Эстәлеккә күсергә

Үрге Арыҫлан һыуһаҡлағысы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үрге Арыҫлан һыуһаҡлағысы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта

Үрге Арыҫлан һыуһаҡлағысы —рус. Верхне-Араслановское водохранилище - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаһы сигендә Ҡариҙел йылғаһындағы төҙөлөп бөтөлмәгән һыуһаҡлағыс.

Тарихынан

Үрге Арыҫлан һыуһаҡлағысы төҙөлә башлаған, әммә шулай ҙа төҙөлөп бөтмәй, туҡтап ҡалған. Өлөшләтә төҙөлгән дамбаның ярпыларын Башҡортостандың Билән ауылы янында [1] (рус. Белянка (Башкортостан)), Наҙы-Петровскиҙан түбәнерәк ағымы буйында күрергә була. Һыуһаҡлағыстың атамаһы Ҡариҙел йылғаһы буйындағы Арыҫлан ауылынан алып бирелгән.

Тышҡы рәсемдәр
«Геокэшинг» сайтында Үрге Арыҫлан һыуһаҡлағысының төҙөлгән өлөштәре фотографиялары (1 күренеш)
«Геокэшинг» сайтында Үрге Арыҫлан һыуһаҡлағысының төҙөлгән өлөштәре фотографияһы (2 күренеш)

1996 йылда һыу тултырғанда[2]) Ҡариҙел йылғаһы буйындағы һәм уның түбәнге ағымындағы ҡушылдыҡтарының майҙандары һыу аҫтында ҡала. Һыу аҫтында ҡалаһы 5 тораҡ пунктта йәшәгән кешеләрҙе күсерер өсөн « Наҙы-Петровский үҙәк усадьбаһы» проектлана һәм 1991—1995 йылдарҙа төҙөлөш башлана. Барлығы 430 кеше күсенергә тейеш була[3].

Үрге Арыҫлан һыуһаҡлағысының төҙөлгән өлөштәре Соҡоро, плотина ярпылары спутник фотографияларында ап-асыҡ күренә.

Үрге Арыҫлан һыуһаҡлағысын төҙөү Наҙы-Петровск һыуһаҡлағысына өҫтәмә булараҡ Свердловскиҙың Промышленный районын һыу менән тәьмин итеү системаһына ярҙамсы өлөш итеп ҡаралған булған, өҫтәүенә ҡариҙел йылғаһы[3].

Тәбиғәте

Бер нисә йыл дауамында Ҡариҙел йылғаһы бөгөлөндә урынлашҡан котлованға яйлап һыу тулып, тәрән соҡорло һыу ятҡылығы барлыҡҡа килгән, уның үҙәгендә ҙур бетон «һарай-лабиринт» тора.

Уның үҙ флораһы һәм фаунаһы бар, әммә һыуҙан сығып торған төҙөлөш элементтары арҡаһында һыу инеү тыйылған.

Һыу ятҡылығында һыла, алабуға, ҡорман һәм башҡа балыҡтар бар [4].

Сығанаҡтар

  • Решение Челябинского облисполкома от 17 декабря 1990 года № 545. «О зоне санитарной охраны Верхне-Араслановского водохранилища — источника хозпитьевого водоснабжения Свердловского промрайона».
  • Постановление Главы администрации Свердловской области и Главы администрации Челябинской области от 31 января 1992 года № 38. «О строительстве Верхне-Араслановского водохранилища и центральной усадьбы совхоза „Нязепетровский“».
  • Постановление Главы администрации Челябинской области от 17 января 1995 года № 20 «Об использовании запасов торфа из зоны затопления Верхне-Араслановского водохранилища Нязепетровского района».
  • Постановление Правительства Российской Федерации от 6 марта 1998 года № 292 «О Концепции Федеральной Целевой программы „Обеспечение населения России питьевой водой“ и осуществлении первоочередных мероприятий по улучшению водоснабжения населения».

Шулай уҡ ҡара

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар