Эстәлеккә күсергә

Ҡарағайкүл (күл, Ҡоншаҡ районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡарағайкүл (күл, Силәбе өлкәһе) битенән йүнәлтелде)
Ҡарағайкүл
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта

Ҡарағайкүл - рус.  Карагайкуль - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районындағы күл.

Силәбегә тиклем алыҫлығы – 66 км, Екатеринбургҡа – 134 км.

Географик координаттары: оҙонлоғо - 61°16′34.74″E (61.276317), киңлеге - 55°46′41.8″N (55.778278).

Иң яҡын күлдәр:Ҡайынкүл, Орокүл, Тәрәнкүл, Ҡояш, Суртаныш, Ҡамысҡалы.

Уртаса тәрәнлеге - 6 м, максималь тәрәнлеге - 8 м. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге - 199,1 м. Майҙаны - 13 км². Оҙонлоғо - 1,7 км. Киңлеге - 1,3 км. Һыу көҙгөһө майҙаны - 1,8 км². Яр һыҙаты оҙонлоғо - 4,8 км.

Һыуы таҙа, үтә күренеүсән, тоҙ тәме итә. Һыу ташҡын ваҡытта Ҡайынкүл менән ҡылымыҡ аша тоташа [2].

Флораһы һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ярҙары ҡамышлы.

Ҡарағайкүл балыҡлы булыуы менән дан тота. Бигерәк тә алабуға ныҡ үрсей, һимеҙ була.

Күлдә сабаҡ, суртан, алабалыҡ, табан, ҡарабалыҡ, ҡорман, аҡ сабаҡ, рипус, этеш, карп тереклек итә [3].

Күлдең атамаһы "ҡарағай" һәм "күл" тигән башҡорт һүҙҙәренән килеп сыҡҡаны күренеп тора. Күл атамаһының рус. Карагайкуль тигән варианты барлыҡҡа килеүе тураһында Силәбе өлкәһе географы, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә былай тип яҙа:

Образовано тюркским словом карагай — «сосна», «сосновый бор», «сосняк» и словами, обозначающими географические объекты: река, озеро, гора. Слово карагай связано и с тотемическими представлениями древних башкир и утвердилось позднее как личное мужское имя и именования родоплеменных групп и их подразделений. Отдельные из них, возможно, отображены в топонимах.

[4][5].

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. КАРАГАЙКУЛЬ (КУНАШАКСКИЙ РАЙОН)
  3. Озеро Карагайкуль
  4. Шувалов Карагайкуль// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  5. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
  • Шувалов Н. И. Караси // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7