Эстәлеккә күсергә

Урта урал һөйләше

Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Урта Урал һөйләше битенән йүнәлтелде)
Урта урал һөйләше
Илдәр

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Регионы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Классификация
Категория

Евразия телдәре

Алтай телдәре (бәхәсле)

Төрки тармаҡ
Ҡыпсаҡ төркөмө
Волга буйы-ҡыпсаҡ төркөмсәһе
Әлифба

кириллица

Урта урал һөйләше — башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты һөйләштәренең береһе.

Урта урал һөйләше Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы (Аҡа, Аҡабаш, Абдулла, Борғатъя, Бәләкәй Аҡа, Оло Аҡа, Оло Ҡыҙылбай, Тәкәуыл, Әжекәй ауылдары), Свердловск өлкәһенең Красноуфимск (Аҡҡул, Бишкәү, Боғалыштөҙ, Бәйәктөҙ, Ҡуян, Табанлыкүл (Озерки), Оло Төрөш, Рахманғол, Урта Боғалыш, Үрге Боғалыш, Һыҙғы (Сыҫҡы), Яңы Боғалыш ауылдары), Түбәнге Һырға (Аҡбаш, Араҡай, Бәхмәт, Ишем, Өфө-Шигер, Үрге Бәйәк, Үрмәкәй, Шәкүр (Өпәй) ауылдары), Әртә (Биккенә-Иҫке Биткенә, Әжеғол, Әртә-Шигер ауылдары) һәм Әшит (Ғәйнә ауылы) райондары, Силәбе өлкәһенең Наҙы-Петровск районы (Арыҫлан ауылы) биләмәләрендә таралған. Был төбәктә башҡорттарҙың башлыса өпәй, йәнә һыҙғы, ҡошсо, ғәйнә, терһәк ырыуы вәкилдәренең һәм типтәрҙәрҙең бер өлөшө йәшәй[1].

Өйрәнеү тарихы һәм классификация

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1920—1930 йылдарҙа башҡорт һөйләү телен планлы өйрәнеү эштәре башлана. ХХ быуаттың 1930-сы—1950-се йылдарында башҡорт телендә өс территориаль диалект — фонетик билдә буйынса төркөмләнгән (классификацияланған) ([һ][ҫ], [ҫ], [һ], [ҙ], [с], [п][т]) көнсығыш (төньяҡ-көнсығыш, ҡыуаҡан, төньяҡ-көнбайыш (көнбайыш) һәм көньяҡ (туғай, юрматы), шулай уҡ ете һөйләш (һөйләш — наречие) раҫланған[2]. Өс диалектты бүлеп алыуҙы башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалған Н. К. Дмитриев хуплаған[3].

1954 йылда Т. Ғ. Байышев етәкселегендә Башҡорт АССР-ының төньяҡ-көнбайыш райондарына тағы бер экспедиция ойошторолған. Йомғаҡлау отчётында тикшеренеүселәр көнбайыш диалекты башҡорт теленең үҙенсәлеген һаҡлаған тигән һығымтаға килгән, ә «һүҙлек фонды һәм морфологияһы күрһәткестәренә ҡарап, унда берҙәм һәм дөйөм башҡорт теле өҫтөнлөк иткәне һәм үҙенә буйһондороп тороуы күҙгә ташлана». Ғалимдар өйрәнелгән төбәк мәктәптәрендә уҡытыуҙы башҡорт теленә күсерергә тәҡдим итһә лә[4], властар быны яуапһыҙ ҡалдырған. Һуңғараҡ экспедиция материалдары Т. Ғ. Байышевтың «Башҡорт диалекттарының әҙәби телгә мөнәсәбәте» монографияһында сағылған: автор башҡорт телен фонетик билдәләр буйынса 7 һөйләшкә (наречиеға) бүлгән[5][6].

XX быуаттың 60-сы йылдары башында Кирәй Мәргән Урта Урал башҡорттарына экспедицияға бара һәм уның тураһында «Йыр дәфтәре» тигән китабында юлъяҙмалар баҫтырып сығара. Кирәй Мәргән был төбәк һөйләше вәкилдәрен с һәм ч өндәрен ҡулланыуға нигеҙләнеп, ике төркөмгә бүлә, уларҙы с- лашҡан башҡорттар һәм ч-лашҡан башҡорттар тип атай. Әммә әҙәби телендәге с өнө урынында ч өнөн ҡулланыу был төбәктең төньяҡ-көнбайыш тарафындағы мәктәптәрҙә уҡытыу татар телендә алып барылған ауылдарға ғына хас[1].

Һөйләштең төп фонетик, морфологик һәм лексик үҙенсәлек­тәре М. И. Дилмөхәмәтовтың алда телгә алынған «Урта Урал башҡорттарының һөйләше» («Говор среднеуральских баш­кир») тигән хеҙмәтендә яҡтыртылған[7].

Лингвистик ҡылыҡһырлама

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урта урал һөйләше үҙенең фонетик үҙенсәлектәре буйынса төньяҡ-көнбайыш диалекттың —ҡариҙел, көнсығыш диалекттың — арғаяш, мейәс, әй, көньяҡ диалекттың — дим, егән, өршәк, урта һөйләштәренә яҡын[1].

Урта урал һөйләшенә хас фонетик үҙенсәлектәр[1]:

  • [а][ы] өндәренең тап килеүе: диал. [а]ласын (Араҡай) — әҙ. [ы]ласын (сокол); диал. чаңғ[а] (Урта Боғалыш) — әҙ. саңғ[ы] (лыжи); диал. һ[ы]уа (Шөкөр, Үрмәкәй) — әҙ. һ[а]уа (воздух); диал. умырз[ы]йа — әҙ. умырз[а]я (горицвет, подснежник); диал. таҫт[ы]мал — әҙ. таҫт[а]мал (полотенце); диал. тур[ы] — әҙ. тур[а] (прямо).
  • [у][а] өндәренең тап килеүе: диал. [а]ҡлау (Әжекәй) — әҙ. [у]ҡлау (скалка); диал. б[а]стау (Аҡабаш, Үрмәкәй, Әжекәй), п[а]стау (Араҡай, Урта Боғалыш, Бәйәктөҙ) — б[у]ҫтау «сукно»; диал. алаб[а]ға (Үрмәкәй) — әҙ. алаб[у]ға (окунь).
  • [ә][э] ([е]) өндәренең тап килеүе: диал. с[ә]рпәрәмә (Оло Ҡыҙылбай) — әҙ. с[е]лпәрәмә (вдребезги); диал. к[ә]сәртке (Ҡорғат, Аҡабаш, Абдулла, Бәйәктөҙ, Әжекәй) — әҙ. к[е]ҫәртке (ящерица); диал. мәрй[ә]н (Шөкөр, Бәйәктөҙ, Оло Ҡыҙылбай) — әҙ. мәрй[е]н (коралл, бусина); диал. мей[ә] (Теләш, Шөкөр) — әҙ. мей[е] (мозг); диал. үрмәкч[ә] (Урта Боғалыш) — әҙ. үрмәкс[е] (паук); диал. с[ә]ү (Юлдаш) — әҙ. с[е]ү (тише, перестань).
  • [ә][ө] өндәренең тап килеүе: диал. г[ә]рләүек — әҙ. г[ө]рләүек (ручей, поток дождевых и талых вод); диал. [ә]ндәшеү (Бәйәктөҙ), [ә]ндәшеү / [э]ндәшеү (Шөкөр) — әҙ. [ө]ндәшеү (окликать, окликнуть, откликаться, откликнуться, подавать голос, подать голос).
  • айырым осраҡтарҙа [и] өнөнөң [ә] өнөнә тап күсеүе күҙәтелә: диал. к[ә]рәм (Аҡабаш) — әҙ. к[и]рәм (ремень, веревка); диал. т[ә]стә (Шөкөр) — әҙ. т[и]ҫтә (десяток); диал. с[ә]ҙәп — әҙ. һ[и]ҙәп (мелкая пуговица), диал. ш[и]кәр (Бәйәктөҙ, Урта Боғалыш) — әҙ. ш[ә]кәр (сахар), диал. ф[и]рештә — әҙ. ф[ә]рештә (ангел); диал. ж[и]йәү (Бәйәктөҙ) — әҙ. й[ә]йәү (пешком); диал. билм[и]н (Оло Ҡыҙылбай) — әҙ. бил­м[ә]н (пельмени).
  • [ө][э] ([е]) өндәренең тап килеүе: диал. к[е]т[е]ү (Аҡабаш) — әҙ. к[ө]т[ө]ү (стадо); диал. м[е]хәпәт — әҙ. м[ө]хәббәт (любовь); диал. б[е]ткән — әҙ. б[ө]ткән (закончившийся).
  • [и][э] ([е]) өндәренең тап килеүе: диал. [э]рләү — әҙ. [и]ләү (прясть); диал. [э]реү — әҙ. [и]реү (таять, растаять); диал. [э]шетеү — әҙ. [и]шетеү (слышать, услышать); диал. ч[е]гән (Бәйәктөҙ), с[е]гән (Шөкөр, Араҡай, Үрмәкәй, көньяҡ һөйләштәр) — әҙ. с[и]ған (цыган); диал. мәс[и]т (Теләш) — әҙ. мәс[е]т (мечеть).
  • айырым осраҡтарҙа [ә][э] ([е]) өндәренең сиратлашыуы күҙәтелә[8]: диал. [э]мәйҙек (Аҡабаш, Урта Боғалыш) — әҙ. [ә]мәйҙек (женское нагруд­ное украшение); диал. бес[е]й — әҙ. бес[ә]й (кошка); диал. тәб[е]шәк — әҙ. тәп[ә]шәк (низкий); диал. тилб[е]рән (Бәйәктөҙ) — әҙ. тилеб[ә]рән (белена, дурман); диал. белекей / белкей/ белеки/ белки (Шөкөр, Араҡай, Үрмәкәй) — әҙ. бәләкәй (маленький).
  • айырым осраҡтарҙа [и] өнөнөң [ы] өнөнә күсеүе күҙәтелә: диал. [и]ҙа сигеү (Теләш) — әҙ. [ы]ҙа сигеү (мучаться), диал. ҡарс[и]ға — әҙ. ҡарс[ы]ға (ястреб); диал. ыуылдыр[и]ҡ (Үрмәкәй) — әҙ. ыуылдыр[ы]ҡ (икра).
  • айырым осраҡтарҙа [о][у], [ө][ү] тап килеүе күҙәтелә: диал. ш[о]лай (Шөкөр) — әҙ. ш[у]лай (так); йохаланыу — әҙ. юха­ланыу (подхалимничать); диал. т[о]ҡмас (Бәйәктөҙ, Әжекәй, Һыҙғы) — әҙ. т[у]ҡмас (лапша); диал. с[ө]прә (Шөкөр, Урта Боғалыш, Әжекәй) — әҙ. с[ү]прә (дрожжи, закваска); диал. хөк[ө]мәт (Шөкөр) — әҙ. хөк[ү]мәт (правительство); диал. б[у]ғырҙаҡ (Үрмәкәй), б[у]ғырҙаҡ / б[о]ғарҙаҡ (Шөкөр) — әҙ. б[о]ғарҙаҡ (дыхательное горло, трахея); диал. к[ү]пшә (Шөкөр, Урта Боғалыш, Бәйәктөҙ) — әҙ. к[ө]пшә (купырь); диал. [ү]гетләу (Шөкөр) — әҙ. [ө]гөтләү (уговаривать).
  • һүҙ башында һәм һүҙ уртаһында [б] өнөнөң [п] өнөнә тап килеүе күҙәтелә[9]: диал. [п]сән (Урта Боғалыш, Оло Ҡыҙылбай, Теләш), [п]чән (Бәйәктөҙ) — әҙ. [б]есән (сено); диал. [п]саҡ (Урта Боғалыш, Оло Ҡыҙылбай), [п]чаҡ (Бәйәктөҙ) — әҙ. [б]ысаҡ (нож); диал. [п]има (Әже­кәй) — әҙ. [б]ыйма (валенки).
  • һүҙ башында һәм ижек башында [м] өнөнөң [б] өнөнә тап килеү һәм кире осраҡтар ҙа күҙәтелә[10]: диал. [м]айтаҡ (Шөкөр, Әжекәй, Аҡабаш) — әҙ. [б]айтаҡ (изрядно, значительно, гораздо); диал. [м]ында — әҙ. [б]ында (здесь); диал. мынау — әҙ. [б]ынау (этот); диал. [б]ис (Бәләкәй Аҡа) — әҙ. [м]ейес (печь); диал. [б]уйынса (Шөкөр, Аҡабаш, Араҡай) — әҙ. [м]уйынса (женское нагрудное украшение); диал. ҡу[б]ыз (Шөкөр, Аҡҡол) —әҙ. ҡу[м]ыҙ (кубыз — щипковый музыкальный инструмент).
  • һүҙ башында һәм һүҙ уртаһында [п] өнөнә [ф] өнөнөң тап килеү осраҡтары күҙәтелә: диал. [ф]әрҙә — [п]әрҙә (занавес); диал. ҡал[ф]аҡ (Урта Боғалыш) — әҙ. ҡал[п]аҡ (женский головной убор); диал. [ф]аралис — әҙ. [п]аралич; диал. ту[ф]раҡ (Шөкөр, Ҡорғат) — әҙ. ту[п]раҡ (почва). Шул уҡ ваҡытта: диал. Ө[п]ө — әҙ. Ө[ф]ө (гидроним, Уфа), диал. Ө[п]әле — әҙ. Ө[ф]әле (ҡала, Уфалей).
  • боронғо төрки яҙма ҡомартҡылар дәүеренән һаҡланып ҡалған [-нт-], [-мт-], [-ңҡ-], [-лт-] диссими­лятив өн ҡушылмалары ла осрай[11]: диал. ашанты (Әртә-Шигер), ашанды (дим һөйләше) — әҙ. аҙыҡ, ашамлыҡ (еда, кушанье); диал. ҡомтоҡ (Аҡабаш) — әҙ. сәйгүн (чайник); диал. маңҡай (Әжекәй) — әҙ. маңлай (лоб); диал. килте — әҙ. килде (пришел); диал. йыл та — әҙ. йыл да (каждый год); диал. артабанты — әҙ. артабан (дальше, в дальнейшем); диал. анта — әҙ. унда (там); диал. Пирмтә — әҙ. Пермдә (в Перми).
  • [һ] һәм [ҫ] өндәренә [с] өнөнөң тап килеүе күҙәтелә: диал. [с]ыйыр — әҙ. [һ]ыйыр (корова); диал. [с]арыҡ — әҙ. [һ]арыҡ (овца); диал. у[с]аҡ/ау[с]аҡ — әҙ. у[ҫ]аҡ (осина). Шул уҡ ваҡытта [һ] һәм [ҫ] өндәре айырым һүҙҙәрҙә ҡулла­ныла: дөрөҫ (Шөкөр, Үрмәкәй), туҫтаҡ (Тәкә, Аҡабаш, Әртә-Шигер), бәҫ (Тәкә, Ҡорғат, Абдулла), һуҡыр себен (Тәкә), ҡыр кәзәһе (Тәкә).

Свердловск һәм Силәбе өлкәләренең Бәйәктөҙ, Һыҙғы, Әжеғол һәм ҡайһы бер башҡа ауылдар халҡының һөйләү телендә әҙәби телдәге [с] өнөнә даими рәүештә [ч] дөйөм төрки өнө тап килә: диал. [ч]аңға — әҙ. [с]аңғы (лыжи); диал. [ч]ирәм — әҙ. [с]иҙәм (целина); диал. [ч]әй — әҙ. [с]әй (чай); диал. ҡар[ч]ыға — әҙ. ҡар[с]ыға (ястреб). Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер урындарҙа, мәҫәлән, Урта Боғалыш ауылы халҡының телендә, айырым һүҙҙәрҙә [с] өнөнөң [ч] өнөнә күсеүе күҙәтелә: сирәм (әҙ. си­ҙәм), селпәрәмә, сәй, сөсө, ҡысҡыс (әҙ. ҡыҫҡыс). Тағы ла ошо төбәк ауылдары халҡының телендә һүҙ һәм ижек башында әҙәби телдәге [й] өнөнөң йомшаҡ [ж,] өнөнә күсеүе характерлы: диал. [ж,]ыйын — әҙ. [й]ыйын (народный праздник); диал. [ж,]ән —әҙ. [й]ән (душа); диал. кин[ж,]ә — әҙ. кин[й]ә (последыш, младший); диал. ж, иҙе/ йеҙе — әҙ. ете (семь). Шул уҡ ваҡытта һөйләштең күпселек өлөшөндә әҙәби телдәге [й] өнөнә ҡаты [ж] өнө тап килә: диал. [ж]ылыу — әҙ. [й]ылыу (полынья), диал. [ж]әйәү — әҙ. [й]әйәү (пешком). Айырым осраҡтарҙа [ж] һәм [й] өндәре параллель ҡулланыла: диал. [ж]ән/[й]ән — әҙ. [й]ән (душа), диал. [ж]ир/[й]ер — әҙ. ер (земля), диал. [ж]ыйын/[й]ыйын — әҙ. [й]ыйын (народное собрание)[1].

Һөйләштә [ҙ] һәм [з] тартынҡыларын ҡулланыуҙа бер ниндәй ҙә эҙмә-эҙлелек күҙәтелмәй: ҡоҙа (сват), мөгөҙ (рог), аҙаҡ (после, потом), иҙән/изән (пол), утыҙ/утыз (тридцать). Төньяҡ-көнбайыш диалекттың түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләшендәге һымаҡ һүҙ башында [ҙ][д] тап килеү осраҡтары бар: [ҙ]ан — [д]ан (слава, известность, знатность); [ҙ]анныкеше (Әжекәй) — [д]анлы кеше (знатный человек); [ҙ]әү —[д]әү=ҙур (большой)[1].

Морфологик үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урта урал һөйләше күплек һәм һүҙ яһаусы ялғауҙар ҡулла­нылышы буйынса көньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш диа­лекттары һөйләштәре менән оҡшаш (атлар, көннәр һ. б.)[12].

Бойороҡ ҡылымдың -ың/-ең 2-се зат күплек формаһы әҙәби телдәге -ығыҙ/-егеҙ формаһына ҡарағанда киңерәк ҡулланыла: диал. тороң — әҙ. тороғоҙ (вставайте); диал. килең — әҙ. килегеҙ (приходите); диал. йәң — әҙ. йәгеҙ (давайте)[1].

Һөйләштә килеш ялғауҙарын ҡулланыуҙа бер ни тиклем айырмалар күҙәтелә.

Килеш Урта урал һөйләшендә «мин» һәм «ул» зат алмаштарының килештәр буйынса үҙгәреүе Әҙәби телдә «мин» һәм «ул» зат алмаштарының килештәр буйынса үҙгәреүе
Төп мин (я) ул (он) мин (я) ул (он)
Эйәлек минең аның минең уның
Төбәү минеңә/мейә аныңа/аңа миңә уға
Төшөм мине аны мине уны
Урын-ваҡыт минеңдә/миндә аныңда/анда миндә унда
Сығанаҡ минән аныңдан/анан минән унан

Башҡа һөйләштәрҙән айырмалы рәүештә, урта урал һөйләшендә -дағын/-дәген, -ҙағын/-ҙәген көсәйтеү-раҫлау киҫәксәләре бар: ҡайт­тым дағын (пришел ведь); бирҙем дәген (отдал же). Һәм бында шулай уҡ ҡый, кий, кей раҫлау киҫәксәһе ҡулланыла: Кәзәкәй күп ашамай ҡый (Коза ведь много не ест)[1].

Урта урал һөйләшендә -ҡай/-кәй аффиксы һүҙ яһаусы һәм форма яһаусы аффикс булып тора: ҡәйнекәй (Әжекәй, Оло Ҡыҙыл­бай ауылдары) — ҡәйнеш (шурин — младший брат жены), инәкәй (Үрмәкәй ауылы) — өләсәй (бабушка)[1].

Лексик үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урта урал һөйләшенең диалекталь лексикаһы башҡорт теленең башҡа һөйләштәре лексикаһы менән, нигеҙҙә, уртаҡ. Һөйләш лексикаһынан миҫалдар:

Диалектизм Мәғәнәһе Диалектизм Мәғәнәһе
астырма асылмалы тәҙрә (створчатое окно) өй (Үрмәкәй, Урта Боғалыш) иҫке, туҙған йорт (старый, ветхий дом)
май бүрәнә (Үрмәкәй) түбә өрлөгө (балка потолочная) өйкәртә ишек алды (двор)
сәгәү (Араҡай) бүрәнәне күтәртеү өсөн күҫәк (рычаг из дерева) урам күпере (Үрмәкәй) ихатала йәйелгән иҙән (пол, настланный во дворе)
дәгәрсәк йеп (Үрмәкәй) кәтүк еп (катушечные нитки) ҡойроҡ бағана (Үрмәкәй) ирештең артҡы сөйө (хвостовой колышек в ткац­ком станке)
жиле (Үрмәкәй) иреш буйы (длина основы от передней палки до заднего шпиля при домашнем ткачестве) сеп (Үрмәкәй, Әжекәй) кәләпләнгән еп (основанная нитка для тканья)
сүмәләбаш (Үрмәкәй) алынмалы ҡолға башы (верхняя часть прямой прялки, которая обычно вынимается) палас (Әртә-Шигер, Әжекәй, Һыҙғы) сепрәк балаҫ (тряпичный самотканый по­ловик)
кәтермәс (Борғатъя) шөкәрә (сухарь) сәтләүек (Оло Ҡыҙылбай) бауырһаҡ (баурсаҡ)
тош/баллы тош (Оло Ҡыҙылбай, Бәйәктөҙ, Һыҙғы) бауырһаҡ (баурсаҡ) әүен ботҡа (һыҙғы) игенде урып-һуғып бөткәс бешерелә торган бутҡа (каша, сваренная в честь окончания уборки урожая)
арсы (Шөкөр) ҡыҙҙы оҙата торған арба (повозка, на которой сопровождают невесту) кейәү иптәше (Әжекәй, Бәйәктөҙ) кейәү егете (шафер жениха)
озатҡыс (Шөкөр, Араҡай), озатҡыч (Әжекәй, Һыҙғы) арсый (сопровождающий невесту в дом жениха после свадьбы) айаҡсы (Теләш) көрәгәсе (тамада)
артлы бүкән (Шөкөр) артлы ултырғыс (стул) йоморо бүкән (Шөкөр) артһыҙ ултырғыс (табуретка)
мистөбә (Әжекәй) мейес башы (лежанка на печи) өлгө (Үрмәкәй) ҡорама (вещи, сшитые из лоскутьев)
тирәс, лампа тирәсе (Үрмәкәй) абажур (абажур) бөшкерик (Үрмәкәй), мөшкерик (Араҡай) буранка (воронка)
ортустаҡ (Аҡабаш) ағас сеүәтә (деревянная чашка средней величины) сынтустаҡ (Урта Боғалыш) сынаяҡ (чашка чайная)
ташламайаҡ (Һыҙғы) бал сеүәтәһе (чашечка для раздачи мёда) таштабаҡ (Араҡай) төрлө ҙурлыҡтағы фарфор табаҡ (чашки различной величины из фарфора)
тыш/тустаҡ тыш (Шөкөр, Аҡабаш, Үрмәкәй, Араҡай) сынаяҡ аҫты (блюдце) эс/туҫтаҡ эс (Шөкөр, Аҡабаш, Үрмә­кәй, Араҡай), тустаҡ эче (Урта Боғалыш) сынаяҡ өҫтө (чашка чайная)
үрәтабаҡ (Үрмәкәй) ҡоштабаҡ (большая тарелка) бөтөн ойоҡ (Әжекәй) оҙон ҡуныслы ойоҡ (шерстяные чулки-самовязки)
керпек (Шөкөр, Араҡай, Аҡҡол) бала-итәк (оборка) элдек (Шөкөр, Һыҙғы) иңербау (шнурки, которыми завязывается ворот рубашки)
бала сана (Теләш) бәләкәй сана (маленькие санки) салғы кендеге (Үрмәкәй) саты тотҡаһы (рукоятка косы)
турбиса (Оло Ҡыҙылбай) тәгәрмәс көпсәге (ступица) инәкәй (Үрмәкәй) әсәйҙең әсәһе (бабушка по матери)
ҡәйнәней (Бәйәктөҙ, Һыҙғы) ҡәйнә (свекровь) ҡәртәтей (Урта Боғалыш, Әжекәй, һыҙғы), ҡәртәтей/ҡартәтей (Бәйәктөҙ) олатай (дедушка)
сибәр ҡыҙ (Әртә-Шигер) ҡәйенһеңле (золовка — младшая сестра мужа) сибәр ул (Оло Ҡыҙылбай, Әртә-Шигер) иренең кесе ир туғаны (младший брат мужа)
суҡ (Шөкөр) зат (родовое подразделение) улбала иренең кесе ир туғаны

(младший брат мужа)

беснәк (Аҡҡол) епшек ҡар (мокрый снег) аҡсарлағулән (Бәләкәй Аҡа) аҡһырғаҡ (чемерица)
Иләк йондоҙ (Оло Ҡыҙылбай, Әртә-Шигер), Иләк йолдыҙ (Әжеғол) Өлкәр (Стожары) зәйхар (Шөкөр) ялагай (зарни­ца)
дегәнәк-йемеш (Бәйәктөҙ, Әжеғол) дунала (боярышник) ҡуйан-ҡолаҡ (Бәйәктөҙ) монар көпшәһе (болиголов)
сабынтәтәй (Бәләкәй Аҡа) һабын үләне (мыльнянка) самауыртәтәй (Үрмәкәй) томбойоҡ сәскәһе (цветок лилии водяной)
шәңгәтәтәй (Араҡай, Аҡабаш, Бәйәктөҙ) аҡ сәскә (ромаш­ка) сырғалыгөл (Бәйәктөҙ) тамсы гөл (фуксия)
эт сыбығы (Әжекәй) гөлйемеш (шиповник) бүрейүкә (Бәләкәй Аҡа) ағыулы йүкә (волчье лыко, волчьи ягоды)
арҡасүмес (Әжекәй, Оло Ҡыҙылбай), йелкә ҡапҡасы (Оло Ҡыҙылбай) соңҡа (бугор затылочной кости) бетекей кеше (Шөкөр) кәүҙәгә бәләкәй кеше (человек низкого роста)
теш төбө (Теләш) сирса (десна) тәпәс (Әжекәй, Һыҙғы, Те­ләш) тәбәнәк (человек низкого роста)

М. И. Дилмөхәмәтов буйынса урта урал һөйләшенең диалектик лексикаһы көнсығыш диалекттың барлыҡ һөйләштәре, көньяҡ диалект­тың дим һәм урта, төньяҡ-көнбайыш диалекттың ҡариҙел һәм танып һөйләштәре менән уртаҡ позицияла тора[7]. Башҡорт-урыҫ лексик параллелдәре халыҡ тормошоноң күп кенә өлкәләренә кергән. Һөйләштә башҡорт-фин-уғыр, башҡорт-татар, башҡорт-мишәр лексик параллелдәре башлыса көнкүреш лексикала һәм кеше ҡылыҡһырламаһы менән бәйле һүҙҙәр ҡатламында урын алған[1].

  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 Шәкүров Р. З., 2012
  2. Даянов К., Харисов А. И. Стилистика: учебник для 5 — 7 классов неполной средней и средней школы. — Уфа, 1939. — С. 60—66.
  3. Миржанова С. Ф., 2006, с. 12
  4. Научный отчёт диалектологической экспедиции 1954 года, 2008, с. 300
  5. Баишев Т. Г. Башкирские диалекты в их отношении к литературному языку/ под ред. Н. К. Дмитриева. — М., 1955. — С. 112. — 33 с.
  6. Руденко С. И. Башкиры: историко-этнографические очерки. — М.-Л., 1955. — С. 348—350.
  7. 7,0 7,1 Дильмухаметов М. И., 2006
  8. Был үҙенсәлек шулай уҡ көнсығыш диалекттың — әй, арғаяш, көньяҡ диалекттың — дим, урта, төньяҡ-көнбайыш диалекттың ҡариҙел һөйләштәре өсөн хас.
  9. Был үҙенсәлек шулай уҡ көнсығыш диалекттың — арғаяш, көньяҡ диалекттың — дим, егән, өршәк һәм урта, төньяҡ-көнбайыш диалекттың ҡариҙел һәм танып һөйләштәре өсөн хас.
  10. Был үҙенсәлек шулай уҡ күп кенә башҡа башҡорт һөйләштәрендә күҙәтелә.
  11. Был күренеш иң элек төньяҡ-көнбайыш диалекттың ҡариҙел, көньяҡ диалекттың — егән һәм урта һөйләштәр өсөн хас.
  12. Башҡорт теленең диалекттары һүҙлеге, 2002, с. 7
  • Баишев Т. Г. Башкирские диалекты в их отношении к литературному языку/ под ред. Н. К. Дмитриева. — М., 1955. — 112 с. (рус.)
  • Башҡорт теленең диалекттары һүҙлеге. Төҙөүселәре: М. И. Дилмөхәмәтов, У. Ф. Нәҙерғолов, С. Ғ. Сабирйәнова, Ғ. Ғ. Гә­рәева. — Өфө: Китап, 2002. — 432 с. — ISBN 5-295-03104-7. (баш.)
  • Башҡорт һөйләштәренең һүҙлеге. Көнбайыш диалект. Т. 3. — Өфө: Башҡ. китап нәшриәте, 1987. (баш.)
  • Диалектологический атлас башкирского языка. Составители: Н. X. Максютова, С. Ф. Миржанова, У. Ф. Надергулов, М. И. Диль­мухаметов, С. Г. Сабирьянова, Г. Г. Гареева.— Уфа: Гилем, 2005. — 234 с. (рус.)
  • Дильмухаметов М. И. Говор среднеуральских башкир. — Уфа: Гилем, 2006. — 191 с. — ISBN 5-295-03104-7. (рус.)
  • Дильмухаметов М. И. Говор среднеуральских башкир/Ав­тореферат кандидатской диссертации. — Уфа: БГУ, 1980. — 24 с. (рус.)
  • Зайнашева З. Ф. Языковые особенности таныпского говора башкирского языка. Автореф. дис… канд. филол. наук. — Уфа, 2008. (рус.)
  • История башкирского литературного языка./ Э. Ф. Ишбердин, И. Г. Галяутдинов, Р. Х. Халикова. — Уфа: Башк. изд-во «Китап», 1993. — 320 с. — ISBN 5-295-02098-3. (баш.)
  • Ишбулатов Н. Х. Башҡорт теле һәм уның диалекттары. — Өфө: Китап, 2000. — 212 с. — ISBN 5-295-02659-0. (баш.)
  • Максютова Н. Х. Башкирские говоры, находящиеся в иноязычном окружении. — Уфа: Китап, 1996. (рус.)
  • Миржанова С. Ф. Северо-западный диалект башкирского языка. — Уфа: Китап, 2006. — 296 с. — ISBN 5-295-03923-4. (рус.)
  • Северо-западный диалект башкирского языка. Научный отчёт диалектологической экспедиции 1954 года. — Уфа: Гилем, 2008. — 372 с. (баш.) (рус.)
  • Хөсәйенова Л. М. Башҡорт диалектологияһы. — Стәрлетамаҡ, 2011. — 155 б. (баш.)
  • Шәкүров Р. З. Башҡорт диалектологияһы. — Өфө: Китап, 2012. — 240 с. — ISBN 978-5-295-05479-2. (баш.)