Тәрәнкүл (Ҡоншаҡ районы)
Тәрәнкүл | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Тәрәнкүл (рус. Тере́нкуль) — Рәсәйҙәге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районында урынлашҡан.
Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Атама башҡортса «тәрән» һәм «күл» тигән һүҙҙәрҙән барлыҡҡа килгән[2].
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында урынлашҡан Тәрәнкүл — Урал төбәгенең урман-дала һыҙаты өсөн типик һыуһаҡлағыс. Силәбе ҡалаһынан 65-70 километрҙа урынлашҡан. Күлдең өҫкө йөҙө — 1.6/1.4 км тәшкил итә.
Иң тәрән ере — 7 м, уртаса тәрәнлеге — 3-4 метр.
Күл буйында ауылдар юҡ. Балыҡ үрсетеү — балыҡ килтереп һыуға ебәреү, ыуылдырыҡ сәсеү. Һәүәҫкәр балыҡ тотоу түләүле. Балыҡ ыуылдырыҡ сәскән сағында балыҡ тотоуҙо тыйыу Силәбе өлкәһе буйынса тыйыуҙар нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Яуым-төшөм, ер аҫты һыуҙары, көнбайыш һәм көнсығыш яр буйҙарындағы күп һандағы шишмә һыуҙары менән туйына.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Күл түңәрәк формала. Ярҙарында ҡарағай урмандары, томбойоҡ һәм екән, ҡамыш, тал үҫә.
Күлдең флораһы һәм фаунаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Күлдең төбө ҡомло һәм ташлы. Бында алабуға һәм себер сабағы тереклек итә. В озере Теренкуль заселены и обитают следующие виды рыб. Карповые: карп, карась, лещ. Сиговые: сиг, рипус. Хищники: щука, окунь, судак, ротан.
Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN 5-7688-0157-7.
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7<
- Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [1]
- Тәрәнкүл Ҡоншаҡ районы 2020 йыл 19 февраль архивланған.
- Тәрәнкүл (Ҡоншаҡ районы). Балыҡ тотоу