Әбделмәмбәт (Бөрйән районы)
Ауыл | |
Абдулмамбетово башҡ. Әбделмәмбәт | |
Мәктәп | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район |
[[Бөрйән районы|Бөрйән]] |
Ауыл Советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Конфессиональ составы | |
Этнохороним |
ҡыпсаҡтар |
Почта индексы |
453610 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Әбделмәмбәт (рус. Абдулмамбетово) — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районындағы ауыл.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Собханғол): 46 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Белорет): 120 км
Почта индексы — 453583, ОКАТО коды — 80201840002.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙән йылғаһы буйында 1795—1811 йылдар араһында яңы 2-се Әбделмәмбәт ауылы барлыҡҡа килә. Тәүге күскенселәрҙең береһенең улдарының исемдәре билдәле — Асылбай һәм Ҡуяш Әбделмәмбәтовтар. Ауыл шулай уҡ Үҙән тип тә аталған. Шулай уҡ өсөнсө исеме лә була — Игелек, Игелек Ибраһимовтың (1755—1812) исеме буйынса. Уның балалары Миңлегөл һәм Байрамғол. Нигеҙ һалынған мәлдә ауыл ошо исемде йөрөткән, тип иҫәпләнә. 1816 йылда ауыл 27, 1859 йылда — 59, 1920 йылда — 107 йорттан тора. XVIII быуат уртаһында — 300, 1920 йылда —935 кеше йәшәгән. Уҙған быуаттың 40-сы йылдарында 55 йортҡа ат — 310, һыйыр — 205, һарыҡ — 169, кәзә — 60 баш тура килә. Икмәк сәселмәгән тиерлек. Ужым ашлыҡ 16 бот, яҙғы ашлыҡ — 240 бот сәселгән[2].
Әбделмәмбәт ауылы халыҡ телендә Ҡыпсаҡ тип йөрөтөлә. Сөнки был ерҙәрҙә борон Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттары йәшәгән.
Игелектең улы Килдеғол һуңғараҡ ауылдан 10 км көнсығышта урынлашҡан Килдеғол ауылына нигеҙ һала. Яуымбай ҙа Әбделмәмбәт ауылы кешеләре тарафынан башланған.
Ауыл бөгөн
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл ҙурая, төҙөкләнә, яңы йорттар төҙөлә. Урамдарға асфальт түшәлгән. Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, китапхана, мәсет, 5 магазин, почта бүлексәһе, Көньяҡ Үҙән урман хужалығы контораһы бар. 1996 йылда кирбестән яңы типовой мәктәп төҙөлгән. «Урал» АХК-һы, «Урал» колхозы, Ҡыпсаҡ СПК-һы эшләй, 15 шәхси пилорама бар. Ауылдан Иҫке Собханғол-Белорет автомобиль юлына ҡырсынташ юл.
Рәсемдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Әбделмәмбәт ауыл мәҙәниәт йорто
-
Ауыл мәсете
-
Әбделмәмбәт дөйөм урта белем биреү мәктәбе
-
Батырҙарҙы иҫкә алыу урыны
-
Мин Ҡыпсаҡты яратам
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урам исеме[3]:
- Бабсаҡ урамы (рус. улица Бабсак)
- Тау урамы (рус. улица Горная)
- Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы )
- Ҡамабар урамы (рус. улица Камабар)
- Ҡараташ урамы (рус. улица Караташ)
- Колхоз урамы (рус. улица Колхозная)
- Урман урамы (рус. улица Лесная)
- Туғай урамы (рус. улица Луговая)
- Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
- С. Мөхәмәтҡолов урамы (рус. улица С. Мухаметкулова)
- Салауат Юлаев урамы (рус. улица Салавата Юлаева)
- Үҙән урамы (рус. улица Узян)
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 629 | 328 | 301 | 52,1 | 47,9 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Ер-һыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыпсаҡ ауылының ер-һыу атамалары. Минең тыуған төйәгем. (Түңәрәктә шөғөлләнеүсе балаларҙың эштәре)[4]
- Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы ер-һыу атамалары[5]
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Боҫҡонов Зиннур Ғүмәр улы (14 ғинуар 1972 йыл) — педагог. Рәсәй Федерацияһының Почетлы тәрбиә һәм мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре.
- Заһитов Йәүҙәт Ғаяз улы (10.08.1978), отставкалағы эске хеҙмәт капитаны, «Рәсәй Федерацияһы Яза башҡарыу хеҙмәтенең иң яҡшы хеҙмәткәре» почётлы билдә эйәһе. Рәсәй ДОСААФ-ының Белорет өлгөлө автомәктәбе начальнигы урынбаҫары.
- Үтәбаев Инсур Рәмил улы (23.08.1979) — «Башҡортостан Республиканың мәғариф отличнигы» билдәһе менән бүләкләнгән (2011). Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған уҡытыусыһы (2019). 2001—2011 йылдан алып Килдеғол урта мәктәбе уҡытыусыһы һәм директоры. 2011 йылдан алып Әбделмәмбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры.
- Ҡасимова Миңнур Мөхәмәтйән ҡыҙы (15 июль 1966 йыл) — уҡытыусы, яҙыусы һәм үҙешмәкәр композитор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2008).
- Мөхәмәтҡолов Сабирйән Мөхәмәтзакир улы (1890—1934) — сәсән, ҡобайырсы, шағир, композитор, оҫта ҡурайсы һәм ҡумыҙсы, мөғәллим, мәғрифәтсе.
- Бүләкова Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы (11 апрель 1957 йыл) — ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2012).
- Тимашева Гөлшат Фаат ҡыҙы (1960), дәүләт хеҙмәткәре. 1988 йылдан Ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге һәм Төньяҡ-көнбайыш район-ара «Ғаилә» үҙәге директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре.
- Шәмиғолов Фәнил Булат улы (24 март 1965 йыл) — ғалим-хирург, медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2008), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2003).
- Байрамғолов Арыҫланғәле Шәйхиғәлләм улы (6 ғинуар 1924 йыл — ???) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, «Батырлыҡ өсөн», «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнеүсе.
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Таң гәзите, 21 декабрь 2022 Бына тигән олатай ул!
- Таң гәзите, 9 декабрь 2022 Беҙ ҙә «интернатский» булдыҡ
Фоторәсемдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зиннур Боҫҡонов фотоальбомы — ауыл күренеше
- Зиннур Боҫҡонов фотоальбомы — тулыһынса
- Ҡыпсаҡ ауыл советы төркөмө 2019 йыл 18 август архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
- Деревни. Уфаген
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абдулмамбетово 2-е
- «Налог Белешмәһе» системаһында Әбделмәмбәт ауылы
- Вконтакте сайтында Әбделмәмбәт ауылы
- Вконтакте сайтында Әбделмәмбәт мәктәбе (Ҡыпсаҡ)
- Әбделмәмбәт урта мәктәбе
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Абдулмамбетово 2-е
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Әбделмәмбәт ауылы
- ↑ Ҡыпсаҡ ауылының ер-һыу атамалары
- ↑ Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы ер-һыу атамалары
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Әбделмәмбәт (Бөрйән районы) Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |