Ливан тарихы
Ливан тарихы | |
Дәүләт | Ливан |
---|---|
Ливан тарихы Викимилектә |
Тарихҡа тиклемге осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әлеге ваҡытта Ливан урынлашҡан ерҙәрҙә кешеләр палеолит ахырынан бирле йәшәй. Сайдалағы (Сидондағы) археологик ҡаҙыныуҙар барышында Сидон-II торамаһында ашель мәҙәниәтенә ҡараған таш артефакттар табыла. Жүб-Жәниндә һәм Сүриәнең Латамне менән Әл-Мәйрәх торамаларындағы артефакттар ашель мәҙәниәтенең айырым Левант (Көнсығыш Урта диңгеҙ буйы) тибына индерелә. Ул шулай уҡ «Латамне фацияһы» тигән атама аҫтында ла билдәле.
Кзар-Акил мәмерйәһендә табылған хәҙерге тип кешеләрҙең ҡалдыҡтарына (уларға Эгберт һәм Этельруда тигән шартлы исемдәр ҡушылған) — 39,2—40,8 мең һәм 41,7—42,4 мең йыл.
12 мең йыл элек, Европаның яртыһы боҙлоҡ аҫтында ятҡанда, Ливан территорияһында мезолитик Натуфи мәҙәниәте хөкөм һөрә. Уның вәкилдәре Ерҙә беренсе булып икмәк бешерә һәм ҡамыш менән ябылған конус һымаҡ ҡыйыҡлы землянкаларҙа йәшәй башлай. Генетик мәғлүмәттәр натуфиҙарҙың J2 гаплотөркөмөнә ҡарауын раҫлай һәм финикиҙәр менән ҡәнғәндәрҙең (ғивриҙәргә тиклем йәшәгән халыҡтар) тәүатаһы булыуына ишаралай. Улар хәҙерге заман ливандарының да нәҫелдәше булып сыға. 9 мең йыл элек натуфиҙар кирбес ҡоролмалар төҙөгән (Керамикаға тиклемге А неолиты) һәм хайуандарҙы йортлаштырған (Керамикаға тиклемге В неолиты).
Сидон-III торамаһындағы табылдыҡтарға неолит осорондағы макролитик табылдыҡтар ҙа инә, улар, моғайын, балсыҡ әйберҙәрҙең элгәре булғандыр.
Беҙҙең эраға тиклем V мең йыллыҡ тирәһендә Төньяҡ Африка территорияһына күсмә семиттар урынлаша башлай. Ливан тәүҡалалары булған Мысыр цивилизацияһының ситендә ята. Библ тәүге билдәле тәүҡала тип иҫәпләнә.
Боронғо яҙма осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Ливан» атамаһының тәүләп телгә алыныуы (Ливан тау массивына ҡағылышлыһы) беҙҙең эраға тиклем III—II мең йыллыҡтарҙағы месопотам сығанаҡтарында, шул иҫәптән Гилгәмеш эпосында осрай. Ливандың яр буйы өлөшө борон заманда Финикия тип йөрөтөлә.
Беҙҙең эраға тиклем III мең йыллыҡ башында яр буйында яңы ҡала-дәүләттәр барлыҡҡа килә, уларҙа финики диңгеҙселәре һәм сауҙагәрҙәре йәшәй. Библдан тыш, улар араһында Тир (йәки Сур), Сидон (йәки Сайда) һәм Берит (йәки Бәйрүт) иң әһәмиәтле ҡалалар була. Яҡынса беҙҙең эраға тиклем 2150 йылдан Ливанға әмөриҙәр күсә башлай.
Финикия гиксостар ваҡытында ла, Яңы батшалыҡ фирғәүендәре осоронда ла Мысырға буйһона. Беҙҙең эраға тиклем XIV быуатта Ливан территорияһында хеттар менән мысырҙар бәрелештәре була (мысырҙар хакимлығын һаҡлап ҡала).
Әммә диңгеҙ халыҡтары ябырылыуы арҡаһында Ливан территорияһы Мысырҙан айырыла, артабан Тир ҡала-дәүләте күтәрелеп китә һәм талассократияға әүерелә. Ливандың боронғо халҡы булған финикиҙәр финики яҙмаһын уйлап сығара, уларҙан был яҙманы гректар үҙләштерә. Финики диңгеҙселәре бөтә Урта диңгеҙ буйлап сәфәрләп йөрөй, хәҙерге Тунис (мәҫәлән, Карфаген), Алжир һәм Марокко урынлашҡан ерҙәрҙә, көньяҡ Испанияла, Сицилияның көнбайышында, Сардинияла һәм Мальтала колонияларын нигеҙләй. Финики ҡалалары һәм колониялары Урта диңгеҙ буйының иҡтисадында ҙур роль уйнай. Бөйөк Хирам I, Сөләймән батшаның дуҫы, иң билдәле финики батшаһы була (беҙҙең эраға тиклем Х быуат).
Беҙҙең эраға тиклем VIII быуатта Ливан Ассирия составында була. Финики ҡалалары бойондороҡһоҙлоҡ өсөн оҙайлы һуғыштар алып барыуға ҡарағанда материктағы дәүләттәргә яһаҡ түләүҙе өҫтөн күрә, тик сауҙаға ғына ҡамасауламаһындар. Беҙҙең эраға тиклем 539 йылда (Бөйөк Кир II ваҡытында) Ливан территорияһы Әһәмәниҙәр дәүләтенә инә, артабан, Тирҙы ҡамап тотҡандан һуң, уны Искәндәр Зөлҡәрнәй яулай һәм империяһына ҡуша, шунан ил Селевкиҙарға эләгә. Беҙҙең эраға тиклем 84—71 йылдарҙа Ливан Бөйөк Тигран II хакимлығы аҫтындағы Бөйөк Әрмәнстан составына инә. Беҙҙең эраға тиклем 64 йылда Бөйөк Помпейҙың баҫып алыу һуғыштары һөҙөмтәһендә Ливан Сүриә провинцияһы булараҡ Рим империяһына ҡушыла.
Урта быуаттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге Ливандың бик үҙенсәлекле булыуының сәбәптәре байтаҡ. Бер яҡтан, VII быуатта уға ғәрәп теле үтеп инә һәм әүәлдән йәшәп килгән семит диалекттарын алмаштыра, икенсе яҡтан, апостолдар заманында уҡ ингән христиан дине урманлы һәм таулы ландшафт арҡаһында мосолман дәүләттәре (Ғәрәп хәлифәте, Тулуниҙар дәүләте, Фатимиҙар) эсендә лә һаҡланып ҡала килә. Ғаләм Сиркәүенән айырымланып көн иткән ғәрәп телле ливан христиандары марониҙарға (изге Марон исеменән барлыҡҡа килгән атама) әйләнә.
Ғосмандар власы аҫтында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1517 йылда мысырҙарҙы төрөктәр алмаштыра. XVII быуатта Шиһаб ырыуы Ливандың төбәк элитаһына әүерелә. XVIII быуатта Бәйрүт Европа илдәре менән һатыу иткән сауҙа үҙәге булып китә.
1832 йылда Ливанды Мысыр пашаһы Ибраһим етәкселегендәге ғәскәр баҫып ала. Әммә 1840 йылда ил ҡабат төрөк солтанына ҡайтарыла. 1841 йылдың октябрендә этноконфессиональ бәрелештәр була. Мосолмандар менән марони христиандары араһындағы ыҙғыштарҙы туҡтатыу маҡсатында төрөк хакимиәте 1845 йылда айырым идаралыҡ индерә. Ләкин Ливанды был сара ҡан ҡойоштан ҡотҡара алмай. 1860 йылдың яҙы-йәйендә друздар ҡулынан 6 меңләп христиан һәләк була. Төрөктәр диндәштәрен яҡлай, был 1960 йылғы француз интервенцияһына сәбәп була. 1861 йылда Ливан христиан губернаторы етәкселегендәге айырым санжак рәүешендә Сүриәнән бүлеп сығарыла. Ливанда Европа мәғариф учреждениелары асыла.
Ғәрәп яңырыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1918 йылдың көҙөндә Фәләстиндә Мегиддо алышы була, унда Алленбиҙың инглиз-ғәрәп ғәскәрҙәре Бәйрүтте ала (8 октябрь). Ғосман империяһы тарҡала башлай, ә төньяҡ ғәрәп ерҙәрендә британ махсус хеҙмәттәре тарафынан тоҡандырып ебәрелгән Фейсал хәрәкәте башлана, был хәрәкәт Урта быуаттарҙағы Дамаск хәлифәлегенә оҡшаған Бөйөк Сүриәне төҙөү маҡсатын ҡуя. 1920 йылдың мартында Дамаскта Сүриә милли конгресы әл-Хашим Атасс етәкселегендә Фейсал-Клемансо килешеүе тип аталған резолюцияны ҡабул итә. Конгресс Сүриәне (Ливанды ла индереп) бойондороҡһоҙ тип таба һәм Фейсалды ғәрәптәрҙең короле тип иғлан итә. 1920 йылдың 22 мартында Ливан патриоттары христиан лидерҙарының советын йыя һәм унда Ливандың бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә.
Француз мандаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Француз властарына Фейсалдың амбициялары оҡшап етмәй, һәм улар 1920 йылда француз-сүриә һуғышын башлай. Француз генералы Анри Гуро Ливан менән Сүриә өҫтөнән контроль булдыра. 1920 йылғы Севр договоры һөҙөмтәһендә Сүриә составындағы Ливан территорияһы Францияға беркетелә. Сүриәнең француз мандатындағы территорияһынан яр буйы өлөшө бүлеп алына һәм Бөйөк Ливан тип атала, үҙәге Бәйрүттә була. Яңы территория барлыҡҡа килтереү маҡсаттарының береһе булып ғәрәп христиандарын яҡлау тора.
1926 йылдың 23 майында Бөйөк Ливан урынына Ливан Республикаһы төҙөлә, уның ҡоролошо Францияныҡы кеүек була. 1926 йылда православиелы Шарль Деббас Ливан Республикаһы президенты вазифаһын ала. Әммә 1934 йылдан алып тик марониҙар ғына Ливан президенты итеп һайлана ала. 1937 йылдан премьер-министр итеп тик сөнни мосолмандары тәғәйенләнә.
Француз Халыҡ фронты хөкүмәте 1936 йылдың ноябрендә Ливанда француз мандатын 1939 йылда тамамлау тураһындағы договорға ҡул ҡуя. Ләкин 1938 йылдың апрелендә Францияла власҡа килгән Э. Даладье хөкүмәте был договорҙы ратификацияламай.
1939 йылда Икенсе донъя һуғышы башланғас, Ливанда ғәҙәттән тыш хәл индерелә, конституция ғәмәлдән сығарыла, парламент таратыла, коммунистар партияһының эшмәкәрлеге тыйыла.
1940 йылдың сентябрендә Франция капитуляциялағандан һуң Виши хөкүмәте вәкиле адмирал Ф. Дарлан Германияға Ливан территорияһын иҡтисади һәм хәрби мәнфәғәттәрҙә файҙаланыу хоҡуғын тапшыра. 1941 йылдың майынан Ливандағы хәрби базаларҙан Ираҡта урынлашҡан британ ғәскәрҙәренә ҡаршы операциялар алып барыла башлай. Быға яуап итеп, Бөйөк Британия Ливанды блокадалай, һөҙөмтәлә, илдәге иҡтисади кризис тағы ла тәрәнәйә төшә. Британдар Ливан территорияһын көн һайын артиллерия утына тота һәм һауанан бомбалар яуҙыра.
"Азат Франция"ның ғәскәри частары һәм британ ғәскәрҙәре 1941 йылдың 8 июнендә Ливанға инә. Француз баш командующийы генерал Ж. Катру француз мандатының тамамланыуы, Ливанға бойондороҡһоҙлоҡ бирелеүе, 1926 йылғы конституцияның ғәмәлдә булыуы, ләкин «һуғыш осоро талаптары» менән бәйле ҡайһы бер сикләүҙәре булыуы тураһындағы белдереүҙе раҫлай. Ливанда партия-сәйәси тормош йәнләнә төшә. 1943 йылғы һайлауҙа Б. әл-Хури партияһы еңеп сыға, был партия башлыса христиандарҙан тора һәм кисекмәҫтән бойонодороҡһоҙлоҡ иғлан итеү, француздарҙы илдән сығарыу өсөн сығыш яһай. 1943 йылдың сентябрендә әл-Хури президент итеп һайлана. 1943 йылдың 8 ноябрендә Ливан парламенты конституцияның Франция файҙаһына суверенитетты сикләү тураһындағы статьяларын алып ташлай. Быға яуап итеп, француз властары әл-Хури менән премьер-министр Р. әс-Сөлхтө ҡулға ала, парламентты тарата һәм конституцияның ғәмәлдә булыуын туҡтата, әммә халыҡтың протестары һөҙөмтәһендә 1943 йылдың 22 ноябрендә Ливандың законлы хөкүмәтен тергеҙергә мәжбүр була. Был көн Ливандың милли байрамы — Бойондороҡһоҙлоҡ көнө тип иғлан ителә.
Бойондороҡһоҙ Ливан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1943 йылдың көҙөндә президент Б. әл-Хури һәм премьер-министр Р. әс-Сөлх тарафынан Ливандың дәүләт ҡоролошо тураһындағы килешеү төҙөлә, ул «Милли пакт» тигән исем аҫтында билдәле. Был документҡа ярашлы, парламенттағы урындар христиандар һәм мосолмандар араһында 6:5 нисбәтендә бүленә, йәғни депутат мандаттарының дөйөм һаны 11-ҙең ҡабатландығына тиң була.
1945 йылдың февралендә Ливан Германия менән Японияға һуғыш иғлан итә. 1945 йылдың мартында Ливан Ғәрәп илдәре лигаһын ойоштороуҙа ҡатнаша, шул уҡ йылды Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының ағзаһы булып китә.
1945 йылдың декабрендә Франция һәм Бөйөк Британия менән төҙөлгән килешеүгә ярашлы, 1941 йылда Ливанға индерелгән ғәскәрҙәр билдәләнмәгән мөҙҙәткә уның территорияһында ҡалырға тейеш була. Быға яуап итеп, Ливанда уның территорияһынан бөтә сит ил ғәскәрҙәрен сығарып ебәреү талабын ҡуйған халыҡ хәрәкәте башлана. Ливан хөкүмәте Франция менән һөйләшеүҙәр алып барыуҙан баш тарта һәм БМО-ның Именлек Советына мөрәжәғәт итә. Бында СССР, Польша һәм Мысыр Ливанды яҡлап сыға. Бөйөк Британия менән Франция Ливан территорияһынан ғәскәрҙәрен сығарырға мәжбүр була һәм 1946 йылда британ һәм француз һалдаттарының һуңғылары Ливандан ҡайтып китә.
1948 йылда көньяҡта бойондороҡһоҙ ғиври дәүләтенең барлыҡҡа килеүе һәм артабанғы ғәрәп-израиль һуғышы Ливандағы зәғиф кенә этноконфессиональ солохто ҡаҡшата, сөнки көньяҡтан ғәрәп мосолмандары (фәләстиндәр) күпләп ағыла башлай.
Суэц кризисы ваҡытында ливан-мысыр мөнәсәбәттәре киҫкенләшә. Был Көнбайышҡа йөҙ борған президент Камил Шамундың (марони) Мысырға һөжүм иткән көнбайыш державалары менән дипломатик мөнәсәбәттәрен өҙмәүенә бәйле була. Мысыр президенты Ғәмәл Әбдел Насирҙың быға бик ныҡ асыуы килә. Ливан Бағдад пактында ҡатнашыусылар менән яҡыная башлағас, ике ил араһындағы көсөргәнеш тағы арта төшә. Насир көнбайыш яҡлы пакттың ғәрәп милләтселегенә хәүефле булыуы ихтимал тип иҫәпләй.
Ливандың ҡабул ителгән сәйәси ҡоролошона ярашлы президенттың — марони христианы, ә премьер-министрҙың мосолман булыуы һәм тышҡы сәйәсәттә бер-береһенә ҡарма-ҡаршы йүнәлештә тороуы илдә сәйәси генә түгел, дин-ара көсөргәнешлекте лә арттыра. 1957 йылда мосолман оппозицияһы Милли фронт ойоштора һәм ғәрәп илдәре менән «позитив нейтралитет» һәм дуҫлыҡ сәйәсәте үткәреүҙе талап итә.
1958 йылда президент Шамун власть башында тағы бер мөҙҙәткә ҡалыр өсөн конституцияны үҙгәртмәк була. Быға яуап итеп, майҙа мосолман ихтилалы күтәрелә, уға элекке премьер-министрҙар Рәшит Караме менән Абдаллаһ Яфи һәм парламент рәйесе Хамаде етәкселек итә. Ихтилал тиҙ арала граждандар һуғышына әүерелә, баш күтәреүселәр бер аҙҙан илдең сирегенә эйә була. Ираҡтағы көнбайыш йүнәлешле хөкүмәтте ҡолатҡан 14 июль инҡилабынан һәм Ливандың эске тотороҡһоҙлоғонан ҡурҡҡан президент Шамун шул уҡ көндө Америка Ҡушма Штаттарына хәрби ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Америка ғәскәрҙәре тиҙ арала хәлде үҙ контроле аҫтына ала, улар Ливандан 1958 йылдың октябрендә сыға.
Ливан 1967 йылғы ғәрәп-израиль Алты көнлөк һуғышында һәм 1973 йылғы Ҡиәмәт көнө һуғышында ҡатнашмай. Ләкин 1967 йылдан һуң Ливандағы ҡасаҡтар лагерҙарынан фәләстин партизандары Израилде йыш ҡына утҡа тотоп тора, ә Израиль ғәскәрҙәре уларға яуп бирә, шунлыҡтан Ливан хөкүмәте үҙ территорияһынан фәләстиндәрҙең һөжүмдәрен тыйырға тырыша. 1970 йылда Иорданиялағы фәләстин ҡаршылыҡ күрһәтеү көстәрен ҡыйратҡан «Ҡара сентябрь» ваҡиғаларынан һуң фәләстин боевиктары Ливанға күсә һәм көсөргәнешлек йәнә арта.
1973 йылда Ливан хөкүмәт ғәскәрҙәре менән фәләстин отрядтары араһында ҡораллы бәрелештәр башлана. Ливан мосолмандары һәм һул партиялары (Милли-Патриотик Көстәр) фәләстиндәр яҡлы була. Фәләстин проблемаһы илде уртаға бүлә, һәм Ливанда уң христиан көстәре менән мосолман берлегенең һул ойошмалары араһында Граждандар һуғышы тоҡана. Ул 1975—1990 йылдарҙы солғай һәм 1982 йылда Сүриәнең ҡыҫылыуы һәм Израиль интервенциялары арҡаһында ҡатмарлаша. Һуғыш Иран дәүләте ойошторған Хезболла тигән шиғый радикаль төркөмө һәм Израиль яҡлы Көньяҡ Ливан армияһы барлыҡҡа килеүгә сәбәп була.
Граждандар һуғышы Ливанды көсһөҙләндерә, шулай ҙа премьер Харири етәкселегендә хәл бер аҙ тотороҡлолана, әммә Ливандың тышҡы бурысы $20 миллиардҡа етә, ә премьер-министрҙың матди хәле күҙгә күренеп яҡшыра, был уның коррупциясыл булыуында шик тыуҙыра. Рафиҡ Харири үҙ ҡулына илдәге бөтә ғәмәли власты туплай, ә президент посы исем өсөн генә йәшәп килә. Уның ваҡытында Ливан Сәғүд Ғәрәбстаны яғына торған һайын нығыраҡ ауыша бара һәм Сүриә менән мөнәсәбәттәрҙе ҡыҫҡарта. Ливанды Сүриәнең йоғонто яһау даирәһенә ҡайтарыу өсөн Сүриә Ливандағы 1998 йылғы президент һайлауҙа Әмил Лахуд кандидатураһын яҡлап сыға, ул, һайлауҙа еңеү яулағас та, уңышһыҙ иҡтисади сәйәсәттә, тышҡы бурыстың үҫеүендә ғәйепләп, хөкүмәт башлығын алмаштыра. Әммә 2000 йылда әл-Харири етәкселегендәге сәйәси блок парламент һайлауында еңеп сыға һәм президент Лахуд уны хөкүмәт башлығы итеп раҫларға мәжбүр була.
2000-се йылдар: Сүриәгә ҡаршы кампания
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1948 йылғы ғәрәп-израиль һуғышынан һуң Ливан Сүриәнең йоғонто яһау даирәһенә эләккән була, Сүриә Һалҡын һуғыш ваҡытында СССР яғында була. Һалҡын һуғыш тамамланғас, СССР тарҡалғас һәм ғәрәп-израиль конфликты һүрелгәс (Фәләстин автономияһы ойошторолоу һәм көньяҡ Ливандан Израиль ғәскәрҙәрен сығарыу), илдә Сүриәгә ҡаршы кәйефтәр көсәйә. 2004 йылдың 3 сентябрендә Ливан парламенты, Ливан президенты Әмил Лахудтың вәкәләттәрен 2007 йылға тиклем оҙайтыуҙы күҙҙә тотоп, конституцияға төҙәтеү индерә. АҠШ һәм Франция яғынан Ливан менән Сүриәгә баҫымдың артыуы арҡаһында хөкүмәт кризисы барлыҡҡа килә. Улар инициативаһы буйынса Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Именлек Советы 19 октябрҙә Сүриәне — Ливандан ғәскәрҙәрен сығарырға, Ливанды «Хезболла» отрядын ҡоралһыҙландырырға саҡырған мөрәжәғәт ҡабул итә. 2004 йылдың 20 октябрендә Ливандың иң бай кешеһе булып һаналған премьер-министр Рафиҡ Харири бөтә кабинеты менән ҡуша отставкаға китә.
Президент Ә. Лахуд Сүриә яҡлы сәйәсмән Өмәр Карамеға яңы хөкүмәт төҙөргә ҡуша. 2005 йылдың 14 февралендә Рафиҡ Харири үлтерелә, илдә сыуалыштар башлана. 2005 йылдың 28 февралендә ышанмау вотумы менән янау һәм протестар тулҡыны арҡаһында Өмәр Караме хөкүмәте отставкаға китә. Ете аҙна буйы ил ғәмәлдә хөкүмәтһеҙ йәшәй (ә президент Әмил Лахуд Караменың премьер-министр булып ҡалыуы өсөн тырыша), тик 18 апрелдә генә премьер-министр итеп телевидение магнаты Нәжип Микати раҫлана. Ул сүриәләр менән тығыҙ бәйләнештә тора, хатта Сүриә президенты Бәшәр Асад менән дуҫ тип һанала. Яңы министрҙар кабинеты ни бары 14 кешенән тора. Микати төп постарҙы Сүриә яҡлы һәм Сүриәгә ҡаршы лагерҙар араһында бүлә. Сүриә яҡлы Мәхмүт Хаммуд һәм Жәүәт Хәлифә сит ил эштәре һәм һаулыҡ һаҡлау министрҙары булып ҡала, президент Ә. Лахудтың кейәүе Ильяс Мурр вице-премьер һәм оборона министры ителә. Эске эштәр министрлығына етәксе итеп генерал Хәсән Сабаа тәғәйенләнә. Үлтерелгән экс-премьер Рафиҡ Харири ғаиләһенең яҡыны булған судья Халит Ҡаббани юстиция министры булып китә.
Ливан оппозицияһы Франция һәм АҠШ ярҙамында илдән Сүриә ғәскәрҙәрен һәм разведка хеҙмәткәрҙәрен сығартыуға өлгәшә. 2005 йылдың 25 апрелендә Ливандан һуңғы сүриә һалдаты сығып китә. Сүриәнең Ливандағы һауа һөжүменә ҡаршы оборона объекттары һүтелә, артиллерия позициялары юҡ ителә.
Ливан армияһы командованиеһы элек Сүриәнең хәрби властары һәм Ливандың оборона министрлығы таратҡан ҡорал һаҡлау лицензияларын тартып ала. Был кампанияның инициаторы булып армия командующийы генерал Мишель Сөләймән сығыш яһай. Кампания тәү сиратта «Хезболла» төркөмөнә ҡаршы йүнәлтелә.
2005 йылдың 26 майында Бәйрүттә Рафиҡ Харириҙың үлтерелеүен тикшереү буйынса халыҡ-ара комиссия эшләй башлай. Уға Берлин генераль прокуратураһының өлкән дәүләт ғәйепләүсеһе Детлев Мелис етәкселек итә. 2009 йылдың 1 мартында Гаагала Рафиҡ Харириҙың үлтерелеү эшен халыҡ-ара трибунал ҡарай башлай. Уның ғәйепләү һығымтаһы Ливан властарына 2011 йылдың 18 авгусында тапшырыла. Унда «Хезболла» етәкселәре араһынан премьер-министрҙы үлтереүҙә ғәйепләнгән 5 ағзаны ҡулға алырға ҡушыла.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Статья «Ливан» из энциклопедии «Всемирная история» 2017 йыл 30 ноябрь архивланған.
- Кедровая Швейцария Ближнего Востока — Lenta.ru