Кәрәмәткүл
Кәрәмәткүл | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Урын | Илмән ҡурсаулығы һәм Арғаяш районы |
Кәрәмәткүл - рус. Карматкуль (Караматкуль, Кармаккуль) - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы күл.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кәрәмәткүл Силәбе өлкәһенең Илмән ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан (Ишкүл һырты).
1,5 километр көньяҡ-көнсығышҡараҡ Новоандреевка ауылы ята.
Мейәскә тиклем аралыҡ – 30 км, Силәбегә – 100 км, Екатеринбургҡа – 200 км, Өфөгә – 320 км [2].
Уның тирәһендәге һыу ятҡылыҡтары: Сереккүл , Ишкүл, Тәрәнкүл,Ҡарабалыҡ, шулай уҡ Арғужа һыуһаҡлағысы урынлашҡан. Был күлдәр ҙә, Кәрәмәткүл дә тектоник ҡуҙғалыштар һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.
Координаттары: 55°18′47″N 60°14′46″E[2].
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кәрәмәткүл дә, уның тирәһендә ятҡан күлдәр ҙә тектоник ҡуҙғалыштар һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.
Күл ҙур түгел, ярҙары ташлы.
Күлдең оҙонлоғо төньяҡтан көньяҡҡа -1,78 км, киңлеге көнбайыштан көнсығышҡа - 520 м.
Күлдең һоҡланғыс матурлығы сәйәхәтселәрҙе генә түгел, ҡәләм оҫталарын да йәлеп итә. Яҙыусы С. Д. Лялицкая «Илмән тауҙары эҙәрмәндәре» («Следопыты Ильменских гор») тигән китабында бына нимәләр яҙа: "Зеленовато-синее, как камень аквамарин, лежит оно в оправе высоких зелёных гор. Мои спутницы долго не могли налюбоваться и покинуть его — так оно было прекрасно. Воды его, издали синие, вблизи были совсем бесцветны и прозрачны» [3]
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гидронимдың урыҫса яҙылышын төрлөсә ҡулланалар:Карматкуль, Караматкуль, Кармаккуль.
Киң билдәле Силәбе өлкәһе географы һәм топонимисы Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә күлде Карматкуль тип атай һәм "Карматкуль, озеро, Аргаяшский район. От распространенного у башкир и татар тюркского мужского имени Кармат, Кармяк, Кормат, Корман", тигән фараз яҙа[4][5].
Күл атамаһы исемдән генә түгел, ғөмүмән, "кәрәмәт" тигән һүҙҙән килеп сығыуы ысынбарлыҡҡа яҡыныраҡтыр. Кәрәмәт һүҙе "аптырарлыҡ, ғәжәп хул, мөғжизә" тигән мәғәнәләргә эйә, шул уҡ ваҡытта ул мәжүсилек осоронда мөғжизәле тип һаналған объекттарға ҡарата ла ҡулланылған [6]. Күлдең тап шул осорҙа табыныр урын булыуы ла ихтимал.
Башҡорттарҙа Кәрәмәт тигән ир-ат исеме лә булған, Кәрмәт, Ҡормат, Ҡорман тигән исемдәргә ҡарғанда тәүгеһе күл атамаһына тулыһынса тап килә [7]
Башҡорт телендәге "ҡармаҡ" һүҙенән алынған тигән фараз да бар, әммә уны артыҡ ышаныслы вариант тип булмай [8].
Күлдәге сикләүҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кәрәмәткүл тәбиғәт ҡомартҡыһы Илмән ҡурсаулығы территорияһында урынлашҡанлыҡтан, балыҡ тотоуға етди сикләүҙәр һалынған. Балыҡ тотоуға рөхсәт һаны сикләнгән, һәм билдәле бер категория вәкилдәренә генә — инспекторҙарға һәм «Илмән ҡурсаулығы Ирекле янғын һүндереү дружинаһы» йәмғиәте ағзаларына ғына, унда ла ҡармаҡ менән генә тотоу рөхсәт ителә. Тейешле теркәү үтеп, был ойошма ағзалары пропуск ала. Балыҡ тотҡан башҡа бөтә кеше браконьер һанала. Ғәмәлдәге ҡануниәтте боҙоусыларға штраф санкциялары ҡулланыла, ә ҙур зыян килтергән осраҡта енәйәт язаһы бирелә[8].
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2,0 2,1 Озеро Карматкуль (Караматкуль, Кармаккуль) 2019 йыл 19 май архивланған.
- ↑ С. Д. Лялицкая. Следопыты Ильменских гор. -Ч., Челябинское областное государственное издательство,1951
- ↑ Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN 5-7688-0157-7.
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 596-сы бит/ Кәрәмәт
- ↑ Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 62-се бит
- ↑ 8,0 8,1 Карматкуль (караматкуль, кармаккуль) - озеро(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Карматкуль (караматкуль, кармаккуль) - озеро(недоступная ссылка)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 596-сы бит/ Кәрәмәт
- Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 62-се бит
- Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7