Эстәлеккә күсергә

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡортостан Республикаһының

Шәһит Хоҙайбирҙин

исемендәге премияһы
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Башҡортостан

Награда төрө

маҡтаулы исем

Награда тапшырыла

журналистика өлкәһендәге иң яҡшы ижади эштәр өсөн

Статус

ғәмәлдә

Статистика
Раҫланған ваҡыты

1996

Беренсе бүләкләү

1996

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия — Башҡортостан Республикаһының журналистика өлкәһендәге иң яҡшы ижади эштәргә йыл һайын бирелә торған премия. 1989 йылдың 8 апрелендә Башҡорт АССР-ының Журналистар союзы тарафынан булдырылған. 1996 йылда республиканың дәүләт наградаһы статусына күтәрелә.

Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең ижади эшмәкәрлеген дәртләндереү маҡсатында Башҡорт АССР-ының Журналистар союзы тарафынан 1989 йылдың 8 апрелендә булдырыла. Ул бер йыл арауығында иң яҡшы тип табылған әҫәрҙәре өсөн айырым журналистарға йә авторҙар коллективына бирелә. Был әҫәрҙәр гәзит һәм журналдарҙа баҫылырға, радио һәм телевидение аша тапшырылырға һәм китап булып донъя күрергә мөмкин. Республика ижади конкурсында еңеүселәргә «Журналистар союзының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты» тигән исем бирелә, уларға исемде раҫлаған диплом һәм күкрәккә тағыла торған билдә тапшырыла.

1996 йылдан Башҡортостандың Министрҙар Кабинеты ҡарары менән премия республика статусын алды һәм уның тураһында положение раҫланды[1]. Артабанғы йылдарҙа был документҡа ваҡыт талап иткән үҙгәрештәр индерелде.

Премия лауреаттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Лауреат исеменә республика баҫмаларының барыһының да, шулай уҡ ҡайһы бер ҡала һәм район гәзитәләре вәкилдәре лә лайыҡ булған.
  • Премия алыусылар араһында Башҡортостан журналистикаһы ветерандары — Виктор Орлов, Рәүф Насыров, Рәис Ҡасимов, Раиф Бадиҡов, Вячеслав Стрижевский, Алла Докучаева, Марсель Сәлимов, Альфред Стасюконис, Ирина Николенко, Тамара Нефёдова һәм башҡалар бар.
Йыл Бүләкләнеүсе Эшләгән урыны, вазифаһы, һөнәре Бүләкләү ерлеге
2021 Даян Мәжитов «Бәрәкәт» журналын ойоштороусы Ошо баҫмала донъя күргән әхлаҡи тәрбиә, ғаиләне нығытыу, һаҡлау, тел һәм мәҙәниәтте үҫтереү, хәйриәлек тураһындағы материалдары өсөн[2]
Татьяна Никитина «Тамыр» телеканалы мөхәррире «преград.net», «ЭТНОкраса», «Гора Новостей» программалары өсөн.[2]
Кәримә Усманова «Башҡортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе көньяҡ-көнсығыш райондарҙың социаль-иҡтисади үҫешен һүрәтләгән мәҡәләләре өсөн[2]
2020 Эмилия Завричко «Молодежная газета» баҫмаһы хәбәрсеһе Ошо гәзиттә баҫылған социаль әһәмиәтле темаларға мәҡәләләре өсөн[3]
Нур Ҡәҙербаев «Йәшлек» гәзите хәбәрсеһе «Йәшлек» гәзитендә донъя күргән спорт тематикаһына мәҡәләләр циклы өсөн[3]
Зөһрә Ҡотлогилдина Журналистика ветераны «Һуғыш балалары һөйләй» китабы өсөн[3]
2019 Лариса Абдуллина «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире «Башҡортостан» гәзитендә баҫылып сыҡҡан публицистик мәҡәләләр серияһы өсөн[4]
Рафиҡ Әхмәтшин «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының Башҡортостан юлдаш телеканалы хәбәрсеһе Башҡортостан юлдаш телеканалында эфирға сыҡҡан телерепортаждар серияһы[4]
Азат Ғиззәтуллин «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы таҫмаһында баҫылған мәҡәләләр серияһы өсөн[4]
Фәнүз Хәбибуллин «Кызыл таң» гәзите редакцияһының сәйәсәт бүлеге мөдире «Кызыл таң» гәзитендә донъя күргән мәҡәләләр серияһы өсөн[4]
2018 Энгель Зәйнетдинов ғалим-иҡтисадсы «Ватандаш» журналында, «Республика Башкортостан» һәм «Истоки» гәзиттәрендә баҫылып сыҡҡан материалдары; «Башкирская нефть и ее первопроходцы (18-20 вв.)» (Д.И. Михайлов менән авторҙашлыҡта) китабы өсөн[5]
Миләүшә Ҡаһарманова (Хәбилова) «Киске Өфө» гәзите хәбәрсеһе «Киске Өфө» гәзитендә баҫылып сыҡҡан публицистик мәҡәләләр серияһы өсөн[5]
Венера Ситдиҡова «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының «Юлдаш» радиоһы комментаторы «Башҡорттар», «Рухиәт», «Яҙмыштарҙа — ил тарихы» тапшырыуҙары өсөн[5]
2017 Марина Воронова «Стерлитамакский рабочий» гәзите хәбәрсеһе Замандаштарыбыҙ, уларҙың ыңғай ғәмәлдәре һәм эштәре тураһындағы мәҡәләләре өсөн[6]
Ләйлә Ишморатова (Аралбаева) «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы күҙәтеүсеһе Республика мәҙәниәте, сәнғәте һәм Башҡортостандан ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙ тураһындағы мәҡәләләр шәлкеме өсөн[6]
Фәнил Күзбәков Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы профессоры Башҡорт журналистикаһына, туған тел яҙмышына, тәбиғәт ҡомартҡыларын, матди һәм рухи байлыҡты һаҡлауға, йәш быуынды тәрбиәләүгә арналған мәҡәләләре өсөн[6]
2016 Гөлназ Данилова «Российская газета» редакцияһының Өфө филиалындағы өлкән хәбәрсе 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов тураһында билдәһеҙ факттарҙы асҡан материалдары өсөн[7]
Фәүзиә Мөхәмәтшина «Киске Өфө» гәзите хәбәрсеһе Замандың көнүҙәк мәсьәләләрен күтәргән аналитик материалдары өсөн[7]
Гүзәл Хәмитова Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналындағы телевидение студияһының тыуған яҡты өйрәнеү программалары бүлеге етәксеһе «Эҙәрмән», «Позывной «Барс», «Мистик Башҡортостан» тапшырыуҙар циклы өсөн[7]
2015 Гүзәл Агишева «Труд» гәзитенең бүлек мөдире Республиканың рухи мираҫын һаҡлауға һәм Мәскәүҙә уның ыңғай имиджын булдырыуға булышлыҡ итеүсе Башҡортостан һәм яҡташтар тураһында мәҡәләләр шәлкеме өсөн[8]
Рәмилә Мусина Белорет мәғлүмәт үҙәгенең «Урал» гәзите хәбәрсеһе «Урал» гәзитендә баҫылған публицистик мәҡәләләре өсөн[8]
Юрий Нестеренко Стәрлетамаҡ районы мәғлүмәт үҙәгенең «Ауыл тормошо» гәзите фотохәбәрсеһе «Улар Тыуған иле өсөн көрәште», «Тыуған ил ҡайҙан башлана…», «Спорт — көсһөҙҙәр өсөн түгел» фотоһүрәттәр шәлкеме өсөн[8]
2014 Людмила Кашапова "Молодёжная газета"ның бүлек мөдире Йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүгә йүнәлтелгән һәм Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләрен яҡтыртҡан мәҡәләләр шәлкеме өсөн
Олег Төхвәтуллин «Ҡыҙыл таң» гәзитенең бүлек мөдире «Яҙмышым да, шатлығым да — ауылым» китабына ингән публицистик мәҡәләләре өсөн[9]
Хәйҙәр Тапаков «Атайсал» гәзитенең (Сибай) баш мөхәррире «Утоли мои печали» китабына ингән публицистик мәҡәләләре өсөн[10]
2013 Радис Ноғманов «Өмөт» гәзитенең баш мөхәррире «Янырға икән янырға» китабы өсөн
Айрат Нурмөхәмәтов «Башҡортостан» гәзитенең фотохәбәрсеһе «Башҡортостан» гәзитендә баҫылған замандаштар тураһындағы фотолар өсөн
Зөлфиә Рәхмәтуллина «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының бүлек мөдире «Телеүҙәк», «Атылған йондоҙ», «Алло, һеҙҙе „Юлдаш“ тыңлай» тапшырыуҙар шәлкеме өсөн
2012 Зөһрә Арсаева «Юлдаш» радиоһы хәбәрсеһе «Тыуған яҡ», «Сделано в Башкортостане» тапшырыуҙары өсөн
Дамир Шәрәфетдинов журналист Йәмғиәттә татыулыҡ, Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләрен яҡтыртҡан мәҡәләләре өсөн
Рәзифә Сәхапова
Илдус Тимерханов
журналистар (Дүртөйлө) «Базы буйы — бөҙрә тал» китабы өсөн
2011 Венера Ильясова
Эмиль Мусин
Ләлә Латыпова
Алексей Шильников
«Туймазинский вестник» гәзите журналистары Үҙ өлгөһөндә әхлаҡи һәм рухи үҫешкә өндәүсе, дөйөм кешелек ҡиммәттәрен раҫлаусы замандаштарға бағышланған мәҡәләләр шәлкеме өсөн[11]
Рита Өмөтбаева «Башҡортостан» ДТРК-ның күңел асыу тапшырыуҙары редакцияһы етәксеһе Күгәрсен районын пропагандалағаны өсөн[12].
Фәнүр Ғилманов «Ҡыҙыл таң» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе 100 мәҡәлә тупланған «Такова жизнь» китабы өсөн[11]
Сибәғәт Рахманғолов «Йәшлек» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе «Ямалда ҡайын да үҫмәй» очерктар шәлкеме өсөн[11]
2010 Лена Ғәбделбарый ҡыҙы Ғабдрахманова журналист «Нисек йәшәйһең, башҡорт ауылы» мәҡәләләр шәлкеме өсөн
Гөлсәсәк Рәсих ҡыҙы Ханнанова «КоммерсантЪ-Башкортостан» гәзите журналисы Иҗтимағи—сәйәси темаға яҙылған мәҡәләләре өсөн
Азат Ярмуллин журналист «Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында»[13] китабы өсөн
2009 Юрий Викторович Ергин Башҡорт дәүләт университеты доценты Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте һәм мәғарифы тарихына бағышланған мәҡәләләре өсөн
Таһир Хабрахман улы Ишкинин Өфө ҡала хакимиәте белгесе «Киске Өфө» гәзитендә «Аҙна шаңдауы» рубрикаһында баҫылған мәҡәләләре өсөн
Флүрә Мәхмүтйән ҡыҙы Солтанова «Башҡортостан» ДТРК-һы радиохәбәрсеһе «Ватандаштар», «Йәдкәр» радиотапшырыуҙары өсөн
2008 Радик Шакир улы Вәхитов Өфө дәүләт авиация техник университеты доценты «Под крыло двуглавого орла» китабы өсөн
Андрей Александрович Ничков «Молодёжная газета» журналисы Ғаилә йылына бағышланған мәҡәләләре өсөн
Баныу Латиф ҡыҙы Ҡаһарманова «Йәшлек» гәзите хәбәрсеһе Ғаилә йылына бағышланған мәҡәләләре өсөн
2007 Әхмәр Үтәбай яҙыусы «Киске Өфө»гәзитенең «Диалог» рубрикаһында баҫылған мәҡәләләре өсөн
Тәлғәт Шаһманов «Юшатыр» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары «Шағәле Шаҡман нәҫеле» китабы өсөн
Марина Шумилова «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бүлек мөдире Башҡортостандың Рәсәйгә ирекле ҡушылыуының 450 йыллығына бағышланған мәҡәләләр шәлкеме өсөн
2006 Юрий Никифорович Коваль «Бельские просторы» журналы хәбәрсеһе Әхлаҡи һәм ил һөйәрлек тойғолары тәрбиләүгә арналған мәҡәләләре өсөн
Тәнзилә Үлмәҫбаева «Юлдаш» радиоһының баш мөхәррире Яҡташтары Күгәрсен районы хеҙмәтсәндәренә бағышланған тапшырыуҙары өсөн
Гөлфиә Янбаева «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире «Йөрәккә уйылған ғәм» («Сердце полно сострадания») китабы өсөн
2005 Әлфиә Аҡбутина «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары ЮНЕСКО линияһы буйынса Европа илдәренә яһаған сәйәхәтенең юл яҙмалары өсөн
Тамара Ивановна Нефёдова «Вечерняя Уфа» гәзитенең бүлек мөдире Республиканың арҙаҡлы шәхестәре тураһындағы мәҡәләләре өсөн
Рәсүл Сәғитов «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының мөхәррире «Үткән заман» исемле документаль радиотапшырыуҙар шәлкеме өсөн
Азамат Юлдашбаев Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары «Башкортостан на геополитической карте» тапшырыуҙар шәлкеме өсөн
2004 Алик Рәшид улы Аллаяров «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы журналисы Өфө балалар приютында тәрбиәләнеүселәргә арналған тапшырыуҙары өсөн
Ирина Владимировна Николенко «Республика Башкортостан» гәзите хәбәрсеһе Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуға арналған очерктары өсөн
Тимербулатов Зөфәр Мөхтәр улы Илеш мәғлүмәт үҙәге «Истоки» гәзитендәге мәҡәләләре өсөн
2003 Морозова Татьяна Петровна «Стерлитамакский рабочий» гәзите хеҙмәткәре Социаль мәсьәләләргә бағышланған мәҡәләләре өсөн
Мушкина Светлана Леонидовна «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы журналисы Социаль яҡтан яҡланмағандар тураһында фильмдары өсөн
Фазлетдинов Илдар Камилович «Ҡыҙыл таң» гәзите хәбәрсеһе Социаль-иҡтисад мәсьәләләрен даими яҡтыртҡан өсөн
2002 Гәүһәр Батталова «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының баш мөхәррире II Бөтә донъя Башҡорттары Ҡоролтайына арналған телевизион фильмдар өсөн
Фәүзиә Латыпова «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе «Изгелектәр генә эҙләйем» китабы өсөн
Петровская Людмила Витальевна «ТУ-154» самолетының һәләкәте (02.07.2002) айҡанлы яҙылған мәҡәләләре өсөн
2001 Динә Арыҫланова «Башҡортостан ҡыҙы» журналы хәбәрсеһе Социаль мәсьәләләргә арналған мәҡәләләре өсөн
Аҙнағолов Юнир Ғәлимйән улы «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» китабы өсөн
Альфред Стасюконис «Республика Башкортостан» гәзите хәбәрсеһе «Портреты на фоне войны» китабы өсөн
Рәүеф Хәкимов «Ҡыҙыл таң» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе «Курск» һыу аҫты кәмәһендә һәләк булған яҡташтарға арналған очерктары өсөн
2000 Фәрит Вахитов
Флүзә Мырҙабаева
Фәтҡуллин Фәрит Миңнулла улы «Ҡыҙыл таң» гәзите хеҙмәткәре
Салауат Хәмиҙуллин
1999 Рәшиҙә Мәһәҙиева
Салауат Төпәев
Ризван Хажиев
Юрий Узиков журналист «Исторические памятники Уфы» китабы өсөн
1998 Зиф Имамов
Марсель Сәлимов
Сәлмән Ярмуллин «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе[14]
1997 Сергей Манзуров «Сибайский рабочий» гәзите хәбәрсеһе
Вячеслав Стрижевский
Илүзә Ҡапҡаева
Алла Докучаева
«Вечерняя Уфа» гәзите журналистары
Рима Сәрүәрова «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының радио хеҙмәте етәксеһе
1996 Фәниә Хәлитова «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы комментаторы[15]
Бәҙретдинов Сәлимйән Миңләхмәт улы
Иманғолов Сулпан Ғоссам улы
Суҡбаев Сәләхетдин Хөсәйен улы «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы радиотапшырыуҙар студияһының «Заман» ижади берекмәһе етәксеһе
1995 Баҙыҡов Рәиф Карам улы
Брехова Галина Николаевна
Буранғолов Йәмил Айҙар улы «Молодёжная газета» журналисы[16]

Чечен Республикаһында барған хәрби хәрәкәттәр тураһында репортаждар циклы өсөн

Ураҙғолов Рәлис Ришат улы
1994 Абдуллин Фәтих Саҙрый улы
Ғилманова Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы
Ғиләжев Мансаф Тажетдин улы
1993 Радмир Мырҙағәлин «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының ижади берекмә етәксеһе[17]
Зиннуров Рафаил Нариман улы
Калмацкий Борис Григорьевич
Юрасов Николай Алексеевич
1992 Ҡасимов Рәис Шәйәхмәт улы «Ҡыҙыл Таң» гәзите хеҙмәткәре
Солтанов Мостафа Кәрим улы Башҡортостан журналистикаһы аҡһаҡалы, хаҡлы ялда. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре тураһында очерктар һәм мәҡәләләр шәлкеме өсөн
Үтәев Рәшит Зиннәт улы
1991 Йәркәй Яҡшыдәүләтов «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы журналисы[18]
Живитченко Эдуард Вячеславович
1990 Орлов Виктор Семёнович
Насиров Рәүеф Хәй улы
1989 Ҡотлоғәлләмов Марсель Әҡсән улы
Козлов Анатолий Александрович, Шакиров Алик Фаизович, Шмаков Виктор Васильевич
  1. Постановление от 30 сентября 1996 года № 276 О премии имени Шагита Худайбердина 2013 йыл 19 октябрь архивланған. (рус.)
  2. 2,0 2,1 2,2 Башҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияның 2021 йылғы лауреаттары билдәле булды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2021, 13 октябрь (Тикшерелеү көнө: 13 октябрь 2021)
  3. 3,0 3,1 3,2 Башҡортостанда 2020 йылдың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары билдәле булды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2020, 7 октябрь (Тикшерелеү көнө: 8 октябрь 2020)
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Быйыл журналистарҙың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһын кем алды? «Йәшлек» гәзите сайты, 2019, 11 октябрь (Тикшерелеү көнө: 11 октябрь 2019)
  5. 5,0 5,1 5,2 Республикала Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары билдәле булды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 5 октябрь (Тикшерелеү көнө: 5 октябрь 2018)
  6. 6,0 6,1 6,2 Башҡортостандың баш ҡалаһында журналистарға Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшырҙылар «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 10 октябрь (Тикшерелеү көнө: 11 октябрь 2017)
  7. 7,0 7,1 7,2 Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаттары билдәле булды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 10 октябрь (Тикшерелеү көнө: 10 октябрь 2016)
  8. 8,0 8,1 8,2 Башҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттарын бүләкләү тантанаһы булды. — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 9 октябрь 2015 йыл
  9. Премиягә лаек булдылар. «Ҡыҙыл таң» гәзите, 2014, 9 октябрь(недоступная ссылка) (тат.)
  10. 2014 йыл өсөн лауреаттар билдәле булды
  11. 11,0 11,1 11,2 Вручены премии имени Шагита Худайбердина. Правительство Республики Башкортостан. Официальный сайт. 19.10.2011 2020 йыл 31 октябрь архивланған.
  12. Официальный портал РБ(недоступная ссылка)
  13. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында https://kitaptar.bashkort.org/files/avtonomiyaly_bashqortostan_bajraghy_astynda._ofo._2009.pdf
  14. Башкирская энциклопедия — Ярмуллин Сальман Шакирьянович 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 июнь 2018)
  15. Башҡорт энциклопедияһы — Сөләймәнова (Хәлитова) Фәниә Байгилде ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 16 февраль 2018)
  16. Башҡорт энциклопедияһы — Буранғолов Йәмил Айҙар улы 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 28 май 2018)
  17. http://xn--80ab4e.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/component/content/article/8-statya/10090-myr-a-lin-radmir-damir-uly 2016 йыл 21 апрель архивланған. Башҡорт энциклопедияһы — Мырҙағәлин Радмир Дамир улы (Тикшерелеү көнө: 20 февраль 2018)
  18. Башкирская энциклопедия — Якшидавлетов Яркей Анварович 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 ғинуар 2018)
  • Шәһит Хоҙайбирҙин. «Башҡортостандың аҫыл заттары» серияһы. Ижтимағи—сәйәси баҫма / Автор—төҙөүсе һәм мөхәррир Ғ. А. Хисамов. — Өфө, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариаты, 2006. — 308 бит. ISBN 5—85051—390—6.
  • Лауреаты премии имени Шагита Худайбердина. / авт.-сост.: Ф.Ш. Кудакаев, Р.З. Хажиев. — Уфа: Китап, 20016. — 192 с. ISBN 978-5-295-06511-8  (рус.)