Эстәлеккә күсергә

Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡылары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡылары — Республика биләмәһендәге тарихи һәм иҫтәлекле урындар. Бындайҙар иҫәбенә мәмерйәләр, файҙалы ҡаҙылмалар сығанағы, геологик асыҡ урындар, шарлауыҡтар, ҡаялар, оҙаҡ йәшәгән ағастар, һирәк осрай торған борондан һаҡланған ағаслыҡтар, урмандар, күлдәр, шишмәләр, йырындар һәм башҡалар инә. Улар һәр районда тиерлек бар.

Ләмәҙ йылғаһының уң ярында Атыш шарлауығы бар. Уның бейеклеге 4 метрҙан ашыу, киңлеге 6 метрға етә. Ә тәрәнлеге 10 метрҙан ашыу. Бындай шарлауыҡ — Башҡортостанда бик һирәк осрай торған тәбиғи һәйкәл. Кавказда осраған шарлауыҡтарҙан үҙенең текә бағана яһауы менән айырылып тора.

Кесе Аҫҡын йылғаһында Архангелдән көньяҡтараҡ Аҫҡын мәмерйәһе бар. Мәмерйәлә һәр саҡ һыуыҡ. Унда боҙ сталагмиттар бар. Мәмерйәнең «Ҙур зал» тип аталған бүлмәһендә 17 боҙ сталагмит үҫкән. Ҡайһы берҙәренең диаметры 2,8 метрға, бейеклеге — 8—11 метр. Залдың оҙонлоғо 104 метр, иңе — 62 метр.

  • Ауырғазы йылғаһының яр буйында Ҡорманай мәмерйәһе бар. Был тәбиғи һәйкәлде Ҡорманай мәмерйәләре тип йөрөтәләр. Был мәмерйәләр академик экспедициялар өсөн бынан 250 йыл элек үк билдәле булған. Ошоғаса фән өсөн әһәмиәтен юғалтмаған һәм һаман да тикшерелә. Мәмерйәләге күлдең һыуын ауыл халҡы сәй өсөн кереп ала.
  • Тағы ла Бишҡайын мәмерйәһе бар. Ҡояш бик ныҡ ҡыҙҙырған ерҙә урынлашҡан, тәрәнлеге биш кенә метр. Ә һәр саҡ боҙ һалҡынлығын һаҡлай. Шуның өсөн серле мәмерйә тәбиғәт һәйкәле исемлегенә керә.
  • Өсҡатлы соҡоро. Был тәбиғәт ҡомартҡыһы геологтар өсөн бик әһәмиәтле. Уның төбөндә табылған һоро күмерҙә боронғо үҫемлек эҙҙәре табылған. Һоро күмерҙең сәнәғәт яғынан әһәмиәте бик аҙ. Ә ер тарихын яҡшы һаҡлаған.

Ғәҙелша шарлауығы. Ирәндек тауы битендә урынлашҡан. Һикәлтәле шарлауыҡ. Иң бейеге 12 метр. Ҡалған икеһенең бейеклектәре 7-шәр метр.

Ирәндек тауы.

Талҡаҫ күле.

Һаҡмар һыуһаҡлағысы

  • Баҡалы ауылынан 5-6 саҡрым алыҫлыҡта биш гектар майҙанды биләгән ҡарағайлыҡ бар. Уны 1812 йылда ултыртҡандар. Был ҡарағайҙарҙың буйы 30 метрҙан ашыу. Унан башҡа йәшерәк ҡарағайлыҡтар байтаҡ. Ҡарағайлыҡта шифалы үҫемлектәр бик күп. Ҡайһы бер урындарында ҡырҡлап төр үҫемлек осратырға мөмкин.
  • Жуковка ауылы эргәһендә 420 йәшлек ҡарағай бар. Йыуанлығы 4 метрҙан ашыу, буйы 30 метрҙан бейегерәк. Ауыл халҡы һөйләүенә ҡарағанда, уның оҙонлоғо әлегегә ҡарағанда ике тапҡырға оҙонораҡ булған. Йәшен атҡан вағытта һынған.
  • Шулай уҡ район биләмәһендә 1899 йылда ултыртылған ҡарағайлыҡ бар. Һәр төрлө үҫемлектәр үҫә.

Ямантау — Көньяҡ Уралдың иң бейек түбәһе. Абсолют бейеклеге — 1640 метр. Ямантауҙың итәктәрендә үҙенсәлекле үҫемлектәр бар. Уларҙы Башҡортостанда үҫкән һәр төрлө ағас, үләндәрҙең иң әрһеҙҙәре тип атарға мөмкин. Сөнки Ямантауҙа бик көслө дауылдар була. Ҡайһы саҡ тотош урмандарҙы аҡтарып ташлай. 1962 йылдағы көслө дауыл тау итәгендә үҫкән уҫаҡ урманының 80 процентын юҡ иткән. Тау башында һәр саҡ ел булғанлыҡтан, бөжәктәр юҡ кимәлендә. Уларҙы елһеҙ ваҡытта ғына осратырға мөмкин. Тауға күтәрелә барған һайын ағастар ҙа, ҡоштар ҙа, бөжәктәр ҙә, үҫемлектәр ҙә төрлөләнә бара.

  • Ҡыҙылъяр мәмерйәһе — Оло Инйәрҙең уң яғында урынлашҡан. Мәмерйәнең эсендә тәрәнлеге 13 метр булған ҡоҙоҡ бар. Күлдәр бик күп. Мәмерйәнең оҙонлоғо 100 метрға етә һәм күл менән тамамланып ҡуя.

Арский ташы. Был ҡая янында туристик база бар. Белорет ҡалаһынан 20 саҡрым алыҫлыҡта. Ерҙең боронғо тарихы, үткән быуаттарҙағы йөҙө менән ҡыҙыҡһынғандар өсөн дә, геологтар өсөн дә бында йәнең теләгән асыштар алырға була.

  • Себер кедрҙары урманы — Белорет ҡалаһынан алты км алыҫлыҡта. Ул 1906 йылда ултыртылған. Ике гектар майҙанды биләй. Йыл һайын сәтләүек бирә.
  • Асы минераль сығанаҡтары. Сығанаҡтарҙа төрлө минераль ҡатнашмалар бар. Быуыны һыҙлаған, хәрәкәтһеҙ ҡалған, нерв ауырыуҙарынан дауаланырға кешеләр килә.

Асы ауылынан йыраҡ түгел, Юрмаш йылғаһының уң як ярында ятҡан ҡыҙғылт төҫтәге ҙур таш өйөмдәрен Йәшен ташы тип атайҙар. Элек-электән тирә-яҡтағы башҡорттар араһында, әгәр ҙә шул таштарға һуҡһаң йәки яңылыш тейһәң — йәшен йәшнәй, тигән ырым йәшәп килә. Бөгөнгө көндә бик күп туристарҙы йәлеп итә.

  • Кожай -Мaксимовка ауылы эргәһендә боронғо ҡарағай урманы һаҡлана. Бында ике йөҙҙән ашыу боронғо ҡарағай үҫә. Уларға хәҙер 190—195 йыл. Бейеклектәре 25—30 метр тирәһе. Ҡарағайлыҡ бик матур.
  • Ҡаланан дүрт саҡрым алыҫлыҡта Ағиҙел йылғаһы ярҙарында шифалы шишмәләр атылып сыға. Был шишмәләр бәләкәй генә йылғаға әйләнеп, Ағиҙелгә ҡоя һәм Бөрө минераль сығанаҡтары исемен алған.
  • Шулай уҡ ҡаланан өс саҡрым алыҫлыҡта Ағиҙелдең һул яҡ ярында Шәмсетдин тигән күл бар. Ул йылғаның боронғо ағышынан һаҡланып ҡалған, уның һул яҡ яры туғайындағы иҫке үҙән. Күлдең тирә-яғы бик матур. Балыҡлы, Шәмсетдин күле ярында Бөрө ял йорто урынлашҡан.
  • Бөрө ял йорто янындағы ҡарағай урмандары ла тәбиғәт ҡомартҡылары иҫәбенә керә. Улар ҙа бик боронғо. 100—200 йыл йәшәгән ҡарағайҙар бар.
  • 1915 йылда урмансы С. Я. Саломатин 1,62 га ергә имән үҫентеләре ултырттыра. Бөгөнгө көндә был имәнлек ғәжәп ҡиммәтле урманға әйләнгән. 1965 йылдан айырым һаҡлауға алына.
  • Уржум ауылы янында ике минераль сығанаҡ бар. Улар ҡыш көнө лә туңмай.

Благовещен районы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Был районда 1892 йылда ултыртыла башлаған ҡарағайлыҡ бар.
  • Шүлгәнташ мәмерйәһе.
  • Был районда Ҡайынлыҡ ауылы эргәһендә боронғо ҡарағайлыҡ һаҡланған. Унда 120 йәшлек мөһәбәт ҡарағайҙар үҫә.
  • Район ғорурлығы булып Тоҙйылға минераль сығанаҡтары тора. Унда 250-гә яҡын шифалы сығанаҡ иҫәпләнә. Эргәһендә Красноусольский шифаханалары төҙөлгән һәм уңышлы эшләйҙәр.
  • Аҡкүл. 1000 гектар майҙан биләй. Оҙонлоғо −5, арҡырыһы 1.5—2 км тирәһе. Күлдә сазан селбәрәләре үрсетелә. Күл тирәһендә ҡиммәтле тиреле йәнлектәр күп.
  • Еҙем урман хужалығына ҡараған Еҙем йылғаһының ярында урынлашҡан Толпар ауылы ҡасабаһында 230 га ултыртылған аҡ шыршы урманы үҫә. Был урман Көньяҡ Уралдың көньяҡ сигендә урынлашҡан бешмәк-аҡ шыршы үҫентеләре.
  • Башҡортостандың ҡиммәтле тәбиғәт ҡомартҡылары иҫәбендә 1,5 га биләгән Ҡотлоғужа ауылы тирәһендәге майҙан - аҡбур.
  • Алға сульфат-кальций минераль сығанағы.
  • Асылыкүл. оҙонлоғо — 8 км, иңе 5 км, тәрәнлеге 5—6 метрҙан артмай. Башҡортостандағы иң ҙур күл.
  • Йүрүҙән йылғаһы буйындағы Сабаҡай ҡаяһы. Мөһабәт ҡая, серле мәмерйәләр. Ул ҡаянан Йүрүҙән иҫ киткес матур күренә.
  • Районда матурлығы менән дан алған Венеция тигән ауыл бар.
  • Шайтантау. Был тау Ейәнсура, Хәйбулла, Йылайыр райондары буйлап һуҙылған. Бына ошо тау янында урмаг һәм дала тоташҡан.

Төп мәҡәлә

  • Ҡыҙҙарбиргән ауылы янында ҡарт ҡарағайҙар урманы. Уларҙың ҡай берҙәренә 700 йыл.
  • Эҫем йылғаһы буйында Кузнецовка ауылынан 1,5 км көнбайыштараҡ Ҡыуышты мәмерйәһе бар. Был мәмерйә аша Ҡыуышты йылғаһы аға. Мәмерйәнең оҙонлоғо 600 метрға яҡын, 4 залдан тора, бейеклеге 12 метрға еткән урындары бар.
  • Ағиҙелдең уң яҡ ярындағы Охлебинин мәмерйәһенең киң залында ер аҫты һыуҙарының ағышын күҙәтеп була. Шул яғы менән ул айырыуса әһәмиәтле. Охлебинин мәмерйәһе эргәһендә боронғо ҡала ҡалдыҡтары бар.
  • Охлебинин ауылынан 4 км түбәндә, Ағиҙел йылғаһының уң ярында Ҙур ҡалпаҡ тигән үҙенсәлекле ҡая ҡалҡҡан. Ағиҙел йылғаһы өҫтөндә һерәйеп торған был ҡая битендә бер нәмә лә үҫмәй. Ә ҡая итәгендәге үҫемлек донъяһы бик бай.
  • Ҡалтыман һаҙлығы данлыҡлы. Һаҙлыҡта төрлө ҡоштар оялаған. Һаҙҙы ҡаплап алған үҫемлек донъяһы ла иғтибарға лайыҡлы, һаҙлыҡта мүк еләге (клюква) күп.
  • Иглин урман хужалығында 1904—1911 йылдарҙа уҡ ҡарағай урманына нигеҙ һалынған. Хәҙер ул һәр өрлө үҫемлектәргә бай булған тәбиғи урманға әйләнгән.
  • Оло Теләктә республика балалар санаторийы эшләй.
  • Илеш районында дан ҡаҙанған ҡарағай урманы бар. Был — тәбиғи урман. Ул Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярын биләй. Урман эсендә һәр төрлө үҫемлектәр, үләндәр үҫә.
  • Чуй-атас ауылы эргәһендә бынан 5 — 6 миллион йыл элекке осорға ҡараған балыҡ эҙе тороп ҡалған балсыҡ сланецтар һаҡланған. Был балыҡ һөлдәләре хәҙерге ваҡытта Каспий диңгеҙендә йөҙгән балыҡтарҙы хәтерләтә.
  • Таш шишмә ауылында Муса Гәрәйевтең Йорт-музейы, Үрге Йәркәй ауылында Тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшләй.
  • Хажы мәмерйәһе Шиҙе йылғаһы ярында. Ғалимдар күптән инде уға иғтибар иткән һәм тикшеренеү алып барған. Мәмерйә ҙур түгел, оҙонлоғо 120 метрҙан артмай. Унда сталактиттар, сталагмиттар һаҡланған. Тик улар ныҡ ыҫланған. Оҙаҡ ваҡыттар буйы бында кеше йәшәгәнлеге һиҙелеп тора.

Ҡырмыҫҡалы районы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Гипс ҡатламынан барлыҡҡа килгән мәмерйәләрҙең береһе — Ҡарлыман мәмерйәһе. Ҡарлыман йылғаһы бассейнында, Иҫке Ҡарлыман ауылынан 4 км көньяҡҡа табан урынлашҡан. Ул — сағыштырмаса йәш мәмерйә. Ҡарлыман мәмерйәһе эргәһендә һирәк осрай торған үҫемлектәр үҫә.
  • Иҫке Ҡыйышҡы ауылының тирә-яғында бик матур күлдәр бар. Шуларҙың араһынан Ҡыйышҡы күле бик үҙенсәлекле, сөнки ул Ағиҙелдең боронғо ағышында барлыҡҡа килгән һәм йылға үҙәне рәүешен һаҡлаған. Шуның өсөн дә бөйөк урыҫ яҙыусыһы Сергей Тимофеевич Аксаков был күл хаҡында яҙғанда, уның төҙөлөшөнә ныҡ иғтибар итә. Яҙыусы шулай уҡ күл буйында үҫкән имәндәргә лә туҡталып китә. Имәндәрҙең мөһабәтлеге һәм оҙаҡ йәшәгәнлеген билдәләп үтә ул. «Башҡорттар ошо ерҙең хужалары, ти атайым, йөҙ йыл һайын имәнгә тамға һала барғандар. Атайым миңә был тамғаларҙы күрһәтте… Атайым, ун ике тамғалы имән күргәнем булды, тине, тимәк, ул имәнгә 1200 йәш булған…» — тип яҙа Аксаков.

Ә хәҙер күл буйында имәндәр юҡ. Бер нисә тирәк кенә ултыра. Күл әле лә балыҡлы, тик улары ла бик әҙ ҡалған инде.

Краснокама районы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостандың иң төньяғында урынлашҡан Краснокама районында ҡарағай урмандары яҡшы һаҡланған. Краснокамск урман хужалығы ҡарағайлыҡты һаҡлау сараһын күрә. Шыршылыҡтар ҙа, йүкәлектәр ҙә һаҡлана. Сөнки был урмандарҙа һирәк осрай торған шифалы үҫемлектәр бар.
  • Райондың төрлө урындарында бер нисә санаторий-профилакторий эшләй.
  • Ҡаҙлайыр йылғаһының һул яҡ ярында Яҡут ауылынан ике километр үрҙәрәк Яҡут тоҙло сығанағы бар. Сығанаҡтың тирә-яғында шифалы ҡойо барлыҡҡа килгән. Халыҡ сығанаҡтың тоҙло һыуы һәм ҡойо менән дауалана. Ревматизмдан һ. б. сирҙәрҙән килешә.
  • Ермолаевкалағы парк
  • Наҡаҫбаш зоология заказнигы дәүләт һағында иҫәпләнә
  • Туғай Кинйәһе ауылы эргәһендә Кинйә мәмерйәҙе бар
  • Туғай Кинйәһе ауылында мемориал комплекс төҙөлгән
  • Икесе Кинйәбыҙҙа Кинйә Арыҫланов музейы төҙөлдө
  • Үҙенең төҙөлөшө, геологик яҡтан өйрәнеү өсөн ҡыҙыҡлы булыуы һәм башҡа үҙенсәлектәре менән был районда Ҡотоҡ соҡорлоғо иғтбарға лайыҡ. Уны ғалимдар тәбиғи музей-лабораторий тип атайҙар. Унда ер аҫтына инеп юғалған Ҡотоҡ-сумған йылғаһы ла, Күк күл дә, Ҡотоҡсумған мәмерйәһе лә бар. Ә мәмерйәнең эсендә — Үрҙә аҫылмалы күл, боҙ бағаналар.
  • Нөгөш йылғаһының уң яҡ ярындағы Ҡусҡар тип аталған заказнигында һирәк осрай торған йәнлектәр йәшәй. Э шифалы үҫемлектәрҙең иһә республикала билдәле булған һәр төрлөһөн табырға була, тиһәк тә яңылыш булмаҫ.
  • Тағы ла Күперле йылғаһы аша «һалынған» тәбиғи күпер бар. Күперҙең иңе — 4, оҙонлоғо — 35, ә бейеклеге — 20 метр.
  • Күперле шарлауығы ла һоҡланғыс матур. Нөгөш йылғаһы ҡойған Тор йылғаһы үҙәнендә, Верхотор ауылынан 4 километр түбәндә Ромадановка тип аталған йырын (соҡор) бар. Ул да тәбиғи һәйкәл итеп һаҡлана, сөнки унда боронғо ағастарҙың эҙҙәре ҡатып ҡалған таштар, ҡомташтар табыла. Нөгөш һыуһаҡлағысы киң билдәле.
  • Воскресенскиҙа М. В. Нестеров исемендәге художестволы музейҙың филиалы эшләй.
  • Смаҡ ауылында Динис Бүләковҡа музей асылды.
  • Был райондың Нимесләр ауылы эргәһендә, Ағиҙел йылғаһының боронғо үҙәнендә Упҡын күле хасил булған. Күл үҙенсәлекле: фәҡәт уның ярында ғына ике төрлө һыу сәтләүеге үҫә. Урал һыу сәтләүеге тип аталғаны — ошо ер өсөн генә хас үҫемлек. Ул — бик ҡиммәтле аҙыҡ. Күлдең яры төрлө шифалы үҫемлектәргә бай.
  • Район үҙәге Красная горканан 30 километр алыҫлыҡта Саруа тип йөрөтөлгән ҡасаба бар. Уға яҡын ошо уҡ исемдә күл-шишмә урынлашҡан. Был күл-шишмәнән Саруа йылғаһы башлана. Күл-шишмә ғәжәп матур, әйләнә-тирәһе төрлө үҫемлеккә бай. Йылға бер нисә тапҡыр ер аҫтына сумып сыға.
  • Ҡыҙыл шишмә — донъяла карст сығанаҡтарының иң ҙуры. Ул — үҙенең барлыҡҡа килеүе менән дә һирәк осрай торған күренеш, һыуҙың температураһы һәр саҡ 4 — 5 градус йылылыҡта. Тик яҙ көнө ҡар һыуҙары ҡушылған саҡта ғына бер аҙ һыуына. Ҡыш көнө яр буйҙарында боҙ селтәрҙәре барлыҡҡа килә, ә уртала томан хасил була.
  • Нимесләр ауылы эргәһендә 500 йылдан ашыу йәшәгән йүкә үҫә. Ул бик бейек, шуның өсөн уны борондан солоҡсолоҡ өсөн файҙаланғандар һәм нәҫелдән нәҫелгә ҡалдыра килгәндәр. Бейеклеге 40 метрға еткән, тик йәшен һуҡҡас, ҡыҫҡара төшкән. Ә олон әйләнәһе — 3 метр 80 сантиметр.
  • Яңы күл ауылында Баһау Нуриманов музейы эшләй. Шулай уҡ Нуриман районында Павловка ГЭС-ы төҙөлгән.
Янғантау — планетала берҙән-бер янар тау. Ер аҫтынан туҡтауһыҙ йылылыҡ сығарып ятыусы бындай тау башҡа бер ҡайҙа ла юҡ. Янғантау тураһында «Урал батыр» эпосынан юлдарҙы табып уҡығыҙ. Башҡорт халҡы ул тау хаҡында күптән белгән, дауаланыу өсөн дә файҙаланған, ә фәнгә ул 1770 йылдың май айынан академик П. С. Паллас аша билдәле.
Был тауҙа хәҙер «Янғантау» курорты эшләй. Ә курорттан өс километр самаһы көньяҡтараҡ Ҡорғаҙаҡ сығанағы бар. Уның һыуы файҙалы. Ҡыш та туңмай. «Кургазак» һыуы ошо сығанаҡтан тултырыла. Ҡорғаҙаҡ йылғаһы Әйгә ҡушыла. Ошо тамаҡта Ҡорғаҙаҡ мәмерйәһе лә хасил булған. Башҡа мәмерйәләрҙән айырмалы рәүештә бында ҡоро.
  • Лаҡлы йылғаһы үҙәнендә Лаҡлы мәмерйәһен дә академик П. С. Паллас беренсе башлап тикшерә. Мәмерйәнең ҙур залы бар. Уның оҙонлоғо — 72, иңе — 45, ә бейеклеге — 19 метр. Артабан оҙон коридор китә һәм бер-бер артлы тағы залдар теҙелә.
  • Әй йылғаһының һул ярында Ҡапҡа-Таш тип аталып йөрөтөлгән тәбиғәт тыуҙырған таш ҡапҡа һаҡланған. «Һаҡланған» тип әйтеү бик үк дөрөҫ тә булмаҫ, сөнки ул тәүҙә мәмерйә булғандыр. Мәмерйәнең эс яғы емерелеп, тыш яғы ҡапҡа рәүешен алып ҡалғандыр.
  • Лағыр һаҙлығы — уйһыу һаҙлыҡ, тәбиғәт ҡомартҡыһы, Әй йылғаһы бассейнында урынлашҡан.
  • Ҡарағош менән Табылды ауылдары араһында республикала иң ҙур сейәлек урынлашҡан. Ҡырағай йәки дала сейәһе тип аталған был емештең аҙыҡ булыу яғынан ғына түгел, ә фән өсөн дә әһәмиәте ҡиммәтле. Был сейәлек ҡоролоҡҡа сыҙамлы, йыл һайын емеш бирә, ҡыуаҡтары тәпәшәк кенә булғанлыҡтан, ҡар аҫтында ҡалып, һыуыҡҡа ла бирешмәй.

Стәрлетамаҡ районы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ағиҙел йылғаһының уң яҡ яры буйлап уникаль тауҙар теҙелгән. Тип-тигеҙ далала ҡалҡып сыҡҡан шихандар улар: Йөрәктау,Ҡуштау, Шәкетау, Торатау. Донъяла башҡаса ундай тауҙар юҡ. Үҙенсәлекле был тәбиғи һәйкәлдөрҙе бик ҡәҙерләп һаҡларға кәрәк. Әммә Стәрлетамаҡ сода-цемент комбинаты өсөн Шахтау ҡаҙылып бөттө. Хәҙер Торатауға ҡул һуҙа башланылар. Был тауҙарҙың битендә лә, тирә-яғында ла үҙенсәлекле шифалы үҫемлектәр күп. Фәҡәт ошо урын өсөн генә хас үҫемлектәр ҙә бар бында. Фән ундайҙарҙы эндемик тип атай. Әл биттә, үҙенсәлекле тупраҡта дарыу өсөн бик файҙалы үҫемлектәрҙең булыуы ғәжәп түгел. Тик уларҙы һаҡларға кәрәк.
  • Ҡандракүл Асылыкүлдән ҡала ҙурлығы буйынса икенсе күл һанала. Ләкин байтаҡҡа тәрәнерәк. Карст сығанағы иҫәпләнә. Күлдең әйләнә-тирәһендә йөҙҙән ашыу төр үҫемлек үҫә. Күл дең уртаһында утрау ҡалҡҡан. Ундағы үҫемлектәр донъяһы бай, үҙенсәлекле. Күлде ҡыр ҡаҙҙары төйәк ләп китә, өйрәктәр ҙә күп, ә ярҙарында төрлө ҡоштар ҙың һайрауы күңелде наҙлай. Балыҡтың да бик күп төрҙәре үрсей был күлдә.
  • Туймазы ҡалаһынан егерме километр көнбайышта Мәҡсүт ауылы менән Мәскәү ауылдары араһында Ыҡ мәмерйәһе урынлашҡан. Унда «Ьыулы», «Боҙло» «Яңы» тип йөрөтөлгән өс мәмерйә тоташ китә. Тик мәмерйәләрҙе «Туймазынефть» промыслалары ныҡ бысратҡан.
  • Ҡандра тимер юл станцияһы эргәһендә 1911—1914 йылдарҙа уҡ ултыртылған ҡарағайлыҡтар үҫә. Дөйөм майҙаны — 11 гектар.
  • Туймазы урман хужалығы шулай уҡ имәндәр ҙә ултыртҡан. Улар ҙа һаҡлауға мохтаж. Имәндәрҙең тәбиғәт өсөн файҙаһын ботаника дәрестәренән беләһегеҙ. * Верхнетроицк ауылы янында ҡарағаслыҡ урманы ла ултыртылған, ул тәбиғи урманға әйләнеп бара.
  • Әгәр ҙә һеҙгә дендропарк тигәнде ишетергә тура килһә, нимә икән, тип аптырамағыҙ. Дендро — грек телендә, ағас тигән һүҙ. Тимәк, гилми тикшеренеү өсөн үҫтерелгән ағастарҙан торған парк. Баш ҡалабыҙҙың Өфө районында Ағиҙел менән Ҡариҙел йылғалары ҡушылған урындағы ҡалҡыулыҡта Непейцово дендропаркы бар. Унда йөҙҙән ашыу урындағы ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар үҫә. Шулай уҡ башҡа зоналарҙан килтерелеп ултыртылған ағас һәм ҡыуаҡтар ҙа күп. Ул паркка 1923—1924 һәм 1937—1941 йылдарҙа нигеҙ һалына.
  • Ағиҙел йылғаһының уң ярында, Өфө ҡалаһының бер яҡ ситендә — Мосолмандар зыяраты. Ул бынан ике йөҙ йылдан ашыу элек барлыҡҡа килгән. Зыярат бик таҙа тотола. Ҡәберлектәр тәрбиәле. Унда халҡыбыҙҙың иң күренекле кешеләре ерләнгән. Зыярат эсендә төрлө үҫемлектәр, шул иҫәптән эндемиктар ҙа үҫә.
  • Йоматауҙа этнография музейы эшләй.
  • Учалы районы үҙенең Өргөн күле менән данлы. Ул тәрән түгел, әммә оҙонлоғо 4 километрға, арҡырыһы 2,5 километрға етә. Күл тирәһе һәр төрлө үҫемлектәргә, ә күл үҙе балыҡҡа бай. Уның ярында «Өргөн» ял йорто ойошторолған Был районда Вознесенск ауылы эргәһендә Ҡара-ғайлыкүл бар. Уны Ворожеич тип тә йөрөтәләр. Күл балыҡлы, матур тәбиғәтле, үҫемлеккә бай. Шуның өсөн тәбиғәт һәйкәле тип иғлан ителгән.
  • Көсөк ауылында Муса Мортазин музейы эшләй. Ахун, Өргөн, Илтенбай ауылдарында ял йорттары ойошторолған.
  • Шөңгәккүл тип аталған үҙенсәлекле күл бар Шишмә районында. Күл эргәһендә генә Ябалаҡлы тигән башҡорт ауылы урынлашҡан. Шиңгәк тигән һүҙҙең мәғәнәһе «шиңә», «шиңә лә ҡуя», «шиңеүсе күл» тигәнде аңлаталыр, моғайын. Сөнки был күлдең һыу менән даими туйыныр урыны юҡ. Кәмеп тә китә, ҡар һыуҙары аға башлаһа, тағы тулылана. Ә ҡышын бик ҡаты боҙ ҡаплай үҙен. Үтә ныҡ сыҙам булған табан балығы ғына ҡышлай ала бында. Тирә-яғы ҡамышлыҡ, һаҙлыҡ. Шуға ла күл уртаһына үтеп инеүе ҡыйын. Күлдә осоп китәр ҡоштар күп оялай. Уларҙы күсер ҡоштар тип атайҙар.
  • Тимер юл станцияһына күл исеме ҡушылған. Станция эргәһенә 1932 йылда дендропаркка нигеҙ һалынған. Бөгөнгө көндә был парк бик матур һәм ағасҡа бай. Ағастар ғынамы ни! Унда ниндәй генә ҡыуаҡлыҡтар, ниндәй генә үләндәр үҫмәй!
  • Ҡалмаш ауылы тирәһендә тупраҡ һаҡлау өсөн ултыртылған урмандар ҙа байтаҡ. Уларға 1937 йылда нигеҙ һалына. Хәҙер ундай урмандар тәбиғи урманға әйләнеп бара инде. Сәсеүлек һаҡлаусы бындай ағастар республикабыҙҙың бөтә райондарында ла ултыртыла. Ниндәй ағас һәм ҡайһылайыраҡ ултыртырға кәрәклеген бына ошондай тәжрибә урманды ултыртыусы һәм күҙәтә барыусы ғалимдар тәҡдим итә. Ундай урмандарҙы һәр берегеҙ үҙ ауылығыҙ тирәһендә баҫыуҙарҙа күрә. Ҡайынлыҡтарҙан хәҙер хатта ҡайын еләге йәки бәшмәктәр ҙә йыялар.
  • Шишмә районында Хөсәйенбәк кәшәнәһе, Турахан кәшәнәһе һаҡланған.
  • Тупраҡты ел ярғыслауҙан һаҡлау өсөн Шаран районында байтаҡ шыршылыҡ, имәнлек, ҡарағай, ҡайын, йүкә һәм башҡа ҡатнаш ағас урмандары ултыртыла. Кеше ҡулы менән килтерелгән был байлыҡ — яһалма урмандар — бик файҙалы. Ел-дауылдан да һаҡлай, емеш-еләктәре лә үҫә. Аҡбарыс тигән ҙур ауыл эргәһендә 111,2 гектар майҙан биләгән урман барлыҡҡа килде.

Республикабыҙҙа ғына түгел, ә илебеҙҙә дан алған ике ҙур күл бар бында. Береһе — Мулдаҡ йәки Тоҙлокүл. Бында дауалау һәләтенә эйә булған батҡаҡ бар. Был күлдә балыҡ юҡ, ҡош-ҡорт та уға яҡынламай. Сөнки уның һыуы тоҙло. Ә тирә-яғы ҡылғанлы дала. 50-гә яҡын төр үҫемлек бар. Ҡылған, шалфей, үҙенсәлекле әрем — ҡуян тубығы һымаҡ башҡа яҡтарҙа һирәгерәк осрай торған үҫемлектәрҙе осратып була бында. Күлдең көнбайышы һаҙлыҡлы. Унда ҡамыштар үҫә. Мулдаҡ күленең батҡаҡ менән дауалау сығанағы «Яҡтыкүл» исемле курорт асыуға сәбәпсе булды. Ул күлдән егерме саҡрым ары урынлашҡан. Был күл һыуы ат ҡорсанғыһын дауалауға ла файҙалы.

  • Яҡтыкүл. Әбйәлил районының үҙәге Асҡарҙан утыҙ биш саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан был күлдең башҡортса һаҡланып ҡалған боронғо исеме «Мауыҙҙы», йәғни Аждаһалы. Күлдең ярҙары ла, тирә-яғы ла иҫ китмәле матур. Үҫемлек төрлө, бай. Күлдең көнбайышында Яманҡая тауы ҡалҡып тора. Күлгә Ҡаран йылғаһы үҙ һыуҙарын ҡоя.
  • 1867—1921 йылдарҙа йәшәгән урыҫ ғалимы Сергей Гаврилович Рыбаков Фәндәр академияһының һәм Урыҫ география йәмғиәтенең үтенесе буйынса Башҡортостан буйлап сәйәхәт итеп, музыкаль-этнографик материал йыя. Ул юлъяҙмалар алып бара. Иң тәүге сәйәхәттәренең береһе Әбйәлил районының Ташбулат ауылынан башлана. Халыҡты, ҡеүәттәрен кәметһә лә, ихлас һәм шиғри күңелле" тип һүрәтләй ул. Тәбиғәтенә бик һоҡлана. Асҡар ауылына еткәс, былай тип яҙа: «Асҡар ауылына етәрәк, беҙ алда тау һикәлтәләре араһында ике бейек түбә күрҙек. Улар башҡа бейеклектәрҙән күпкә ҡалҡыу ине. Беҙҙең менән бергә барған юлсы, был түбәләрҙең тарихи әһәмиәте бар, тине; тирә-яҡтағы башҡа ҡалҡыулыҡтарҙан бейегерәк булғанға элек ул башҡорттар өсөн маяҡ ролен үтәгән, ҡырғыҙҙар менән даими барған һуғыштар һәм баш күтәреүҙәр булған саҡта, ул бейеклектә һәр саҡ ҡарауыл тотҡандар, дошман хәрәкәтен күҙәткәндәр һәм, әгәр кәрәк булһа, хәүеф усаҡтары тоҡандырғандар ҙа ошо тауҙар янында яуҙар булған».
  • А. П. Чехов исемендәге санаторийҙан алыҫ түгел бик киң майҙанда ҡарағас урманы бар. Был тәбиғи урман түгел. Урман эргәһендә былай тип яҙылған: «Был урман культураһын 1911 йылда урмансы Шәрифуллин Лотфулла ултыртты, майҙаны 165 гектар».
  • Ҡарағас урмандары Көньяҡ Уралды ғына төйәк иткән. Әлшәй районында ул бөтөнләй үҫмәгән. Шәрифуллин тигән ир үҙ тыуған яҡтарында ла йөрәк ауырыуын дауалау өсөн файҙалы ағастарҙы ултыртып ҡарамаҡсы булған, күрәһең. Урман киңәйә, ағас араларында төрлө-төрлө үҫемлектәр күп.

Ботаник тәбиғәт ҡомартҡылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
АтамаһыАдминистратив районСтатус бирелеү
датаһы
Майҙаны
(га)
Иллюстрация
1 Әңгәсәк ҡарағайлығыДүртөйлө районы 17.08.1965 1810
2 Упҡанкүл күле һәм һаҙлығы Асҡын районы 26.12.1985 24,8
3 Танышһаҙ һаҙлығы Краснокама районы 07.07.2009 23,8
4 Канонников тауыЕйәнсура районы 19.06.2003 125
5 Ҡарауылтау тауы Ишембай районы 26.12.1985 150
6 Көркәк тауыӘбйәлил районы 12.02.1997 515,1
7 Ҡыҙҙар тауы Салауат районы 21.07.2005 14
8 Маяҡтау тауы Күгәрсен районы 19.06.2003 85
9 Балтатау һәм Топортау тауҙарыБаймаҡ районы 21.02.2013 323
10 Гуровка тауы Кушнаренко районы 07.07.2009 187
11 Николо‑Берёзовка урман хужалығындағы юғары бонитетлы тәбиғи ҡарағайлыҡ Краснокама районы17.08.196534,4
12 Бәләбәй урман хужалығындағы тәбиғи ҡарағайлыҡ Бәләбәй районы 17.08.1965 12,1
13 Сәйетбаба ауылы эргәһендәге сәтләүек ағасы ҡыуаҡлыҡтары Ғафури районы 17.08.1965 471
14 Дөрдөр тауында дөрдөр сәскәләре Ейәнсура районы 19.06.2003 41,9
15 Арый янындағы дала сейәһе ҡыуаҡлыҡтары Дыуан районы 17.08.1965 2,35
16 Шишмә урман хужалығының 73‑сө кварталы Шишмә районы 26.12.1985 117
17 Мүк еләге һаҙлығы Архангел районы 21.07.2005 8
18 Бишитәк тауындағы ҡарағас урманы Белорет районы 17.08.1965 248,3
19 Максимовский төбәге Әлшәй районы 21.07.2005 6,6
20 Һалдыбаш төбәгендәге йүкәлек Иглин районы 21.07.2005 51,3
21 Мүк һаҙлығы Краснокама районы 07.07.2009 13
22 Атауҙы күле (көнбайыш һәм көньяҡ ярҙары) Әбйәлил районы 12.02.1997 70
23 Үләнде күле (көнсығыш яры) Әбйәлил районы 12.02.1997 14
24 Упҡанкүл күле Нуриман районы 17.08.1965 104,2
25 Ҡолоҡ йылғаһы тирә-яғы Ишембай районы 26.12.1985 34,3
26 Аҙаҡлы йылғаһы тамағында Кесе Һүрәм йылғаһы үҙәне Ейәнсура районы 26.12.1985 4632
27 Мәмбәт ауылы эргәһендә Маҡан йылғаһы үҙәне Хәйбулла районы 19.06.2003 14
28 Яңы Ергән ауылы эргәһендә Таналыҡ йылғаһы үҙәне Хәйбулла районы 19.06.2003 450
29 Исламбай ауылы эргәһендә Туҡмаҡ аҡланы Бөрйән районы 17.08.1965 52
30 Чуркин һаҙлығындағы орхидея популяциялары Өфө районы 21.07.2005 750
31 Кәкүк ситеге популяцияһы Туймазы районы 14.12.2010 1,4
32 Бабай ауылы эргәһендә оҫҡон йыуаһы популяцияһы Мишкә районы26.12.198513,9
33 Оло Ҡыраҡа һыртының төньяҡ өлөшөндә оҫҡон йыуаһы популяцияһы Белорет районы 26.12.1985 504
34 Богачёв ауылы эргәһендә тамырсалы йыуа популяцияһы Баймаҡ районы 21.02.2013 86,6
35 Голостолбик баҙыян популяцияһы Миәкә районы 26.12.1985 100
36 Һаҡлау урманы Краснокама районы 07.07.2009 384
37 Ҡарағайкүл Дыуан районы 21.07.2005 16
38 Маты йылғаһы тамағы эргәһендәге ҡарағайлыҡтар Баҡалы районы 17.08.1965 26,6
39 Бөрө ял йорто эргәһендәге ҡарағайлыҡ Бөрө районы 17.08.1965 21,9
40 Венеция ауылы эргәһендәге ҡарағайлыҡ Дүртөйлө районы 17.08.1965 490
41 Кожай-Максим ауылы эргәһендәге ҡарағайлыҡ Йәрмәкәй районы 17.08.1965 3,8
42 Ҡарағайҙар үҙәне Мәләүез районы 30.12.2011 25,4
43 Яңы Ҡайынлыҡ ауылы эргәһендәге реликт ҡарағай урманы Краснокама районы 17.08.1965 4,5
44 Восток ауылы эргәһендәге ҡарағайлыҡ Илеш районы 17.08.1965 15,8
45 Озерки ауылы эргәһендәге ҡарағайлыҡ Мәләүез районы 30.12.2011 23
46 Ҡыҙҙар-Биргән ауылы эргәһендәге ҡарт ҡарағастар Йылайыр районы 17.08.1965 4,4
47 Балғажы ауылы эргәһендәге дала участкаһы Әлшәй районы 26.12.1985 144
48 Табылды сейәлектәре Стәрлебаш районы 17.08.1965 47
49 Ташлы һаҙлығыӘлшәй районы 21.07.2005 1,5
50 Толпар шыршылыҡтары Ғафури районы 17.08.1965 443,5
51 Попковский (Һарыбейә) күлдәре төбәге Хәйбулла районы 19.06.2003 10
52 Селтәрлеуртаташ төбәге Ишембай районы 21.07.2005 5,2
53 Суҡраҡ сейәлеге төбәге Хәйбулла районы 19.03.2003 275
54 Ҡырҡтытау һыртындағы Өлтөк Ҡарағас төбәге Әбйәлил районы 12.02.1997 3
55 Ҡолғона ауылы эргәһендә Алатау һырты участкаһы Ишембай районы 26.12.1985 210

Геологик тәбиғәт ҡомартҡылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
ИсемеАдминистратив районСтатус бирелеү
датаһы
Майҙаны
(га)
Иллюстрация
1 Аҫҡын боҙ мәмерйәһе Ғафури районы 17.08.19659,5
2 Алыҫ Төлкәҫ геологик киҫелеше Ғафури районы 05.10.20071,8
3 Мәсетле геологик киҫелеше Салауат районы 05.10.2007100
4 Усолка геологик киҫелеше Ғафури районы 05.10.20070,25
5 Уйташ тауы Учалы районы 17.08.196515,8
6 Янғантау тауы Салауат районы 17.08.196513
7 Ҡарлыман мәмерйәһе Ҡырмыҫҡалы районы 17.08.19657,6
8 Ҡорманай мәмерйәләре Ауырғазы районы 17.08.196516,6
9 Ҡотлоғужа өҫкө аҡбур тоҡомдары яланғаслыҡтары Ғафури районы 17.08.196518,4
10 Ҡыҙылъяр мәмерйәһе Белорет районы 17.08.196530
11 Лаҡлы мәмерйәһе Салауат районы 17.08.196511
12 Диңгеҙ фаунаһы менән өҫкө юра ҡомташтарының Никитин яланғаслыҡтары Көйөргәҙе районы 17.08.19652,6
13 Өшкәтле йырыны Ауырғазы районы 17.08.196515,9
14 Охлебинин гипс мәмерйәһе Иглин районы 17.08.19655
15 Ҡыуыштау мәмерйәһе Иглин районы 17.08.19650,7
16 Киндерле-Леднёв-Октябрь мәмерйәләр системаһы Ғафури районы 30.12.2011215
17 Ромадановка йырыны Ишембай районы 17.08.19653,9
18 Оло Ҡалпаҡ ҡаяһы Иглин районы 17.08.19656,3
19 Ҡапҡаташ ҡаяһы Салауат районы 17.08.19651
20 Хажы мәмерйәһе һәм Берғамыт шишмәһе Ишембай районы 17.08.196510
21 Плиоцен дәүере балыҡтарының һөлдәләре менән балсыҡлы һәүерташтарҙың Сейәле‑Әтәс яланғаслыҡтары Илеш районы 17.08.196522,5

Гидрологик тәбиғәт ҡомартҡылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
ИсемеАдминистратив районСтатус бирелеү
датаһы
Майҙаны
(га)
Иллюстрация
1 Алға сульфат-кальцийлы сығанағы Дәүләкән районы 17.08.1965 0
2 Асы минераль сығанаҡтары Белорет районы 17.08.1965 45
3 Асы шарлауығы Архангел районы 17.08.1965 0,5
4 Бөрө минераль сығанаҡтары Бөрө районы 17.08.1965 0,4
5 Атыш шарлауығы Белорет районы 17.08.1965 6,6
6 Ғәҙелша шарлауығы Баймаҡ районы 17.08.1965 11
7 Ҡуҡрауыҡ шарлауығы Ишембай районы 17.08.1965 0
8 Ҡыҙыл шишмә сығанағы Нуриман районы 17.08.1965 1,2
9 Ҡорғаҙаҡ шишмәһе Салауат районы 17.08.1965 1
10 Красноусол минераль сығанаҡтары Ғафури районы 17.08.1965 15
11 Күҫәләр көкөртлө һыу сығанаҡтары Салауат районы 17.08.1965 5
12 Асылыкүл күле Дәүләкән районы 17.08.1965 2350
13 Аҡкүл күле Ғафури районы 17.08.1965 1567
14 Ҡандракүл күле Туймазы районы 17.08.1965 1560
15 Ҡарағайкүл (Ворожеич) күле Учалы районы 17.08.1965 80
16 Мулдаҡкүл (Тоҙло) күл Әбйәлил районы 17.08.1965 620
17 Яҡтыкүл (Банное) күле Әбйәлил районы 17.08.1965 770
18 Зәңгәркүл шишмәһе Ҡырмыҫҡалы районы 19 .06 .2003 0,4
19 Яманйылға, Саруа йылғалары һәм уларҙың тирә‑яғы Нуриман районы 26.12.1985 1200
20 Саруа күле Нуриман районы 17.08.1965 0,4
21 Уржум минераль һыу сығанаҡтары Бөрө районы 17.08.1965 0,2
22 Яҡут тоҙло сығанағы Көйөргәҙе районы 17.08.1965 6

Зоологик тәбиғәт ҡомартҡылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
ИсемеАдминистратив районСтатус бирелеү
датаһы
Майҙаны
(га)
Иллюстрация
1 Әүжән урмансылығында йыртҡыс ҡоштарҙың оялары Белорет районы 17. 11.1986591
2 Енғалыш төбәгендәге йыртҡыс ҡоштарҙың оялары һәм торналар йыйылған урындар Өфө районы 21.07.200521,4
3 Оло Бешәке һәм Кесе Бешәке инештәрендәге йылға бағырының тәбиғәт резерваты Бөрйән районы 17.08.1965274,5
4 Оло Энәк һәм Кесе Энәк йылғаларында йылға бағырының резерваты Күгәрсен районы 17.08.1965225
5 Һыуяҡты йылғаһында йылға бағырының резерваты Ғафури районы 17.08.196536,5

Дендрологик тәбиғәт ҡомартҡылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
ИсемеАдминистратив районСтатус бирелеү
датаһы
Майҙаны
(га)
Иллюстрация
1 Төмәнәк ауылы эргәһендәге Саған һыҙаһы Туймазы районы 26.12.1985 256
2 Юлбарыҫ ауылы эргәһендәге оло ҡарағас Хәйбулла районы 19.06.2003 0,06
3 Элекке Андреевка ауылы эргәһендәге кедрҙар төркөмө Бөрө районы 17.08.1965 0,25
4 Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы дендрарийы Бөрө районы 21.07.2005 3
5 «Берендей» балалар дендрологик паркы Бөрө районы 21.07.2005 3
6 Дүртөйлө йырыны Шаран районы 26.12.1985 44
7 Ермолаевка дендропаркы Көйөргәҙе районы 17.08.1965 10
8 Ағиҙел йылғаһы террасаһында Өфө тәжрибә баҫыуын һаҡлаусы урман һыҙаттары Өфө районы 17.08.1965 24
9 Яҡтыкүл ауылы эргәһендә Ҡараһыйыр ҡарт ҡарағасы Әбйәлил районы 21.07.2005 0,04
10 Александровка ауылы эргәһендә ултыртылған һаҡлағыс ағастар комплексы Дәүләкән районы 17.08.1965 157,7
11 Ҡалмаш ауылы янындағы һаҡлағыс ултыртмалар комплексы Шишмә районы 17.08.1965 64,4
12 Себер кедры культураһы Белорет районы 17.08.1965 1,4
13 Аҡбарыҫ ауылы эргәһендәге шыршы культуралары Шаран районы 17.08.1965 9,4
14 Стәрлетамаҡ урмансылығының 19‑сы кварталындағы кедр культуралары (17‑се выдел) Стәрлетамаҡ районы 26.12.1985 0,5
15 Ҡарағас культуралары Әлшәй районы 17.08.1965 2,2
16 Ҡарағас культуралары Туймазы районы 17.08.1965 8,4
17 Өҫән‑Ивановка урман хужалығындағы ҡарағас культуралары Бәләбәй районы 17.08.1965 5,4
18 Стәрлетамаҡ урмансылығының 16‑сы кварталындағы ҡарағай культуралары (23‑сө выдел) Стәрлетамаҡ районы 26.12.1985 3
19 Өҫән‑Ивановка урман хужалығындағы ҡарағай культуралары Бәләбәй районы 17.08.1965 24,8
20 Стәрлетамаҡ урмансылығының 13‑сө кварталындағы ҡарағай һәм шыршы культуралары (42‑се выдел) Стәрлетамаҡ районы 26.12.1985 0,7
21 1903—1911 йылдарҙа ултыртылған ҡарағай культуралары Иглин районы 17.08.1965 10,6
22 Мичурин шыршыһы һәм ҡарт ҡарағас ултыртмалары Бәләбәй районы 21.07.2005 0,005
23 Непейцев дендропаркы Өфө районы 17.08.1965 23,8
24 Комсомол ауылы эргәһендә ултыртылған зәңгәр шыршылар паркы Дәүләкән районы 17.08.19650,25
25 Николо‑Берёзовка урман хужалығында ултыртылған шыршылар һәм ҡарағайҙар Краснокама районы 17.08.1965 11,2
26 «Грань» реликт ҡарағайы Дыуан районы 21.07.2005 0,1
27 Благовещен ҡалаһында ултыртылған ҡарағайҙар Благовещен районы 17.08.1965 13,2
28 Ҡандра тимер юл станцияһы буйында ултыртылған ҡарағайҙар Туймазы районы 17.08.1965 4,8
29 Буранғол ауылында ҡарт ҡарағас Әбйәлил районы 21.07.2005 0,06
30 Шығай ауылы эргәһендә ҡарт ҡарағас Белорет районы 21.07.2005 1,2
31 Баҡалы урман хужалығында ултыртылған ҡарт ылыҫлы ағас төрҙәре Баҡалы районы 17.08.1965 11,5
32 Ҡарт ҡарағас культуралары Бөрө районы 17.08.1965 1,3
33 Шөңгәккүл дала дендропаркы Шишмә районы 17.08.1965 45
34 Йоматау тәжрибә урман культуралары Өфө районы 17.08.1965 81,4

Комплеклы тәбиғәт ҡомартҡылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
ИсемеАдминистратив районСтатус бирелеү
датаһы
Майҙаны
(га)
Иллюстрация
1 Абдулла тауы Дыуан районы 21.07.2005 809
2 Арҡауыл һаҙлығы Салауат районы 21.07.2005 145
3 Бишҡайын һаҙлыҡтары Ауырғазы районы 26.09.2018 12,07
4 Төпһөҙ һаҙлыҡ Бишбүләк районы 26.09.2018 5,86
5 Карпис һаҙлығы Учалы районы 26.09.2018 394,8
6 Ҡасҡарҙы һаҙлығы Учалы районы 26.09.2018 668,1
7 Ҡорҡорауыҡ һаҙлығы Учалы районы 26.09.2018 18,3
8 Ҡорманайбаш һаҙлығы Миәкә районы 26.09.2018 16,35
9 Мүклеһаҙ һаҙлығы Илеш районы 26.09.2018 3,6
10 Нөрөк һаҙлығы Әбйәлил районы 26.09.2018 268,73
11 Сереккүл һаҙлығы Әбйәлил районы 26.09.2018 44,56
12 Гладкий тауы Дыуан районы 21.07.2005 104
13 Әлйән тауы Ейәнсура районы 19.06.2003 100
14 Әрүәкрәз тауы Белорет районы 26.12.1985 22
15 Балҡантау тауы Дәүләкән районы 17.08.1965 25
16 Оло Таҙтүбә тауы Дыуан районы 26.12.1985 305,5
17 Ирәмәл тауы Белорет районы 17.08.19655980
18 Ҡараташ тауы Әбйәлил районы 12.02.1997 1400
19 Ҡоҙғонташ тауы Әбйәлил районы 12.02.1997 9,3
20 Сатыртау тауы Әлшәй районы 21.07.2005 15,6
21 Сусаҡтау тауы Әлшәй районы 21.07.2005 28
22 Тағанташ тауы Әбйәлил районы 12.02.1997 7,8
23 Торатау тауы Ишембай районы 17.08.1965 47,7
24 Шайтантау тауы Хәйбулла районы 17.08.1965
25 Йөрәктау тауы Стәрлетамаҡ районы 26.12.1985 64,1
26 Этҡол һаҙлығы Ишембай районы 26.09.2018 4,98
27 Ҡаракүл һаҙлығы Дыуан районы 21.07.2005 120
28 Өлкөндө карслы һаҙлыҡтар комплексы Дыуан районы 21.07.2005 370
29 Лағыр һаҙлығы Салауат районы 21.07.2005 175
30 Мәмәк һаҙлығы Кушнаренко районы 26.09.2018 13,13
31 Оло Йылан һәм Бәләкәй Йылан күлдәре Дүртөйлө районы 17.08.1965 210
32 Билгеләр күле һәм һаҙлығы Нуриман районы 30.12.2011 36,7
33 Ҡыйышҡы (Аксаков) күле Ҡырмыҫҡалы районы 17.08.1965 15,3
34 Татыш күле Илеш районы 17.08.1965 38
35 Туғарсалған күле Ишембай районы 26.12.1985 22
36 Өргөн күле һәм Өргөн урманы Учалы районы 17.08.1965 3398
37 Шәмсетдин күле Бөрө районы 17.08.1965 152,5
38 Шөңгәккүл күле Шишмә районы 17.08.1965 240
39 Озеро һаҙлығы Дыуан районы 21.07.2005 300
40 Осиновка карст һаҙлыҡтары Бөрө районы 26.09.2018 1,66
41 Сабаҡай ҡаяһында мәмерйә Дыуан районы 17.08.1965 3
42 Егән мәмерйәһе һәм уның тирә-яғы Ишембай районы 26.12.1985 100
43 Олимпия мәмерйәһе һәм уның тирә-яғы Ишембай районы 26.12.1985 150
44 Ташөй мәмерйәһе һәм уның тирә-яғы Ишембай районы 26.12.1985 21,4
45 Ыласын мәмерйәһе һәм уның тирә-яғы Ишембай районы 26.12.1985 148,1
46 Урыҫ Швейцарияһы Бәләбәй районы 14.12.2010 550
47 Кәлимосҡан ҡаяһы менән Салауат Юлаев мәмерйәһе һәм уның тирә-яғы Ишембай районы 26.12.1985 31,3
48 Иҫке Балбыҡ һаҙлығы Учалы районы 26.09.2018 85,1
49 Суслов карст һаҙлыҡтары Бөрө районы 26.09.2018 5,33
50 Арский ташы төбәге Белорет районы 17.08.1965 2
51 Ҡотҡор төбәге Белорет районы 17.08.1965 108
52 Ҡыҙылташ төбәге Ишембай районы 26.12.1985 400
53 Мокрый овраг төбәге Бишбүләк районы 14.12.2010 79,1
54 Наратһаҙ төбәге Мишкә районы 21.07.2005 619
55 Таштуғай тауҙары төбәге Хәйбулла районы 19.06.2003 12
56 Һыуосҡан төбәге Әбйәлил районы 12.02.1997 2041
57 Шумилов шарлауыҡтары төбәге Туймазы районы 14.12.2010 6
58 Чистые ямки төбәге Бөрө районы 26.09.2018 14,83
59 Бабай, Ҡушай һәм Һандыҡ түбәләре менән Ҡырҡтытау һырты участкаһы Әбйәлил районы 12.02.1997 1085
60 Ҡарашар һаҙлығы Дыуан районы 21.07.2005 90

Тәбиғәт ҡорматҡыһы статусын юғалтҡандар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
ИсемеАдминистратив районСтатус бирелеү
датаһы
Статус алыныу
датаһы
Майҙаны
(га)
Иҫкәрмәләр
1 Урыҫ Швейцарияһы ауылы эргәһендәге ҡарт ҡарағастар Бәләбәй районы 17.08.1965 [[ | . ]].2010 0 «Урыҫ Швейцарияһы» комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһының объекты
2 Ямантау тауы Белорет районы 17.08.1965 19.03.20141177 Көньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан
3 Яңы Кәңгеш ауылы янындағы шыршы-аҡ шыршы урмандары Дүртөйлө районы [[ | . ]]. 07.07.2009 80,3
4 Шүлгәнташ мәмерйәһе Бөрйән районы 17.08.1965 19.03.2014 0 Шүлгәнташ ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан
5 Вознесенка ауылында кедр Бөрө районы [[ | . ]]. 07.07.2009 1,3 Юҡ ителгән
6 Үгеҙ ауылы янындағы 1912 йылғы ҡарағай культураһы Бөрө районы 17.08.1965 07.07.2009 1,3 Юҡ ителгән
7 Күперле карст күпере Мәләүез районы 17.08.196519.03.2014 0 «Башҡортостан» милли паркы биләмәһендә урынлашҡан
8 Космонавтар мәмерйәһе Бөрйән районы 17.08.1965 19.03.2014 0 Шүлгәнташ ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан
9 Ирәндек һырты битләүҙәрендә оҫҡон йыуаһы популяцияһы Баймаҡ районы 26.12.1985 21 .02 .2013 200
10 Юрмаш төбәгендә оҫҡон йыуаһы популяцияһы Күгәрсен районы 17.08.1965 19.03.2014 15,7«Башҡортостан» милли паркы биләмәһендә урынлашҡан
11 Ҡотоҡ-Сумған төбәге Мәләүез районы 17.08.196519.03.2014 «Башҡортостан» милли паркы биләмәһендә урынлашҡан
12 Сыртлан ауылы эргәһендә дала урман үрсетеү участкаһы Бүздәк районы [[ | . ]]. 07.07.2009
  • Гареев Э. З. Геологические памятники природы Республики Башкортостан. — Уфа: Тау, 2004. — 296 с. — ISBN 5-93578-028-3.
  • Кучеров Е. В., Мулдашев А. А., Галеева А. Х. Ботанические памятники природы Башкирии. — Уфа, 1991. — 144 с.
  • Кучеров Е. В., Кудряшов И. К., Максютов Ф. А. Памятники природы Башкирии. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1974. — 367 с.