Эстәлеккә күсергә

Буҡтыкүл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Буҡтыкүл
Рәсми атамаһы Островко
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе һәм Ҡыштым ҡала округы
Карта

Буҡтыкүл (рус. Островко) — Рәсәй, Силәбе өлкәһенең Ҡыштым ҡала округы биләмәһендә урынлашҡан[1].

Буҡтыкүл Силәбе өлкәһенең 1957 йылда нурланыу фажиғәһе менән донъяға билдәле булған Ҡыштым ҡалаһынан саҡ ҡына төньяҡтараҡ, Дальняя дача шифахана ҡасабаһынан[2] йыраҡ түгел, ҡарағай урманы эсендә урынлашҡан.

Координаттары — N 55° 45.213' E 60° 34.521'[3]

18-се быуатта, «Уралды буйһондороу» тип аталған тарихи осорҙа, сәнәғәтсе Никита Демидов Силәбе йылғалары буйында металлургия заводтары төҙөй. Техник ихтыяждарға һыу күп кәрәк була, шуға күрә йылғаларҙы ғына түгел, күлдәрҙе лә каналдар менән тоташтырып, быуаларға һыу ебәрәләр[4][5] Түбәнге Ҡыштым быуаһында һыуҙы күтәреү өсөн Буҡтыкүл менән Выпущенное күле араһында ла яһалма ҡылымыҡ ҡаҙылған булған. Каналдың ҡалдығы хәҙер ҙур булмаған күлдә тәрән урыны булыуы менән билдәле[6][7].

1877 йылғы карталарҙа күл Буктыкуль атамаһы менән теркәлгән[8]

Күлдең атамаһы башҡортса «буҡлы» һәм «күл» тигән һүҙҙәрҙән килеп сыҡҡан. Силәбе башҡорттары һөйләшендә ул -ты һүҙ яһаусы суффиксы менән барлыҡҡа килгән. Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә былай тип яҙа: Буктыкуль, озеро, территория города Кыштыма. В переводе с башкирского «навозное озеро», где букты — «навозный», кул — «озеро»[9][10].

Әйткәндәй, Шувалов Н. И. күлдең 1877 йылғы карталарҙа күрһәтелгән боронғо атамаһын теркәп ҡалдырған, сөнки хәҙер күлде Островко тип атап йөрөтәләр. Был атамаһы уның көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә ҙур булмаған утрау булғанлығы арҡаһында бирелгән[11].

  1. Озеро Островко 2021 йыл 22 апрель архивланған.
  2. Санаторий «Дальняя Дача»
  3. Озеро Островко
  4. Демидовские заводы на Урале
  5. Демидовские каналы. Из Синары в Касли//«Вечерний Челябинск», 16 сентября 2011
  6. Нижне-Кыштымский пруд(недоступная ссылка)
  7. Михаил Канов: Озеро Островко. Челябинская область
  8. Озеро Островко
  9. Шувалов Н. И. Буктыкуль// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  10. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
  11. Озеро Островко. Челябинская область
  • Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7