Рөстәм
Уҡыу көйләүҙәре
(Рөстәм (ир-ат исеме) битенән йүнәлтелде)
Рөстәм |
Рөстәм — Ир-ат исеме. Башҡорт теленә фарсы теленән ингән.
Ҡайһы бер ҡушма исемдәрҙең өлөшө булып тора ала.
Рус телендә Рустам, Рустем, Рустэм, Рустям тигән транскрипциялары бар.
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таңһылыу Күсимова исемдең мәғәнәһен «үтә көслө, ҡыйыу, батыр, мыҡты кәүҙәле, ҡеүәтле; баһадир» тип аңлата[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асанбаев Рөстәм Николай улы (22 сентябрь 1954 йыл — 26 май 2016 йыл) — СССР һәм Рәсәй музыканты, йырҙар авторы.
- Ахунов Рөстәм Ринат улы (22 август 1978 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре.
- Булатов Рөстәм Баян улы (26 июль 1980 йыл, Өфө, Башҡорт АССР-ы, СССР) — вокалист (1997 йылдан) «Lumen» төркөмө йырҙарының авторы.
- Ғатауллин Рөстәм Шакирйән улы (2 август 1963 йыл) — иҡтисадсы, дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе.
- Ғарифуллин Рөстәм Рәфис улы (20 май 1978 йыл— 24 февраль 2015) — саңғысы-паралимпиясы.
- Ғиззәтуллин Рөстәм Хәниф улы (16 сентябрь 1974 йыл) — йырсы, композитор, продюсер.
- Дауытов Рөстәм Хәзит улы (28 ноябрь 1965 йыл, Өфөлә тыуған) — немец, элек СССР шахматсыһы, гроссмейстер (1989).
- Заһиҙуллина Аделина Рөстәм ҡыҙы (13 ғинуар 1993 йыл) — рапирала Рәсәй фехтовальщигы.
- Ишалин Рөстәм Надил улы — хужалыҡ эшмәкәре, сәйәсмән. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
- Ишмөхәмәтов Рөстәм Рифат улы (7 октябрь 1977 йыл) — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре,
- Касеев Рөстәм Рәсиҡ улы (14 апрель 1929 йыл — 29 октябрь 1997 йыл) — цирк артисы.
- Кузеев Рөстәм Ғүмәр улы (5 ғинуар 1923 йыл — 23 март 1998 йыл) — ғалим, СССР һәм Рәсәй тарихсыһы, профессор.
- Ҡудашев Рөстәм Радик улы (13 февраль 1954 йыл) — музыкант, аккомпаниатор-концертмейстер.
- Миңлеханов Рөстәм Нурғәли улы (1 март 1957 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән, Татарстан Республикаһының икенсе Президенты (2010 йылдан).
- Мөлөков Рөстәм Миңлерәүеф улы (16 июль 1971 йыл) — балет артисы.
- Мәрҙәнов Рөстәм Хәбиб улы (9 май 1964 йыл) — дәүләт һәм банк системаһы эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы.
- Сабитов Рөстәм Нариман улы (5 декабрь 1955 йыл) — башҡорт композиторы.
- Сөләймәнов Рөстәм Сәлих улы (1977 йыл) — музыкант, дирижер.
- Сураева Светлана Рөстәм ҡыҙы (13 июнь 1970 йыл) — прозаик, публицист, шағир һәм тәржемәсе.
- Хәкимов Рафаэл Рөстәм улы (4 июнь 1990 йыл) — Рәсәй хоккейсыһы, ҡапҡасы.
- Хәкимов Рөстәм Милләт улы (1 июнь 1972 йыл) — театр режиссёры.
- Хәмитов Рөстәм Зәки улы (18 август 1954 йыл) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре, ғалим.
- Шәйхетдинов Рөстәм Рәжәп улы (5 май 1976 йыл ) — Рәсәй пианисы, сәнғәт эшмәкәре,
- Шәйәхмәтов Рөстәм Әсхәт улы (17 июль 1975 йыл) — Рәсәй спортсыһы (шашка, шашка композицияһы), әҙәбиәт белгесе, мифолог һәм фольклорист, спорт журналисы.
- Шәрипов Рөстәм Фазылйән улы (1 ноябрь 1976 йыл — 18 июнь 2013 йыл) — ҡурайсы-солист.
Фамилия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рөстәмов фамилияһы битен ҡарағыҙ.
Башҡа мәҡәләләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |