Эстәлеккә күсергә

Халиҡов Муллайән Дәүләтша улы

Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Муллаян Халиков битенән йүнәлтелде)
Муллайән Дәүләтша улы Халиҡов
Тыуған:

4 февраль 1894({{padleft:1894|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Бүздәк улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы) Аҡтау ауылы

Вафат:

23 сентябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (43 йәш)

Вафат урыны:

РСФСР Мәскәү ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Партия:

Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Эшмәкәрлек төрө:

сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре

Халиҡов Муллайән Дәүләтша улы (4 февраль 1894 йыл — 23 август 1937 йыл) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе, күренекле дәүләт эшмәкәре. Сәйәси золом ҡорбаны.

Муллайән Дәүләтша улы Халиҡов 1894 йылдың 4 февралендә Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Бүздәк улусының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы) Иҫке Аҡтау ауылында башҡорт ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килгән[1].

Муллайән Халиҡов оҙаҡ йылдар буйы башҡорттарҙың үҙидараһы булыуы өсөн көрәшкән, шунлыҡтан милләтсе тип тә йәберләнгән[2]. 1920 йылдың 15 декабрендә Мәскәүҙә уҙған беренсе Бөтә Рәсәй милләттәр съезының анкетаһында Муллайән Дәүләтша улы үҙенең башҡорт милләтенән булыуын һәм туған теле башҡорт теле булыуын яҙа. Өсөнсө Башҡорт АССР-ы съезының Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһының анкетаһында (1923) ул үҙенең милләте башҡорт булыуын күрһәтә[3]. 1937 йылғы репрессия ваҡытындағы НКВД документтарында уның милләте башҡорт тип яҙылған[4].

1909 йылға тиклем тыуған ауылындағы мәҙрәсәлә белем ала, артабан Килем ауылында башланғыс рус мәктәбендә уҡый.

1915 йылда Ырымбур губернаһының Троицк ҡалаһындағы «Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһен һәм уҡытыусылар семинарияһын уңышлы тамамлай. Шул уҡ йылды М. Халиҡовты Орск ҡалаһына башланғыс мосолман мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрәләр. Бында ул 1917 йылдың октябренә тиклем эшләй. Артабан уны Темәс ауылындағы земство китапханаһына мөдир итеп тәғәйенләйҙәр һәм шул ваҡытта Халиҡов Темәстә 6 йыллыҡ Башҡорт башланғыс училищеһында уҡыта.

1917 йылда Халиҡов Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушылып китә. Ф. Я. Шәрипов яҙыуы буйынса, Муллайән Халиҡов 1917 йылдың 20—27 июлендә Ырымбурҙа үткән I Бөтә башҡорт һәм шул уҡ йылдың 22—29 авгусында Өфөлә уҙған II Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарында ҡатнаша, Башҡорт мәркәз шураһына ағза итеп һайлана[5], бындай мәғлүмәтте М. М. Ҡолшәрипов һәм Р. А. Дәүләтшин дөрөҫләмәйҙәр, I—III Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарында Халиҡовтың ҡатнашыуы мөмкин, әммә Башҡорт мәркәз шураһы ағзаһы булыуын документтар раҫламай, тиҙәр[6][7].

1918 йылдың 17 февралендә (иҫкесә 4 февралендә) Ырымбур ҡалаһында Башҡорт хөкүмәте һәм Башҡорт мәркәз шураһы ағзалары ҡулға алынып, төрмәгә ябыла. Хәбибулла Ғәбитов яҙыуынса, 26 февраль көнө Ырымбурҙан Муллайән Халиҡов менән Ғәзиз Әлмөхәмәтов Баймаҡҡа килеп, башҡорт эшмәкәрҙәренә Ырымбурҙағы хәлдәрҙе хәбәр итәләр һәм йыйылыш үткәрәләр. Йыйылышта Петроградҡа Башҡорт хөкүмәте ағзаларын азат итеү тураһында һөйләшеүҙәр алып барыр өсөн Ғабдулла Иҙелбаевты ебәрергә ҡарар итәләр, әммә большевиктар март айы башында уны, Ғимран Мағазовты һәм тағы ла Башҡорт ғәскәрен ойоштороуында ҡатнашҡан 7 офицерҙы ҡулға алалар һәм аталар.

Муллайән Халиҡов таныҡлығының копияһы

Муллайән Халиҡов үҙенең автобиографияһында яҙыуынса, 1918 йылдың 23 мартынан РКП(б)-ға яҙылып, советтар яғында йөрөй. Троицк ҡалаһы һәм өйәҙенең мосолман эштәре буйынса комиссары булып эшләй. Апрель айында Ырымбур төрмәһенән ҡотолған Әхмәтзәки Вәлиди йәшерен рәүештә Муллаян Халиҡов менән бәйләнешкә инә һәм уны милли хәрәкәт эшенә йәлеп итә[8].

1918 йылдың май аҙағында Силәбе ҡалаһында Чехословак корпусы большевиктарға ҡаршы баш күтәреп, власты үҙ ҡулына ала. Оҙаҡламай бөтә Өфө һәм Ырымбур губерналарында власть большевиктарға ҡаршы булған көстәр ҡулына күсә. Июнь башында Силәбе ҡалаһында Башҡорт хөкүмәте тергеҙелә. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәре автономияның хәрби көстәрен — Башҡорт армияһын ойоштороу эшенә тотона. Муллайән Халиҡов Башҡорт хөкүмәте һәм Башҡорт хәрби шураһы ағзаһы булып һайлана.

1918 йылдың 10 июлендә Муллайән Халиҡов Башҡорт хөкүмәтенең Хәрби бүлеге тарафынан Һамар ҡалаһына Ойоштороу йыйылышына ағзалар комитетына (Комуч, Һамар хөкүмәте) ебәрелә. Бында ул Башҡорт армияһына ҡорал менән ярҙам итеү мәсьәләһе буйынса һөйләшеүҙәр алып бара. Комуч башҡорт милли ғәскәрҙәрен ойоштороуҙы хуплай һәм ярҙам күрһәтергә ризалыҡ бирә.

1918 йылдың август башында Башҡорт хөкүмәте Силәбенән үҙенең Ырымбурҙағы резиденцияһы — Каруанһарайға ҡайтып төшә. Хәҙер инде хөкүмәт, ғәскәр ойоштороу эштәрен юлға һалып, Башҡортостан автономияһының урындағы власть органдарын тергеҙеүгә тотона. Сентябрь аҙағында Муллайән Халиҡов Башҡорт хөкүмәтенең уполномоченныйы сифатында Көҙәй кантонына ебәрелә[9]. Бында ул кантон башҡармаһын ойоштороу менән шөғөлләнә. Унда 1918 йылдың декабрь уртаһына тиклем була. Кантон башҡармаһына етәкселек иткән булһа кәрәк.

1918 йылдың ноябрендә Колчак власҡа килгәс, Башҡортостан автономияһын бөтөрөргә, ә уның ғәскәрҙәрен тулыһынса үҙенең генералдарына буйһондорорға тигән фарман сығара. Башҡорт хөкүмәте Совет власы менән һөйләшеүҙәр башларға уй-ниәт ҡора. Ошо маҡсат менән фронт һыҙығы аша Мөхәммәтгәрәй Ҡарамышев менән Сәләхетдин Атнағоловтарҙы ебәрә, әммә илселәрҙең юлы уңмай. 1919 йылдың ғинуарында Өфө Ҡыҙыл Армия ҡулына күсә, һәм Башҡорт хөкүмәте Өфө ҡалаһына Муллайән Халиҡов менән Хәйретдин Сәғитовтарҙы ебәрә. Башҡорт вәкилдәре урындағы совет власы органдары һәм Ҡыҙыл Армия етәкселеге менән бәйләнешкә инеп, һөйләшеүҙәр башлай, Халиҡов менән Сәғитов Өфө губерна башҡарма комитеты ултырышында ҡатнаша. Бында Милләттәр эштәре комиссариат (Наркомнац) вәкиле лә була. Башҡорт делегацияһы түбәндәге шарттар тәҡдим иткән: 1) Башҡортостан Совет Республикаһы, 2) Башҡорт корпусы, 3) финанс ярҙам, 4) фронтты Силәбе һәм Троицк ҡалаларына тиклем күсереү. Ошо уҡ мәлдә Өфө коммунистары һөйләшеүҙәр тураһында Мәскәүгә хәбәр итә. В. И. Ленин һəм И. В. Сталин яуап итеп Өфөгә телеграмма һуға:

«Предлагаем не отталкивать Халикова, согласиться на амнистию при условии создания единого фронта с башкирскими полками против Колчака. Со стороны советской власти гарантия национальной свободы башкир полная. Конечно, необходимо наряду с этим строжайше отсечь контрреволюционные элементы башкирского населения и добиться фактического контроля за пролетарской надежностью башкирских войск»

1919 йылдың 30 ғинуарында Өфө губерна башҡарма комитеты Башҡортостан һәм РСФСР-ҙың үҙәк органдары менән килешеү төҙөр өсөн һөйләшеүҙәрҙе дауам итергә ҡарар итә[6].

Февралдә, Халиҡов Өфөнән ҡайтҡандан һуң, Башҡорт хөкүмәте уның эшмәкәрлеген хуплай һәм РСФСР-ҙың үҙәк органдары менән килешеү төҙөр өсөн һөйләшеүҙәр алып барырға ҡарар итә.

«Килешеү»ҙең титул бите

1919 йылдың 11 февралендә Өфөгә яңы башҡорт делегацияһы юллана. Башҡорт хөкүмәте рәйесе Мөхәмәтхан Ҡулаев, Муллайән Халиҡов һәм З. Вәлидиҙең адъютанты Әбдрәшит Бикбауовтар 18—19 февралдә Өфө губревкомы рәйесе Б. Нимвицкий, РКП(б)-ның Өфө губкомы рәйесе В. Седенков, 5-се армияның Реввоенсоветынан И. Смирнов, Республиканың (РСФСР) Реввоенсоветынан В. Смирнов һәм Милләттәр эштәре буйынса комиссариат вәкиле М. Солтанғәлиевтар ҡатнашлығында һөйләшеүҙәр үткәрә. Ошо ваҡытта Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре Совет власы яғына сыға. 21 февраль көнө Бөтә Башҡорт хәрби съезында Башҡортостан автономияһының ваҡытлы революцион хөкүмәте — Башревком ойошторола. Советтар менән һөйләшеүҙәрҙә йөрөгән Муллайән Халиҡовты Башревкомға ағзалыҡҡа кандидат итеп һайлайҙар.

Башҡорт вәкилдәре һөйләшеүҙәрҙе Көнсығыш фронттың штабында, Сембер (Ульяновск) ҡалаһында дауам итә. 1919 йылдың 27 февралендә бында Башҡорт хөкүмәте вәкилдәре менән Ҡыҙыл Армия командалығы араһында тәү килешеү (предварительный договор) төҙөлә. Артабан башҡорт вәкилдәре Мәскәү ҡалаһына юллана.

1919 йылдың 20 март көнө Муллайән Халиҡов Мөхәмәтхан Ҡулаев һәм Әбдрәшит Бикбауовтар менән бергә башҡорт халҡының автономияһын раҫлаған тарихи документҡа — «Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү»гә ҡул ҡуя. Мәскәүҙән ҡайтҡас, апрель айынан алып М. Халиҡов Башҡортостан хəрби-революцион комитетында эшләй.

1919 йылдың 16 майында Зәки Вәлиди тәҡдиме менән Халиҡов Һамар ҡалаһындағы Көнсығыш фронттың Көньяҡ төркөмө штабы янында Башревком вәкиле итеп тәғәйенләнә. Бында ул Мәскәү менән элемтә тота, М. Фрунзе менән даими бәйләнештә була, башҡорт ғәскәрҙәрен төрлө кәрәк-яраҡтар тәьмин итеү эшен координациялай. Был вазифаны М. Халиҡов 1920 йылдың мартына тиклем башҡара.

1920 йылдың 24 мартында Башревком Халиҡовты Һамарҙан ҡайтарырға ҡарар итә һәм ул Тамьян-Ҡатай кантоны ревкомы рәйесе итеп раҫлана. Халиҡов тик апрель айында ғына Башҡортостанға ҡайтып етә һәм үҙенә һалынған вазифаһын үтәй башлай.

1920 йылдың 19 майында Мәскәү үҙәк властары бер яҡлы ҡабул иткəн «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дəүлəт ҡоролошо тураһында» ҡарары менән риза булмауын белдерə һәм башҡа Башревком ағзалары менән берлектә отставкаға китә. Сентябрҙә Халиҡов Баҡы ҡалаһында үткәрелгән Көнсығыш халыҡтары съезында ҡатнаша һәм унда Зәки Вәлиди менән һуңғы тапҡыр осраша[10].

Совет органдарында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостанға ҡайтыу менән Муллайән Халиҡов республиканың социаль тәьминәт комиссары итеп тәғәйенләнә. Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты ағзаһы итеп һайлана. Был осорҙа Башҡортостан хөкүмәте менән етәкселек итеү коммунист Ғәли Шәмиғоловҡа бирелгән, ул быға тиклем башҡорттарҙың үҙидарылығы булыуына ҡаршы булған һәм власҡа килгәс, Ер тураһындағы декретка яраштырып бик күпләп башҡорттарҙың ерҙәрен тартып ала. Был хәл 1920 йылдың октябрендә Халиҡовты Коминтерн башҡарма комитеты рәйесе Г. Е. Зиновьевҡа һәм В. И. Ленинға хат яҙырға мәжбүр итә. Унда ул башҡорттарҙың ныҡ бөлгөнлөккә төшөүе, Башҡортостанда билдәһеҙ кешеләр власта ултырып, халыҡты аяуһыҙ талауы һәм башҡа ваҡиғалар хаҡында яҙа. Тағы ла быға килтергән сәбәптәрен дә күрһәтә: 1) Полёнов, Чистяков, Иштимеров һәм башҡа уйламай эш иткән партия хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрелеге тураһындағы Башревкомдың Мәскәүгә ебәргән бик күп телеграммаларына Үҙәк бер ниндәй ҙә иғтибар бирмәй ҡалдыра; 2) Башҡортостан республикаһы ҡарамағынан бөтә иҡтисади дәүләт органдарын тартып алыу[11], автономияла мәҙәни үҫеш тыуҙырыуға бер ниндәй мөмкинлек бирмәй; 3) Башҡортостандағы Үҙәктең вәкәләтлек институттары бөтә яҡлап эштәрҙе тик тотҡарлап тора; 4) Башҡортостандың иң абруйлы кешеләре — Вәлидовты һәм Йомағоловты эштәренән сығарыу, улар урынында власта һәм төбәк идаралыҡ органдарына башҡорт эштәрендә иң компетентһыҙ һәм булдыҡһыҙ карьеристар, республиканы ваҡытлыса ғына булған яманлыҡ тип һанаусыларҙың килеүе булып тора.

Башҡорт хөкүмәтенең ағзалары. Муллайән Халиҡов — беренсе рәттә уңдан өсөнсө

1920 йылдың көҙөндә ошондай сәбәптәр арҡаһында Башҡортостанда ихтилал тоҡанып китә. Муллайән Халиҡов был конфликты һөйләшеүҙәр юлы менән генә бөтөрөү өсөн бөтә көсөн һала. 1921 йылда ихтилал тулыһынса баҫтырыла. Был ваҡиғаларҙан һуң Мәскәү властары ҡайһы бер элекке Вәлидов Башревкомының ағзаларын республика менән етәкселек итеү органдарына ҡайтара. 1921 йылдың ғинуарынан Башҡортостандың халыҡ мәғарифы комиссары булып эшләй. Халиҡов февралдә уҙған IV Бөтә Рәсәй партконференцияһында милли мәсьәлә һәм башҡорт милли хәрәкәте хаҡында доклад уҡый, унда РСФСР властары менән башҡорт хәрәкәте араһында булған үҙ-ара аңлайышһыҙлыҡтың тарихи тамырҙарын күрһәтергә тырыша. Был конференция Халиковтың тәҡдимдәрен ҡабул итә һәм Башҡортостандың территорияһында рәсми телдәре итеп башҡорт һәм рус телдәрен иғлан итә[6].

1921 йылдың июль айында Муллайән Халиҡов Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһы хөкүмәте — Халыҡ комиссарҙары советының рәйесе итеп һайлана. Республикала был ваҡытта меңәрләгән эре һәм ваҡ сәнәғәт предприятиелары эшләмәгән, сәсеү майҙандары һуғышҡа тиклем менән сағыштырғанда өстән бер өлөшкә кәмей, икмәк йыйыу һәм мал башы һаны бик ныҡ ҡыҫҡара, йөҙләгән ауыл һәм меңәрләгән йорт хужалыҡтары янған була, 200 мең кеше өйһөҙ ҡала. Был осор бик ҡаты аслыҡ йылдарына тап килә, Наркомпрод аҙбарҙарында бер икмәк тә ҡалмай, Үҙәктән ҡайтарылған аҡсалар бөтә сығымдарҙың 10 % ҡаплай алмай. Халиҡов етәкселегендә хөкүмәт республиканы РСФСР-ҙың аслыҡ райондарына индерер өсөн, автономияла аҙыҡ-түлек һалымын (продналогты) ғәмәлдән сығарыр өсөн бик күп эштәр башҡара[12]. Һөҙөмтәлә 1921 йылдың 9 авгусында Асығыусыларға ярҙам буйынса Башҡорт өлкә комитеты (Башпомгол) ойошторола. АҠШ-тың Америка административ ярҙамы (АРА) ойошмаһы эшмәкәрлеге лә, Үҙәк власы менән тыйылғанға тиклем, халыҡҡа ярҙам күрһәтә.

Хөкүмәт рәйесе вазифаһында ул Башҡортостан дәүләтселеген нығытыуҙа, элекке башҡорт кантондарының территорияһын республика составына индереү, ә иң мөһиме Өфө губернаһы башҡорттарын автономияға ҡушыуҙа ҙур эштәр башҡара. 1921 йылдың майында уҡ Халиҡовтың доклады нигеҙендә Башобком менән БашҮБК түбәндәге ҡарарын сығара:

  • В основу Башкирской Советской Социалистической Республики берется Малая Башкирия в составе ныне существующей Башкирской республики с присоединением Златоустовского горонозаводского района, Архангельского клина (Уфимской губ.) Магнитной горы и минских башкир в составе 19 волостей Белебеевского и Уфимского уездов.
  • включить в состав Башреспублики г. Оренбург;
  • включить целиком ныне существующую Уфимскую губернию с городом Уфой;
  • включить башкирские волости Мензелинского уезда по реке Ик.

Был эште тормошҡа ашырыр өсөн Муллайән Халиҡовҡа күп тапҡыр Мәскәүгә барырға тура килә. Үҙәк власть Башҡортостан хөкүмәте индергән тәҡдимдәрҙең ҡайһы берҙәрен ҡабул итмәй. Ә шулай ҙа 1922 йылдың 14 июнендә Өфө губернаһын Башҡортостанға ҡушырға ҡарар итә. Халиҡов «Оло Башҡортостан» хөкүмәте рәйесе булып китә.

Муллайән Халиҡовтың республикла булған абруйы бик юғары була, был Үҙәк властарға оҡшамай һәм 1925 йылдың аҙағында ул Мәскәүгә эшкә ебәрелә. Бында ул Ауыл хужалығы банкында эшләй. Халиҡовты үҙенең яҡташтарына, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына, ваҡытында кадрҙар сәйәсәте буйынса ярҙам итмәүе, гәзиттәрҙең тик татар телендә сығыуы һәм мәктәптәрҙә лә был телдә генә уҡытыуы бик ныҡ борсоған[1].

1930—1933 йылдарҙа Ҡыҙыл профессураның иҡтисад институтында белем ала. Артабан РСФСР финанс комиссариатының Бюджет идаралығы начальнигы урынбаҫары булып эшләй.

1929—1933 йылдарҙа Әҙеһәмов, Мутин, Мырҙабулатов, Бикбаев, Теләүберҙин, Имаҡов, Муллабаев һәм башҡаларға «вәлидовсылар» тип исем тағып репрессиялағандар. 1937 йылда НКВД органдары йәнәһе Вәлиди директиваһы буйынса 1929 йылда төҙөлгән ике «емергес милләтселек үҙәктәрен» таба: береһе Өфөлә — Иҫәнсурин, Дауытов, Ишмөхәммәтов, Әсәҙуллин, Ейәнсурин, икенсеһе Мәскәүҙә — Бейешев, Ҡушаев, Мортазин, Йомағолов, Халиҡов, Таһиров, Булашев була. 1937 йылдың 25 июлендә Халиҡов, совет власына ҡаршы террористик эшмәкәрлектә ғәйепләнеп, НКВД органдары тарафынан ҡулға алына. 27 сентябрҙә Муллайән Дәүләтша улы Халиҡов СССР Юғары Советының Хәрби коллегияһы ҡарары буйынса атыла. Егерме йыл үткәс, 1958 йылдың 28 ғинуарында, шул уҡ Коллегияның ҡарары менән аҡлана[4].

Ҡатыны: Сара Зәкир ҡыҙы (1899—?), 1937 йылда репрессиялана, оҙаҡ йылдар буйы лагерҙар аша үткәндән һуң да Өфөгә ҡайтырға мөмкинлек бирмәйҙәр, Свердлов өлкәһенә күсә. 1958 йылда аҡлана. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ[5].

  • Халиков М. Д. Башкирия за 15 лет.// «Советское государство». — 1934. — № 2. — С. 49—56.
Муллаян Халиков иҫтәлегенә таҡтаташ. Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты бинаһы
  • 2009 йылда Өфөлә Муллайән Халиҡовтың төбәк йәмғиәт фонды ойошторола[13].
  • 2009 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан Башҡорт хөкүмәте резиденцияһының элекке бинаһында Муллайән Халиҡовҡа бағышлап таҡтаташ асыла[14].
  • 2008 йылда Нефтекама ҡалаһында «Халиҡов уҡыуҙары» үткәрелгән[5][15].
  • 2009 йылда Бүздәк ауылы урамдарының береһенә Муллайән Халиҡов исеме бирелә[16].
  • Муллайән Халиҡовтың тормош юлы һәм сәйәси эшмәкәрлеге хаҡында Ғәли Ғатауллин «Актауға ҡайтам әле» («Возвращусь в Актау») исемле китап баҫтырып сығара[17], ә яҙыусы Фәнил Шәрипов уға бағышлап «Тәрән тамырҙар» («Глубокие корни») исемле роман яҙа[18].
  • 2014 йылда Бүздәк районында Муллайән Халиҡовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған фән­ни-ғәмәли конференция уҙғарыла[19].
  • 2022 йылда Бүздәк ауылында Башҡортостан автономиялы республикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе — Муллайән Халиҡов иҫтәлегенә бюст ҡуйыла[20][21].
  1. 1,0 1,1 Шарипов Ф. Башкирский самородок: К 115-летию со дня рождения видного государственного и политического деятеля М. Д. Халикова // Ватандаш. — 2008. — № 10. — ISSN 1683-3554.
  2. Давлетшин Р. А. Предлагаем не отталкивать Халикова… // Возвращенные имена. — Уфа, 1991. — С. 252.
  3. Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925 гг.). Документы и ма­териалы в 4-х томах / Автор-составитель Б. X. Юлдашбаев. Т. 1. Уфа: Китап, 2002. С. 118.
  4. 4,0 4,1 Книга памяти жертв политических репрессий Республики Башкортостан. Т. 5: Т — Я. / Редкол.: Ишмуратов Х. Х. (гл. ред.) и др.; Рабочая группа по подгот. рукоп.: Валеев Р. А. и др. — Уфа : Китап, 2005. — 632 с.
  5. 5,0 5,1 5,2 Шарипов Ф. Башкирский самородок: К 115-летию со дня рождения видного государственного и политического деятеля М. Д. Халикова // Ватандаш. — 2008. — № 10. — ISSN 1683-3554.
  6. 6,0 6,1 6,2 Кульшарипов М. М. Служил своему народу // Ватандаш. — 2009. — № 4. — ISSN 1683-3554.
  7. Давлетшин Р. А. Предлагаем не отталкивать Халикова… // Возвращенные имена. Уфа, 1991. С.252.
  8. Заки Валиди Тоган. Воспоминания: Книга I. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 1994. — С. 227. — 400 с. — ISBN 5-295-01269-7.

    «15 мая встретимся с представителями Казахстана (Алаш Орда). Сейчас направляем человека в Семипалатинск и попросим их прибыть в Кустанай в дом отца литератора Габдуллы Гисматова. Муллаян Халиков поедет в Троицк, затем в Кустанай, где будет ждать нас.»

  9. А. А. Валидов — организатор автономии Башкортостана. У истоков федерализма в России (1917—1920). Документы и материалы. /Сост. Н. М. Хисматуллина, Р. Н. Бикметова, А. М. Галеева, Ю. Р. Сайранов. — Уфа: Китап, 2005. — Т. 1. — С. 169. — 392 с. — ISBN 5-295-03702-9.
  10. Заки Валиди Тоган. Воспоминания: Книга II. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 1998. — С. 17. — 368 с. — ISBN 5-295-01566-1.

    «Резолюции, подготовленные мною, предлагались на заседаниях Джуназаковым или башкирским делегатом М. Халиковым... Перед самым завершением съезда я отправился в путь. Учитывая, что в порту и на железнодорожных станциях я легко могу оказаться в руках чекистов, из Баку до Сумгаита нанял фаэтон и только в Сумгаите сел на поезд, в котором ехали Муллаян Халиков и Габдрашит Бикбавов. Они, воспользовавшись тем, что я, как и они сами, был членом ВЦИК, сумели подготовить документы, и я в купе вместе с ними спокойно доехал до Петровска. С этими самыми близкими друзьями я попрощался в поезде. Повстречаться мне с ними в этой жизни больше не было суждено. Они вернулись в Башкортостан, до последней возможности постарались быть полезными нашему народу.»

  11. Бында һүҙ 1920 йылдың 19 майында Мәскәү үҙәк властары менәнм бер яҡлы ҡабул ителгəн «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дəүлəт ҡоролошо тураһында» ҡарары хаҡында бара.
  12. Ленинға, Сталинға һәм Брюхановҡа Халиҡов ебәргән телеграммаларҙың береһендә былай тиелгән:

    «Продовольственное положение Башкирии катастрофическое. Башкирское население в ужасном положении: питаются размолотой древесиной, вареной старой кожей… Смертность от голода большая… Только за последние два года исчезло около 83 тыс. крестьянских хозяйств, сельское население сократилось на 589,4 тыс. человек, то есть на 22 процента, число безлошадных дворов увеличилось на 97,7 тыс., бескоровных — на 60 тыс. Сильнее всего голод охватил башкирское население, численность которого уменьшилась на 29 процента. Имели место факты людоедства и спекуляции человеческим мясом…»

  13. Учрежден Региональный общественный фонд Муллаяна Халикова. «Башинформ» (20 ғинуар 2009). Дата обращения: 14 февраль 2015.
  14. В Стерлитамаке состоялось торжественное открытие мемориальной доски Муллаяну Халикову. «Башинформ» (24 март 2009). Дата обращения: 14 февраль 2015.
  15. В Нефтекамске проходят «Халиковские чтения». «Башинформ» (18 апрель 2008). Дата обращения: 14 февраль 2015.
  16. Земляки Муллаяна Халикова отмечают 115-ю годовщину со дня его рождения. «Башинформ» (17 февраль 2009). Дата обращения: 14 февраль 2015.
  17. Школьники Буздякского района познакомились с биографией Муллаяна Халикова. «Башинформ» (13 февраль 2014). Дата обращения: 14 февраль 2015.
  18. Муллаян Халиков — один из основателей автономной Башкирии (К 120-летию со дня рождения). «Башинформ» (23 ғинуар 2014). Дата обращения: 14 февраль 2015.
  19. Һәйкәлгә лайыҡ шәхес. «Башҡортостан» (18 июль 2014). Дата обращения: 14 февраль 2015. 2018 йыл 15 февраль архивланған.
  20. В Башкортостане открыли бюст одному из основателей автономной республики Муллаяну Халикову. «Башинформ» (26 март 2022). Дата обращения: 7 апрель 2022.
  21. В Буздякском районе открыли бюст выдающемуся государственному деятелю Башкортостана Муллаяну Халикову. Официальный сайт Главы Республики Башкортостан (26 март 2022). Дата обращения: 7 апрель 2022.(недоступная ссылка)
  • А. А. Валидов — организатор автономии Башкортостана. У истоков федерализма в России (1917—1920). Документы и материалы. /Сост. Н. М. Хисматуллина, Р. Н. Бикметова, А. М. Галеева, Ю. Р. Сайранов. — Уфа: Китап, 2005. — Т. 1. — С. 169, 269. — 392 с. — ISBN 5-295-03702-9.
  • Давлетшин Р. А. «Предлагаем не отталкивать Халикова…»// Возвращенные имена. Уфа, 1991. С. 252—262.
  • Давлетшин Р. А. Халиков Муллаян Давлетшинович. // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 616—617. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
  • Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925). Т. 1. Уфа, 2002. С. 118—119, 318.