Эстәлеккә күсергә

Йыланлы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Еланлино битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Еланлино
башҡ. Йыланлы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ҡыйғы районы

Ауыл биләмәһе

Йыланлы ауыл Советы

Координаталар

55°13′38″ с. ш. 58°36′15″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1756

Халҡы

796[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452502

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 236 820 001

ОКТМО коды

80 636 420 101

ГКГН номеры

0520271

Еланлино (Рәсәй)
Еланлино
Еланлино
Йыланлы (Башҡортостан Республикаһы)
Еланлино

Йыланлы (рус. Еланлино) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл. Йыланлы ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 796 кеше[2]. Почта индексы — 452502, ОКАТО коды — 80236820001.

Йыланлы ауылы Әй йылғаһының ҡушылдығы Йыланлы йылғаһы буйында, район үҙәге Үрге Ҡыйғы ауылынан көньяҡҡа табан 26 километр һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 40 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[4].

1760 йылдың 22 май килешеүе менән Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәренә кереткән мишәрҙәр тарафынан Йыланлы ауылына нигеҙ һалынған. «Һәр хужалыҡтан йылына 25 тин һалым (оброк) түләү ҡаралған булған». Ерҙе ҡортомға алған өсөн улус башҡорттарына 1892 йылға тиклем һалым түләгәндәр. Һуңғараҡ шундай уҡ шарттар менән бында типтәрҙәр йәшәй башлаған. Типтәрҙәрҙең инеү ваҡыты билдәһеҙ.

1795 йылда 20 йортта 149 мишәр йәшәгән.

1816 йылдан һуң мишәрҙәр (140 кеше) менән бергә бындағы ер биләмәләренә типтәрҙәр (167 кеше) ҙә эйә була.

1834 йылда Йыланлы ауылында 199 мишәр һәм 287 типтәр йәшәгән.

Йыланлы ауылының икенсе исеме - «Олешкино тож», Алёшкино. Әммә башҡа ауылдарҙа осрағанса, Алёшканың тәүге төпләнеүсе булыуын фараз итергә мөмкин. Тәүге төпләнеүсе 1760 йылда тырнаҡлылар менән килешеү төҙөгән.

1842 йылда 119 мишәргә 35 сирек ужым һәм 94 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән. 6 тирмән булған. Өс баҫыулы сәсеү әйләнеше еңгән. 1895 йылға 13 һуҡҡыс һәм 20 елгәргес булған. 47 мишәр хужалығына 274 йылҡы малы, 1238 һыйыр, 230 һарыҡ, 100 кәзә тура килә. 59 типтәр йортонда — 344 йылҡы малы, 325 һыйыр, 243 һарыҡ, 255 кәзә аҫыралған. 1842 йылда мишәрҙәр 15 умарта һәм 5 солоҡҡа, типтәрҙәр - 95 умартаға эйә булған. ХIХ быуат башында Йыланлыла 5 тимерлек һәм 5 кибет эшләгән. Ауыл мосолмандарының — 2 мәсете булған[5][6].

Биләмә берәмектәренә инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 Дыуан улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 16-сы йорт 3-сө Мишәр кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 16-сы йорт 3-сө Мишәр кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 16-сы йорт 3-сө Мишәр кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 16-сы йорт 3-сө Мишәр кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Үрге Ҡыйғы улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 биләмәһе Үрге Ҡыйғы өйәҙе Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) РСФСР
1926 Үрге Ҡыйғы улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Йыланлы ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Йыланлы ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Йыланлы ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Йыланлы ауылының XIX быуат уртаһынан артабанғы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1859 йылда 152 йортта барлығы 916 кеше йәшәгән.

1865 йылда Йыланлы (Алёшкино) ауылындағы 156 йортта — 1005 кеше йәшәй. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған[7].

Ауылдың XX быуатта һәм хәҙерге көндә үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1906 йылда Йыланлы ауылында 2 мәсет, мәҙрәсә, һыу тирмәне, 2 бакалея һәм 2 мануфактура кибете булған.

1920 йылда 428 йортта 2201 типтәр һәм мишәр иҫәпкә алынған[8].

Әлеге ваҡытта Йыланлы ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[9].

Йыланлы ауылында татарҙар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 2201
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1950
1959 йыл 15 ғинуар 1297
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 870
2002 йыл 9 октябрь 893
2010 йыл 14 октябрь 796 371 425 46,6 53,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Яр урамы (рус.  Береговая (улица)
  • Интернациональ урамы (рус.  Интернациональная (улица)
  • С. Ғирфанов урамы (рус.  С. Гирфанова (улица)
  • Р. Вәлиев урамы (рус.  Р. Валиева (улица)
  • Көнсығыш урамы (рус.  Восточная (улица)
  • Н. Хәким урамы урамы (рус.  Н. Хакима (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)
  • Борхан Шәрәфетдинов урамы (рус.  Бурхана Шарафутдинова (улица)
  • Көнбайыш урамы (рус.  Западная (улица)
  • Таулы урамы (рус.  Нагорная (улица)
  • Х. Яруллин урамы (рус.  Х. Яруллина (улица)[13]
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Урмандар:

Йылғалар:

  • Әй, Вәҡийәр

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тәбиғәт һәйкәлдәре:

  • Таҡтаташ ҡаялары
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Йыланлы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Йыланлы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 543. — ISBN 978-5-295-04683-4. 543 б.
  6. ЮАС. Вып. 2. С. 325. Сборник статистических сведений по Уфимской губер­ нии. Т. 6. Златоустовский уезд. С. 185. ЦГИА РБ. Ф. 172. Оп. 1. Д. 34. Л. 63.
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 543. — ISBN 978-5-295-04683-4. 543 б.
  8. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 543. — ISBN 978-5-295-04683-4. 543 б.
  9. Йыланлы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  10. Башҡорт энциклопедияһы — Яруллин Харис Хафиз улы {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20190831184901/http://xn--80ab4e.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/component/content/article/8-statya/17844-yarullin-kharis-khafiz-uly
  11. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Зайнуллин М. В. төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  12. Башҡорт энциклопедияһы — ХӘКИМ Ниғмәт 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 24 декабрь 2019)
  13. Карта д. Еланлино. Улицы