Ҡолғана
Ауыл | |
Ҡолғана рус. Кулганино | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл Cоветы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453592 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Ҡолғана | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Ҡолғана ауыл советы[2] |
Административ-территориаль берәмек | Ҡолғана ауыл советы[2] |
Халыҡ һаны |
281 кеше (2002)[3], 327 кеше (2009)[3], 288 кеше (2010)[4] |
Почта индексы | 453592 |
Ҡолғана (рус. Кулганино) — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 288 кеше[5]. Почта индексы — 453592, ОКАТО коды — 80219840001.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Үҙән йылғаһы буйында урынлашҡан. Алыҫлығы:
- Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Собханғол): 74 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Белорет): 127 км.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға 19 быуат башында Верхнеурал өйәҙенең Тамъян улусы Ярлыҡап ауылы (хәҙерге Әбйәлил районы) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе тархан Ҡолғана Түлебаев исеме менән аталған. 1866 йылда 30 йортта 207 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, урман кәсептәре, һунарсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр[6][7]
1834 йылда ауылда 151 кеше, 1859 йылда — 207 кеше, 1917 йылда - 516 кеше йәшәгән. 1812 йылғы Ватан һуғышында Ҡолғана ауылынан Ишкенә Ҡоҙаҡҡолов та ҡатнаша. Ул ике миҙал кавалеры, 14-се башҡорт полкы составында 1812—1814 йылдың 19 мартында Парижды алыуҙа үҙ өлөшөн индерә. 1930 йылдың авгусында Бөрйән районын ойошторғанда Ҡолғана ауылы ошо районға инә. Ауылда колхоз, ағас әҙерләү контораһы ойошторола. 1946 йылдың 26 мартында Ҡолғананы Ҡаҙмаш ауыл Советына ҡаратып, Әбйәлил районына буйһондоралар. Ҡолғана халҡының кәртәһенә терәлеп торған ерҙәр, урмандар тулыһынса Бөрйән районы ҡарамағында ҡала. 1984 йылдың 29 декабрендәге Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Указы буйынса Ҡолғана ауылы ҡайтанан Бөрйән районына күсерелә. Бөйөк Ватан һуғышында ғына Ҡолғана ауылынан Ватанды һаҡлауҙа 55 кеше ҡатнаша. 1998 йылдың 29 сентябрь айында закондар сығарыу Палатаһы тарафынан Ҡолғана ауыл Советы ойоштороу тураһында Закон сығарыла. 10 октябрь Вәкилдәр палатаһы тарафынан хуплана һәм Ҡолғана ауыл Советы ойошторола[8].
Ауыл бөгөн
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Ҡолғана ауыл Советы үҙәге. 1900 йылда мәсет теркәлгән. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылда төп мәктәп (Әбделмәмбәт урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Тамъян гәүһәрҙәре” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 516 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 277 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 215 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 226 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 281 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 288 | 135 | 153 | 46,9 | 53,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урам исеме[9]:
- Ҡыҙыл-яр урамы (рус. улица Кизиль-яр)
- Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
- Яман-йылға урамы (рус. улица Яман-ельга)
- Шәғәли Шаҡман урамы (рус. улица Шагали Шакмана)
- Салауат Юлаев урамы (рус. улица Салавата Юлаева)
- Шәкирйән Мөхәмәтйәнов урамы (рус. улица Шакирьяна Мухамедьянова)
- Муса Мортазин урамы (рус. улица Мусы Мотазина)
- Үҙән урамы (рус. улица Узян)
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сафин Хәлил Мәсғүт улы (1.07.1963), ғалим-инженер‑гидротехник, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2016), ауыл хужалығы фәндәре докторы (2003), профессор (2006).
- Йәһүҙә Сөләймән улы Ибраһимов Бөйөк Ватан һуғышында рота һәм үҙйөрөшлө артиллерия командиры була, күрһәткән батырлыҡтары өсөн капитан званиеһы, һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.
- Рәхмәтуллин Зәйнетдин Рәхмәтулла улы - ике Ҡыҙыл Йондоҙ, Ватан һуғышы ордендары һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
- Нуритдинов Хужәхмәт Нуритдин улы (1902 йыл Башҡортостан Бөрйән районы Ҡолғана ауылы - 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, ҡыҙылармеец.
- Ғәләүетдинов Әбүталип Сәйетборхан улы (1909 йыл – 18 июль 1988 йыл), 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой], ҡыҙылармеец, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, 3-сө дәрәжә Дан ордены, ике «Батырлыҡ өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары кавалеры.
- Вәлиева Гөлнара Рәшит ҡыҙы( 17.11.1990, Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Ҡолғана ауылы) — Башкорт дәүләт опера һәм балет театрының солисы (2016 йылдан). Халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты.
- Ғәләүетдинов Сәрүәр Әбүталип улы (25 сентябрь 1950 йыл) — уҡытыусы, шағир. 2005 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Сафин Фәнил Мәсғүт улы (1961), ғалим-юрист, дәүләт эшмәкәре. 1996—2000 һәм 2008—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының юстиция министры, 2000—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Арбитраж суды Рәйесе; Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһы уҡытыусыһы. Юридик фәндәр кандидаты, доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Ҡолғана ауылынан.
- Шәғәлин Йәмил Мөҙәрис улы (1972 йыл) — спортсы, гер спорты мастеры
Ауыл эргәһендәге ер-һыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мейес асығы 30-сы йылдарҙа Ҡолғана ауылынан Һарғая ауылына барған юл буйындағы бер асыҡта таштан мейес сығарып, Ҡыраҡанан ат менән ташып, ҡайын, ҡарағай утындарын мейестә яҡҡандар. Эре-эре күмерҙәрҙе, ат йөгөнә тулғас, суйын иретеү заводына ебәргәндәр. Күмерҙе Әбйәлил районының Хәлил ауылы баҙарына алып барып һатҡандар. Ялан яғының кешеләре күмерҙе мейес тоҡандырыуға, самауыр ҡайнатыуға һатып алғандар. Мейес яҡҡан урынды бөгөн ерле халыҡ Мейес асығы тип йөрөтә.
- Атамалар тарих һөйләй[10]
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡолғана // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Деревня Кулганино, Республика Башкортостан. Сайт «Командировка.ру» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 июнь 2019)
- Ҡолғана ауылы тарихы(недоступная ссылка)
- Ҡолғана ауылы тарихы
- Вконтакте сайтында Тыуган ауылым-Колгана!!!
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Ҡолғана Викидәреслектә | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ 2,0 2,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 3,0 3,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Ҡолғана // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Ҡолғана ауылы тарихы
- ↑ Ҡолғана ауылы тарихы(недоступная ссылка)
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Ҡолғана ауылы
- ↑ Атамалар тарих һөйләй