Эстәлеккә күсергә

Оло Таткүл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Оло Таткүл
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Илмән ҡурсаулығы
Карта

Оло Таткүл (рус. Большо́й Та́ткуль - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһендәге күл. Административ йәһәттән Мейәс ҡала округына инә.

Оло Таткүл Сыбаркүл ҡалаһынан төньяҡтараҡ урынлашҡан. Илмән ҡурсаулығы биләмәһенә инә.

Оло Таткүлдән көньяҡтараҡ Оло Мейәс, Кесе Мейәс һәм Ҡыҫыҡкүл урынлашҡан. Таткүл аша Илмән йылғаһы ағып үтә.

Иң яҡын тораҡ пункттары — Мейәс ҡала округы составындағы Мейәс һәм Ураҙбай ҡасабалары.

Географик координаттары: киңлеге - 55°11′48″N (55.196772), оҙонлоғо - 60°17′4″E (60.284537)[2]

  • Максималь тәрәнлеге: 3,5 м
  • Һыуҙың үтә күренеүсәнлеге, сафлығы: ярайһы таҙа һәм үтә күренмәле
  • Туйындырыусы сығанаҡ: Илмән йылғаһы, шишмәләр, яуым-төшөм
  • Майҙаны: 2,48 км²

Күлдең ярҙары убалы, ярымдала күлдәре төрөнә ҡарай. Төньяҡтан көнсығыштан һәм өлөшләтә көньяҡ-көнбайыштан һаҙлыҡлы. Оло Таткүлдең көнбайыш осонан 0,5 км алыҫлыҡта бәләкәй генә Кесе Таткүл урынлашҡан.

Оло Таткүлдең сөмкәһе түңәрәк һыҙатланышлы, һыуы ағып тора. Һыу ташҡанда үҙенән 2,5 км көньяҡ-көнсығыштараҡ урынлашҡан Кесе Мейәс күле менән ҡылымыҡ аша тоташып ала [2].

Силәбе өлкәһенең топонимикаһын өйрәнеп, китаптар сығарған географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә, От распространенных в прошлом у башкир древнего мужского имени Таткул основой таты — «ласковый», «спокойный», «мирный», с именной типовой частицей кол (кул,гул), тип яҙа[3]. Күлдең атамаһы, ысынлап та, Тат+күл һүҙҙәренән икәне күренеп тора. Татҡол тигән ирҙәр исеменән тигән фаразы бәлки ысынбарлыҡҡа тура килмәйҙер, сөнки күл һыуы тәмле булып, тат (лы) тигән синонимы ҡулланылған булыуы ихтимал [4]

Флораһы һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ылымыҡ баҫып барыусан. Һыуға килеп етеп тиерлек ҡатнаш урман үҫә, тирә-яғы еләк һәм бәшмәктәргә бай (тик уларҙы барыбер йыйырға ярамай, сөнки Илмән ҡурсаулығы территорияһында урынлашҡан).

Һалҡындар башланғансы күл буйында кейек ҡоштар тереклек итә[2].

Төбө ҡомло һәм ташлы. Күлдә сабаҡ, йылға алабуғаһы һәм суртан үрсей[5].

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 2,2 Большой Таткуль
  3. Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN 5-7688-0157-7.
  4. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 325-се бит.
  5. День Святого Валентина на озере Малое Миассово. GdeKluet. Дата обращения: 20 май 2013. Архивировано 23 май 2013 года. 2016 йыл 11 апрель архивланған.
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 861 бит - 223-сө бит
  • Шувалов Н. И. Сугурмак // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7