаху и молитвы — салауат]/ шәйех Зайнулла ибн Хабибулла Расули. С.-Петербург, 1902. — 22 б. (ғәр.) (Пер. на рус. яз.: Башкордский шейх Зайнулла ибн Хабибулла ан-Накшбанди аш-Шарифи (Расулев). Божественные истины, постижение которых необходимо для мюридов суфийского братства Накшбандийа, славословия [Аллаху] и молитвы — «салауат» (Канон дыхательных упражнений суфийского братства Накшбандийа-Халидийа // Шейх Мухаммад Амин аль-Курди аль-Эрбили. Книга вечных даров (О достоинствах и похвальных качествах суфийского братства Накшбандийа) / Сост., пер. с араб., коммент. и предисл. И. Р. Насырова. Уфа, 2001. С. 342—366.)
  • Икама әл-бурхан гәлә-әрбабиг әс-субул вәл-әүьәм (Приведение доказательств против носителей ложных мнений и мыслей). Ҡазан, 1908. 17 б.  (ғәр.)
  • Гилава гәлә «Икама әл-бурхан гәлә-әрбабиг әс-субул вәл-әүьәм» (Дополнение к «Икама әл-бурхан гәлә-әрбабиг әс-субул вәл әүһәм»). Ҡазан: Тип. И. Н. Харитонова, 1908. 3 б. (ғәр.)
  • Мәҡәләт Зәйниә / Әл шәйех Зәйнулла бин Хабибулла әр Рәсули ән Нәҡшбәнди мөшәррәф бәлдәт «Труиска» хафиза Алла Тәғәли фи хәйәт әл Хызыр Ғәлиә әс Сәләм, вә нәзул Ғайса Ғәлиә әс Сәләм ҡырб әс сәғәт вә хала әл шәйех Ибн Таймиә вә ҡул бәғзе әл ғәләмә фиә вә Абу әл Ғәлә әл Мәғәрри, фи ҫәм кәйфиәт әл тафыз бәхруф әл һәжа. Ҡазан, 1908. — 18 б.
  • Ғөмүми нәсихәт./ Троискийда имам Зайнулла бин Хабибулла ан Наҡшбәнди, Троискийда ахунд мулла Әхмәдхажи бин Ғабделзаһир Рахманҡолой, Троискийда 2-нсе мәсеттә имам да мулла Мөхәмәдзариф әл Мәрхүм углы мулла Мөхәмәд Бикмәтов // Шура, 1908. № 7. — 211—212 б.
  • Каул эннал-Хидр хэййа (Речь о том, что [легендарный пророк] святой Хизр жив). Ҡазан, 1908. 9 б. (ғәр.)
  • Троиски ғилмәсе вә ысул жәдидә [Троицкое учение или джадидизм]/ Троискийда имам Зайнулла бин Хабибулла ан Наҡшбәнди, ахунд мулла Әхмәдхажи бин Ғабделзаһир Рахманколой, 2-нсе мәсеттә имам да мулла Мөхәмәдзариф әл Мәрхүм углы мулла Мөхәмәд Бикмәтов. — Ырымбур, 1908.[14] (2-се баҫмаһы: Ырымбур, 1909. 11 б.)
  • Әлифба хакында (О букваре [или о способе правильного произношения букв арабского алфавита]). Ырымбур, 1912. 13 б.
  • Шейх Зайнулла Расули (Расулев) ан-Накшбанди. Избранные произведения / Сост, пер. с араб., предисл., коммент. и прим. И. Р. Насырова.. — Уфа: Изд-во ЦДУМ, 2001. — 152 с.
Зәйнулла ишан исемендәге мәсет (Учалы ҡалаһы)
  • Трактат о Хыдре. Казань: Иман, 2004. — 44 с.
  • Шейх Зайнулла Расулев. Божественные истины. Избранное / Сост., пер. с араб., коммент. и предисл. И. Р. Насырова. — Уфа: Китап, 2008. — 236 с.
  • Учалы районының Юлдаш ауылының мәктәбе Зәйнулла Рәсүлевтең исемен йөрөтә, унда уға бағышлап музей асылған. 2008 йылда тыуған Шәрип ауылында уға һәйкәл асылған.
  • 2008 йылда Зәйнулла Рәсүлев исеме Өфөләге бер урамға бирелә[15][16].
  • 2008 йылда Троицк ҡалаһының 3-сө йәмиғ мәсетенә Зәйнулла Рәсүлевтең исемен бирелә. 2009 йылда Учалы ҡалаһында Зәйнулла ишан хөрмәтенә һалынған мәсет асыла[17]. 2010 йылда Ҡазан ҡалаһының Царицыно биҫтәһендә асылған мәсеткә Зәйнулла исеме бирелә[18]. 2016 йылда Дағстан баш ҡалаһы Махачҡалала яңы асылған мәсеткә Зәйнулла Рәсүлев исеме бирелә[19].
Файл:Бөйөк ишан Зәйнулла Рәсүлев ҡәбере
  • 2012 йылдан алып Троицк ҡалаһында Рәсүлев уҡыуҙары уҙғарыла[20].
  1. «Л. Ә. Ямаева буйынса Зәйнулла Рәсүлев консерватив ҡарашлы кеше булған, ә „Рәсүлиә“ мәҙрәсәһендәге йәдитселек элементтары уның улы — Ғабдрахман Рәсүлев ваҡытында индерелә.

    Ямаева Л. А. Суфийские братства на территории исторического Башкортостана // Ватандаш. — 2008. — № 7. — С. 162—181. — ISSN 1683-3554.

  2. Бартольд В. В. Шейх Зайнулла Расулев // Мусульманский мир. — Петроград, 1917. — № вып. 1. — С. 73—74.
  3. Табындар төркөмөнә инә.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 4,7 Ямаева Л. А. Суфийские братства на территории исторического Башкортостана // Ватандаш. — 2008. — № 7. — С. 162—181. — ISSN 1683-3554.
  5. 5,0 5,1 Батталов Б. Родословная Зайнуллы ишана Расулева // Хилял. — 2013. — № 4 (83). — С. 3.
  6. Ҡайһы саҡтарҙа — Хәйруллин йәки Хәйбуллин.
  7. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — СПб.: Наука, 2011. — Т. IV. — С. 302—308. — 400 с. — ISBN 978-5-02-038276-3.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 Денисов Д. Н., Валеев Г. К., Гизатуллин Р. Н. Расулев Зайнулла Хабибуллович. // Ислам на Урале. Энциклопедический словарь / Сост. и отв. редактор Д. З. Хайретдинов. — М.: «Медина», 2009. — С. 301—303. — 404 с. — ISBN 978-5-9756-0054-7.
  9. Денисов Д. Н., Гизатуллин Р. Н. «Мухаммадия» // Ислам на Урале : Энциклопедический словарь / Сост. и отв. редактор Д. З. Хайретдинов. — М.: Медина, 2009. — С. 257—258. — ISBN 978-5-9756-0054-7.
  10. Фархшатов М. Н. Расулев Зайнулла. // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 493. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
  11. Булгаков P. M. Кто был заинтересован в высылке «лжеучителя» Зайнуллы? // Зайнулла Расулев — выдающийся башкирский мыслитель-философ, теолог и педагог-просветитель мусульманского мира: Материалы международной научно-практической конференции (5—7 июня 2008 г., г.Уфа). — Уфа: РИЦ БашГУ, 2008. — С. 184—199. — 392 с. — ISBN 978-5-7477-1936-1.
  12. Алгар Х. Шейх Зайнулла Расулев // Ватандаш. — 1998. — № 9. — ISSN 1683-3554.
  13. Башҡорттоң бөйөк шәйехе. «Йәшлек» (15 март 2008). Дата обращения: 24 март 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
  14. Сафиуллина-Аль Анси Р., Гимазова Р. Сочинение Зайнуллы Расулева «Ученые Троицка и новый метод» // Эхо веков. — 2012. — № 3/4. — ISSN 2073-7483.
  15. Зәйнулла Рәсүлев урамы буласаҡ. «Йәшлек» (12 июнь 2008). Дата обращения: 24 март 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
  16. Решение Совета городского округа город Уфа Республики Башкортостан от 31 июля 2008 г. № 6/17. Совет городского округа город Уфа (31 июль 2008). Дата обращения: 24 март 2015.
  17. В Учалах откроется мечеть имени Зайнуллы Расулева. «Рисәләт». Дата обращения: 24 март 2015.(недоступная ссылка)
  18. Ҡазандың Царицыно биҫтәһендә асылған мәсеткә Зәйнулла исеме биреләсәк. «Татар-информ» (20 сентябрь 2010). Дата обращения: 24 март 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
  19. В Махачкале состоялось открытие мечети имени шейха Зайнуллы Шарифа Расулева. «ISLAMDAG.RU» (1 август 2016). Дата обращения: 6 август 2016.
  20. Расулевские чтения: духовное и культурное наследие великого религиозного деятеля, просветителя Зайнуллы ишана Расулева и современность // Хилял. — 2012. — № 3 (70). — С. 1—2.