Эстәлеккә күсергә

Оло Сәлиткүл (Силәбе өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сәлиткүл (Силәбе өлкәһе) битенән йүнәлтелде)
Оло Сәлиткүл
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта

Оло Сәлиткүл - рус. Большой Селиткуль - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Эткүл районындағы күл.

Оло Сәлиткүл Урал федераль округы Силәбе өлкәһенең Эткүл районындағы Писклово ауыл биләмәһенә ингән күл [1].

Географик координаттары 54°36'13" N и 62°11'56" E (DMS)

1949 йылда Силәбе өлкәһенең Октябрьский районында 16,9 мең га майҙанда Сәлиткүл һунарсылыҡ хужалығы төҙөлә. Уның көньяҡ өлөшө

Хужалыҡтың биләмәһе Кесе Сәлиткүл менән Оло Сәлиткүл араһынан Большеникольское-Кораблево юлына тиклем һуҙыла[2]

Хужалыҡтың тәбиғәте ошо күлдәрҙекенән дә тора. Уның урмандарында еләк һәм бәшмәк күп.

Һунар фаунаһынан илек, төлкө, ҡуян, ҡор ауларға рөхсәт ителә, ағуна бар (һунар тыйыла).

Һыу ҡоштары күп - ҡаҙ, төрлө төр өйрәктәр, ҡылғойроҡ.

Балыҡтарҙан табан, суртан, алабуға, сабаҡ күпләп үрсей[2].

Этимологияһы аныҡ түгел. Башҡорт халҡында Сәлим һүҙенән ҡыҫҡартып яһалған Сәлиғәскәр тигән исем бар. Ихтимал, күл Сәли тип башланған исемдән яһалғандыр. Сәлим, Сәлих тигәндән дә килеп сығыуы ихтимал.[3].

  1. Озеро Большой Селиткуль [1] 2019 йыл 3 апрель архивланған.
  2. 2,0 2,1 Селиткульское охотничье хозяйство 2019 йыл 3 апрель архивланған.
  3. Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 96-97-се биттәр