Эстәлеккә күсергә

Канада

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Канада
Canada
Ҡалып:Канада байрағы гербы Канада
Канада байрағы Канада гербы
Милли девиз: «A Mari Usque Ad Mare»
Гимн: Канада гимны
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы 1 июль 1867
(ТАБ тураһында акт)
11 декабрь 1931
(Вестминстер Статуты)
17 апреля 1982
(Канада Акты) (Бөйөк Британия иленән)
Рәсми телдәр инглиз теле, француз теле
Баш ҡала Оттава
Иң ҙур ҡалалары Торонто
Идара итеү формаһы конституцион монархия[1]
Дәүләт башлығы
Генерал-губернатор
Премьер-министр
Charles III
Мэри Саймон
Стивен Һарпер
Территория
  • Барыһы
  • % һыу.
2 урын
9 984 670 км²
8,62
ЭТП
  • Бөтәһе (2021)
  • Кеше башына
15 урын
2,027 трлн[2] $
53 089[2] $
Валюта Канада доллары
(CAD, код 124)
Интернет-домен .ca
Телефон коды +1
Сәғәт бүлкәте UTC -3.5...-8

Кана́да (ингл. Canada [ˈkænədə], франц. Canada [kanaˈda]) — Төньяҡ Америкала урынлашҡан дәүләт, ҙурлығы буйынса донъяла өсөнсө урында. Атлантик, Тымыҡ һәм Төньяҡ Боҙло океандары менән йыуыла. Көньяҡтан һәм төньяҡ-көнбайыштан АҠШ, төньяҡ-көнсығыштан Дания (Гренландия) һәм көнсығыштан Франция (Сен-Пьер һәм Микелон) менән сиктәш. Канада менән АҠШ сиге — донъялағы иң оҙон дәүләт-ара сик.

Халыҡ һаны буйынса донъяла 37-се ил (2023 йылдың 1 февраленә 39 432 111 кеше[3]

Канада — инглиз һәм француз телдәре федераль кимәлдә рәсми тип таналған, ике телле, мәҙәниәте күп ҡырлы, парламентар системалағы конституцион монархия иле. Канаданың иҡтисады күп тармаҡлы, тәбиғи ресурстарға һәм сауҙаға нигеҙләнгән, сәнәғәте технологик яҡтан киң үҫешкән ил.

Жак Картье һәйкәле, Сен-Мало, Франция

Канада атамаһы kanata һүҙенән килеп сыҡҡан, ул «ултыраҡ», «ауыл» һәм «ер», «ер» тигәнде аңлата[4][5]. Улар — Жак Картье Гаспела 1534 йылдың йәйендә үҙҙәренең йәйге лагерында осратҡан тәүге индеецтар (минго ҡәбиләһе телендә kanötayë' — «ауыл, ҡала»[6] һәм онондага ҡәбиләһе телендә ganatáje — «ҡала»[7]). 1535 йылда хәҙерге Квебек ҡалаһы ерендә йәшәүселәр, был һүҙҙе Стадакон ауылына ебәрер өсөн ҡулланған[8]). Картье экспедициянан һуң күп тә үтмәй лаврентий ҡәбиләһе эҙһеҙ юғала. Бының сәбәптәре тураһында бер нисә гипотеза бар, шул иҫәптән европалылар индергән ауырыуҙар һәм гурондар йәки ирокез конфедерацияһы тарафынан баҫып алына, әммә уларҙың береһе лә аныҡ ҡына раҫланмаған[9].

Физик-географик ҡылыҡһырлама

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Канаданың Йыһандан фотоһүрәте

Канада Төньяҡ Американың күпселек өлөшөн биләй. Ҙурлығы буйынса донъяла икенсе ил. Дөйөм майҙаны 9 984 670 км² тәшкил итә, шуларҙың 9 053 507 км² — ҡоро ерҠалып:Ciawfb. Илдең территорияһына 52 меңдән ашыу утрау инә, шуларҙың иң ҙуры — Баффин Еренең майҙаны 0,5 миллион километрҙан ашыу тәшкил итә. Илдең дөйөм майҙанының 27 проценттан ашыуы урман сигенән төньяҡтараҡ урынлашҡан[10]. Канадала донъялағы иң төньяҡ даими кеше ултырағы Алет (Нунавут), Элсмир утрауының төньяҡ осонда, Төньяҡ полюстан 817 км алыҫлыҡта, Канада Ҡораллы Көстәре базаһы урынлашҡан[11].

Канада Атлантик океандан (Баффин һәм Лабрадор диңгеҙҙәре менән) көнсығыштан көнбайышта Тымыҡ океанға һәм илдең төньяғында Бофорт диңгеҙе менән Төньяҡ Боҙло океанға тиклем һуҙыла[12][13]. Ил территорияһының көнсығыштан көнбайышҡа табан иң ҙур оҙонлоғо — Ньюфаундленд утрауындағы Спир мороно һәм Аляска менән Юкон сиге араһы - 5514 км, ә төньяҡтан көньяҡҡа — Элсмир утрауындағы Колумбия мороно һәм Эри күлендәге (Онтарио) Мидл утрауы араһы - 4634 км[10]. Канаданың Арктика архипелагының яр буйын индереп, яр буйы һыҙығының оҙонлоғо 202 мең километрҙан ашыу — донъяла иң юғары күрһәткес. 2022 йылдың июненә тиклем Канаданың бер генә дәүләт (Америка Ҡушма Штаттары) менән ҡоро ер сиге була. Канада менән АҠШ араһындағы ҡоро ер сигенең дөйөм оҙонлоғо — 8891 км (шул иҫәптән Аляска менән 2475 км)Ҡалып:Ciawfb. 2022 йылдың июнендә Канада һәм Дания Арктикалағы Ганс утрауын бүлешә, шулай итеп Дания Канада менән ҡоро ер сигенә эйә булған икенсе ил була (оҙонлоғо яҡынса 1 км)[14]. Диңгеҙ буйынса Канада Франция (Сен-Пьер һәм Микелон) менән сиктәш[12].

Рельефы и ер аҫты байлыҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Канаданың топографик картаһы

Британ энциклопедияһына ярашлы, Канада территорияһы 6 физик-географик зонаға бүленә: Канада ҡалҡаны, эске тигеҙлектәр, Бөйөк күлдәр һәм Изге Лаврентий йылғаһы уйһыулығы, Аппалачи тауҙары, Көнбайыш Кордиллерҙар һәм Канаданың Арктика архипелагы[12].

Канада рельефын схематик яҡтан диаметры 5,2 мең км-ҙан ашыу булған киң депрессия тип күрһәтергә мөмкин, шулай уҡ АҠШ территорияһының бер өлөшөн биләй. Депрессияның уйһыу өлөшө диңгеҙ кимәленән 600 м юғары бейеклектәге Канада ҡалҡанын барлыҡҡа килтерә, уның иң тәрән үҙәк өлөшөндә Гудзон ҡултығы урынлашҡан. Барлыҡҡа килгән «ҡалҡандың» ситтәре көнбайышта көнсығыштағыға ҡарағанда юғарыраҡ[12].

Канада ҡалҡаны илдең дөйөм майҙанының яҡынса яртыһын биләй. Ул - боронғо Прекамбрия тоҡомдарынан барлыҡҡа килгән һәм һуңғы боҙлоҡ дәүерендә уңдырышлы тупраҡ ҡатламын юғалтҡан ташлы өлкә. Канада ҡалҡаны тирәләй ултырма тоҡомдарҙан торған уйһыулыҡтар. Канада ҡалҡанынан көньяҡ-көнсығышҡа табан Бөйөк күлдәр менән йәнәш һәм Изге Лаврентий йылғаһы үҙәне буйлап һуҙылған уйһыулыҡтар урынлашҡан. Былар майҙаны буйынса сағыштырмаса ҙур булмаған уйһыулыҡтар, унда халыҡ тығыҙ урынлашҡан һәм ере уңдырышлы, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы үҫешкән.

1867 йыл — Бөйөк Британия илгә доминион статусын бирҙе.

2021 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Канадала 36 991 981 кеше йәшәгән, был 2016 йыл менән сағыштырғанда 5,2 процентҡа артыҡ[25]. Халыҡ һаны буйынса Канада донъяла 38-се урынды биләйҠалып:Ciawfb, һәм халыҡ тығыҙлығы (1 км²-ға яҡынса 4,2 кеше) — донъяла иң түбәндәрҙең береһе[26].

Торонто — Канаданың иң ҙур ҡалаһы

Майҙаны ҙур булыуға ҡарамаҫтан, Канада халҡының яҡынса 80 проценты АҠШ сигенән 150 км алыҫлыҡта йәшәй[27].

Бөгөнгө көндә Канада 10 провинция һәм 3 территорияны берләштергән федератив дәүләт.

Флагы Гербы Провинция Почта
коды
Баш ҡала[28] Иң эре ҡала
(халыҡ буйынса)[29]
Конфедерацияға инеү[30] Халыҡ
(2011)[31]
Майҙан, ҡоро ер (км2)[32] Майҙан, һыу (km2)[32] Майҙан, тотош (km2)[32] Тел[33] Канада Парламенты:
Общиналар палатаһында
вәкилдәр һаны[34]
Канада Парламенты:
Сенатта
вәкилдәр һаны[34]
Онтарио ON Торонтo Торонто 1 июль, 1867 12,851,821 917,741 158,654 1,076,395 EnglishA 106 24
Квебек QC Квебек ҡалаһы Монреаль 1 июль, 1867 7,903,001 1,356,128 185,928 1,542,056 FrenchB 75 24
Яңы Шотландия NS Галифакс HalifaxC 1 июль, 1867 921,727 53,338 1,946 55,284 EnglishD 11 10
Нью-Брансуик NB Фредериктон Сент-Джон 1 июль, 1867 751,171 71,450 1,458 72,908 EnglishE
FrenchE
10 10
Манитоба MB Виннипег Виннипег 15 июль, 1870 1,208,268 553,556 94,241 647,797 EnglishA,F 14 6
Британ Колумбияһы BC Виктория Ванкувер 20 июль, 1871 4,400,057 925,186 19,549 944,735 EnglishA 36 6
Эдуард Принцы Утрауы PE Шарлоттаун Шарлоттаун 1 июль, 1873 140,204 5,660 0 5,660 EnglishA 4 4
Саскачеван SK Реджайна Саскатун 1 сентябрь, 1905 1,033,381 591,670 59,366 651,036 EnglishA 14 6
Альберта AB Эдмонтон Калгари 1 сентябрь, 1905 3,645,257 642,317 19,531 661,848 EnglishA 28 6
Ньюфаундленд һәм Лабрадор NL Сент-Джон St. John’s 31 март, 1949 514,536 373,872 31,340 405,212 EnglishA 7 6
Бөтә провинциялар &&&&&&&033369423.&&&&&033 369 423 &&&&&&&&05499918.&&&&&05 499 918 &&&&&&&&&0563013.&&&&&0563 013 &&&&&&&&06062931.&&&&&06 062 931 &&&&&&&&&&&&0305.&&&&&0305 &&&&&&&&&&&&0102.&&&&&0102

Иҫкәрмәләр:

A.  Де-факто; Француз теле лә конституция буйынса рәсми тел тип һанала
B.  Де-факто; Инглиз теле лә конституция буйынса рәсми тел тип һанала
C.  Иң эре муниципалитет
D.  Яңы Шотландияла билингво муниципалитеттар бик әҙ, ләкин бар
E.  16 раздел, Канада Конституцияһы
F.  Манитоба Акты

Квебе́к (ингл. Quebec, МФА: [kwəˈbɛk] или [kəˈbɛk], франц. Québec МФА (фр.): [ke.bɛk]) — Канаданың майҙан буйынса иң эре провинция. Баш ҡала — Квебек, 735 мең кеше. Иң эре ҡала — Монреаль.

Халыҡ — 7,8 миллион кеше.

  1. Нунавут
  2. Көньяҡ-көнбайыш территориялар
  3. Юкон

Канадаға иммиграция

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Иммиграция һәм тыуыу Канадала. Ҡыҙыл — тыуыу. Күк — иммгранттар инеү[35]
«Килегеҙ, ҡалырға өсөн» — XIX быуаатағы плакат. Канадаға күсерғә саҡыра

Канадаға Иммиграция — Канадаға халыҡтын күсеүе, иммиграция процессы.

Канада — иммигранттар иле. Канаданың юғары үсешле, этник дискриминацияһыҙ һәм конфликтһыҙ ил тип глобаль репутацияһы бар. 2006 йылда Канада 236 756 иммигрант ҡабул итте. Беренсе 10 илдәр-лидерҙар: Ҡытай (28 896), Индия (28 520), Филиппин (19 718), Пакистан (9808), АҠШ (8750), Бөйөк Британия (7324), Иран (7195), Көньяҡ Корея (5909), Колумбия (5382) һәм Шри-Ланка (4068)[36].

Артабан Франция (4026), Марокко (4025), Румыния, Рәсәй, Алжир бара. Һәр ил 3500 иммигрант бирҙе[37].

1976 йылда Канадала Эммиграция Законы, 2002 — Ҡасаҡтар тураһында Закондар ҡабул ителә.

2010 йылда илдә 34 миллион кеше тормош күрә[38]. Халыҡ үсеше — 5,6 %.

Иммиграция категориялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҡтисад иммигранттар[39].

Ғаилә. Ҡасаҡтар . Иммигрант Канадала 1095 көн йәшәһә (3 йыл), мотлаҡ Канада гражданы булырға тейеш[40].

Рәсәйҙә Канада Илселеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Н. И. Казаков йорто. (Староконюшенный тыҡрығы, 23).

Рәсәйҙә Канада Илселеге  — Канаданың РФ-ла дипломатик миссияһы. Илсе: Джон Слоан (John C. Sloan). Илселек йорто Хамовникила, Староконюшенный тыҡрығында Н. И. Казаков йортонда тора. 1898 йылда мәскәй архитекторы К. К. Гиппиус (1864—1941) проекты буйынса төҙөлә, эклектика һәм модерн стиле.

РФ-ла илселәр

  • Ральф Лисишин (Ralph Lysyshyn; 2006—2010)
  • Джон Слоан (John C. Sloan; 2011 йылдан)
Канадала(2011 йылғы хаҡтарҙа) халыҡтың йән башына эске тулайым продукт үҫеше, 1910—2018 йылдар

Милли валюта — Канада доллары. 1970 йылдан Канаданың доллары курсы йөҙөүсән; был ваҡыт эсендә минималь курс 0,62 АҠШ доллары (2002 йылда) тәшкил итә, ә максималь — 1,07 АҠШ доллары (2007 йылда)[42].

Канада иҡтисады донъяла иң үҫешкән иҡтисадтар иҫәбенә инә. 2020 йыл иҫәпләүҙәре буйынса, Канаданың реаль ЭТП-һы 1,742 триллион АҠШ доллары тәшкил итә, был күрһәткес буйынса ил донъяла 15-се урынды биләй. Йән башына реаль килем 2020 йылда 45,9 мең доллар тәшкил итә — донъяла 34-се күрһәткесҠалып:Ciawfb. Иҡтисад структураһы һиҙелерлек үҙгәрештәр кисерә. Әгәр 1870 йылда иҡтисадтың иң мөһим секторы булып ауыл хужалығы торһа (37 %, хеҙмәтләндереү өлкәһендә — 36 %, сәнәғәттә — 22 % һәм тәбиғи ресурстар сығарыуҙа — 4 %), 1997 йылға Канада иҡтисады индустриаль һыҙаттар ала. Дөйөм милли продукттың 2/3 өлөшө һәм уның эшсе көстәренең 3/4 өлөшө самаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенә тура килә. Милли продуктта сәнәғәттең өлөшө — 18 процент. Эшсе көстәр — 15,5 процент. Ауыл хужалығы һәм тәбиғи ресурстар милли продукттың 15 проценттан кәмерәк өлөшөн һәм эшсе көстәрҙең 5 проценттан саҡ ҡына күберәк өлөшөн тәшкил итә[43]. 2010 йылда Канадала хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә дөйөм халыҡтың 39 проценты, сәнәғәт етештереүендә — 10 %, ауыл хужалығында — 1 % эшләй[44]. Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң тәүге ярты быуат эсендә эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар һанының артыуы иҫәбенә эш көсө составында ҡатнашыу кимәле 55 % алып 64,8 % тиклем артҡан (ҡатын-ҡыҙҙар араһында — 24,7 % алып 57,4 % тиклем)[43]. 1980-се йылдарҙың беренсе яртыһында 9,9 процентҡа еткән милли эшһеҙлек кимәле шул ваҡыттан алып кәмей бара[43] һәм 2019 йылда 5,67 % тип баһаланаҠалып:Ciawfb.

Канадала, башҡа алдынғы иҡтисадтарҙағы кеүек үк, Джини коэффициенты — халыҡтың иң бай һәм ярлы ҡатламдары араһында килем тигеҙһеҙлеге индексы әкренләп арта бара. Әммә 2020 йылдар башында Канадала ул Ҙур Ете илдәрендә иң түбәне булып ҡала, ә Халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы илдәре араһында ул дәүләт тарафынан табышты ҡайтанан бүлгәнгә тиклем 9-сы урынды һәм ошо ҡайтанан бүлеүҙән һуң исемлектең уртаһына яҡыныраҡ урынды биләй[45].

  1. Атлас мира: Максимально подробная информация / Руководители проекта: А. Н. Бушнев, А. П. Притворов. — М.: АСТ, 2017. — С. 76. — 96 с. — ISBN 978-5-17-10261-4.
  2. 2,0 2,1 Report for Selected Countries and Subjects: October 2021 (ингл.). International Monetary Fund. Дата обращения: 14 декабрь 2021. Архивировано 14 декабрь 2021 года.
  3. Canada's population clock (real-time model)
  4. Origin of the Name, Canada (ингл.). Canadian Heritage (Government of Canada) (27 апрель 2011). Архивировано 27 июль 2013 года.
  5. Rayburn A. Canada: A Native Name from the Land // Naming Canada: Stories about Canadian place names (инг.). — Toronto: University of Toronto Press, 2001. — P. 13—17. — ISBN 0-8020-8293-9.
  6. Mingo (see-001) kanötayë’ 2016 йыл 25 август архивланған. PanLex.
  7. Zeisberger D. Essay of an Onondaga Grammar (инг.) // The Pennsylvania Magazine of History and Biography. — 1888. — Т. 11. — С. 444.
  8. Maura J. F. Nuevas aportaciones al estudio de la toponimia ibérica en la América Septentrional en el siglo XVI (исп.) // Bulletin of Spanish Studies. — Routledge, 2009. — Т. 86. — № 5. — С. 577—603. — DOI:10.1080/14753820902969345
  9. Gagné M. St Lawrence Iroquoians (ингл.). The Canadian Encyclopedia (19 март 2018). Архивировано 30 апрель 2022 года.
  10. 10,0 10,1 Geography (ингл.). Statistics Canada (7 октябрь 2016). Архивировано 29 апрель 2022 года.
  11. Struzik E. Alert (ингл.). The Canadian Encyclopedia (27 август 2021). Архивировано 21 декабрь 2021 года.
  12. 12,0 12,1 12,2 12,3 Land of Canada (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online. Дата обращения: 27 апрель 2022.
  13. Канада / Черкасов А. И. и др. // Исландия — Канцеляризмы. — М. : Большая российская энциклопедия, 2008. — С. 665. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 12). — ISBN 978-5-85270-343-9.
  14. Hopper T. Canada to get new land border with Denmark as decades-long Hans Island dispute ends (ингл.). National Post (13 июнь 2022). Архивировано 13 июнь 2022 года.
  15. 15,000 15,001 15,002 15,003 15,004 15,005 15,006 15,007 15,008 15,009 15,010 15,011 15,012 15,013 15,014 15,015 15,016 15,017 15,018 15,019 15,020 15,021 15,022 15,023 15,024 15,025 15,026 15,027 15,028 15,029 15,030 15,031 15,032 15,033 15,034 15,035 15,036 15,037 15,038 15,039 15,040 15,041 15,042 15,043 15,044 15,045 15,046 15,047 15,048 15,049 15,050 15,051 15,052 15,053 15,054 15,055 15,056 15,057 15,058 15,059 15,060 15,061 15,062 15,063 15,064 15,065 15,066 15,067 15,068 15,069 15,070 15,071 15,072 15,073 15,074 15,075 15,076 15,077 15,078 15,079 15,080 15,081 15,082 15,083 15,084 15,085 15,086 15,087 15,088 15,089 15,090 15,091 15,092 15,093 15,094 15,095 15,096 15,097 15,098 15,099 15,100 15,101 15,102 15,103 15,104 15,105 15,106 15,107 15,108 15,109 15,110 15,111 15,112 15,113 15,114 15,115 15,116 15,117 15,118 15,119 15,120 15,121 15,122 15,123 15,124 15,125 15,126 15,127 15,128 15,129 15,130 15,131 15,132 15,133 15,134 15,135 15,136 15,137 15,138 15,139 15,140 15,141 15,142 15,143 15,144 Estimated population of Canada, 1605 to presentСтатистическая служба Канады.
  16. 16,0 16,1 16,2 16,3 16,4 16,5 16,6 16,7 16,8 Population of Canada, by province, census dates, 1851 to 1976Статистическая служба Канады.
  17. 17,00 17,01 17,02 17,03 17,04 17,05 17,06 17,07 17,08 17,09 17,10 17,11 17,12 17,13 17,14 17,15 17,16 17,17 17,18 17,19 17,20 17,21 17,22 17,23 17,24 17,25 17,26 17,27 17,28 17,29 17,30 17,31 17,32 17,33 17,34 17,35 17,36 17,37 17,38 17,39 17,40 17,41 17,42 17,43 17,44 17,45 17,46 17,47 17,48 17,49 17,50 17,51 17,52 17,53 17,54 17,55 17,56 17,57 база данных Всемирного банкаДонъя банкы.
  18. 18,00 18,01 18,02 18,03 18,04 18,05 18,06 18,07 18,08 18,09 18,10 18,11 18,12 18,13 18,14 18,15 18,16 18,17 18,18 18,19 18,20 18,21 18,22 18,23 18,24 18,25 18,26 18,27 18,28 18,29 18,30 18,31 18,32 18,33 18,34 18,35 18,36 18,37 18,38 18,39 18,40 18,41 18,42 18,43 18,44 18,45 18,46 https://www150.statcan.gc.ca/n1/pub/98-187-x/4151287-eng.htm
  19. Перепись населения Канады 2011 года
  20. Статистическая служба Канады — 1971.
  21. Статистическая служба Канады — 1971.
  22. 2016 Census topic: Population and dwelling countsСтатистическая служба Канады.
  23. 2021 Census of Population key indicators by geography: CanadaСтатистическая служба Канады.
  24. https://www.statcan.gc.ca/fr/sujets-debut/population_et_demographie/40-millions
  25. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Census21 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  26. Canada Population 2022 (Live) (ингл.). World Population Review. Дата обращения: 15 май 2022. Архивировано 15 май 2022 года.
  27. Custred G. Security Threats on America's Borders // Immigration policy and the terrorist threat in Canada and the United States (инг.) / Edited by Alexander Moens and Martin Collacott. — Vancouver: Fraser Institute, 2008. — P. 96. — ISBN 0889752354.
  28. Provinces and Territories. Government of Canada (2013). Дата обращения: 6 август 2013. 2010 йыл 9 февраль архивланған.
  29. Place name. Census Profile. Statistic Canada (2013). Дата обращения: 6 август 2013.
  30. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; (Canada)2004 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  31. Population and dwelling counts, for Canada, provinces and territories, 2011 and 2006 censuses. Statistic Canada (2012). Дата обращения: 8 февраль 2012. 2020 йыл 19 ғинуар архивланған.
  32. 32,0 32,1 32,2 Land and freshwater area, by province and territory. Statistics Canada (2005). Дата обращения: 4 август 2013. 2011 йыл 24 май архивланған.
  33. Official Language Policies of the Canadian Provinces. Fraser Institute (2012). Дата обращения: 6 август 2012.
  34. 34,0 34,1 Guide to the Canadian House of Commons. Parliament of Canada (2012). Дата обращения: 6 август 2013. 2019 йыл 7 ғинуар архивланған.
  35. Statistics Canada 2008 йыл 8 ғинуар архивланған. — immigration from 1851 to 2001
  36. Отчёт о демографическом сотоянии Канады в 2005 и 2006 гг 2008 йыл 5 ноябрь архивланған.
  37. Халыҡ Канады. Statistics Canada. 2006
  38. Beauchesne, Eric. We are 31,612,897. National Post (13 март 2007). Дата обращения: 13 март 2007. Архивировано 21 август 2011 года. 2016 йыл 15 апрель архивланған.
  39. Ежегодная иммиграция в Канаду
  40. Становясь гражданином Канады 2010 йыл 5 май архивланған.
  41. Посольство Канады в России
  42. Boothe P. (updated by Yarhi E.). Canadian Dollar (CAD) (ингл.). The Canadian Encyclopedia (17 ғинуар 2018). Архивировано 14 май 2022 года.
  43. 43,0 43,1 43,2 Watson W. Economy (ингл.). The Canadian Encyclopedia (29 июнь 2015). Архивировано 13 май 2022 года.
  44. Дроздюк А. Логистическая кривая. — Торонто: Choven, 2019. — С. 36—38. — ISBN 978-0-9866300-2-6.
  45. International Monetary Fund. Western Hemisphere Dept Income Inequality: Where do we Stand? (инг.) // Canada Selected Issues. — 2021. — В. 55. — DOI:10.5089/9781513574295.002