Көнсығыш Европа
Көнсығыш Европа тар мәғәнәлә — география буйынса үҙәк һәм төньяҡ-көнсығыш Европа, башлыса славян халыҡтары йәшәгән урын, Европаның 2/3 өлөшөн алып тора. Термин тотороҡло түгел, бик үҙгәреүсән ; Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы документында билдәләнгәнсә, «фән өлкәләре күп булған кеүек Көнсығыш Европа билдәләмәләре лә күп» һәм "һәр киңлекте баһалау— ысынбарлыҡта мәҙәни һәм социаль конструкция ".
Көнсығыш Европа —Үҙәк Европа һәм Көнбайыш Азия араһындағы өлкә. Византия һәм Ғосман империяһының көслө йоғонтоһо аҫтында формалаша. Шулай итеп, Эллин, Рим һәм Византия империяһы мәҙәниәтенең Көнсығыш Европа илдәре мәҙәниәтенә йоғонтоһон тарихсылар инҡар итмәй. Шуға күрә хатта Көнбайыш Европалағы конониаль осорҙа ла Англия һәм Францияла ысын мәғәнәһендәге империялар тип Эльбанан көнсығыштараҡ ятҡан Рәсәй, Германия һәм Австрия ғына иҫәпләнгән. Көнсығыш империялары Көнбайыш цивилизацияһына ҡаршы ҡуйылған.
Башҡа билдәләмә Һалҡын һуғыш ваҡытында булдырыла һәм Көнсығыш блогы тигән төшөнсәгә синоним итеп ҡулланылған. Был билдәләмә буйынса Европалағы бөтә элекке социалистик дәүләттәр — Көнсығыш Европа. Ҡайһы берҙә был илдәрҙе Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәренә бүлеп йөрөтәләр, Көньяҡ һәм Көньяҡ-Көнсығыш Европа һәм башҡа ҡаһы бер төбәктәрҙе иҫәпкә алмайҙар. Был осраҡта Варшава килешеүе буйынса Көнсығыш Европаға элекке Югославия, Албания һәм Греция инмәй, әммә хәҙерге берләшкән Германия , Австрия һәм Скандинавия уларҙың сәйәси үткәнен иҫәпкә алып, Көнбайыш Европа биләмәһе тип һанала.[2]
Хәйер, Көнсығыш Европа тотош Көньяҡ, Көнбайыш һәм Төньяҡ Европа биләмәләренән ҙурыраҡ , бындағы 2016 йылда 5 млн км² территорияла Европа халҡының 34 % йәшәй.[3]
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көнсығыш Европа илдәрендә климат Көнбайыш Европалағынан һалҡыныраҡ, ләкин ҡорораҡ . Көнбайыш Европала йыллыҡ уртаса температура 0 — +15 °C, ә Көнсығышта 10 баш −5 — +10 °C, Шул уҡ ваҡытта ике тапҡырға тиерлек юғары тупраҡтың уңдырышлылығы (бер үк ваҡытта киңлектә) Балҡан ярымутрауында, Рәсәйҙең көньяғында һәм Волга буйында ике тапғырға юғарыраҡ. Әммә Көнбайыш Европа, хатта Скандинавияла ик оҙаҡ, хатта йыл әйләнәһенә тиерлек малдар көтөүлектәрҙә йөрөй . Шулай уҡ Волга буйына һәм Ҡаҙағстанға Европалалағы максималь температура хас. Көнсығыш Европала Башҡа иҡтисади- сәйәси төбәктәр менән сағыштырғанда Көнсығыш Европа ҡара тупраҡтың иң күп запасына эйә .
Төшөнсә тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVI быуатҡа тиклем хәҙерге заман Көнсығыш Европаның (Европаның Көнсығышын) Висла һәм Дон араһын Көнбайыштағы уҡымышлылар Европа Сарматияһы тип йөрөткән[4].
«Көнсығыш Европа» төшөнсәһен тәүге булып тарихсы-ғалим Сергей Соловьев Боронғо замандарҙан алып Рәсәй тарихы (1851—1879) тигән хеҙмәтендә аңларға тырыша, Көнсығыш Европа тип ул Бөйөк Рус тигеҙлеген һәм Рәсәйҙең Европа өлөшөн һанай: Балтик, Аҡ, Ҡара диңгеҙҙәр, Каспий диңгеҙе менән Яйыҡ араһындағы биләмәне, ул үҙ эсенә Волга һәм Днепр йылға бассейндарын ала[5]. 1913 йылда нәшер ителгән Католик энциклопедия Көнсығыш Европаға Балҡан дәүләттәрен, шулай уҡ Австро-Венгрия һәм Рәсәй империяларының бер өлөшөн индерә. Европаның көнсығыш сиген этнологик яҡтан билдәләргә кәрәк тип айырып әйтелә .
БМО органдарына квота буйынса төбәк вәкилдәрен һайлау өсөн БМО ағзалары булған дәүләттәрҙең төбәк төркөмдәре булдырылған. Әммә йыш ҡына стөркөм булдырғанда ошондай географик принцип боҙола, сөнки «Көнбайыш Европа» төркөмөнә Австралия, Яңы Зеландия, Израиль, Төркиә, АҠШ һәм Канада, ә «Көнсығыш Европа»ға Әзербайжан, Әрмәнстан һәм Грузия индерелгән[6]. Ләкин БМО-ның статистик публикацияларында түбәндәге Көнсығыш Европа илдәре исемлеге бирелә (геополитик яҡтан Грузия, Әрмәнстан, Әзербайжан һәм Кипр Көнбайыш Азияға ҡарай)[7]:
Балтика илдәре ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Төньяҡ Европаға индерелгән, ә CIA World Fact Book- Көнсығыш Европаға индерә. Спорт берләшмәләренәдә Балтика илдәре үҙҙәрен Көнсығыш Европаға индерә[8].
Сәйәси ҡарашҡа ярашлы Көнсығыш Европа Икенсе бөтә донъя һуғышы нан һуң барлыҡҡа килә һәм Советтар Союзы йоғонотоһо аҫтындағы илдәрҙе үҙ эсенә ала : Болгария, Румыния, Венгрия, Чехословакия, Польша һәм ГДР[9]. СССР тарҡалғандан һуң Балтика илдәре үҙҙәрен Көнсығыш Европа өлөшө тип иҫәпләй[10], шулай ҙа ҡайһы берҙәрә Балтик буйын Көнсығыш Европанан айырып ҡарайҙар[11].
Хәҙерге немец сығанаҡтарында Балҡан илдәрен дә Көнсығыш Европаға индерәләр[13]:
һәм Кавказ аръяғы:
География буйынса Көнсығыш Европа- Көнсығыш-Европа тигеҙлеге. Был осраҡта Польша, Балтик буйы, Украина һәм Белоруссиянан тыш, Көнсығыш Европаға Финляндия, Болгария һәм хатта Ҡаҙағстан биләмәһенең 13 % инә[14].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Классик боронғо осор һәм Урта быуаттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был төбәктә боронғо замандарҙа Оронтидтар Әрмәнстаны, Кавказ Албанияһы, Колхида һәм Иберия дәүләттәре булған. Был батшалыҡтар баштан уҡ, йәки һуңыраҡ иран империяларына инә (Әһәмәниҙәр дәүләте, Парфия батшалығы һәм Сәсәниҙәр империяһы). Балҡан ярымутрауының бер өлөшө, ҡайһы бер төньяғыраҡ төбәктәр әхменид Фарсияһы ҡулы аҫтында булған, шул иҫәптән Фракия, Пеония, Македония, хәҙерге Румыния, Украина һәм Рәсәйҙең Ҡара диңгеҙ буйындағы ерҙәре. Парфия империяһы һәм Рим, һуңыраҡ Византия һәм Сәсәниҙәр империялары араһында был ерҙәр өсөн көрәш бара. Парфия ғәскәре был төбәккә бер нисә тапҡыр баҫып инә, тик уны ҡулында оҙаҡ тотоп тора алмай. Ә Сәсәниҙәр Кавказдың күп өлөшөндә оҙаҡ ваҡыт хакимлыҡ итә.
Көнсығыш менән Көнбайыш Европа араһындағы айырма Рим республикаһы осоронан уҡ билдәле. Рим дәүләте сиктәре киңәйгән һайын тел һәм мәҙәниәттәге айырмалыҡтар күбәйә бара. Грек телле көнсығыш провинцияларҙа эллинистик цивилизациялар сәскә ата, ҡала тормошо үҫешә. Көнбайышта латин теле тарала. Был тел һәм мәҙәниәткә нигеҙләнгән айырымлыҡтар Рим империяһын Көнбайыш һәм Көнсығышҡа бүлгәндән һуң тағы ла нығыраҡ арта бара. Боронғо осорҙоң аҙағы һәм Урта быуаттар осоронда бер нисә мөһим ваҡиға был айырымланыуға ярҙам итә. Көнбайыш Рим империяһы V быуатта юҡҡа сыға, Урта быуат тарихы башлана. Ә Көнсығыш Рим империяһы (һуңыраҡ тарихсылар уны Византия империяһы тип атай) һаҡланып ҡала һәм тағы 1000 йыл йәшәй.
Көнбайышта Франк империяһы булдырылыу, бынан тыш христиан сиркәүен көнбайыш һәм көнсығышҡа бүлгән 1054 йылдағы «Бөйөк айырымланыу» (Великий раскол) Көнсығыш менән Көнбайыш араһындағы мәҙәни һәм дини айырмаларҙы арттыра ғына. XIII быуатта Көнсығыш Европаның күп өлөшөн монголдар баҫып ала.
Остидлунг (Ostsiedlung, Көнсығышты немецтар тарафынан колонизациялау) осоронда Магдебург хоҡуғына нигеҙләнеп барлыҡҡа килгән ҡалалар иҡтисади үҙәктәргә әйләнә, бөтә Көнсығыш Европа буйлап немец тораҡтарына нигеҙ һалына.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәйҙең Европа өлөшө
- Төньяҡ Европа
- Үҙәк Европа
- Көньяҡ Европала
- Көнсығыш һәм Үҙәк Европа
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Европейские части Азербайджана, Грузии, и Казахстана выделены фиолетовым.
- ↑ All the World Languages in One Visualization, By Native Speakers
- ↑ Страны Восточной Европы . Дата обращения: 24 июнь 2020.
- ↑ Трактат о двух Сарматиях
- ↑ История России с древнейших времён 2016 йыл 6 март архивланған.
- ↑ Региональные группы государств — членов Организации Объединенных Наций .
- ↑ Statistical Yearbook – 62nd issue (2019 edition). Annex I - Country and area nomenclature, regional and other groupings .
- ↑ Восточно-европейская хоккейная лига
- ↑ «Доктрина Горбачева» и уход СССР из Восточной Европы . Дата обращения: 20 март 2016. Архивировано 31 март 2016 года. 2016 йыл 31 март архивланған.
- ↑ НАТО нарастит своё присутствие в Восточной Европе 2016 йыл 17 март архивланған.
- ↑ СМИ: НАТО планирует разместить войска в Восточной Европе и Прибалтике
- ↑ Religious Belief and National Belonging in Central and Eastern Europe | Pew Research Center
- ↑ The Balkans . Дата обращения: 10 июль 2020.
- ↑ Восточно-Европейская равнина
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Lipton, David (2002), "Eastern Europe", in David R. Henderson (ed.), Concise Encyclopedia of Economics (1st ed.), Library of Economics and Liberty, <http://www.econlib.org/library/Enc1/EasternEurope.html>
- Myant, Martin; Drahokoupil, Jan. Transition Economies: Political Economy in Russia, Eastern Europe, and Central Asia. — Wiley-Blackwell, 2010. — ISBN 978-0-470-59619-7.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Eastern Europe Economic Data 2011 йыл 5 август архивланған.