Исмаил (Туймазы районы)
Ауыл | |
Исмаилово башҡ. Исмаил | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл Советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452771 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Исмаил (рус. Исмаилово) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 197 кеше[2]. Кәкребаш ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452771, ОКАТО коды — 80251825007.
Исеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл исеме Исмаил тигән кеше исеменән алынған[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исмаил ауылы Кәкребаш, Бәйрәкәтүбә, Илсембәт, Япрыҡ һәм башҡа Ҡыр-Йылан ауылдары кеүек үк, 12-се башҡорт кантонының 4-се тирмәһе составында була.
Башҡорттар ергә аҫаба булараҡ хужа була, ә типтәрҙәр уны, ер хужалары менән 1741 й., 1760 й., 1776 й., 1779 йылдарҙағы керҙәшлек килешеүе буйынса керҙәш булараҡ файҙалана. Тәүге төпләнеүсе, типтәрҙәр булып киткән яһаҡлы татарҙар старшинаһы Исмәғил Уразмәтов үҙе һәм уның улы Кәрим Исмаилов билдәле.
Был тораҡ пункты яйлап типтәрҙәр өҫтөнлөк иткән милли ҡатнаш тораҡ пунктҡа әүерелә. 1762 йылда бында 19 яһаҡлы татар теркәлгән, уларҙың барыһы ла пугачевсылар булған. 1783 йылда 68 типтәр иҫәпләнә, 1795 йылда — 75, башҡорттар — 7 ир-ат. 1816 йылда — 117 типтәр, башҡорттар — 22, 1834 йылда беренселәре — 137, башҡорттар — 26 ир-ат. 1834 йылдағы VIII ревизияға ярашлы башҡорттарҙың исемдәре: Абдулсәләм Мәхмүтов, уның улдары Абдулсаттар (уның улдары Абдулханнан, Абдулманнан, Мөхәммәтғәни), Абдулхалик; Ғәббәс Ильясов, уның улы Хәмзә, ҡустылары Ғәйнитдин һәм Дәүләтша; Ғабдуллатип Ильясов; Миндекәй Ғәлиев (1752—1818), уның улдары Турай (уның улы Ғәбделнасир, Мөхәмәтйән), Ғайнан, Хәсән, Хөсәйен, Мөхәмәтғәли; Ғәлиев Абдулмоталлап (1749—1819), улдары Абдулмәзит (уның улы Ғәбдулханнан), Ғәбдулваһап (уның улдары Ғәбдулғәлләм, Ғәбдул-маннан); Ханмырҙа Абдулмоталлапов, уның улы Иҙрис, ҡустыһы Бикмырҙа; Исмәғил Әбдрәшитов, уның улы Хөснөтдин; Әбдрәшит Байраҡаев (1772—1818), улы Әмирхан.
1859 йылда бөтә халыҡ 61 ихатала 471 кеше тәшкил итә, 1870 йылда — 172 ихатала 570 кеше, 1920 йылда 204 йортта 1060 кеше йәшәй. Бөтөһе лә типтәрҙәр, был халыҡтың этник составын сағылдырмай[4].
1906 йылда 2 мәсет, һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән[5].
1843 йылда 54 башҡортҡа 112 бот ярауай иген сәселә һәм 8 бот картуф ултыртыла[6].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 1060 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 605 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 256 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 113 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 169 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 197 | 96 | 101 | 48,7 | 51,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
- Милли состав
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек милләттәр башҡорттар (50 %), татарҙар (37 %)[7].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алыҫлығы:[8]
- Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 9 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Кәкребаш): 4 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 9 км.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урам исеме[9]:
- Арҡа урамы (рус. улица Арка)
- Ҡайынлы урамы (рус. улица Березовая)
- Сейәле урамы (рус. улица Вишневая)
- Дача урамы (рус. улица Дачная)
- Тау урамы (рус. улица Горная)
- Юл урам (рус. улица Дорожная)
- Йәшел урам (рус. улица Зеленая)
- Баланлы урамы (рус. улица Калиновая)
- Зәңгәр урам (рус. улица Лазурная)
- Урман урамы (рус. улица Лесная)
- Ял базаһы биләмәһе (рус. территория База отдыха)
- Туғай урамы (рус. улица Луговая)
- Май урамы (рус. улица Майская)
- Ҡурай еләкле урамы (рус. улица Малиновая)
- Яңы урам (рус. улица Новая)
- Уҫаҡлы урамы (рус. улица Осиновая)
- Баҫыу урамы (рус. улица Полевая)
- Ҡояшлы урам (рус. улица Солнечная)
- Йәйғор урамы (рус. улица Радужная)
- Тау тыҡрығы (рус. переулок Горный)
- Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны биләмәһе (рус. территория Полигон ТБО)
- Миләшле урамы (рус. улица Рябиновая)
- Ҡарағайлы урамы (рус. улица Сосновая)
- Төҙөлөш урамы (рус. улица Строительная)
- Тирәкле урамы (рус. улица Тополиная)
- Сәскәле урам (рус. улица Цветочная)
- Үҙәк урам (рус. улица Центральная)
- Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
- Көньяҡ урам (рус. улица Южная)
- Алмағаслы урамы (рус. улица Яблоневая)
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хажиев Ғәлимйән Мөхәмәтша улы (11 июль 1930 йыл) — совет нефть сәнәғәте хеҙмәткәре, Татарстан АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1981), СССР-ҙың Почётлы нефтсеһе (1981), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Совет муниципальных образований Республики Башкортостан
- Исмаилово на портале «Генеалогия и Архивы»
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 249. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Исмаил (Туймазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- «Налог Белешмәһе» системаһында Исмаил (Туймазы районы) ауылы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Хисаметдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. Русско-башкирский словарь справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2001. — С. 266. — 320 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 249. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Исмаил (Туймазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 249. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Исмаил (Туймазы районы) ауылы