Эстәлеккә күсергә

Исмәғил (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Исмәғил — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙа киң ҡулланылған ир-ат исеме.

Исмәғил — ғәрәптәрҙән ингән «һорай», «теләп алған» мәғәнәһендәге ир-ат исеме[1]. XI—XII быуаттарҙан башлап башҡорттар араһында мосолман дине менән бергә ғәрәп исемдәре лә тарала башлай[2].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исмәғил Айытҡолов — (? — 1755) — сотник. 1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы юлбашсыларының береһе.

Исмәғил Тасимов — мәғдән сәнәғәтсеһе. Рәсәйҙең тәүге техник юғары уҡыу йорто — Санкт-Петербург тау институтын асыусы. Был институт Фрейнбергтағы донъяла беренсе тау академияһынан ете йыл һуңыраҡ асылған.

Исмәғил Хәмит улы Әхмәтов — (15 ғинуар 1937 йыл — 3 июнь 2008 йыл) — металлург. СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1977). БАССР-ҙың атҡаҙанған металлургы (1981). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1977) һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары (1975) кавалеры.

Исмәғил Ғәли улы Ғәйнетдинов — (15 ғинуар 1937 йыл — 3 июнь 2008 йыл) — металлург. СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1977). БАССР-ҙың атҡаҙанған металлургы (1981). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1977) һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары (1975) кавалеры.

Исмәғил Ғаспыралы ҡырымтат. اسماعیل مصطفى اوغلى گاسپرينسكى, İsmail Mustafa oğlu Gasprinskiy (Gaspıralı), Исмаил Гаспринский; 8 (21) март 1851 йыл — 11 (24) сентябрь 1914 йыл) — (ҡырым татар халҡының атаҡлы азаматы, мәғрифәтсе, нәшриәтсе, сәйәсәт һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы һәм педагог. Йәшәү дәүерендә үк Рәсәй империяһының бөтә мосолман халыҡтары араһында киң билдәлелек яулай.

Ғәзизуллин Исмәғил Ҡорбан улы — (17 сентябрь 1946 йыл) — рәссам. 1990 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы

Исмәғилев Заһир Ғариф улы (8 ғинуар 1917 йыл — 30 май 2003 йыл) — башҡорт композиторы. БАССР-ҙың (1963), РСФСР-ҙың (1968) һәм СССР-ҙың (1982) халыҡ артисы. Башҡортостан Фәндәр Академияһы академигы.

Исмәғилев Рәйес Абдрахман улы (29 ғинуар 1953 йыл) — режиссёр, мәҙәниәт өлкәһе эшмәкәре. 2011—2020 йылдарҙа Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры. Рәсәйҙең Журналистар (1999) һәм Кинематографсылар (2000) союздары ағзаһы. I—IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (Конгресы) делегаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004) һәм почётлы кинематографсыһы (2000), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1995).

Исмәғилев Сәйет Әхмәт улы, әҙәби псевдонимы Йәрми Сәйете (29 сентябрь 1884 йыл — 19 октябрь 1972 йыл) — шағир-импровизатор. 1938 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ сәсәне (1944).

Исмәғилев Ришат Сәлих улы(15 апрель 1920 йыл — 3 сентябрь 2020 йыл) — мәғариф ветераны. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1959), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1960). I (1985) һәм II (1957) дәрәжә Ватан һуғышы һәм «Почёт Билдәһе» (1960) ордендары кавалеры. 1‑се Бөтә Рәсәй уҡытыусылар съезы (Мәскәү, 1960), Башҡорт АССР‑ы уҡытыусыларының 1—7‑се съездары делегаты.

Исмәғилев Тимур Александрович (27 февраль 1982 йыл) — Рәсәйҙең хәҙерге заман композиторы, пианист, аранжировкалар яһаусы.

Исмәғилева Ләйлә Заһир ҡыҙы (26 май 1946 йыл) — башҡорт СССР һәм Рәсәй композиторы, пианиносы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1973 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012), Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР-ының (1984) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. РСФСР Композиторҙар союзының Д. Шостакович исемендәге премияһы (1978), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2018) лауреаты.

Исмәғилев Фәйзрахман Абдрахман улы (24 март 1955 йыл) — рәссам, 1986 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1997) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2004).

Исмәғилев Роберт Альберт улы (9 июнь 1980 йыл) — спортсы, тренер, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының ирекле көрәш федерацияһы президенты, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, Рәсәйҙең билбау көрәше буйынса спорт мастеры, көрәш буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры, Өфө ҡалаһының «14-се спорт мәктәбе» муниципаль бюджет учреждениеһы директоры.

Исмәғилева Әлфиә Ибраһим ҡыҙы (рус. Исмагилова Альфия Ибрагимовна; (25 март 1951 йыл) — һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, ғалим-табиб. 1979 йылдан Өфөләге 6-сы дауахананың баш табип урынбаҫары, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш (1991—1995) Юғары Советының халыҡ депутаты һәм Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Медицина фәндәре кандидаты, доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. СССР-ҙың һәм Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы.

Исмәғил (Ауырғазы районы) (рус. Исмагилово; боронғо исеме Үҙәнбаш) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл.

Исмәғил (Дәүләкән районы) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл.

Исмәғил (Бәләбәй районы) (рус. Исмагилово) — Башҡортостандың Бәләбәй районындағы ауыл.
Исмәғил (Мәсетле районы)(рус. Исмагилово) — элекке ауыл, Яңы Мишәр ауылының бер өлөшө.

Исмәғил — Ярулла Вәлиевтың «Хәйерле иртә, Исмәғил» повесында төп образ.

  1. Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
  2. З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 60-сы.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ