Һайланған мәҡәлә
|
Рун — боронғо германдарҙың яҙмаһы. I—II быуаттарҙан алып XII быуаттар араһында — хәҙерге Дания, Швеция һәм Норвегияла, X—XIII быуаттарҙа — Исландия һәм Гренландияла, ә швед провинцияһы Даларнала XIX быуат башынаса ҡулланылған. Рундар (символдар) ташта, металда, ағаста, һөйәктә ырып, уйып яҙылған, уның үҙенсәлекле ҡырлы формаһы ырып яҙыуға көйләнгән.
Европа илдәрендә христиан дине ҡабул ителгәс, латин яҙмаһы рун яҙмаһын ҡыҫырыҡлап сығарған. «Рун» термины боронғо герман телендәге run («сер») тамырына бәйләп аңлатыла. Донъяла рун хәрефтәренән торған бөтәһе 5 000-ләп яҙыу табылған, шуларҙың иң ҙур өлөшө — Швецияла. Бынан тыш, Урта быуаттарҙағы Европала рун календарҙары булған.
Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, мөйөшләп яҙылған алфавитын да рун тип йөрөтәләр.
↪ дауамы…:
Исемлек (120) | Үҙгәртеү
|
Яҡшы мәҡәлә
|
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль 1873 йыл — 1959 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919). Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).
Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Ейәнсура ауылында тыуған. Әсәһе Йәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһы Сәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар. Ҡартатаһы — Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менән үҫәргән ырыуы башҡорттарынан.
Башта ауылдарындағы мәсет янындағы мәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙа Ҡазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенә, Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас динен алмаштырырға мәжбүр була, һәм христиан динен алып Мстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра, уларҙың өс ҡыҙы тыуа.
1902 йылда Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй.
1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылда Варшава ҡалаһына эшкә күсерелә. 1914—1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй.
Юныс Бикбов саҡырыуы буйынса Ырымбурға килә. 1918 йылдың авгусынан алып Башҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәм башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәм Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
|
|
|
19 декабрь юбилярҙары
|
- Болотов Николай Андреевич (1899—22.08.1964), хор дирижёры, педагог. 1930—1940 йылдарҙа һәм 1955 йылдан — Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, 1940—1955 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш хормейстеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1945). Сығышы менән хәҙерге Һамар өлкәһенең Сергеев районы Үрге Орлянка ауылынан.
- Халамушкин Николай Степанович (1914—28.01.1997), партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1962—1964 йылдарҙа КПСС-тың Мәсетле район комитетының беренсе секретары, Балаҡатай колхоз-совхоз производство идаралығының партком секретары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының IV—VI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин (1957), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) һәм II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Софиевка ауылынан.
- Безносов Николай Никитьевич (1924—7.11.2001), спортсы, тренер. 1962 йылдан Өфөнөң трамплиндан саңғыла һикереү һәм саңғы икебәйгеһе буйынса балалар-үҫмерҙәр олимпия резервы спорт мәктәбе тренеры, 1970—1980 йылдарҙа Башҡортостан йыйылма командаһының өлкән тренеры. Велосипед спорты буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1961), саңғы икебәйгеһе буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1952). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976). Сығышы менән хәҙерге Удмурт Республикаһының Гальянский Починок ауылынан.
- Черных Николай Андреевич (1924—30.10.1982), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкы пулемётсыһы. Гвардия кесе лейтенанты (1945). Советтар Союзы Геройы (1943).
- Ҡасимов Салауат Фитрат улы (1934—21.11.2018), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1995). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2009), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Зәки Вәлиди исемендәге премияһы (2004) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986) һәм Салауат Юлаев (2014) ордендары кавалеры.
- Тяптин Виталий Михайлович (1939—2.09.1994), алдынғы төҙөүсе. 1964 йылдан «Башуралэнергострой» тресының комплекслы бригада бригадиры. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры (1986).
|
|