Эстәлеккә күсергә

Австро-Венгрия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Австро-Венгрия монархияһы битенән йүнәлтелде)
Австро-Венгрия
нем. Österreich-Ungarn
мадьярса  Osztrák-Magyar Monarchia
Австро-Венгрия флагы Австро-Венгрия гербы
Австро-Венгрия флагы Австро-Венгрия гербы

Девиз: «лат. Viribus Unitis
(«Берләшкән көстәр менән»)
шулай уҡ
лат. 
Indivisibiliter ac Inseparabiliter
(«Бүленмәҫ һәм айырылмаҫ»)»

Гимн: нем. Gott erhalte, Gott beschütze
(«Хоҙайым, һаҡла, Хоҙайым, яҡла»)

Австро-Венгрия 1878—1918 йылдарҙа
Австро-Венгрия 18781918 йылдарҙа

 
1867 — 1918
Баш ҡала

Вена, Будапешт

Телдәр

немец, венгр

Дин

Католицизм
шулай уҡ православие, кальвинизм, иудаизм, лютеранлыҡ һәм ислам (1878 йылдан һуң)[1]

Аҡса берәмеге

гульден, крона (1892 йылдан)

Майҙаны

676 615 км²

Халҡы

52 749 900 кеше
(донъя халҡының 2,9 %-ы)

Идара итеү формаһы

Дуалистик монархия

Династия

Габсбург-Лотаринг нәҫеле

Дәүләт башлыҡтары
Австрия императоры һәм Венгрия короле
 • 1867—1916

Франц Иосиф I

 • 1916—1918

Карл I һәм IV

Цислейтания министр-президенты
 • 1867

Фридрих фон Бейст (беренсе)

 • 1918

Генрих Ламмаш (аҙаҡҡы)

Венгрия премьер-министры
 • 1867—1871

Дьюла Андраши (беренсе)

 • 1918

Янош Хадик (аҙаҡҡы)

Тарихы
 • 15 март 1867

Булдырыу

 • 28 июнь 1914

Сараеволағы үлтереү

 • 31 октябрь 1918

Тарҡатылыу

Предшественники и преемники
 Австро-Венгрия Викимилектә

А́встро-Ве́нгрия (Австро-Венгрия империяһы, нем. Österreich-Ungarn, 1868 йылдың 14 ноябренән рәсми рәүештә — нем. Die im Reichsrat vertretenen Königreiche und Länder und die Länder der heiligen ungarischen Stephanskrone (Рейхсратта күрһәтелгән короллектәр һәм ерҙәр, шулай уҡ Изге Стефан венгр тажының ерҙәре), рәсми булмаған тулы атамаһы — нем. Österreichisch-Ungarische Monarchie (Австро-Венгрия монархияһы), мадьярса  Osztrák-Magyar Monarchia, словак. Rakúsko-Uhorská monarchia, чех Rakousko-Uhersko[2]) — ике дәүләтле монархия (K. und k.) һәм Үҙәк Европала 1867—1918 йылдарҙағы күп милләтле дәүләт.

Элекке Австро-Венгрия территорияһында хәҙерге дәүләттәр Австрия, Босния һәм Герцеговина, Венгрия, Словакия, Словения, Хорватия, Чехия, шулай уҡ Румыния территорияһының яртыһы тиерлек (Трансильвания тарихи өлкәһе һәм Сучава жудецы (районы) урынлашҡан; айырым ҙур булмаған өлөштәре Италия (Трентино — Альто-Адидже автономиялы өлкәһе), Польша (Малополь һәм Карпат буйы воеводалыҡтары), Сербия (Воеводина автономиялы крайы) һәм Украина (Карпат аръяғы, Ивано-Франковск, Львов, Тернополь һәм Черновицы өлкәләре) составына инә.

Австро-Венгрияның барлыҡҡа килеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1804 йылда Габсбургтар династияһы вәкиле Франц II үҙенең нәҫелдән нәҫелгә мираҫҡа күсеп килгән биләмәләрендә Наполеон империяһына ҡаршы булараҡ Австрия империяһын иғлан итә. Бер нисә тиҫтә йылдан һуң (1848 йылда) Австрия империяһында «халыҡтар яҙы» тип исемләнгән революция башлана. Милли-азатлыҡ хәрәкәттәре әүҙемләнә. Империя ныҡ көсһөҙләнһә лә, ихтилал 1849 йылда Рәсәй империяһы армияһы ярҙамында баҫтырыла.

Австрия империяһы 1850—1860 йылдарҙа

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1848 йылға тиклем Австрия империяһы федератив характерын һаҡлай, әммә 1848—1849 йылдарҙағы революцияны баҫтырғандан һуң абсолют һәм бер нимә менән дә сикләнмәгән үҙәк хакимиәтле унитар дәүләткә әүерелә (1849 йылдың конституцияһы 1851 йылда юҡҡа сығарыла).

Империяла урынлаштырылған режим юғары кимәлдә бюрократлаштырыу һәм ысын мәғәнәһендә Венанан администраторлык итеүе менән айырылып тора. Региональ үҙенсәлеген һәм өлкәләрҙең эске автономияһын юҡҡа сығарған «Бах системаһы» (эске эштәр министры Александр Бах исеменән алынған) формалаша.

Венгрияла хәрбиләр, полиция формированиелары һәм цензура көсәйтелә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, хатта неоабсолютизм шарттарында шәхси милек менән ирекле файҙаланыу, закон алдында бөтәһенең дә тигеҙлеге һаҡланып ҡала, ә 1853 йылда крәҫтиәнлектең крепостной торошон юҡҡа сығарған Аграр реформа үткәрелә.

1850 йылдар аҙағында Австрия Европала тулы изоляцияла була: Ҡырым һуғышы осоронда Дунай кенәзлектәренә Австрия интервенцияһы Рәсәй менән союзын боҙа, шул уҡ ваҡытта һуғышта әүҙем ҡатнашыуҙан баш тартыуы уны Франциянан ситкә этәрә.

Пруссия менән мөнәсәбәттәр шулай уҡ Германия конфедерацияһында Австрия һәм Пруссияның үҙ-ара ярышы һәм Невшателдең вариҫлығы буйынса конфликт өсөн көйһөҙләнә.

1859 йылда Сольферино янындағы алышта Австрия ҡораллы көстәренең ҡыйралыуына, Ломбардияны юғалтыуға һәм көслө Италия короллеге булдырыуына килтергән Австрия-Италия-Франция һуғышы ҡуба. Һуғышта ҡыйралыуы империяла бик көслө эске кризис тыуҙыра. Хакимиәттең тулыһынса һәләтһеҙлеге әүҙем ғәмәлдәргә һәм империя сәйәсәте ярҙамынан милләттең баш тартыуы асыҡтан-асыҡ билдәләнә. Хөкүмәткә ҡаршы күмәк кеше ҡатнашлығындағы сығыштар башлана, айырыуса көслөләре Венгрияла була. 1860 йылдың 15 мартында Пештта 1848—1849 йылдарҙағы революция иҫтәлегенә, Иштван Сеченьи вафатынан һуң ил буйынса митингтар үтә.

Быларҙың барыһы ла императорға илдең милли хәрәкәттәренә ҡайһы бер ташламалар бирергә мәжбүр итә. 1860 йылдың 20 октябрендә «Октябрь дипломы» — региондарҙың автономияһын тергеҙгән һәм региональ ландтагтарҙың, тәү нәүбәттә, закон сығарыу инициативаһы алған Венгрия дәүләт йыйылышының хоҡуҡтарын киңәйткән империяның яңы конституцияһы баҫыла.

Шуға ҡарамаҫтан, Венгрияның йәмғиәтен «Октябрь дипломы» тынысландырмай: 1849 йылдың конституцияһын тулы рәүештә тергеҙелеүен талап иткән тулҡынланыуҙар дауам итә. Шул уҡ ваҡытта диплом империяның венгрҙарға айырмалы рәүештә хоҡуҡтар бирелеүгә ҡаршы булған славян халыҡтары йәшәгән өлөштәрҙә лә, яңы импер рейхсратында немецтар әҙселектә ҡалыуынан ҡурҡҡан Австрия либералдарында ла, ҡәнәғәтһеҙлелек уята.

Һөҙөмтәлә, 1861 йылдың 26 февралендә октябрь конституцияһын үҙәкләштереү шарттарында үҙгәртелгән «Февраль патенты» баҫыла: региональ ландтагтарының хоҡуҡтары бик ныҡ ҡына ҡыҫҡартыла. Киреһенсә, импер рейхсрат вәкәләттәре байтаҡ киңәйтелә, рейхсрат элекке кеүек милли-территориаль принциптарына таянмай,ә ҡатлам принципы буйынса формалаша башлай.

Венгрияның Дәүләт йыйылышы «Февраль патент»ын раҫлауҙан баш тарта һәм үҙенең вәкилдәрен импер парламентына ебәреүен кисектереп тора. Шулай уҡ 1849 йылдағы конституцияны тергеҙеү тураһында императорға үтенес менән «Деак петицияһы» ҡабул ителә. Әммә император петицияны кире ҡаға һәм 1861 йылдың 22 авгусында дәүләт йыйылышын һәм урындағы комитат йыйылыштарын таратып ебәрә.

Венгрияла тиҙ арала империяның башҡа региондарына ла таралған ғәҙәттән тыш хәл режимы («Шмерлинг провизориумы») индерелә. 1863 йылда Чехия һәм Польша депутаттары парламенттың эшен тулыһынса юҡҡа сығарып, император парламентын ташлап сығып китәләр. Шулай итеп, реформалар үткәрергә тырышыуҙар уңышһыҙлыҡҡа осрай, быны 1865 йылда, 1860 йылдағы конституцияны ғәмәлдән туҡтатып, император үҙе лә таный.

Венгрия милли хәрәкәте 1849—1863 йылдарҙа

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ференц Деак, портрет, 1869

Венгрия милли хәрәкәте 1848—1849 йылдарҙағы революцияны баҫтырғандан һуң осорҙа төрлөлөктөң юғары кимәле менән айырылып тора. Йожеф Этвеш етәкселегендәге центристар Австрия хөкүмәтен федерализмға һәм тик өлкәләр хоҡуҡтарын киңәйтеү менән генә империяны көсәйтеп була тип һанап, 1848 тиклем булған региондар автономияһына кире ҡайтарыу кәрәклегенә бер ниндәй һөҙөмтәһеҙ ышандырырға тырышалар. Венгрҙар араһында «бах режимы» менән хеҙмәттәшлектән баш тартҡан сәйәси төркөмдәр популярлыраҡ була. Лайош Баттяни революцион хөкүмәтенең элекке юстиция министры, «пассив ҡаршылашыу» хәрәкәтенең идеологы булып киткән (мәҫәлән, налогтар түләүҙән баш тартыу, администраторлыҡта ҡатнашмау, хөкүмәт структуралары менән хеҙмәттәшлектән баш тартыу, демонстратив рәүештә немец телен «белмәү») Ференц Деакка айырыуса ҙур йоғонто яһай.

Деактың һәм уның яҡлаусыларының маҡсаты - Австрия империяһының сиктәрендә Венгрияның эске суверенитетын тергеҙеү, бер һүҙ менән әйткәндә, Венгрия революцияһы киң автономияға һәм үҙидаралығына ирешкән, әммә әле Габсбургтар династияһы һәм империя менән араны өҙмәгән 1848 йылдың яҙ-йәй ваҡыты ситуацияһына ҡайтыуы. Венгрия милли хәрәкәтенең иң радикаль ҡанатын Лайош Кошут кәүҙәләндерә, ул һәм башҡа эмиграциялағы революция лидерҙары Венгрияның һәм империяның башҡа милли региондарының бойондороҡһоҙлоғон талап итәләр һәм Балкандарҙа Венгрия етәкселегендә Венгр-славян-румын конфедерацияһын булдырыу тураһында сығыш яһайҙар. Венгрияла яңы революция әҙерләгән Кошут Үҙәк һәм Көньяҡ — Көнсығыш Европала прогрестың төп дошмандары итеп һанаған Австрияға һәм Рәсәйгә ҡаршы Көнбайыш дәүләтттәренең ярҙамына ризалыҡ алып ҡалырға ашыға. АҠШ Конгресында уның сығыштары, Наполеон III, Кавур һәм башҡа Көнбайыш йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән һөйләшеүҙәре, Венгрия милли хәрәкәтенең донъя кимәлендә билдәлелек яулауын тәьмин итә һәм Европала венгрҙарға ҡарата симпатия тойғоһон уята.

Лайош Кошут 1851 йылда

Кошут 1859 йылдағы Австрия-Италия-Франция һуғышын илдә яңы ихтилал күтәреү өсөн файҙалынырға уйлай. Әммә дошманлашҡан яҡтарҙың тиҙ килешеүгә килеүе Виллафранк солохона радикалдарҙың пландарын ҡыйрата. Шулай ҙа Венгриялағы Австрияға ҡаршы сығыштарҙың пигы 1859—1861 йылдар дәүеренә тура килә. Ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, сәйәси ваҡиғалар ул ваҡытта күмәк кеше йыйған митингтар һәм демонстрациялар тыуҙыра. Венгрҙар дәүләт учреждениеларынан Австрия гербтарын алып ырғыта. Хөкүмәттең ситуацияны сикләнгән реформалар аша яйларға тырышыуҙары бушҡа булып сыға: Октябрь дипломы һәм Февраль патенты Венгрия милли хәрәкәттәре тарафынан кире ҡағыла. 1848 йылдағы Венгрия короллегенең Австрия менән унияны һаҡлау шарттарында тулы суверенитетын күҙ уңында тотҡан конституцияны кире ҡайтарыу төп талап булып ҡала. 1863 йылда конституцион реформалар туҡталыла һәм хөкүмәт яңынан автократик идара итеү ысулдарына күсә. Нәҡ ошо ваҡытта Венгрия милли хәрәкәтендә радикалдар йоғонтоһо кәмей башлай: 1862 йылда Кошут тарафынан «Дунай конфедерацияһы» нәшер ителгән проекты центристар һәм Деак партияһы менән генә түгел, шулай уҡ венгрҙар хәрәкәтенең һул ҡанаты Кальман Тис резолюция партияһы менән дә тәнҡитләнә.

Австрия һәм Венгрияның яҡынлашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1860—1861 йылдарҙағы конституцион реформаларҙы булдырыу ниәттәре юҡҡа сыҡҡандан һуң, император Франц Иосиф I монархияны нығытыу маҡсатында Венгрия милли хәрәкәте менән ниндәй булһа ла компромисс булдырыу өмөтөн ташламай. 1865 йылда император һәм Ференц Деак араһында аралашсылар ярҙамында йәшерен һөйләшеүҙәр башлана. Уларҙың һөҙөмтәләре Деактың 1865 йылдың 16 апрелендә «Пасха мәҡәләһендә» көн күрә. Венгрия либералдарының лидеры 1848 йылдағы конституцияның тергеҙелеүе тураһындағы ғәҙәти талаптарҙан баш тартыуы хаҡында әйтеп бирә. 1865 йылда асылған Венгрия дәүләт йыйылышында Австрия менән компромисс мөмкинлегенең шарттары тураһында бик ярһыу дискуссиялар йәйелә. Еңеүҙе Деак һәм уны яҡлаусылар яулай. Уларға ҡаршы 1848 йылдағы конституцияны, алдан һөйләшелгән килешеү шарттары сифатында, раҫлау мөһимлеген еткерергә ныҡышҡан радикалдар һәм «резолюция партияһы» тора.

Австрия һәм Венгрияның үҙ-ара яҡынайыуы 1860 йылдарҙың уртаһындағы халыҡ-ара ваҡиғаларын әүҙемләштерә. 1866 йылда Австрия һәм Пруссия араһында һуғыш тоҡана һәм Австрия ғәсҡәрҙәре Садова янындағы алышта тар-мар ителә. Һуғышта еңелеүе Австрия империяһын Германия конфедерацияһынан төшөрөп ҡалдырыуына һәм Пруссия эгидаһы аҫтында Германияның берләшеу процесы башланыуына ишара була. Һуғыш һөҙөмтәһендә Австрия империяһының киҫкен көсһөҙләнеүе, шул уҡ ваҡытта Рәсәй яғынан хәүеф көсәйеүе һәм империяның славян халыҡтары милли хәрәкәттәре эсендә, айырыуса чехтарҙың, панславян симпатиялары үҫеүе, Венгрия лидерҙарын борсой. «Пассив ҡаршылашыу» тактикаһы инде һөҙөмтә алып килмәй, ә киреһенсә, Венгрия элитаһын дәүләт менән идара итеү мөмкинселегенән мәхрүм итә. Шул уҡ ваҡытта Австрия империяһының башҡа милләттәре дәүләтте тигеҙ хоҡуҡлы халыҡтар федерацияһына әүерелдереү идеялары менән сығыш яһаған чехтар, хорваттар, румындар, поляктар һәм словактарҙың милли хәрәкәттәре көсәйә. Барыһы бергә Деакты һәм уны яҡлаусыларын революция дәүеренең милли идеологияһынан баш тартыуға һәм хөкүмәт менән һөйләшеүҙәрҙә, радикаль рәүештә үҙҙәренең талаптарының күләмен кәметеүгә алып килде.

Шул уҡ ваҡытта Австрия либералдары империяның көнбайыш өлөшөндә немецтар өҫтөнлөк алған милләт булып ҡалһын өсөн, венгрҙар менән союздың мөһимлегенә төшөнә. Дәүләт трансформацияһында бер нисә вариантты, шул иҫәптән неабсолютизмға кире ҡайтыуҙы һәм халыҡтар федерацияһын булдырыуҙы, күҙ уңында тотҡан Франц Иосиф 1866 йылға Германияла Австрия реваншы мөмкинлегенә өмөт биргән Австро-Венгрия дуализмы өҫтөнлөгөнә инана. Венгрия милли хәрәкәтенә император позицияһы бер аҙ йомшарыуында, бәлки, уның ҡатыны, венгрҙарҙы яҡын күргән императрица Елизавета уйнағандыр. Һуңғараҡ Австро-Венгрия компромисын булдырыуҙа уның ролен, импрератрица образын идеаллаштырып, Венгрия йәмғиәт фекеренә ярашлы, бик ныҡ арттырып күрһәтәләр.

Бындай шарттарҙа Австрия империяһы хакимиәте дошмандарса көйләнгән Пруссия етәкселегендә Германия союзы менән яҡынлашыуға өмөтләнмәй, ул инде был ваҡытҡа бик көслө милли хәрәкәте булдырылған Венгрия менән компромисс эҙләй. 1867 йылдың мартында Австрия империяһын Австро-Венгрияға әйләндергән Австрия-Венгрия килешеүе төҙөлә. Яңы дәүләт конституцион дуалистик (ике дәүләтле) монархияны кәүҙәләндерә. Монархия икегә бүленә: Транслейтания һәм Цислейтанияға. Ике өлөштә лә, Австрия империяһының элекке императоры, Австро-Венгрия менән 1916 йылға тиклем идара иткән Франц Иосиф I етәкләй.

Территорияһы һәм демографияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Австро-Венгрияның 1914 йыл тиклем территорияһы һәм халҡы

Төньяҡта Австро-Венгрия Саксония, Пруссия һәм Рәсәй, көнсығышта — Румыния һәм Рәсәй, көньяҡта — Румыния, Сербия, Ғосман империяһы, Черногория, Италия (Адриатик дингеҙе менән йыуыла), көнбайышта — Италия, Швейцария, Лихтенштейн һәм Бавария (1871 йылдан Саксония, Пруссия һәм Бавария — Германия империяһы составында) менән сиктәш була.

Австро-Венгрия халҡы (йәниҫәптәр буйынса)[3]:

Йыл Халыҡ һаны
1869 35 730 400
1870 37 500 000
1880 37 883 300
1890 41 718 800
1900 45 176 600
1910 49 458 500
1914 52 749 900

1910 йылда халыҡ иҫәбе 49,4 млн кеше тәшкил итә. Милли составы: немецтар — 23,5 %, венгрҙар — 19,1 %, чехтар һәм словактар — 16,5 %, сербтар һәм хорваттар — 10,5 %, поляктар — 10 %, русиндар (украиндар) — 8 %, румындар — 6,5 %, словендар — 2,5 %, башҡалар — 3,4 %.

Административ-территориаль бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Австрия тарихы

Тарихҡа тиклем Австрия
Норик һәм Реция
Көнсығыш марка
Австрия герцоглығы
Австрия Эрцгерцоглығы
Изге Рим империяһы
(Габсбург монархияһы)
Австрия империяһы
Австро-Венгрия
Беренсе республика
Альп һәм дунай рейхсгау
Союз оккупацияһы
Икенсе республика

Цислейтания: 1. Богемия, 2. Буковина, 3. Каринтия, 4. Краина, 5. Далмация, 6. Галиция һәм Лодомерия, 7. Австрия диңгеҙ буйы, 8. Түбәнге Австрия, 9. Моравия, 10. Зальцбург, 11. Силезия, 12. Штирия, 13. Тироль, 14. Түбәнге Австрия, 15. Форарльберг. Транслейтания: 16. Венгрия, 17. Хорватия һәм Славония, 18. Босния һәм Герцеговина.

Сәйәси яҡтан Австро-Венгрия ике өлөшкә — Рейхсрат ярҙамында идара иткән Австрия Империяһына һәм үҙ эсенә Венгрия тажы тарихи ерҙәрен алған һәм Венгрия парламентына һәм хөкүмәтенә буйһонған Венгрия короллегенә бүленгән.

Рәсми булмаған рәүештә был ике өлөш Цислейтания и Транслейтания тип исемләнә.

1908 йылда Австро-Венгрия тарафынан көс менән тартып алынған (аннексияланған) Босния һәм Герцеговина Цислейтания составына ла, Транслейтанияға ла индерелмәгән була һәм хакимиәттең махсус органдары аша идара ителә.

Административ яҡтан Австро-Венгрия киләһе бер нисә өлөшкә (таж ерҙәренә) бүленгән:

  • Цистлейтания (Австрия тажы ерҙәре)
    • Богемия короллеге
    • Далмация короллеге
    • Галиция һәм Лодомерия короллеге
    • Түбәнге Австрия эрцгерцоглығы
    • Үрге Австрия эрцгерцоглығы
    • Буковина герцоглығы
    • Каринтия герцоглығы
    • Крайна герцоглығы
    • Зальцбург герцоглығы
    • Үрге һәм Түбәнге Силезия герцоглығы (Австрия Силезияһы)
    • Штирия герцоглығы
    • Моравия маркграфлығы
    • Тироль кенәз округы
      • Форарльберг ере
    • Австрия Приморьеһы
      • Горица һәм Градишка кенәз округы
      • Триест ҡалаһы
      • Истрия маркграфлығы
  • Транслейтания (Венгрия тажы ерҙәре)
  • Босния һәм Герцеговина (1908 йылдан алып).

Таж ерҙәре округтарға (bezirk), округтар ҡалаларға (stadt) һәм общиналарға (gemeinde) бүленә.

Венгрия, Хорватия ер сеймдары — өлөштәрҙең вәкәләтле органдары була, ер премьер-министры һәм ер министрҙарынан торған ер хөкүмәттәре — вәкиллекле органдар. Тажлы ерҙәрҙә императорҙы наместниклыҡ (statthalterei) кәүҙәлендерә, ерҙәрҙең вәкиллекле органдары булып ер сеймдары (landtag) һанала, ер капитаны (landeshauptmann) һәм ер советниктарынан (landesrat) торған ер комитеттары (landesausschuss) — вәкиллекле органдар. Округтарҙа наместниклыҡты округ капитанлыҡтары (bezirkshauptmannschaft) кәүҙәләндерә. Община советы (gemeinderat) ҡалаларҙа вәкиллекле органдар була, бургомистрҙан (buergermeister) һәм ҡала советниктарынан торған (stadtrat) ҡала советтары (stadtrat) — вәкиллекле органдар. Община вәкәләте (gemeindevertretung) — общиналарҙың вәкиллекле органдары. Бургомистр һәм община советниктарынан торған община комитеттары (gemeindeausschuss) — община вәкәләте (gemeindevertretung).

Ойоштороуҙан тарҡалыуға тиклем осорҙа Австро-Венгрияла ике кеше хаким була:

Ойошторолған ваҡыттан алып үҙен күп этнослы дәүләт королошо булараҡ ҡәүҙәләндергән Австро-Венгрия уның территорияһының күп кенә өлөшөн биләп алған славян халыҡтарының милли хәрәкәттәренән байтаҡ ҡына баҫым тоя. Австрия империяһы үҙе лә Германияла беренселеккә дәғүә иткән немец дәүләтен сағылдыра.

Австро-Венгрияны үҙ эсенән төшөрөп ҡалдырған «кесе Германия сценарийы» буйынса Италиялағы Венеция өлкәһен юғалтыуы һәм Германияның берләшеүе менән билдәләнгән Австрия — Пруссия һуғышынан (1866) һуң, илдең сәнәғәте үҫешкән өлөшөн биләгән чехтарҙың милли хәрәкәте әүҙемләшә. Венгрҙарға айырым хоҡуҡтар бирелеүе шулай уҡ славяндар йәшәгән төбәктәрҙә — Польшаның Австрия өлөшөндә, Славония, Хорватия, Галицияла — милли үҙаңдың уяныуына булышлыҡ итә. Чехияны уҙаллы берәмәк итеп, өс дәүләтле монархияға әүерелеү хаҡында бәхәсләшеүҙәр булып ала. Берлин конгресы (1878) һөҙөмтәләренә ярашлы Боснияның оккупацияһы һәм уның 1908 йылда ҡушылдырылыуы үҙәк властың ҡатылығы тураһында хис — тойғолар тыуҙыра. Сербия менән конфликт (1914) Беренсе донъя һуғышы башланыуына сәбәп була. Австро-Венгрия ялан һуғышында үҙенең төп дошмандарына — Сербия һәм Рәсәйгә бирелеүе уны был һуғышта Германияға буйһонған һәм уның даланһыҙ союздашы рәтенә ҡуя.

1918 йылдағы иҡтисади кризис, фронттағы ҡатмарлы хәлдәр һәм күрше Рәсәй империяһы емерелеүе Австро-Венгрия империяһының да тарҡалыуына сәбәп була. Ошо йылдың октябрендә уҡ ваҡиғалар һәләкәтле төҫ ала һәм Карл I милли комитеттар булдырып, берләшеүгә саҡыра. Комитеттар ойошторола, әммә улар империяны үҙәкләштереү менән түгел, ә милли әҙселектәр мәнфәғәттәрен яҡлау менән булыша башлай.

28 октябрҙә чехтарҙың милли комитеты Чехословакия, 29 октябрҙә Словения, Хорватия һәм Сербия дәүләтен иғлан ите, 31 октябрь көндө Будапештта ҡораллы ихтилал була һәм Австрия императоры ил өҫтөнән контролде юғалта. 1 ноябрҙә Көнбайыш Украина халыҡ республикаһы, 6 ноябрҙә — Польша иғлан ителә. Шул уҡ көндө Карл I Австрия тәхетенән баш тарта. Австро-Венгрия үҙенең йәшәйешен туҡтата.

Германия менән союздаш Австрия Республикаһы иғлан ителә, әммә һуңыраҡ был союз Версалдә, Сен-Жермендә һәм Трианонда ҡул ҡуйылған Париж конференцияһы солох килешеүенә ярашлы тыйыла.

Элекке империя территорияһы эсендә бер нисә яңы дәүләт барлыҡҡа килә — Чехословакия, Польша, Австрия Республикаһы, Венгрия. Ҡалған ил төбәктәре Румыния, Югославия һәм Италия составтарына инә.

Килешеү һәм 1867 йылдың конституцияһына ярашлы дәүләттең ике яртыһы ла (Цислейтания һәм Транслейтания) үҙ парламенттарын, министрлыҡтарын һәм бюджеттарын ала[4]. Империяға Босния ҡушылғандан һуң, ул да үҙ сеймын һәм бюджетын ала. Австрия һәм Венгрия делегациялары сиратлап парламентта дәүләт мәсьәләләре ҡаралған ултырыштар үткәрҙеләр. Дөйөм импер бюджеты иҫәбенә ҡаралған армия һәм тышҡы эштәр һәм финанстар министрлыҡтары дөйөм импер учреждениелары булып таныла.

Дәүләтте шулай уҡ Венгрия тәхетен биләгән Австрия императоры, Богемия, Далмация, Хорватия, Славония, Галиция һәм Лодомерия һәм Иллирияның короле, Иерусалим титуляр короле һ.б. етәкләй. Уның ҡулындағы хакимлыҡ конституция һәм парламент менән сикләнгән була. Императорҙың эшкә тәғәйенләү һәм сығарыү хоҡуғы була, әммә улар Австрия парламенты алдында яуап тоторға тейеш булалар. Закон сығарыусы орган — Дәүләт Советы (Reichsrat) — байҙар палатаһынан (Herrenhaus) депутаттар палатаһынан (Abgeordnetenhaus) тора, министр — президент (Ministerpräsident). етәкселегендәге Министрлыҡ (Ministerium) башҡарыу органы булып тора.

Урындарҙа хакимиәт юғары органдарға буйһонған хөкүмәт ойошмаларына ҡарай. Төрлө түрәләрҙең дөйөм һаны Австро- Венгрияның дөйөм импер армияһынан өс тапҡырға артығыраҡ була[4]. Улар барыһы ла дәүләт иҫәбенә йәшәй.

  • Австрияның социал-демократик партияһы — Тиролдә, Каринтияла, Зальцбургта, Төньяҡ Штирияла һәм ике Австриялағы социалистик партияһы.
    • Чехословакия социал-демократик партияһы — Богемиzkf һәм Моравияла социалистик партия
    • Югославян социал-демократик партияһы — Штирия һәм Крайнала социалистик партия
    • Украина социал-демократик партияһы — Көнсығыш Галиция һәм Буковинала социалистик партияһы
    • Галиция һәм Силезия-Цешиндың Польша социал-демократик партияһы — Көнбайыш Галицияла социалистик партияһы
    • Венгрия социал-демократик партияһы — Венгриялағы социалистик партия.
  • Немец прогрессив партияһы — либераль партия
  • Христиан-социаль партияһы — консерватив партия
  • Немец халыҡ партияһы — милләтсел партия

Юғары суд инстанцияһы — Дәүләт Суды (Reichsgericht), апелляцион инстанция судтары— юғары ер судтары (oberlandesgericht), беренсе инстанция судтары — ер судтары (landgericht), түбәнге суд системаһы звеноһы— округ судтары (bezirksgericht).

(kaiserliche und königliche Armee)

  • Австро-Венгрия хәрби-диңгеҙ көстәре (Kaiserliche und Königliche Kriegsmarine)
  • Австро-Венгрия хәрби-һауа көстәре (Kaiserliche und Königliche Luftfahrtruppen)

Яңы ғына аяҡҡа баҫҡан Австро-Венгрия иҡтисады — Австрия империяһынан мираҫлыҡҡа ҡалған, Көнбайыш илдәренән ныҡ ҡына ҡалышҡан, әммә үҫеш юлына баҫҡан, индустриаль күтәрелеш кисереүсе иҡтисад булып тора. Властарҙың элекке милли иҡтисадты һаҡлау сәйәсәте һәм уның һөҙөмтәләре XIX быуаттың 60 йылдарҙағы реформалары менән юҡҡа сығарыла. Һөҙөмтәлә иҡтисад үҫешеүгә импульс ала һәм бер нисә йыл эсендә Көнбайыш Европа илдәренең кимәленә етә. 1873 йылдағы кризис һынылышлы мәл була. 9 май көнө «Ҡара йомала» Вена биржаһындағы һәләкәт Австро-Венгрияға ла ҡағыла[5]. Был хәл бик ныҡ валютаны көсһөҙләндерә, банктарҙың һаны бер нисә мәртәбәгә кәмей. Кризистан ил тик 1881 йылда ғына, 1873 йылдағы үҫеш кимәленә еткәс, төҙәлә, әммә Австро — Венгрия иҡтисады башҡа Донъя һәм Европа иҡтисадтары менән бер рәттә тора алмай. Шулай ҙа нәҡ шул ваҡытта автомобиль маркалары Ikarus, Tatra һәм Škoda барлыҡҡа килә.

Беренсе донъя һуғышы ваҡытында тағы ла бер мөһим иҡтисади кризис була, аҙыҡ-түлек етешмәү сәбәпле ас болалар булып ала, ә кронаның хаҡы долларға ҡарата өс мәртәбәгә төшә[5]. Тауарҙарҙы илдән сығарыу һәм индереү хәрби ғәмәлдәр өсөн мөмкин булмай, ә йыш ҡына үтеп торған эшселәр стачкалары һәм забастовкалары үҙ сиратында материалдар һәм боеприпастар етмәүенә сәбәп була.

Халыҡтың күп өлөшө, бигерәк тә империя сиктәрендә, аграр сферала эш менән мәшғул була. Был хәл феодаль ҡалдыҡтары менән бәйле була. Урындағы крәҫтиәндәр хеҙмәт иткән күп кенә ерҙәр эре боярҙар, магнаттар һәм помещиктар ҡулында була. Ер хужалары үҙҙәренең биләмәләре тауарҙарына монополия урынлаштырып. крәҫтиәндәргә үҙ көсө менән үҫтергән уңышты ҡалала һатыуҙы тыя. Цислейтанияла 1910 йылда 10 мең йәшәүселәрҙең күпселеге аграр секторында мәшғул ине:

Шөғөл төрө Һан %
Аграр хужалығы 5238 52,38
Индустрия 2472 24,72
Транспорт 583 5,83
Сауҙа итеү 413 4,13
Уҡытыусылар һәм чиновниктар 330 3,30
Пенсионерҙар һәм рантье 318 3,18
Эшһеҙҙәр 293 2,93
Тау эше 206 2,06
Хәрбиләр 101 1,01
Ирекле профессиялар 41 0,41
Балыҡсылыҡ 5 0,05

Транслейтанияла ауыл хужалығында шөғөлләнеүселәр һаны тағы ла күберәк була, ә Венгрия Австрия өсөн сеймал ҡушымта булып тора. Австрияла бөтә империя өсөн аҙыҡ-түлек һәм сеймал етештерелә. Шуға ҡарамаҫтан, Австро-Венгрия Рәсәй империяһынан һәм Румыниянан икмәкте килтереүҙән баш тарта алмай. Венгрияла халыҡты эш менән тәьмин итеү[4]:

Шөғөл төрө Һаны %
Аграр хужалығы 6842 68,42
Индустрияһы 1352 13,52
Ялланып эшләүсе 554 5,54
Уҡытыусылар һәм чиновниктар 297 2,97
Сауҙа итеү 289 2,89
Транспорт 229 2,29
Пенсионерҙар һәм рантье 139 1,39
Эшһеҙҙәр 133 1,33
Тау эше 85 0,85
Хәрбиҙәр 79 0,79
Балыҡсылыҡ 1 0,01

Венгриянан айырмалы рәүештә Австрияла сәнәғәт үҫеш ала. Фабрикаларҙың күпселеге Австрия яғында : Богемия, Силезия, Түбәнге Австрия, Форарльберг һәм Моравияла - ойошторолған була. Машина төҙөү заводтары күбеһенсә Вена, Нейштадт, Триест, Прага һәм Брюннела урынлашҡан була. Фабрика һәм заводтарға тимерҙе дәүләттең тау райондарынан: Түбәнге Австрия, Үрге Австрия, Моравия, Силезия, Каринтия, Штирия, Крайнанан алып килгәндәр. Предприятиеларҙы яғыулыҡ һәм материалдар менән тәъмин итеү ауырлаша, сөнки империяның тәбиғәт ресурстары запасы етәрлек кимәлдә булмай[4]. Цислейтания машиналар, кизе — мамыҡ туҡымаһы, келәмдәр, химикаттар, ҡоралдар, көнкүреш әйберҙәре һ.б. сығара. 1868 йылда Пльзендә машиналар һәм ҡорамалдар етештергән Шкода фирмаһы булдырыла. Артабан фирма тик автомобилдәр етештереү буйынса йүнәлеш ала. Шулай уҡ Чехияла ул ваҡыттағы Европала иң эре аяҡ кейеме Batа концерны асылá[6].

Австрия парламенты предприятеларҙа эште яйға һалыуға булышлыҡ иткән бер нисә закон сығара. XIX быуат аҙағында Австрияның христиан-социаль партияһы эшселәрҙең хоҡуҡтарын Венала ғына булһа ла, тулы кимәлдә яҡлап сығыуға ирешә[4].

Австро-Венгрияла транспорт системаһы үҫеш алған була. Диңгеҙ һәм йылғаларҙа сауҙа итеү үҫешкән һайын яңы юлдар һалыу һәм иҫкеләрҙе йүнәтеү кәрәклеге асыҡлана. Эре сәнәғәт үҙәктәре үҙ-ара 1873 йылғы кризисҡа тиклем 9600 километр һалынған тимер юлдары менән бәйле була. Барлыҡ тимер юл селтәренең 90 % дәүләт милкендә була. Австро-Венгрия инженерҙары юлдар төҙөүҙә ил эсендә лә, илдән ситтә лә ҡатнашалар. Улар ярҙамында Европа менән Истанбулды бәйләгән Көнсығыш тимер юлы ҡорола[6]. Йылғалар буйлап хәрәкәт итеү уңайлы булһын өсөн, каналдар төҙөлә. Шулай уҡ Австро-Венгрияның Триеста базаһы булған ҡеүәтле диңгеҙ сауҙа флоты төҙөлә. Триест империяның емерелеү осорона эре сауҙа үҙәгенә һәм иң мөһим диңгеҙ портына әйләнә.

Иҡтисадтың тиҙ үҫешенә ҡарамаҫтан, ул сит ил инвестицияларынан башҡа йәшәй алмай. Башлыса империяның предприятиеларына аҡсаны Германия һәм Бөйөк Британия индерә. XX быуатҡа хәрби сәнәғәттең күпселек өлөшө Германия инвесторҙары контроле аҫтында була[6].

  1. 2020 йыл 27 сентябрь [https://web.archive.org/web/20200927082322/http://ah.milua.org/avstrijskoe-dvoryanstvo-1806%E2%80%931919-gg архивланған. 2020 йыл 27 сентябрь архивланған. 2020 йыл 27 сентябрь архивланған. 2020 йыл 27 сентябрь архивланған. 2020 йыл 27 сентябрь архивланған. 2020 йыл 27 сентябрь архивланған. 2020 йыл 27 сентябрь архивланған. 2020 йыл 27 сентябрь архивланған. 2020 йыл 27 сентябрь архивланған. 2020 йыл 27 сентябрь архивланған. Габсбургтар дәүләте тарихы: Австрия дворянлығы 1806—1919 йылдар. Император Иосиф II декреты 1781 йылдан. «Право веротерпимости» (нем. Toleranzpatent)] 2020 йыл 27 сентябрь архивланған.
  2. Необычное название «Rakousko», не имеющее аналогии в других языках (кроме словацкого), происходит, скорее всего, от rātgōz- — так могли звать одну из баварских дворянских семей (rāt — «читать, советовать, догадываться», gōz — германское фамильное окончание); в этом случае слова «Rakousko» и «Raabs» происходят от одного корня. — John Dingley. On the Origin of Czech «Rakousko», Slovak «Rakúsko» // Harvard Ukrainian Studies. — Vol. 28. — No. 1/4 (Rus' Writ Large: Languages, Histories, Cultures: Essays Presented in Honor of Michael S. Flier on His Sixty-Fifth Birthday (2006)). — PP. 95-104.}(недоступная ссылка)
  3. Bevölkerung Österreich-Ungarns 2015 йыл 23 сентябрь архивланған.  (нем.)
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Шапошников Б. М. Мозг армии. — Москва: Военгиз, 1927.
  5. 5,0 5,1 Rothschild K. W. Austria's Economic Development between the two Wars. — С. 21—22.
  6. 6,0 6,1 6,2 Гольверк Ася, Хаймин Сергей. Австрия тарихы. Дата обращения: 24 ноябрь 2008. Архивировано 5 август 2012 года. 2008 йыл 1 декабрь архивланған.