Эстәлеккә күсергә

Хәлил

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәлил

Хәлил — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Хәлил башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән, мәғәнәһе — ысын дуҫ[1]; яҡын, тоғро дуҫ[2]

Барлыбаев Хәлил Әбүбәкер улы (5 ғинуар 1944 йыл — 18 март 2020 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһы уҡытыусыһы. 19921995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләт милке менән идара итеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Рәсәй Федерацияһының 3-сө саҡырылыш Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты (19992003). Иҡтисад фәндәре докторы (1992), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1993).

Хәлил Фәйзрахман улы Әлишев (18911937) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмөнөң командиры. Штабс-ротмистр (1919).

Хәлил (Хәлиулла) Ниғмәтулла улы Тереғолов (12 март 1890 йыл — 7 декабрь 1937 йыл) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Башҡорт армияһы поручигы, Башҡорт хәрби шураһының бүлек мөдире.

Хәлил Рза Олотөрк (әзерб. Xəlil Rza Ulutürk; 21 октябрь 1932 йыл — 22 июнь 1994 йыл) — шағир, филолог. Әзербайжандың халыҡ шағиры (1992).

Хәлил Муллаҡаев (рус. Халиль Муллакаев; 1913 йыл — 1980 йыл) — ҡурайсы, Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы.

Әминев Хәлил Мөхәммәт улы (1886 йыл1959 йыл) — көрәшсе. Георгий тәреһе бантының тулы кавалеры. Милли көрәш буйынса РСФСР-ҙың халыҡтар Спартакиадаһының Урал-Кузбасс зонаһында абсолют чемпионы (1932).

Жибран Хәлил Жибран,ғәр. جبران خليل جبران‎‎, ингл. Kahlil Gibran (6 ғинуар 1883 йыл, Бишари — 10 апрель 1931 йыл, Нью-Йорк) — Ливан һәм АҠШ философы, рәссам, шағир һәм яҙыусы. ХХ быуаттың мәшһүр ғәрәп яҙыусыһы һәм философы. Жубран Хәлил Жубранға киң билдәлелек килтергән китап — The Prophet (Пәйғәмбәр) (1923), уның фәлсәфәһенең юғарғы үре. Китап 100-ҙән ашыу телгә тәржемә ителгән.

Хәлилов Азамат Самат улы (3 май 1970 йыл — 27 май 2018 йыл) — театр һәм кино актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2000) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2000).

Хәлилов Азат Насретдин улы, Азат Кинйә (29 май 1962 йыл) — уҡытыусы, балалар яҙыусыһы, йәмәғәтсе. 2010 йылдан Башҡорт Википедияһы ирекмәне.

Хәлилов Рөстәм Радик улы (10 декабрь 1949 йыл) — Рәсәй бишалышсыһы. Хәҙерге бишалыш буйынса халыҡ-ара класта(2000) Рәсәй спорт мастеры. Шәхси иҫәптә Донъя һәм Европа чемпионаттарында көмөш призер, юниорҙар араһында команда иҫәбендә 2000 йылдағы Европа чемпионаты эстафетаһында донъя һәм Европа чемпионы. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы(2000).

Хәлилов Валерий Михайлович (30 ғинуар 1952 йыл — 25 декабрь 2016 йыл) — Рәсәй дирижеры, композитор. А. В. Александров исемендәге Рәсәй армияһы академия йыр һәм бейеү ансамбленең художество етәксеһе һәм начальнигы (2016 йылдың апрель-декабре). Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәренең хәрби-оркестр хеҙмәте начальнигы һәм төп хәрби дирижеры (20022016). Генерал-лейтенант (2010). Рәсәй композиторҙар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2014).

Хәлил (Ырымбур өлкәһе) — Ырымбур өлкәһенең Гай районындағы башҡорт ауылы.

Иҫке Хәлил (Ырымбур өлкәһе) (рус. Старохалилово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Гай ҡала округындағы ауыл.

Иҫке Хәлил (Дыуан районы) (рус. Старохалилово) — Башҡортостандың Дыуан районындағы ауыл.

Яңы Хәлил (рус.  Новохалилово) — Башҡортостандың Дыуан районындағы ауыл.

Кесе Хәлил (рус. рМалохалилово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Гай ҡала округындағы ауыл.

Хәлил (Ҡариҙел районы) (рус. Халилово) — Башҡортостандың Ҡариҙел районындағы ауыл.

Хәлил (Әбйәлил районы) (рус. Халилово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл.

Хәлил ҡасаба советыЫрымбур өлкәһе Гай районындағы ауыл биләмәһе статусы булған административ-территориаль берәмек.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ