Эстәлеккә күсергә

Әнжәләй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әнжәләй
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта

Әнжәләй (рус. Анжелы) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Кәҫле районындағы күл[2][3].

Силәбе өлкәһе географы, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә ошондай фаразды килтерә: «Анжелы, озеро, Каслинский район. От распространенного прежде у башкир тюркского мужского имени Анжелы»[4][5].

Башҡорт телендә Йәләй, Жәләй исеме бар (мәҫәлән, Мәжитов Хөсәйен Йәләй улы. Күрәһең, заманында ул Әнйәләй — Әнжәләй вариантында ла булған. Силәбе башҡорттарының һөйләшендә Йәләй — Жәләй рәүешендә лә ҡулланылыуы билдәле.

Әнжәләй Силәбе өлкәһенең Кәҫле районындағыСинара күлдәре төркөмөнә ингән һыу ятҡылығы.

Географик координаттары: киңлеге — 56°8′56.41″N (56.149004), оҙонлоғо — 60°56′7.23″E (60.935342).

Ярындағы тораҡ пункттар: көньяғында — Клеопино, төньяғында Григорьевка ауылдары.

Иң яҡын һыу ятҡылыҡтары: Оло Ям, Кесе Ям, Травяное, Ҡарағош, Сиркәшкүл күлдәре һәм Щербаковка йылғаһы.

Ярымтигеҙлек һыҙатында, Урал аръяғы пенепленында урынлашҡан.

Екатеринбургҡа тиклем араһы — 90 км, Силәбегә — 120 км. Трассанан күлгә тиклем — 1,3 км[6]

  • Максималь тәрәнлеге: 2м
  • Максималь оҙонлоғо һәм киңлеге (км): 1,85*1,65 км
  • Һыуҙың үтә күренеүсәнлеге, сафлығы: һыуы болғансыҡ.
  • Күлдән ағып сыға: һыуы Щербаковка йылғаһына төшә.
  • Диңгеҙ кимәленән бейеклеге: 242м
  • Майҙаны: 2,44км2

Күл төҙөк тиерлек түңәрәк һыҙатлы. Урманлы далала урынлашҡан. Ныҡ һаҙлыҡлы.

Төбө ҡомло, ылымыҡ менән ҡапланған[7]

Флораһы һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төбө ылымыҡлы. Ярҙарындағы үҫемлектәр урман-дала һыҙатына хас.

Күлдә ротан, табан балыҡ, карп бар. Элек табан балыҡ менән карп күп булған, әммә ротан килеп сығып, уларҙы бик ныҡ кәметкән тигән мәғлүмәт бар[8] Шул уҡ ваҡытта был күлдә тотолған балыҡта радиоактив матдәләр булыуы бар тиҙәр[9]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Озеро Анжелы(недоступная ссылка)
  3. Озеро Анжелы
  4. Шувалов // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  5. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области [1]
  6. Озеро Анжелы(недоступная ссылка)
  7. Озеро Анжелы(недоступная ссылка)
  8. Озеро Анжелы(недоступная ссылка)
  9. Озеро Анжелы(недоступная ссылка)
  • Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006—223 бит