Эстәлеккә күсергә

Ҡаткүл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡаткүл
Дәүләт  Рәсәй
Карта

Ҡаткүл рус. Каткуль, Кадкуль, Садкуль - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл Армия районындағы күл [1].

Ҡаткүл Урал регионының урманлы далаһы өсөн ғәҙәти һыу ятҡылығы, Силәбе ҡалаһынан 100 – 110 , Екатеринбургтан – 220 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Ярҙарында – Ҡаткүл, Терекүл ауылдары, Алабуға, Тәрәнкүл ҡасабалары.

Географик координаты: оҙонлоғо - 62°17′20.45″E (62.289014), киңлеге - 55°34′6.89″N (55.56858).

  • Уртаса тәрәнлеге: 2,5 м.
  • Максималь тәрәнлеге : 3,7 м
  • Максималь оҙонлоғо һәм киңлеге (км): 3,6*2,3 км.
  • Төбө - ләмле, ҡомло, балсыҡлы

Ҡоролоҡло йылдарҙа күл береһе ҙурыраҡ ике өлөшкә бүленә, ташҡынлы йылдарҙа яңынан ҡушыла ла ҡылымыҡтар аша Терекүл менән дә тоташа.Тап шуның өсөн дә уларҙа бер үк төрлө балыҡтар үрсей.

Флораһы һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҫемлектәре урманлы далаға хас. Ярҙарын ҡамыш баҫҡан.

Күлдә алабуға, табан балыҡ, ротан менән верховка үрсей.Күлгә карп, алабалыҡ һәм рипус ебәрелеп тора.

Күлдең атамаһы башҡортса "ҡат" һәм "күл" тигән һүҙҙәрҙән килеп сыҡҡан булыуы ихтимал.


Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә былай тип яҙа: Кадкуль (Каткуль), озеро, деревня, Красноармейский район; Катбаш, озеро, территория города Миасса. От ... кад — «повторно», «вторично» [2][3].

Әйткәндәй Шувалов Н.И. бик күп йылға-күлдәрҙең атамаларын ир-ат исеме менән бәйләй. Был осраҡта ла ул Ҡатҡол тигән исем булыуы ихтимал тип фаразлай. Әммә башҡорт халҡы ғәҙәттә күлдәргә тәүге өлөшөнә ниндәйҙер сифат, хәл-ваҡиғаға бәйле һүҙгә "күл" һүҙен ҡушып атама биреүсән.

  1. Реки-Озера/Рыбалка в Челябинской области/Озера Челябинской области/Кадкуль
  2. Шувалов Сак-Елга// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  3. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [1]
  • Шувалов Н. И. Караси // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7