Шуранкүл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шуранкүл
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Урын Красноармейск районы
Карта

Шуранкүл - рус. Шуранкуль - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл Армия районындағы күл.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шуранкүл - Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл Армия районындағы шул уҡ Шуранкүл исемле ауыл янында урынлашҡан күл.

Силәбегә тиклем — 75 км, Екатеринбургҡа – 265 км, Ҡалмаҡ Кисеүенә – 30 км, Урыҫ Тинесе ҡасабаһына – 10 км.

Координаттары: 55°44′53″N 62°22′43″E

Уның тирәһендә Аҡҡош күле, Үләнде һәм Страшное күлдәре урынлашҡан. Алыҫыраҡта — Белеккүл [2].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҙур булмаған түңәрәк күл.

  • Үтәҙеклеге - 0,5 м.
  • Ярҙары һөҙәк
  • Һыуы - сөсө, әҙ генә үҙенсәлекле тәме бар.

Күл һыуы юғары минераллылығы арҡаһында шифалы үҙенсәлектәргә эйә һәм унда һыу инеү һаулыҡты нығыта тип иҫәпләйҙәр. Медицина йәһәтенән тикшеренеүҙәр үтмәгән булһа ла, шулай уҡ батҡағын да дауаланыуҙа ҡулланалар [3].

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Силәбе өлкәһе географы һәм топонимисы Н. И. Шувалов гидронимды былай тип аңлата:

Шуранкуль, озеро, деревня, Красноармейский район. По именованию обитавшей здесь семейно-родственной группы шуран из башкирского племени табынцев. В основе — древнее башкирское мужское имя Шуран

[4][5].

Йәғни, гидроним шуран+күл һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Шуранкуль
  3. Шуранкуль
  4. Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  5. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области[1]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]