Һайланған мәҡәлә
Рёкалағы рун яҙмалы таш, көнбайыш яғы
Рун — боронғо германдарҙың яҙмаһы. I—II быуаттарҙан алып XII быуаттар араһында — хәҙерге Дания , Швеция һәм Норвегияла , X —XIII быуаттарҙа — Исландия һәм Гренландияла , ә швед провинцияһы Даларнала XIX быуат башынаса ҡулланылған. Рундар (символдар) ташта, металда, ағаста, һөйәктә ырып, уйып яҙылған, уның үҙенсәлекле ҡырлы формаһы ырып яҙыуға көйләнгән.
Европа илдәрендә христиан дине ҡабул ителгәс, латин яҙмаһы рун яҙмаһын ҡыҫырыҡлап сығарған. «Рун» термины боронғо герман телендәге run («сер») тамырына бәйләп аңлатыла. Донъяла рун хәрефтәренән торған бөтәһе 5 000-ләп яҙыу табылған, шуларҙың иң ҙур өлөшө — Швецияла. Бынан тыш, Урта быуаттарҙағы Европала рун календарҙары булған.
Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, мөйөшләп яҙылған алфавитын да рун тип йөрөтәләр.
↪ дауамы… :
Исемлек (120) | Үҙгәртеү
Яҡшы мәҡәлә
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль 1873 йыл — 1959 йыл ) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919). Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР -ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).
Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы ) Ейәнсура ауылында тыуған. Әсәһе Йәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһы Сәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар. Ҡартатаһы — Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менән үҫәргән ырыуы башҡорттарынан .
Башта ауылдарындағы мәсет янындағы мәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙа Ҡазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенә , Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас динен алмаштырырға мәжбүр була, һәм христиан динен алып Мстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра, уларҙың өс ҡыҙы тыуа.
1902 йылда Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй.
1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылда Варшава ҡалаһына эшкә күсерелә. 1914—1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй.
Юныс Бикбов саҡырыуы буйынса Ырымбурға килә. 1918 йылдың авгусынан алып Башҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәм башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәм Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
5 ғинуар юбилярҙары
Вәлиулла Мортазин-Иманский (1885—10.07.1938), дәүләт һәм театр эшмәкәре, педагог. 1919—1937 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, режиссёры, художество етәксеһе, бер үк ваҡытта Башҡорт АССР-ы Мәғариф халыҡ комиссариатының Тамаша предприятиелары идаралығы начальнигы; БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Сәнғәт эштәре буйынса комитеттың начальник урынбаҫары һәм начальнигы; 1926—1937 йылдарҙа Башҡорт сәнғәт техникумы уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1928 йылға тиклем театр бүлеге мөдире. РСФСР -ҙың атҡаҙанған (1935) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1922) артисы.
Белов Василий Михайлович (1925—15.04.1993), Бөйөк Ватан һуғышы яугире. 1941—1942 йылдарҙа Боҙаяҙ (хәҙерге Ҡырмыҫҡалы ) районы Подлуб ауылында эшләй. Советтар Союзы Геройы (1943).
Стрижкова Раиса Семёновна (1930—26.04.2002), тележурналист. 1954 йылдан Башҡорт АССР-ы Телевидение һәм радиотапшырыуҙар дәүләт комитеты мөхәррире, 1959—1962 һәм 1964—1988 йылдарҙа — баш мөхәррире. 1958 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1979). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Первомайский ауылынан.
Исхаҡова Рива Афзал ҡыҙы (1940—21.02.2021), театр актёры, 1973—1995 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Иҫке Үҙмәш ауылынан.
Ҡорбанғәлиев Әғләм Ғибәҙулла улы (1940—24.01.2017), педагог. 1993—2013 йылдарҙа Бөрө ҡалаһы 3-сө урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996).
Копейчик Александр Сергеевич (1945), һынаусы-лётчик. 1969 йылдан Күмертау авиация етештереү предприятиеһы осоусыһы, һынаусы-лётчигы, 1972—1992 йылдарҙа һынаусы-осоусылар отряды командиры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һынаусы-лётчигы (1998). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1982). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Сумы ҡалаһынан.
Ғәлимшин Рәмил Хаматнур улы (1950), табип, Күмертау үҙәк ҡала дауаханаһының элекке анестезиолог-реаниматологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
Ниғмәтуллина Римма Зәйнулла ҡыҙы (1950), хеҙмәт ветераны. 1981—2004 йылдарҙа Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайының Башҡорт халыҡ театры режиссёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990).