Әйбәт (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Әйбәт - рус. Айбат - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Эткүл районындағы күл.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әйбәт күле Силәбе өлкәһе Эткүл районының Уй һәм Мейәс йылғалары араһында, Лебедевка ҡасабаһынан төньяҡ-көнбайышҡа 1,5 километрҙа урынлашҡан.

Силәбенән М-5 трассаһы буйлап килеп, Троицк трактына боролорға, 10 км үткәс, Калачево аша Эткүлгә, артабан һулға боролоп, Печенкино, Журавлево, Селезян, Устьянцево һәм Копытово эргәһенән Ҡурған өлкәһе һәм Оло Солтан ауылы йүнәлешендә барырға. Камышиноға боролған ерҙә ҡапма-ҡаршы яҡҡа боролоп, һыуһаҡлағыстан көнсығышта 5 километрҙа урынлашҡан Покровка ауылына юл тоторға. Артабан йәйәү барырға була. Һауа торошо яҡшы булғанда, Устьянцево ауылынан күлдең көнбайыш ярына сығып була. Өлкә үҙәге Силәбе ҡалаһынан – 100 км тирәһе. Екатеринбургҡа тиклем 320 км. Күл буйында тораҡ пункттар юҡ.

Килгән халыҡ, палаткалар ҡороп, ҡырағай ял ойошторалар, ял итеү базалары юҡ [1]. Кәмәлә йәки ярҙан балыҡ тотоп ял итергә мөмкин.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ярҙары бик һөҙәк, һайлыҡлы, ташылдыҡ ҡомло.

  • Күлдең өҫкө йөҙө майҙаны 0,32км (га)
  • Максималь тәрәнлеге: 2,5м
  • Уртаса тәрәнлеге: 3 метр
  • Географик координаталары: Киңлеге: 54°53′13″N (54.886891) Оҙонлоғо: 62°2′48″E (62.046718)
  • Һыуының үтә күренеүсәнлеге, сафлығы: төньяҡ һәм көнсығыш ярҙары һаҙлыҡлы.
  • Һыу сығанағы: атмосфера яуым-төшөмө иҫәбенә туҡлана [1]

Әйбәт күле оҙонса түңәрәк, һыуы сөсө, үтә күренмәле, ағымһыҙ йәки тымыҡ күл. Күл тектоник сығышлы. Төбө ҡомло, мәте ҡатламдары осрай.

Кәмә менән төшөр урындары бар.[2].

Әйбәт күлендә карась, сазан балыҡ йәки карп, алабуға, суртан, сабаҡ, чебек балыҡтарын ҡармаҡларға була.

Күлдең яры ҡамыш ҡулсаһына алынған, көньяғы һаҙлыҡлы. Ҡатнаш урман һыуға терәлеп тора. Көнбайыш ярында «Балыҡсы йорто» бар. Йылы миҙгелдә күлдең өҫкө йөҙө тәлмәрйен тәңкәһе менән ҡаплана.

Флораһы һәм фаунаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күл ҡыуаҡлыҡтар, ҡамыш менән уратып алынған. Күлдең көньяҡ ярҙары һаҙлыҡлы, ылымыҡтар, һаҙ үләндәре үрсегән. Күл буйҙар урман-дала үҫемлектәренә бай. Күл ярының ҡайһы бер урындарында урман да бар. Яҡындағы ауылдарҙа йәшәгән халыҡтың яратҡан шөғөлө — балыҡ ҡармаҡлау.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күлдең атамаһы башҡорт телендәге ир-ат исеменән йәғни «Һәйбәт» һүҙен урындағы халыҡ әйтеүенән килеп сыҡҡандыр. Һәйбәт, әйбәт — яҡшы тигәнде аңлата.

Гидронимдың урыҫса әйтелештә килеп сығышы тураһында Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә былай тип яҙа:

Айбат, озеро, Еткульский район; Айбатова, деревня, Аргаяшский район. В основе названий распространенное у башкир и татар тюркское мужское имя Айбат, из группы имен-посвящений, связанных с культом неба, где ай — «луна», со значением «счастье», бат — имяобразующая частица[3][4].

Урыҫ телендә Әйбәтте Айбат тип яҙып йөрөтәләр.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Реки-Озера/Рыбалка в Челябинской области/Озера Челябинской области/Айбат
  2. Озеро Айбат
  3. Шувалов Н. И. Шаблиш// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  4. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  • [ ]