Сереккүл (Силәбе өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Сереккүл
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Урын Илмән ҡурсаулығы
Карта

Сереккүл - рус. Сырыткуль,Сириткуль, Сириккуль - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһендәге Илмән ҡурсаулығының төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан күл.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сереккүл Силәбе өлкәһенең Новоандреевка ауылы янында, Илмән тауҙары итәгендә ята.

Мейәскә тиклем алыҫлығы - 20-25 километр, Силәбегә - 95 километр һәм Екатеринбургҡа 200 километр.

Сереккүлгә күршеләш һыу ятҡылыҡтары - Тәрәнкүл, Кәрәмәткүл һәм Арғужа һыуһаҡлағысы.

Күлдән 3 километр алыҫлыҡта Илмән ҡурсаулығының коттедждарҙан торған ҡасабаһы урынлашҡан.

Координаттары: 55.329882, 60.251596

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сереккүл үҙенән йыраҡ түгел ятҡан Кәрәмәткүл, Ишкүл, Арҡатабан күлдәре кеүек үк, тектоник ҡуҙғалыштар арҡаһында барлыҡҡа килгән.

  • Максималь тәрәнлеге 7 метр;
  • Һыу көҙгөһө майҙаны - 46 гектар.
  • Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 310 м.

Аға торған күл, һыуы Мейәс йылғаһына төшә.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шувалов Николай Иванович -Силәбе өлкәһе географы һәм топонимисы - үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә ошондай аңлатма бирә: "В переводе с башкирского означает «гнилое озеро»; где серек, сереген — «гнилой», «гнилостны», кул — «озеро», -ды — словообразовательный аффикс. Гнилостный запах характерен для мелководных, лишенных стока озер. В названиях одноименных полноводных озер не исключено тюркское мужское имя Серек, Черек, Сереген. В измененной форме: Сырыткуль, Сирикуль, Селет-Куль, Сари-Куль"[2][3].

Шул уҡ фекерҙәрҙе Силәбе өлкәһенең икенсе бер топонимдар белгесе Владимир Григорьевич Федорищев та үҙенең "Язык земли Миасской" тигән китабында ҡабатлайЯзык земли миасской [4]

Карталарҙа күлдең яҙылышы күп тапҡырҙар үҙгәргән:Сирыткуль - 1815; Сириткуль - 1912; Сырыматкуль - 1925; Сириккуль ( 1940 йылдан)[5].

Флораһы һәм фаунаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һыу ятҡылығының тирә-яғы таулы-урманлы. Илмән ҡурсаулығына хас үҫемлектәргә эйә.

Балыҡҡа бай. Сабаҡ һәм алабуға күпләп тотола [6].

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  3. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области [1]
  4. Федорищев В.Г. 2019 йыл 24 март архивланған.
  5. Сырыткуль (сириткуль, сириккуль) - озеро 2019 йыл 14 июль архивланған.
  6. УРАЛ. Иллюстрированная краеведческая энциклопедия

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 193-сө бит/ Серек
  • Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7