Эстәлеккә күсергә

Ленинск (Дәүләкән районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ленинск (Башҡортостан) битенән йүнәлтелде)
Село
Ленинск
рус. Ленинскbq
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дәүләкән районы

Ауыл биләмәһе

Рассвет ауыл Советы (Дәүләкән районы)

Координаталар

54°21′19″ с. ш. 54°43′05″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1930

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1939

Халҡы

358[1] кеше (2010)

Милли состав

урыҫтар, башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453410

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 222 840 004

ОКТМО коды

80 622 440 116

ГКГН номеры

0519882

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ленинск (Рәсәй)
Ленинск
Ленинск
Ленинск (Дәүләкән районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ленинск

Ленинск (рус. Ленинский) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 358 кеше[2]. Почта индексы — 453410, ОКАТО коды — 80222840004.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 358 185 173 51,7 48,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ауылға 20 быуаттың 30‑сы йылдарында Дәүләкән совхозы ойошторолғандан һуң совхоздың Ленинск бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1950‑се йылдарҙың аҙағынан хәҙерге исемен йөрөтә, 2005 йылда хәҙерге статусын ала. Рассвет ауыл биләмәһенә инә. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 йылда — 170 кеше; 1959—416; 1969 йылда 509 кеше, 1989—333; 2002—355; 2010—358 кеше. Урыҫтар — 41 %, башҡорттар — 31 % йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Романовка урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана бар, ООО «Регион Агро» бар. 1985 йылда Йүкәле йылғаһы буйында 21,1 га майҙан тәшкил иткән «Ленинский» быуаһы төҙөлә. Ауыл халҡы «Дәүләкән», 1989 йылдан «Ленинский» соовхозында эшләй. 1998 йылдан совхоз бөтә, хужалыҡ орлоҡсолоҡ станцияһы менән берләштерелә[3][4].

Исеме:[5]

Йәштәр урамы рус. Молодёжная (улица)

Әхмәҙиев урамы (рус. Ахмадиева (улица)

Мәскәү урамы (рус.  Московская (улица))

Соҡорло урамы (рус.  Овражная (улица))

Ялан урамы ((рус. Полевая (улица))

Ҡоящлы урамы (рус. Солнечная(улица))

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 214-се б..
  4. А. З. Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 477-се б 2022 йыл 3 апрель архивланған.
  5. «Налог Белешмәһе» статистикаһында Ленинск
  6. Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 126.