Эстәлеккә күсергә

Ғүмәр ибн әл-Хәттаб

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғүмәр ибн Хаттаб битенән йүнәлтелде)
Ғүмәр ибн әл-Хәттаб
ғәр. عُمَرُ بْنُ الْخَطَّابِ
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Хаҡ хәлифәт
Тыуған көнө 586
Тыуған урыны Мәккә, Хижәз
Вафат булған көнө 3 ноябрь 644[2]
Вафат булған урыны Мәҙинә, Хаҡ хәлифәт
Үлем төрө һомицид[d]
Үлем сәбәбе колото-резаная рана[d]
Км үлтергән Абу Лулуа ан-Нахаванди[d]
Ерләнгән урыны Мәсжид ән-Нәбәүи мәсете
Атаһы Аль-Хаттаб ибн Нуфайл[d]
Әсәһе Хантама бинт Хашим[d]
Бер туғандары Зейд ибн аль-Хаттаб[d] һәм Фатима бинт аль-Хаттаб[d]
Хәләл ефете Үмм Күлсүм бинт Ғәли, Атика бинт Зейд[d], Умм Кульсум бинт Асим[d], Умм Кульсум бинт Джарваль[d], Курайба ас-Сугра бинт Абу Умайя[d] һәм Зайнаб бинт Мазун[d]
Балалары Ғабдуллаһ ибн Ғүмәр[3], Асим ибн Умар[d], Хафса бинт Ғүмәр һәм Убайдуллах ибн Умар[d]
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре, хәлифә, Имам, дини башлыҡ, Сәхәбәләр
Биләгән вазифаһы хәлифә[4]
Һуғыш/алыш Бәҙер һуғышы, Өхүд һуғышы, Ур һуғышы һәм Битва при Хайбаре[d]
Кунья Абу Хафс[d]
 Ғүмәр ибн әл-Хәттаб Викимилектә

Әбү Хафс Ғүмәр ибн әл-Хәтта́б әл-’Әҙәби әл-Ҡөрәейши (ғәр. أبو حفص عمر بن الخطاب العدوي القرشي‎; Мәккә — 3 ноябрь 644, Мәҙинә) — икенсе хәлифә (634644), күренекле дәүләт эшмәкәре. Шулай уҡ Ғүмәр ибн әл Хәттаб әл Фәрүҡ (ғәр. عمر ابن الخطاب‎) һәм Ғүмәр I исемдәре мәнән билдәле.

Ул замандаштары араһында оҙон буйы, тулы һәм баһадир кәүҙәһе менән айырылып торған. Ислам динен ҡабул иткәнгә тиклем һәм унан һуң да бик талапсан, уҫал холҡо менән айырылған[5]. Сығанаҡтар күрһәтеүенсә ул аҡ тәнле, һылыу йөҙлө булған. Мыйығы ҙур булып, тырпайып торған. Йөрөшө етеҙ, тауышы — яңғырауыҡлы, ҡыҙыу, энергиялы, власлы булған.[6]

Аль-Фәруҡ

Уның тулы исеме — Әбү Хафс Ғүмәр ибн әл-Хәтта́б ибн Нуфаил ибн’Абд әл-Узза ибн Ҡусай ибн Килаб ибн Мурра ибн Ка’б. Ғүмәр ислам диненә күскән көндө Мөхәммәт пәйғәмбәр уны әл-Фарук тип атай, был «хәҡиҡәтте хаталарҙан айырыу» тигәнде аңлата[5]. Мөхәммәт пәйғәмбәргә Ғүмәрҙең Бәҙрҙә тотҡондар тураһында дөрөҫ фекерен раҫлаған[7], Ибраһимдың Ҡәғбә янындағы туҡталҡаһында доға ҡылыу, эсемлектәр эсеүҙе тыйыу, хиджаб кейеү һәм башҡа мөһим мәсьәләләр тураһында аяттар ебәрелә. Мөхәммәт Ғүмәрҙең эшмәкәрлеген юғары баһалай һәм ул: «Әгәр минән һуң пәйғәмбәр булһа, ул Ғүмәр ибн әл-Хәттәб булыр ине», — тип әйтә[8]. Сөнни йолаһында Ғүмәр ибн әл-Хәттәб ожмах хаҡындағы хәбәргә һөйөнгән ун кеше иҫәбенә инә[5].

Әмир әл-муминин

Хәлиф булараҡ, Умар ибн әл-Хаттаб әмир әл-муминин исемен йөрөткә (ғәрәпсә أمير المؤمنين‎ — диндарҙарҙың раббыһы)[9]. Был исем сәйәси власты ғына түгел, хәлифтең рухи власын да күҙҙә тотҡан. Шиғыйҙар фекеренсә, Ғүмәргә тиклем был исем Мөхәммәт пәйғәмбәр тере саҡта Али ибн Әбү Талибҡа бирә, һәм ул бары тик уға ғына ҡарай[10].

Ғүмәрҙең бер нисә ҡатыны һәм балалары күп була. Ислам динен ҡабул иткәнгә тиклем үк, уның өс ҡатыны бар ине; кафырҙарға өйләнергә ярамағанлығын күрһәтеүсе аят төшөүе тураһында белгәс, Үмәр, ҡатындарын йыйып, уларға ислам динен ҡабул итергә тәҡдим итә. Ғүмәрҙың бөтә ҡатындары ла баш тарта, һәм ул барыһын да айыра. Ғүмәрҙең улдарының иң билдәле Абдуллаһ атаһына тиклем бер йыл элек ислам динен ҡабул итә һәм һуңынан билдәле ислам дин белгесенә әүерелә. Башҡа улдарының береһе Әсим тип йөрөтәләр (Ғүмәр ибн Абдул-Азиздың олатаһы), ә төрлө ҡатындарҙан өс улы бер үк исем йөрөтә — Абдурахман. Ғүмәрҙең шулай уҡ ике ҡыҙы — Хафса һәм Фатима була. Мәҙинәгә күскәндән һуң, Ғүмәр Хафсаны Мөхәммәт пәйғәмбәргә кейәүгә бирә. Ғүмәрҙең һуңғы ҡатыны Али ибн Әбү Талиб һәм Фатиманың ҡыҙы Өммөгөлсөм була[11].

Ғүмәр ибн әл-Хәттаб 585 йыл тирәһендә Мәккәлә тыуа. Уның атаһы әл-Әди ҡөрәйеш ырыуынан әл-Хаттаб ибн Нуфайл була, ул тарихи яҡтан ҡәбиләләр араһындағы конфликт мәсьәләләрен хәл итеүҙә һәм үҙ-ара низағтарҙы көйләүҙә аралашсы булып хеҙмәт итә. Ғүмәр үҙе, Мәккәнең иң абруйлы кешеләренең береһе булғанлыҡтан, йыш ҡына төрлө конфликттарҙы хәл итергә саҡырыла. Әсәһенең исеме Хинтама бинт Хашим була[12]. Ғүмеренең башында көтөүсе була, һуңынан сауҙа менән шөғөлләнә[13].

Исламды ҡабул итеү

Ғүмәр ҡаты холҡо менән айырылып тора һәм 616 йылға тиклем исламға ҡаршы була. Мөхәммәт пәйғәмбәр: «Эй Аллаһ, Ғүмәр ибн әл-Хәттаб менән исламды нығытығыҙ», — тип доға ҡылды[8]. Бер ваҡыт ул хатта Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе ғәрәптәрҙе ата-бабалар диненән ситләшергә өндәгәне һәм һындарға табыныуҙы хурлағаны өсөн үлтерергә ҡарар итә. Мөхәммәткә китеп барғанда Нуайм ибн Абдулланы осрата, ул уға һеңлеһе менән кейәүенең мосолман булып китеүен әйтә. Өйгә ҡайтҡас, һеңлеһен һәм уның ирен «Та Ха» сүрәһенән аяттар уҡығанын күреп ҡала һәм ярһып кейәүен туҡмай башлай. Тынысланғас, Ғүмәр Ҡөрьәндең йөкмәткеһе менән таныша һәм ислам менән ҡыҙыҡһына башлай. Шунан Ғүмәр ибн әл-Хәттаб Мөхәммәт пәйғәмбәр һәм башҡа мосолмандар торған әл-Аркам йортона бара һәм уның алдында иманын иҫбатлай[13]

Исламды ҡабул иткәндән һуң Мәккәләге тормошо

Ғүмәр ибне-Хәттаб башта (Пәйғәмбәрлектең 6-сы йылына тиклем) исламдың һәм мосолмандарҙың ҙур дошманы була. Ләкин ваҡыт үтеү менән, уға Ҡөрьән уҡырға биргән апаһының тәьҫире менән исламды ҡабул итә һәм Пәйғәмбәрҙең иң яҡын сәхәбәләренең береһенә әйләнә.

Ғүмәр тәүәккәл һәм маҡсатлы кеше була. Мәккә мосолмандары мәжүсиҙәрҙең ҡаршылығына осрайҙар һәм асыҡтан-асыҡ үҙ имандарын белдерә алмайҙар, әммә Ғүмәр, ислам динен ҡабул иткәндән һуң, мосолмандарҙың иң аяуһыҙ дошманы Әбү Джалға бара һәм уға ислам динен ҡабул итеүе тураһында хәбәр итә. Бынан һуң Ғүмәр Мәккәнең иң оҙон телле кешеһенә үҙенең ислам динен ҡабул итеүе тураһында йәшерен рәүештә хәбәр итә, һәм Ғүмәрҙең ҡылығы тураһында хәбәр шунда уҡ ҡала буйлап тарала. Ғүмәр арҡаһында мосолмандар тәүге тапҡыр Ҡәғбә янында күмәкләп доға ҡылалар. Урта быуат тарихсыһы Ибн Хишам Мөхәммәт пәйғәмбәр биографияһында Ибн Масудтың һүҙҙәрен килтерә:

«Ислам динен ҡабул иткәнгә тиклем Ҡәғбә янында доға ҡылыу мөмкинлегебеҙ булманы. Ислам динен ҡабул иткәс, Кәғбә янында доға ҡылырға мөмкин булһын өсөн, ҡөрәйештәргә ҡаршы торҙо, һәм беҙ уның менән бергә доға ҡылдыҡ»[8]

.

Ғүмәрҙең исламды ҡабул итеүе мосолмандарҙың кәйефенә ыңғай йоғонто яһай. Мәккәлә булғанда, ул мотлаҡ Мөхәммәт пәйғәмбәргә эйәрә һәм уны яҡлауҙы ойоштора[13].

Ғүмәр ҡыйыулығы һәм тәүәкәллеге менән айырылып тора. Мосолмандар Мәккәнән Мәҙинәгә күсенгән ваҡытта, уларҙың күбеһе, мәжүсиҙәрҙең ҡотҡо һалыуынан ҡурҡып, йәшерен генә ҡаланы ташлап китә, әммә Ғүмәр, дошмандарының береһенән дә ҡурҡмайынса, асыҡтан-асыҡ халыҡ алдында күсенә[13].

Мәҙәинәләге тормошо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Хәлиф Ғүмәрҙең ҡылысы

Мәҙинәгә күсендән һуң, Ғүмәр ибн әл-Хәттаб Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең иң яҡын юлдаштарының береһе әүерелә һәм ҡыҙын уға кейәүгә бирә[14]. Йәш мосолман дәүләтенең бөтә мөһим эштәрендә әүҙем ҡатнаша[13].

Алыштары

Ғүмәр ибн әл-Хәттаб мосолмандарҙың бөтә походтарында ла ҡатнаша, 30 кешенән торған отряд рейдын үҙ аллы етәкләй[14]. Ул Бадр, Ухуд, Хандак, Хайбар янындағы һәм башҡа һуғыштарҙа ҡатнаша. Күп динлеләргә ҡаршы һуғышта ул, лайыҡлы рәүештә мосолман дәүләте лидерҙарының береһе булып, иҫ киткес фиҙаҡәрлек һәм батырлыҡ өлгөләре күрһәтә[13].

Әбү Бәкерҙе һайлау

632 йылда, Мөхәммәт үлгәндән һуң, мосолман өммәһе менән кем етәкселек итәсәге тураһында һорау күтәрелә. Диндарҙар ойошмаһы башлығы урынына Әбү Бәкер әс-Сиддиҡ һәм Сад ибн Убада дәғүә итә. Ғүмәр инициативаһы менән Әбү Бәкергә хәлиф вазифаһы бирелә. Әбү Бәкер идара иткән осорҙа. Ғүмәр уның кәңәшсеһе була, уны үҙенең көсө һәм тәүәккәллеге менән ярҙам итә. 634 йылдың август аҙағында, үлеме алдынан, Әбү Бәкер Ғүмәр ибн әл-Хәттабты үҙенең вариҫы итеп тәҡдим итә. Мосолман өммәте бер тауыштан яңы хәлифкә ант бирә[13].

Мөхәммәт ғәләйһиссәләм үлеменән һуң, вариҫлыҡ һорауы тыуа. Хәлиф урынына 4 иң яҡшы мосолмандар дәғүә итәләр: Әбү Бәкер, Ғүмәр ибне-Хәттаб, Ғосман ибне Ғәффән һәм Ғәли ибн Әбү Талип (радыйаллаһу ғәнһүм). Шунда Ғүмәр төптән уйлай торған кеше кеүек эш итә: ул Әбү Бәкерҙең ҡулын ҡыҫа һәм шуның менән уның хәлифлеген таный. Уның артыннан башҡалар ҙа беренсе хәлифтең ҡулын ҡыҫалар. Ғүмәр хәлифәт кешеләре тураһында ҡайғыртҡан. Төн һайын кешеләр: ең йәшә кимәлен белеү өсөн ҡаланы йәйәүләп урап сыҡҡан. Ғүмәрҙе Ибнел-Хәттаб Әбу-Лүөлүә (фарсы ҡоло) бысаҡ менән ҡаҙап үлтерә. Уны Мөхәммәт Пәйғәмбәр эргәһенә ерләйҙәр.

Ғүмәрҙең (радыйаллаһу ғәнһү) Мәсжид ән-Нәбәүиҙәге ҡәбер ташы, Мәҙинә

Ғүмәр (радыйаллаһу ғәнһү) ваҡытындағы яуҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ул исламды таратыу буйынса йыһатты дауам иткән. Шам ерҙәренән ҡурҡыныс тыуҙырлғанға күрә, мосолмандар ғәскәре ярҙамында ул бар иғтибарҙы Фарсы ерҙәрен һәм Ираҡты яулап алыуға бүлгән һәм ошоға ирешкән. Был эште ул бик мөһим стратегик кимәлгә ҡуя, үҙе лә ошо яуҙа ҡатнашырға теләй. Тик мосолмандар быға юл ҡуймай. Йыйында тикшерелеп был эш ышаныслы сәхәбәләргә тапшырыла. Ғәскәр башлығы булып Сәүд Вәкҡас һайлана. 637 йылда Сәүд Вәҡҡас ғәскәрҙәрен Ирак яғына бора. Уларға ҡаршы Фарсы батшаһы 33 хәрби фил булған 80 меңлек ғәскәр ебәрә. Өс көн барған һуғышта мосолман ғәскәре еңеп сыға. Бөтәһе 10 000 самаһы фарсы һәм 2 500 мосолман үлеп ҡала. (Ҡадисиә һуғышы)

Мосолмандарҙың Нам ерҙәренә керәһен белгәс, ошойылды Византия императоры Ираклий мосолмандарҙың еңеүҙәрен күреп, уларға ҡаршы бар ғәскәрен туплай. Был ғәскәрҙе императорҙың ағаһы етәкләй. Ғәскәр Ярмуҡ йылғаһы янына урынлаша. Быляуҙа мосолмандар еңеүгә өлгәшә. (Ярмуҡ һуғышы) Ғүмәр етәкселеге ваҡытында Мысыр яулап алына. Мысыр халҡы византиялылар тарафынан ебәрелгәнгә күрә, улар мосолмандарға ярҙам итәләр. Ил яулап алына һәм ул ислам дәүләтенең бер виләйәтенә әүерелә.