Эстәлеккә күсергә

Миңете (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Миңете
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе һәм Ҡоншаҡ районы
Карта

Миңете, Миңеште (рус. Миништы,Маништы, Министы, Миниты) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районындағы күл[1].

Күл дөрөҫ түңәрәк формаға эйә. Төньяҡтан көньяҡҡа ул — 1,8 километрға, ә көнбайыштан көнсығышҡа 1,2 километрға һуҙылған. Уның һыу ятҡылығының дөйөм майҙаны яҡынса 2,16 квадрат километр тәшкил итә. Һыу ятҡылығының иң ҙур тәрәнлеге 2,7 метр иҫәпләнә, уны төньяҡ һәм көнсығыш яр буйҙарынан ағып төшкән шишмәләр һәм яуым-төшөм туйындыра.

Күл буйҙарының ландшафты төрлө: көньяҡта — Миңеште далаһы, көнсығыштараҡ һаҙлыҡ һыҙаттары һуҙыла, ә көнбайыштан урман зонаһы башлана.

Силәбенән — 79 саҡрым, Ҡоншаҡ ҡалаһынан — 23 саҡрым, Златоустан 220 саҡрым алыҫлыҡта ята.

Һыу көҙгөһө буйынса Ҡоншаҡ һәм Ҡыҙыл Армия райондары араһындағы сик үтә.

Яҡындағы тораҡ пункты — Усольцево ауылы, күлдең көнсығышында 10 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Ике саҡрым арыраҡ, көнбайыштараҡ ҙур һыу ятҡылығы — Һағышты күле урынлашҡан.

Координаттары: 55°37’10"N 61°52’5"E[2]

Силәбе өлкәһе географы һәм топонимисы Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә ошондай аңлатма бирә:

« Миниты, озеро, Кунашакский район. От распространенного у башкир и татар древнего тюркского мужского имени Миниты, с основой мин (и) — «родинка». Родинка у новорожденного считалась счастливой приметой. Частица -ты — имяобразующий аффикс.[3][4]. »

Йәғни, атама башҡорт сығышлы, ул «миңле» тигән һүҙҙән яһалған ниндәйҙер андронимдан алынған. Урыҫ телендә күл бер нисә төрө атама менән йөрөй, йышыраҡ Миништы — Миңеште тигәне ҡулланыла[2]

  • Шувалов Н. И. Айдыкуль // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN 5-7688-0157-7
  1. Озеро Миништы
  2. 2,0 2,1 Озеро Миништы 2021 йыл 27 ғинуар архивланған.
  3. Шувалов Н. И. Миниты // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN 5-7688-0157-7
  4. [1] От Парижа до Берлина по карте Челябинской области