Сапай (Дәүләкән районы)
Ауыл | |
Сапай рус. Чапаево | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Сельсовет | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453412 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Сапай (рус. Чапаево) — Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 444 кеше[2]. Почта индексы — 453412, ОКАТО коды — 80222825003.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 444 | 237 | 207 | 53,4 | 46,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 47 саҡрым алыҫлыҡта Сәрмәсән йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылға 1740 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә шул уҡ даруғаның Йәнәй улусы Үтәгән ауылы башҡорттары нигеҙ һала. 1795 йылда 20 йортта 85 кеше йәшәгән,1834 йылда 240 кеше, 1865 йылда 67 йортта — 498 кеше,1870 йылда 502 кеше,1913 йылда 668 кеше,1920 йылда 663 кеше, 1932 йылда 768 кеше, 1939 йылда 564 кеше, 1959 йылда 423 кеше, 1989 йылда 377 кеше, 1999 йылда 423 кеше,2002 йылда 426 кеше. Башҡорттар йәшәй. Ауыл халҡы малсылыҡ, умартасылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгән. Мәсет булған. 1906 йылда шулай уҡ һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән.1919 йылдың 26 майында Чапаевтың 25-се дивизияһы 218-се полк тарафынан Сапай һәм Ҡыҙрас ауылдарын аҡтарҙан азат ителгән. Халҡы 1930—1950 йылдарҙа «Чапаев», 1950—2007 йылдарҙа «Асылыкүл» колхозында, колхоз бөткәс, «Төбәк-Агро» ЯСЙ‑нда эшләй. 1950-се йылдарҙа колхозда балыҡ үрсетеү буйынса айырым бригада булған. Башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар[3][4].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Дәүләкән): 47 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ҡыҙрас): 3 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Дәүләкән): 47 км
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урам исемдәре[5]:
- Еңеү урамы (рус. Победа (улица))
- Тау аҫты урамы (рус. Подгорная (улица))
- Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бәкеров Әхәт Барый улы (17.02.1952), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һәм юғары мәктәп ветераны, ғалим-табип-гематолог, йәмәғәтсе. 1997 йылдан Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты директоры. Башҡортостан Республикаһының 4-се (2008—2013) һәм 5-се (2013—2018) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2012), медицина фәндәре докторы (1996), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2002), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995) һәм атҡаҙанған фән эшмәкәре (2005).
- Ҡотлозаман Ҡотлоҡәҙимов (1791—?), хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
- Ҡотлоғәлләмов Ғарифулла Шәрифулла улы (5 октябрь 1965 йыл) — Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Дәүләкән районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе, көньяҡ-көнбайыш район-ара халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге директоры.
- Ҡотлоғәлләмов Ришат Шәрифулла улы (21 март 1968 йыл) — отставкалағы полиция подполковнигы, Башҡоростан Республикаһы Арбитраж судының суд составы рәйесе, Башҡортостан Реcпубликаһының атҡаҙанған юрисы (2005),
- Сәйетгәрәева Тәнзилә Хөсәйен ҡыҙы (26 март 1960 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү мәктәбенең почётлы хеҙмәткәре (2014)[6].
- Хәбибрахманов Шәмсулла Хәбибулла улы (1 февраль 1958 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1999), Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү мәктәбенең почётлы хеҙмәткәре (2004),Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2008),1993 йылдан М.Исҡужин исемендәге № 136 башҡорт лицей-мәктәбе директоры[6].
Халыҡ ижады информаторҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Үлекүл» легендаһын 1964 йылда Сапай ауылы Солтан Ғабдрахмановтан (69 йәшлек) М. М.Сәғитов яҙып алған. "Башҡорт халыҡ ижад"ы 2-се том һәм Ә.Сөләймәновтың «Аҡмулланы биргән мең ҡәүеме» 1-се томға ингән[7].
- «Хәтирәләр» (Ҡыҙрас Муллаҡаев), Ҡыҙрас ауылы тарихын Абдрахманов Солтан Абдрахман улынан (1891 йылғы) яҙып алынған. «Дәүләкән ынйылары» китабына ингән[8].
Матбуғат биттәрендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.472 2022 йыл 11 апрель архивланған.
- ↑ А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 329—330 б.б..
- ↑ «Налог Белешмәһе системаһында» Сапай ауылы
- ↑ 6,0 6,1 Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 106.
- ↑ Әхмәт Сөләймәнов. «Аҡмулланың биргән мең ҡәүеме фольклоры» I том. — Өфө: «Аэрокосмос и ноосфера», 2006 й. — С. 146—13-сө б..
- ↑ А.М.Хәкимйәнова, Р.Ғ.Мөхәмәтғәлин. «Дәүләкән ынйылары». — Өфө: «Эшлекле династия», 2008 й. — С. 86—87-се б.б..
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сапай (Дәүләкән районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 16 февраль 2022)
- Чапаево на портале «Генеалогия и Архивы»
- Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.472 2022 йыл 11 апрель архивланған.
- А.М.Хәкимйәнова, Р.Ғ.Мөхәмәтғәлин. «Дәүләкән ынйылары». — Өфө: «Эшлекле династия», 2008 й. — С. 339—340-сы б.б..
- А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 329—330 б.б..
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7.
- «Давлеканово ТV» Телевидение. Видео/Ҡыҙрас ауыл Советы/ Буранғол, Ҡыҙрас. Сапай ауылдары
- «Давлеканово ТV» Тлевидение. Видео. Ҡыҙрас ауыл Советы
- Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 176.
- «Налог Белешмәһе системаһында» Сапай ауылы
- Әхмәт Сөләймәнов. «Аҡмулланың биргән мең ҡәүеме фольклоры» I том. — Өфө: «Аэрокосмос и ноосфера», 2006 й. — С. 13-сө б..
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. — ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 февраль 2022)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |