Түбәнге Сәрҙек
Ауыл | |
Нижний Сардык башҡ. Түбәнге Сәрҙек | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты |
[[Башҡортостан]] |
Муниципаль район | |
Ауыл Советы | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Элекке исеме |
Бигән, Сәрҙек‑Бигән |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452767 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Түбәнге Сәрҙек (рус. Нижний Сардык) — Башҡортостан Республикаһының Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 231 кеше[2]. Татар-Олҡан ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452767, ОКАТО коды — 80251865007.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Түбәнге Сәрҙек (Бигән) ауылы 1676 йылдың 7 октябрендә типтәрҙәргә бирелгән батша грамотаһы нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Яһаҡлы татарҙарҙың ер биләүенең нигеҙе булып уларға Ҡыр-Йылан башҡорттары 1753 йылдың 4 октябрендә биргән килешеү хаты хеҙмәт итә. Сәрҙекте икенсе төрлө Бигән тип атағандар. Тәүге исеме гидронимдан, ул алдағы. Икенсеһе — антропонимдан, сығышы буйынса һуңыраҡ. Бигәндең улдарын XVIII быуаттың һуңғы ревизияһы яҙып алған. Уларҙың өлкәндәре — Бигәнов Бигәш, ул 1713—1784 йылдарҙа йәшәгән. Уның улдары Баҡый, Назар, Сабир, Мәхмүт, Мәҡсүт, Биксәнтай. Икенсеһе — Собханғол Бигәнов, 1732 йылда ауылдың бер өлөшө Бигән тип аталған, бер осор уларҙың халҡы хатта айырым һаналған. Мәҫәлән, 1816 йылда Түбәнге Сәрҙек ауылында 20-гә тиклем, Бигәндә — 284 типтәр йәшәгән. Артабанғы ревизияларҙа һәм иҫәп алыуҙарҙа уларҙың халҡы бергә теркәлгән. 1783 йылда 158 типтәр, 1795 йылда 217 типтәр һәм 160 башҡорт, 1816 йылда 37 ихатала 304 типтәр, 1834 йылда 70 ихатала 481 типтәр, 1858 йылда 93 ихатала 506 типтәр, 1870 йылда 582 типтәр, 1895 йылда 943 типтәр, 1917 йылда 217 ихатала 1244 типтәр һәм 1 ихатала 8урыҫ, 1920 йылда 281 ихатала 1298 башҡорт йәшәй тип күрһәтелгән. Ике осраҡта (1795 һәм 1920 йылдарҙа) типтәрҙәр хаталы рәүештә башҡорттар тип атала, әммә башҡа ревизиялар материалдары буйынса улар бөтөнләй иҫәпкә алынмай[3]. Халыҡ игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Мәсет булған. 1906 йылда 2 һыу тирмәне, 2 бакалея кибете иҫәпкә алынған.
Хәҙерге осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылда башланғыс мәктәп (Татар-Олҡан урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар[4].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 1298 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 570 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 297 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 200 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 192 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 209 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса күпселек милләттәр башҡорттар (65 %), татарҙар (31 %)[5].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алыҫлығы:[6]
- Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 21 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Татар-Олкан): 9 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡандра): 20 км.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урам исеме[7]:
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вәлиев Камил Мөхәммәтшәкир улы рус. Валиев Камиль Шакирович (Мухаметшакирович) (1942 йылдың 20 сентябре, БАССР, Туймазы районы, Түбәнге Сәрҙек ауылы) — драма актеры, режиссер, Татарстан АССР-ының халык (1979), РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1984) артисы. Әлмет татар дәүләт драма театры артисы (1964 йылдан). Рафаил Төхвәтуллин премияһы лауреаты (2002). «Тантана» премияһы лауреаты (2016).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
- Совет муниципальных образований Республики Башкортостан
- Нижний Сардык на портале «Генеалогия и Архивы»
- Түбәнге Сәрҙек // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 263. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 263. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Түбәнге Сәрҙек // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Түбәнге Сәрҙек ауылы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |