Мөхәммәттең ғазауаттары
Мөхәммәттең ғазауаттары (ғәр. غزوات — ғазауат; рус. Военные походы Мухаммеда) — Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡатнашҡан ғазауаттар. Мөхәммәт пәйғәмбәр шәхси рәүештә ҡатнашмаған хәрби хәрәкәттәр «серийәт» тип атала. Пәйғәмбәр ҡатнашҡан алыштарҙың һәм яуҙарҙың дөйөм һаны 27-гә етә.
Ғазауат ҡылыу сәбәптәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәккәлә мосолмандарҙы эҙәрлекләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәккәлә мосолмандарҙы эҙәрлекләү 613 йылдан 622 йылға тиклем бара. Исламдың таралыуы Мәккәнең хакимлыҡ итеүсе юғары ҡатламына оҡшамай, сөнки улар Ғәрәп ҡәбиләләренең Ҡәғбәгә хаж ҡылыуынан килгән килемде юғалтыуҙан ҡурҡа. Мәжүсиҙәрҙең ризаһыҙлығы мосолмандарҙы эҙәрлекләүгә килтерә, шуға күрә уларҙың ҡайһы берҙәренә 615 йылда Эфиопияға күсергә тура килә. Күсеп китеүселәр араһында башлыса үҙ нәҫеленән ярҙам алмағандар була, ә Мөхәммәт Пәйғәмбәр үҙе үҙенең бабаһы Әбү Талиптың ҡурсалауынан файҙалана. Айырыуса Мәккә мәжүсиҙәренең ҡоллоғонда булған, Эфиопияға күсеп китергә мөмкинлеге булмаған һәм үҙен яҡлай алмаған мосолмандарға ауыр була. Ҡайһы бер ҡолдар, мәҫәлән, Биләл ибн Рабахты буласаҡ хаҡ хәлифә Әбү Бәкер һатып ала, ә башҡалар, Сүмәйә бинт Хәйәт һәм Йәсир ибн Әмир кеүектәр, шәһит үлеменә дусар булған. Әбү Талип үлгәндән һуң ҡорайыштар башлығы итеп Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең икенсе бер туған бабаһы, уны бик ныҡ күрә алмаған Әбү Ләһәб тәғәйенләнә. Ярҙамһыҙ ҡалған Мөхәммәт Пәйғәмбәр Әт-Таиф ҡалаһына күсергә уйлай, әммә ҡала халҡы уны ҡабул итмәй, Мәккәгә кире ҡайтырға тура килә.
Мәҙинәгә һижрәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мосолмандарҙың хәле көндән-көн насарая, Сәфәр айы аҙағында улар Мәҙинәгә күсергә (һижрәт) мәжбүр була. Мосолмандар төндә өйҙәрен һәм мөлкәтен ҡалдырып, юлға сыға. Ашығыс рәүештә йыйылған мөшриктәр советы Әбү Йәһел етәкселегендә һәр ҡәбиләнән бер егет һайлап, һәр береһенә ҡылыс бирергә ҡарар итә, бөтәһе бер юлы Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе һуйып, ҡон ҡайтарыуҙан ҡотолорға уйлайҙар. Ҡамауҙа ҡалған йорттан һиҙҙермәйсә сығып, Мөхәммәт Пәйғәмбәр Әбү Бәкер менән бергә йәшерен рәүештә Мәккәнән Мәҙинә йүнәлешендә сығып китә[1].
Мәҙинә осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мосолмандар Мәккәне ташлап Мәҙинәлә төпләнһә лә, мөшриктәр элеккесә Мәҙинә мосолмандарына яманлыҡ тыуҙырып тора, уларҙың үмрә ҡылыуына ҡамасаулайҙар һәм ике йөҙлө мөнафиҡтарҙы уларға ҡаршы ҡоторталар.
Карауандарға һөжүм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Каруандарға һөжүм — мосолмандарҙың ҡорайыштарҙың сауҙа каруандарына һөжүме. Ҡорайыштарҙың төп килем сығанағы сауҙа булған, һәм уларҙың иҡтисадын ҡаҡшатыу өсөн Мөхәммәт Пәйғәмбәргә сауҙа юлдарын киҫергә кәрәк булған. Мәккә каруандарына һөжүм итеү менән бәйле 11 осраҡ билдәле.
Хәмзә ибн Ғәбд әл-Мотталиб серийәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәмзә ибн Ғәбд әл-Мотталиб ғазауаты, Ҡыҙыл диңгеҙгә ғазауат(ғәр. سرية حمزة بن عبد المطلب — серийәт Хәмзәт бну Ғәбд әл-Мотталиб) мосолмандарҙың Мәккә мөшриктәренә ҡаршы Беренсе походы, ул һижрәттең 1-се йылында Рамаҙан айында үтә. Мөхәммәт Пәйғәмбәр үҙенең бабаһы Хәмзә ибн Ғәбд әл-Мотталибты утыҙ мөһәжирҙән торған отряд менән буйына Ҡыҙыл диңгеҙ буйындағы Әл-Ис тигән ергә ебәрә. Унда Сүриәнән ҡайтып килгән Әбү Йәһел етәкселегендәге өс йөҙ мәккәле каруанын осрата. Бәрелештән унда булған Мәжди әл-Жүһәни ҡотҡарып ҡала, ул мәккәләр менән дә, мәҙинәләр менән дә союздаш була, һәм ике яҡты ла ҡан ҡойоштан баш тартырға күндерә[2]. Отряд байрағы аҡ төҫтә була, ә уны Ҡәннәз әл-Ғәнәүи йөрөтә[3].
Рабиғҡа серийәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғөбәйт ибн Харис ғазауаты (ғәр. سرية عبيدة بن الحارث — серийәт Ғөбәйдәт бну әл-Харис) мосолмандарҙың Мәккә мөшриктәренә ҡаршы походы, ул һижри 1-се йылдың шәүүәл айында үтә . Мөхәммәт пәйғәмбәр походҡа Ғөбәйт ибн Харис етәкселегендә 60 (йәки 80) кешенән торған отряд ебәрә . Унда улар Әбү Суфыян ибн Хәрбтең 200 кешелек отряды менән осраша . Һуғыш урынына еңел бәрелеш һәм уҡтан киҫәтеүсе атыу ғына була. Уҡтан атыусы беренсе мосолман Сәғд ибн Әби Үәҡҡас була . Мосолмандар яғынан ярҙам килеүенән ҡурҡып, мәккәләр һуғышҡа инмәҫкә ҡарар итә һәм ике яҡ та үҙ юлы менән китә.
Харрарға һөжүм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәғд ибн Әби Үәҡҡас етәкселегендә 8 (йәки 20) кешенән торған отряд менән Харрарға ғазауат (ғәр. سرية سعد بن أبي وقاص — серийәт Сәғд ибн Әби Үәҡҡас) мосолмандарҙың Мәккә мөшриктәренә ҡаршы походы, ул Зөлҡәғиҙә айында (б.э. 623 йылдың майы) була . Каруан алдараҡ үткән була, шуға алышһыҙ ҡайталар.
Әбүәгә ғазауат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әбүәгә ғазауат (ғәр. غزوة الأبواء — ғазауат әл-әбүә) мосолмандарҙың мәжүсиҙәргә ҡаршы дүртенсе ғазауаты һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡатнашҡан беренсе ғазауат. Һижри йылдың 11-се айы башында, Сәфәр айында, Пәйғәмбәр тәүге тапҡыр ғазауатҡа сыға, Мәҙинәлә үҙ урынына ансар Сәғд ибн Ғөбәйдәне ҡалдыра. Сәфәр 15 көн дауам итә, унда мөшриктәр менән алыштар булмай, әммә Дәмрә ҡәбиләһе башлығы Ғәмр ибн Мәхши менән солох килешеүе төҙөлә. Тәүге тапҡыр ҡағыҙҙа теркәлеп, Мөхәммәт Пәйғәмбәр Дәмрә ҡәбиләһенә ҡаршы һуғышырға тейеш түгел, ә улар, үҙ сиратында, мосолмандарға ҡаршы һуғышырға, көстәрен туплап, уларҙың дошмандарына ярҙам итергә тейеш түгел тип килешелә[4].
Бууатҡа ғазауат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бууатҡа ғазауат[5] (ғәр. غزوة بواطء — ғәзәүәт бууат) Әбүәнән һуң бер ай үткәс, Һижрәттең икенсе йылы Рабиғел әүүәл айындағы ғазауат (Ҡурәйш сүрәһе). Мөхәммәт Пәйғәмбәр Бууат тауына еткәс, бер ниндәй ҡаршылыҡ күрмәйенсә Мәҙинәгә ҡайта[6].
Әл-Ғөшәйрәгә ғазауат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әл-Ғөшәйрәгә ғазауат, Зөл-Ғөшәйрә ғазауаты (ғәр. غزوة العشيرة — ғәзәүәт әл-ғөшәйрә) — һижрәттең икенсе йылының Йомадиәл ахыр айы уртаһында (623 йылдың ноябрь — декабрь айҙары) үтә. Мәккәләрҙең каруаны Сүриәгә юлланыуы тураһында ишеткәс, Мөхәммәт Пәйғәмбәр уға һөжүм итеү өсөн 150—200 кешенән торған ғәскәр йыя. Мөхәммәт Пәйғәмбәр үҙенең сәхәбәләре менән әл-Ғөшәйрә еренә килеп еткәс, Әбү Суфыян етәкселегендәге каруандың үтеп китеүе асыҡлана. Был операцияла Мөхәммәт Бәнү Мәдлиж менән союзға инә һәм Бәнү Дәмрә ҡәбиләләһе менән килешеүҙе яңырта[7].
Нәхел серийәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нәхел ғазауаты — мәккә каруанына етенсе рейд һәм мәккәләргә ҡаршы беренсе уңышлы алыш. 623 йылдың декабрендә Мөхәммәт Пәйғәмбәр үҙенең ике туған ағаһы Абдуллаһ ибн Йәхеште Нәхелгә алты дөйәле 12 кешенән торған отряд менән ебәрә[8] [9] [10] [8][11]. Уҡҡаш ибн Михсән, ҡорайыштар уны үмрә ҡыла тип уйлаһын өсөн, сәсен ҡыра. Ҡорайыштар аш-һыу әҙерләү менән мәшғүл булған саҡта, мосолмандар һөжүм итә һәм тиҙ генә барған алышта ҡорайыштар башлығы Вәҡид ибн Абдуллаһты атып үлтерәләр. Мосолмандар Усман ибн Абдуллаһты һәм әл-Хәҡәм ибн Ҡайсанды әсирлеккә ала. Абдуллаһ ибн Йәхеш Мәҙинәгә табыш һәм ике әсир ҡорайышменән ҡайта, табыштың биштән бер өлөшөн Мөхәммәт Пәйғәмбәргә бирергә ниәтләй.
Абдуллаһ ибн Йәхеш ғәскәренең ғәрәптәр өсөн изге айҙа һәм уның рөхсәтенән тыш каруанға һөжүм итеүен белгәс, Мөхәммәт Пәйғәмбәр ярһып китә. Ҡорайыштар, үҙ сиратында, мосолмандарҙы йолаларҙы боҙоуҙа ғәйепләү мөмкинлегенән файҙалана. Мөхәммәт Пәйғәмбәр әл-Баҡара сүрәһенең 217 аяты иңдерелгәнгә тиклем ни эшләргә белмәй[8]. Һөжүм изге айҙа башҡарылғанлыҡтан, Мөхәммәт табыштан үҙ өлөшөн алыуҙан баш тарта, әсирҙәрҙе азат итә һәм үлтерелгән кешенең туғандарына компенсация түләй. Азат ителгәндән һуң күп тә үтмәй әл-Хәҡәм ибн Ҡайсан ислам динен ҡабул Итә[12][13][14].
Башҡа каруан серийәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғазауаттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сафауанға ғазауат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөхәммәттең ғазауаттары | |
| |
Мөхәммәттең ғазауаттары Викимилектә | |
Сафауанға барыу йәки, «Бәҙергә беренсе поход» һижрәттән һуң бер йыл үткәс (623 йылдың сентябре) үтә, уның маҡсаты — дөйә һәм һыйыр урлаған Ҡурз ибн Жәбир әл-Фихриҙы тотоу була. Мөхәммәт пәйғәмбәр, үҙе урынынаЗәйет бин Хариҫаны ҡалдырып, 70 кешенән торған отряд менән эҙәрлекләүгә ташлана, әммә Ҡурз ҡасып китә. Сафауанға барып еткәс[15] Мөхәммәт Пәйғәмбәр Мәҙинәгә ҡайта. Һуңыраҡ Ҡурз ибн Жәбир ислам динен ҡабул итә һәм иң диндар һәм изгелекле мосолмандарҙың береһе була.
Йыһаттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мосолмандар менән ҡорайыштар араһындағы Беренсе ҙур алыш, Һижрәттең икенсе йылында Рамаҙан айының ун етенсе көнөнөң йома иртәһендә (624 йылдың 17 мартында) Хижәздә (Ғәрәбстан ярымутрауының көнбайышы) була. Мосолмандарҙың ҙур хәрби еңеүе һәм ҡорайыштарға ҡаршы көрәштә боролош пункты. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был алыштың ҙур әһәмиәтенә ҡарамаҫтан, 1000 — гә яҡын кеше араһында (Густав Лебон 2000 һанын күрһәтә[16]) мәккәләрҙең һәләк булыусылар һаны 70 кеше тәшкил итә (Ибн Исхаҡ әйтеүенсә, уларға һанап кителгән ҡорайыштарҙың дөйөм һаны 50 кеше була), ә 300-ҙән ашыу мосолмандың 14-е, шулай итеп, алышта ҡатнашҡандарҙың ни бары 6,4 проценты һәләк була. Мөхәммәт с.ғ.с. Бәнү Хәшим кешеләренең һәм башҡа кемдәрҙеңдер мосолмандарға ҡаршы һуғышырға теләмәй, үҙ ихтыярына ҡаршы килтерелеүен белгәс, уларҙы үлтереүҙе тыйған. Ошо уҡ сәбәп менән ул үҙенең бабаһын үлтереүҙе тыйған. Үлтереү тыйылғандар араһында Әбү әл-Бәхтәриә лә була, ул Мәккә осоронда Мөхәммәткә һәм мосолмандарға һөжүм итеүҙән тыйылған була. Әммә ул ансарҙарсоюздашы менән алышҡа ныҡыша һәм үлтерелә.
627 йылдың 31 мартында ур янындағы алыш була. Бәнү ән-Нәҙир, ҡорайыштар һәм Ғатафан ҡәбиләһенең Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙе һәм уның көрәштәштәрен еңергә маташып, Мәҙинәгә һөжүм итеүе.Ғатафан һәм Сөләймән ҡәбиләләрен дә үҙ эсенә алған өс армияла мәжүсиҙәрҙең дөйөм һаны 10 000 кеше тәшкил итә. Мосолмандар һаны 3000 була. Мосолмандар Мәҙинә тирәләй ур ҡаҙып сыға, был Ғәрәбстан ярымутрауында тәүге тапҡыр ҡулланыла. Уны алты көн буйына ҡаҙалар. Һуғыш мәжүсиҙәр коалицияһының тарҡалыуы менән тамамлана. Уҡ яуҙырыу һәм һыбайлыларҙың ур аша сығырға ынтылышы булһа ла, ҡан ҡойошҡа барып етмәй.
Башҡа һуғыштар һәм ғазауаттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бәнү Ҡурайза ғазауаты
- Хәйбәр һуғышы
- Мута янындағы алыш
- Мәккәне яулау
- Табук янындағы алыш
- Өхүд янындағы алыш
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Переселение в Медину
- ↑ Ибн Хишам. Жизнеописание пророка. Ч.2(недоступная ссылка)
- ↑ Сафи ар-Рахман аль-Мубаракфури. «Мухаммад, да благословит его Аллах и приветствует»(недоступная ссылка)
- ↑ Некоторые военные операции . Дата обращения: 13 ғинуар 2012. Архивировано 6 октябрь 2012 года.
- ↑ Буват — гора, находящаяся в 36 милях от Медины, одна из гор Джухайна.
- ↑ Второй Год Хиджры. Некоторые битвы и поход в Батн Нахля . Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 16 апрель 2013 года.
- ↑ Второй Год Хиджры. Некоторые битвы и поход в Батн Нахля
- ↑ 8,0 8,1 8,2 Mubarakpuri, The Sealed Nectar (Free Version), p. 128
- ↑ Haykal, Husayn (1976), «The Life of Muhammad», Islamic Book Trust, с. 218, ISBN 978-983-9154-17-7, <https://books.google.co.uk/books?id=fOyO-TSo5nEC&pg=PA218&dq=raid+on+quraysh+caravan#v=snippet&q=first%20raids&f=false> 2014 йыл 10 октябрь архивланған.
- ↑ «Nakhla Raid», 2008, <http://mercytomankind.net/TheLifeOfMohamedDir/AbdullahIbnJahshRaid.html> 2013 йыл 30 май архивланған.
- ↑ «Nakhla Raid Quran Verse», 2008, <http://mercytomankind.net/TheLifeOfMohamedDir/AbdullahIbnJahshRaid.html> 2013 йыл 30 май архивланған.
- ↑ Witness Pioneer «Pre-Badr Missions and Invasions» . Дата обращения: 12 август 2011. Архивировано из оригинала 27 сентябрь 2011 года.
- ↑ Muḥammad Ibn ʻAbd al-Wahhāb, Mukhtaṣar zād al-maʻād, p. 346.
- ↑ Tafsir ibn Kathir, on 2:217 {{{2}}}., free online text version
- ↑ Сафаван — название долины в районе Бадра.
- ↑ Лебон Г. Цивилизация арабов. гл. Мохаммед после Хежира
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Газават // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.