Эстәлеккә күсергә

Бүрауыҙ (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бүрауыҙ
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта

Бүрауыҙ — рус. Бараус — Рәсәйҙәге Силәбе өлкәһе Сыбаркүл районындағы күл.

Илмән ҡурсаулығына ингән һыу ятҡылығы. Иң яҡын кеше йәшәгән пункт — Үрге Ҡараһыу

Сыбаркүлгә тиклем аралыҡ — 20 км, Силәбегә — 100 км, Екатеринбургҡа — 210 км. Координаттары: 55°8′42″N 60°19′42″E

Мейәс төбәгенең топонимикаһын өйрәнеп, «Язык земли миасской»[2] тигән китап сығарған Федорищев Владимир Григорьевич был топоним башҡорт теленән килеп ингән тип яҙа. Башҡортса «Асыҡ ауыҙ» тигәнде аңлата, тигән ул , һәм ниңәлер «Бүре ауыҙ» тигәнде кет теле менән бәйләй[3].

Йылғаны ҡайһы саҡ Барауз тип тә атайҙар[4], был уның тап «ауыҙ» һүҙенән килеп сыҡҡанын асыҡ дәлилләп тә тора.

Бүрауыҙ — тау йылғаһы, төньяҡ өлөшө Илмән ҡурсаулығына инә. Ул күршеһендәге өс эре күл — Оло Мейәс, Кесе Мейәс, Оло Тәрәнкүл күлдәре янында бәләкәй генә булып ятаҺыуы тәмле һәм ярайһы үтәҙек — 1-ҙән алып 3 метрға тиклем төбө күренә.

Күлдең көнбайыш өлөшөндә матурлығы арбарлыҡ ике утрау бар. Күлдең ярҙары башлыса убалы, ылыҫлы һәм ҡатнаш урман ҡаплаған. Бәшмәк һәм еләк күп. Бигерәк тә көртмәлелектәре менән билдәле.

Бүрауыҙ бик балыҡлы күл — ҡорман, сабаҡ, табан, ҡарабалыҡ, этеш, суртан һәм алабуға тереклек итә. Ҡыҫалалар бар. Әммә балыҡ тотоу ҡурсаулыҡтан ситтә генә рөхсәт ителә[5].

  • Илмән ҡурсаулығы
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Федорищев, В. Г. Язык земли миасской: топонимический словарь / В. Г. Федорищев.- Миасс, 1996.- 76 с.
  3. Язык земли миасской. Федорищев В. Г.[1] 2019 йыл 24 март архивланған.
  4. Озеро Бараус [2]
  5. Озеро Бараус [3]
  • Федорищев, В. Г. Язык земли миасской: топонимический словарь / В. Г. Федорищев.- Миасс, 1996.- 76 с.
  • Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 11. Средний Урал и Приуралье. Вып. 2. Тобол / под ред. В. В. Николаенко. — Л.: Гидрометеоиздат, 1965. — 240 с.
  • Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.