Һағышты
Һағышты | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Урын | Ҡоншаҡ районы |
Һағышты (урыҫса Сагишты)- Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районындағы күл. Силәбе ҡалаһынан 80-90 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса Һағышты күленең икенсе атамаһы - Мөгөштө (рус. Могишты). Киң билдәле Силәбе өлкәһе географы һәм топонимисы Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә күлде Могишты тип атай һәм Могишты, озеро, Кунашакский район. От распространенного в прошлом у татар и башкир тюркского личного мужского и Могишты тигән аңлатма бирә[2][3].
Был аңлатма шулай ҙа шик уята, гидроним боронғо башҡорт телендәге "мөгөш" (мөйөш) тигәндән килеп сығыуы ихтимал. Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы Миңеште (рус. Миништы) ауылының этимологияһын да тап "мөгөш" һүҙе менән бәйләйҙәр.
Икенсе атамаһы башҡорт телендәге "һағыш" (һағыныу) һүҙенән килеп сыҡҡаны аңлатмаларһыҙ ҙа күренеп тора [4].
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса Һағышты (икенсе исеме Мөгөштө) ошондай күрһәткестәргә эйә[5]:
- Һыу объекты коды: 14010500711111200007817
- Урынлашыуы: Тинес йылғаһы, Солтан ауылы эргәһе. Тинес йылғаһы ағып сыға
- Һыу бассейны округы: Иртыш бассейн округы
- Йылға бассейны: Иртыш
- Һыу ятҡылығы майҙаны(км2): 5.44
- Бәләкәй йылға бассейны: Тубыл ( бассейндың Рәсәй өлөшө)
- Хужалыҡ итеү участкаһы: Тинес
- Һыуйыйғыс майҙаны (км2): 0
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды: 211200781
- ГӨ буйынса һаны (номеры): 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 2
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һыу ятҡылығы көҙгөһө оҙонлоғо 4 км, киңлеге 2,5 км. Һыуҙың уртаса тәрәнлеге — 2,5 метр, айырым урындарҙа 5 метрға етә. Төбө ләмле-ҡомло, нигеҙе башлыса тигеҙ. Һыуы болғансыҡ, сит ҡушылмалар күп. Күлдең ҡайын урмандары ҡаплаған көнбайыш ярында башҡорт ауылы Солтан урынлашҡан, көнсығыш ярында — ҡамышлыҡтар һәм ҡайын ҡулҡылары.
Балыҡҡа бай. Күлдә карп, сабаҡ, табан, һаҙан, алабалыҡ, алабуға күп [6]
Күл радиация менән ағыуланған Мөслим ауылынан йыраҡ түгел. Шуға күрә урмандарындағы мул булып үҫкән еләк-емеште, бәшмәкте йыйырға ярамай.Йылға ярҙарындағы ҡамышлыҡтарҙа һыу ҡоштары күп. Күлдән балыҡ тотоуға ла шик бар [7]
Видео
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Шувалов Н.И. Могишты// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 561-се бит /һағыш
- ↑ Государственный водный реестр Российской Федерации
- ↑ Озеро Сагишты(недоступная ссылка)
- ↑ Озеро Сагишты 2021 йыл 21 апрель архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Озеро Сагишты [1] 2018 йыл 1 декабрь архивланған.
- Сагишты
- Озеро Сагишты 2019 йыл 20 май архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 561-се бит /һағыш
- Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7